Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Балапандар” ҡанат нығыта
Гимназистар Театр йылын әкиәт ҡуйып ҡаршыланы.

Ниндәй генә мәктәпте алһаң да, иң тәүҙә унда ижади эшләгән уҡытыусылар күҙгә салына. Сибай ҡала гимназияһында белем биргән Рәмилә Торомтаева тап шундайҙар рәтендә. Эшенә мөкиббән ғашиҡ, балаларҙы яратҡан, уҡытыу-тәрбиә йүнәлешендә үҙ алымдары булған, ижад менән шөғөлләнгән Рәмилә Юлай ҡыҙы – балаларҙың иң көтөп алған апайҙарының береһе, педагогия коллективының тәжрибәле уҡытыусыһы. Уның дәрестәре, кластан тыш саралары һәр ваҡыт ойошҡан, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтә. Заман менән йәнәш атлаған, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусы менән беҙгә лә аралашыу мөмкинлеге булды.

– Рәмилә Юлай ҡыҙы, ни өсөн тап уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ?
– Беренсенән, ғаиләлә биш бала тәрбиәләндек. Атайым – колхозсы, әсәйем ғүмере буйы мәк­тәптә башланғыс кластар уҡы­тыусыһы булып эшләне. Ғаиләлә дүрт ҡыҙ, бер малай үҫтек. Атайым ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр саҡ бурысын еренә еткереп баш­ҡарҙы, көндәлек йорт мәшә­ҡә­тендә, мал ҡарауҙа беҙҙе, ҡыҙ­ҙарын, гел ҡурсаланы, ауыр эшкә үҙе тотондо. Әммә беҙ ҙә уның яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа тырыш­тыҡ, ҡулыбыҙҙан килгәнсә булы­шырға ашыҡтыҡ.

Әсәйемдең, аңлауығыҙса, хеҙ­мә­те башҡасараҡ, өйгә ҡайта. Дәрес, күргәҙмә-әсбаптар әҙерләү, дәфтәр тикшереү. Беҙ үҙебеҙсә әсәйгә лә ярҙам­ла­шыр­ға тырыша торғайныҡ, күргәҙмә әсбаптарын матур һәм сағыу эш­ләү өсөн бар тырышлы­ғыбыҙҙы һалғаныбыҙ әле лә хәтеремдә. Әсәйгә ярҙам­лашабыҙ тип, үҙе­беҙ ҙә һиҙмәйенсә, барыбыҙ ҙа шул юлдан киткәнбеҙҙер.
Икенсенән, балаларҙы яратам. Уларҙың эскерһеҙ һәм ихлас булыуы күңелемә яҡын. Кескәй кешенең тәбиғи үҫешенә ыңғай йоғонто яһай алыуыма ҡыуанам. Шул уҡ ваҡытта һәр баланың киләсәге өсөн ҙур яуаплылыҡ алғанымды ла яҡшы аңлайым.

– Һеҙ көндәлек дәрес биреү ме­нән генә сикләнеп ҡалмай­һығыҙ, баланың һәләтен асыу, уны үҫтереү буйынса ла маҡсатлы эш алып бараһығыҙ. Шулай уҡ тотош класс менән ҡаланың төрлө урындарында әкиәттәр сәхнәләштереп, уны халыҡҡа күрһәтәһегеҙ. Ошо хаҡта ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Мәсьәләләрҙе дөрөҫ сисергә, һүҙҙәрҙе дөрөҫ төҙөргә генә өйрә­теп ултырһаҡ, ғөмүмән, килә­сәкһеҙ тороп ҡалыуыбыҙ бар, сөнки һәр баланы шәхес итеп тәрбиә­ләү өсөн ҡәҙимге дәрес үткәреү генә көтөлгән һөҙөмтәне бирмәйәсәк. Был йәһәттән күптәр икенсел тип иҫәпләгән, ижади йү­нәлеш кәрәк. Әллә ҡайҙан эҙләнергә лә кәрәкмәй, иҫ киткес аҡыл өлгөләрен халыҡ әкиәт­тәренән табырға була. Ҡайһы бер классик авторҙарҙың әҫәрҙә­рен дә шул иҫәпкә индерер инем. Һәр әкиәттең йөкмәткеһе кескәй­ҙәр күңе­лендә изгелек орлоҡтары шыттырыуын берәү ҙә инҡар ит­мәҫ, моғайын. Халҡыбыҙ элек-элек­тән уны балаларына һөйлә­гән, үҙенән һөйләткән. Яҙырға өйрәт­мәһә лә, һөйләргә өйрәткән. Тимәк, телмәр ҡеүәһен үҫтереү беҙ­ҙең эштә лә тәү сиратта торор­ға тейеш. Һөй­ләй алмағанын бала нисек яҙһын?! Хәҙерге уҡытыу системаһына күҙ һалы­ғыҙ, башланғыс кластарҙа әҙәби уҡыу дәрестәре бик аҙ бирелә.

Һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкә­һендә барған ҡулайлаш­тырыу һөҙөм­тәһендә башҡорт теле аҙнаһына ни бары ике һәм әҙәби уҡыу бер сәғәткә тиклем ҡыҫҡартылды. Был ғына ваҡыт эсендә баланың һөйләү телмә­рен, һүҙ байлығын, фекер­ләү ҡеүәһен теүәл үҫтереп бул­мағаны көн кеүек асыҡ. Халҡы­быҙҙың йор теллелеген үҙендә туплаған, яҡшы­лыҡҡа, изгелеккә өйрәткән әкиәт­тәрҙе һөйләргә өйрәтеү түгел, уларҙы уҡып та өлгөрөп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Шунлыҡтан үҙемсә яйын таптым. Уҡыусыларым һәм улар­ҙың ата-әсәһе менән кәңәш­ләштек тә әкиәттәр ҡуйырға тотондоҡ. Иҫ киткес матур тамашалар килеп сыҡты, уҡыусылар үҙҙәренә би­релгән образды бар тулылығында аса алды, хатта үҙҙәре хайран ҡалды. Яйлап ҡаланың төрлө урын­дарында сығыш яһаныҡ, тамашасы­ларыбыҙ барлыҡҡа килде. Хәҙер күбеһе беҙҙе үҙҙәре саҡыра һәм көтә. Иң мөһиме – уҡыу­сыларым үҙҙәрен ышаныслы, иркен тота, һөйләргә өйрәнә башланы. Бер бала ла ситтә тороп ҡалмай, барыһын да ылыҡтырырға, ҡатнаштырырға тырышам.
Яуаплылыҡты ла үҫтерә был йүнәлеш. Репетиция барышында үҙҙәренең генә түгел, башҡа­ларҙың һәр ым-хәрәкәтен, һүҙҙә­рен отоп ултыралар. Ҡапыл береһе ауырып йәки башҡа сәбәптән килә алмаһа, уларҙы һис икеләнеүһеҙ алмаштырырға була, сөнки әҙер дублерҙар һәр саҡ арабыҙҙа.

– Шулай ҙа балаларҙың татыу­лығына, уларҙың бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәт тыуҙыра алыуына нисек өлгәшәһегеҙ?
– Юҡҡа ғына татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан тимәгәндер бит халыҡ. Татыулыҡҡа ни етә? Кла­сымдағы һәр балаға, уның ата-әсәһенә, ғаиләһенә оло иғтибар һәм ихтирам менән ҡарарға тырышам. Балалар­ҙың һәр бере­һенең үҙҙәренә генә хас тәбиғи булмышына аяулы ҡарайым, һәр кемдең ҡабат­ланмаҫ айырым шәхес булыуын, тимәк, класта, йәмғиәттә үҙ урыны булыуын аңлатырға тырышам.
Үҙемә генә хас булған тәрбиә алымдары ла бар. Мәҫәлән, берәйһе уңайһыҙ хәлгә тарыһа, әйтәйек, берәй һүҙҙе яңылыш әйтеп ҡуйһа, шул уҡыусымды артабан үсеклә­мәһендәр өсөн, “өс минут көләбеҙ ҙә онотабыҙ” тигән ҡағиҙәгә таянам. Барыбыҙ ҙа көләбеҙ, уңайһыҙ хәлгә тарыған бала үҙе лә беҙгә ҡушылып, күҙҙәре янып көлөп ултыра шул мәлдә. Төрлө ҡытыршылыҡтарҙы уйын-көлкөгә бороп, еңел үтергә ярҙам итә был алым. Күңелле булырға тейеш балалар булған ерҙә.

– Рәмилә Юлай ҡыҙы, һөйләшеүҙе башлар алдынан һеҙ “уҡыусыла­рым­дың еңеү­ҙәре ҙур ҡыуаныс килтерә” тигәйнегеҙ. Ундай шат­лыҡты йыш кисерергә тура киләме?
– Һәр көн тиерлек (йылмая – авт.). Ысынлап та, уҡыусыларым кескәй булыуына ҡарамаҫтан, ҙур ғына еңеүҙәргә өлгәшеп тора. Һуңғыларын ғына алғанда ла, “Аманат” журна­лының “Мин донъяны һүрәтләйем” конкурсында – Кә­рим Торомтаев ме­нән Динислам Әмировтар, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында – Айгүзәл Яҡ­шыбаева, математика буйынса ҡала конкурсында Азалия Ғәзи­зова, “Мин республикамды данлайым” иншалар конкурсында – Наҙ­гөл Саникина, “Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм” II республика интернет-конкурсында – Кәрим Торомтаев, “Ғаи­ләм – илһам сығанағы” ҡала конкурсында Арыҫлан Күсәмишев (ғаилә­һе менән) беренсе урын яу­ланы. Ошо конкурстарға әҙер­ләнгән ваҡытта һәр баланың үҙ эшенә етди тотоноуы һоҡлан­дыра.

– Һеҙ шулай уҡ ижад менән дә шөғөлләнәһегеҙ. Матур-матур хикә­йәләрҙән торған “Там­ғалы кейеҙ” тигән китабығыҙ ҙа донъя күрҙе. Нисек бары­һына ла ваҡыт табаһығыҙ?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта ижадҡа ваҡыт етеңке­рәмәй шул. Мәктәптәге “ҡағыҙ эше”, дәфтәр тик­шереү, балалар менән саралар ойоштороу...

Илһам килгәндә, ижадҡа тотоноуым декрет ялында ултыр­ғанда башланды, тап ошо йыл­дарҙа байтаҡ хикәйә яҙылды, китабым донъя күрҙе. “Өмөт сат­ҡыһы” исемле тәүге хикәйәм 2008 йылда “Йәшлек” гәзи­тендә барған Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр конкурсы сиктәрендә донъя күрҙе һәм лауреат исеменә лайыҡ булды. 2010 йылда “Ялбыр” тигән хикәйәм “Киске Өфө” гәзитенең Сәғит Агиш исемендәге хикәйәләр конкурсы лауреаты тип табылды, “Атайымдың ҡыҙы” иһә “Йәшлек” гәзитенең Рәшит Солтан­гәрәев исемендәге хикәйә­ләр конкурсында икенсе урынды алды. Әле яҙыла башлаған һәм матбуғатҡа тәҡдим ителеүен көтөп ятҡан әҫәрҙәрем байтаҡ йыйылды. Ҡул етеңкерәмәй, әлбиттә, ижадҡа иғтибарлы булыу талап ителә бит.

– Рәмилә Юлай ҡыҙы, кес­кәй уҡыусыларығыҙ, Рәсәй буйынса иғлан ителгән Ирек­мәнлек йылын матур тамамлап, Театр йылына ныҡлы аяҡ баҫты.
– Былтыр тап беҙҙең класс нигеҙендә гимназияның “Балапандар” ирекмәнлек төркөмө тө­ҙөлөүе осраҡлы түгел. Ирекмән тәү сиратта изге күңелле, изге ниәтле булырға тейеш. Ниндәй генә әкиәтте алма, һәр саҡ яҡ­шылыҡ һәм изгелек тантана итә, еңеп сыға бит, тимәк, кеше күңе­ленә изгелек орлоҡтары таратып була... Рәсәйҙә иғлан ителгән Ирек­мәнлек йылында беҙ үҙебеҙ­ҙең әкиәттәребеҙ менән ҡаланың “Ҡарһылыу”, “Айгөл” балалар баҡ­саларында, “Азатлыҡ” ха­лыҡты социаль хеҙмәтлән­дереү һәм ҡаланың етем ҡалған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ойош­торолған “Ғаилә” үҙәгендә, Сибай ҡалаһының махсус (коррекцион) белем биреү мәктәбендә, ҡала китапханаларында сығыш яһаныҡ.

Декабрь башында Мәскәүҙә йыл­ды йомғаҡлау сараһы була­раҡ үткәрелгән Халыҡ-ара ирек­мән­дәр форумында ҡатнашыу бәхетен татыныҡ. “Балапандар” проекты менән беҙ, “Рәсәй ирек­мәндәре-2018” конкурсында ҡат­на­шып, беренсе урынды яуланыҡ һәм “Иң шәп ирекмәндәр Баш­ҡортостанда йәшәй” тип республикала ғына түгел, ил кимәлендә лә танылдыҡ.

Күрәһең, изге ниәтебеҙҙең туҡта­мауын, киреһенсә, дауам итеүен тормош үҙе талап итә. 2019 йыл Рәсәй Президенты Указына ярашлы Театр йылы тип иғлан ителеүен ишеткәс, шундай уй килде. Минең “Бала­пан­дар”ым театрлаш­тырылған әкиәттәре менән тамашасы­ларыбыҙға тағы ла килер әле, тим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509