“Белемлелек - арыҫландан көслө батыр...”30.12.2018
Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың һүҙҙәре бөгөн дә үҙенең көнүҙәклеген юғалтмай. Йәштәр белемгә, фәнгә, яңылыҡҡа ынтыла.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттары үҙҙәренең тырышып уҡыуы, төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашыуы, республика уҡыу йорттары араһында ғына түгел, хатта Рәсәй, ил кимәлендәге олимпиадаларҙа призлы урын алыуҙары менән айырылып тора.

Яңы йыл алдынан бер төркөм уҡыу алдынғыларына бәхет йылмайҙы: улар республика Башлығы һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендияларына лайыҡ булды. Игеҙәктәр Азалия һәм Камилла Кейекбаевалар юридик факультетта белем ала. Уңған ҡыҙҙар яҡшы уҡыуҙары менән бер рәттән бейеүгә ғашиҡ, уҡыу йортонда эшләп килгән бейеү ансамбле солистары. Шулай уҡ улар ижад менән шөғөлләнә, институттың “Юлдаш” гәзитенең алмаштырғыһыҙ хәбәрселәре. Азалия — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булһа, Камиллаға республика Башлығыныҡы эләкте. Ошондай уҡ премияға педагогика факультеты студенттары Динара Йәрмөхәмәтова менән Илдус Ҡасҡынбаев лайыҡ булды.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика