Мәктәптә туҡланыу сифаты ҡәнәғәтләндерәме?28.11.2018
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктәге мәғариф учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Унда Хөкүмәт ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, шулай уҡ аутсорсинг нигеҙендә туҡланыу хеҙмәте күрһәткән ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

— Мәктәпкәсә учреждениеларҙа һәм мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу эшебеҙҙең бик мөһим йүнәлешен тәшкил итә. Райондар буйлап сәфәрҙә булдым. Уларҙың һәр береһендә үҙенә генә хас ваҡиғалар. Мәҫәлән, Дыуан районында мәктәп авария хәлендә, шуға күрә директор уҡыусыларҙы балалар баҡсаһы ашханаһында ашатыу тураһында һөйләшеп килешкән. Төшкө аштың хаҡы — 21 һум. Был хаҡ нисек ҡуйыла һуң? Күп кенә ауыл мәктәптәрендә ярҙамсы хужалыҡ участкалары бар. Шуға күрә хаҡ арзаныраҡ. Был — туҡланыуҙы ойоштороу алымдарының береһе, — тине төбәк етәксеһе. — Башҡа мәктәптәрҙә аутсорсинг нигеҙендә эшләйҙәр. Асылда, мәктәптәге төшкө аш баланың һаулығына ҙур йоғонто яһай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ғаиләләр өсөн мәктәптә туҡланыу балаға йылы аш ашатыуҙың берҙән-бер мөмкинлеге булып тора. Шуға күрә балалар туҡланыуы — бик һиҙгер өлкә, эшебеҙҙең һәм иғтибарыбыҙҙың мөһим йүнәлеше.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса мәктәптә туҡланыуҙы камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелде, республика Хөкүмәтенә күрһәтмәләр бирелде.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика