Аҡыл һәм йөрәк үлсәме аша21.11.2018

Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәгенең йәш ғаиләләр менән эшләү бүлеге етәксеһе Ғәлиә Сәлихованың исеме “Башҡортостан” гәзитен алдырыусыларға яҡшы таныш. Ул, юғары категориялы психолог булараҡ, әленән-әле баҫмабыҙ биттәрендә фәһемле мәҡәләләр менән сығыш яһай, уҡыусылар һорауҙарына яуап бирә. Ә бөгөн даими авторыбыҙ һәм кәңәшсебеҙҙең үҙе менән яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ.

Ғәлиә – Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы ҡыҙы. Биш балалы ҙур, татыу ғаиләлә үҫә ул. Бала саҡтан ныҡышмал булыуы, ойоштороу һәләте, лидерлыҡ сифаттары менән айырыла. Тырыш ҡыҙға уҡыу еңел бирелә. Уҡытыусылары уға яҡты киләсәк юрап, яҙмышын мотлаҡ мәктәп менән бәйләргә кәңәш итә. Әммә белем усағын миҙалға тамамлаған Ғәлиә ул заман өсөн ятыраҡ йүнәлеште – психологияны һайлай һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтында яңы асылған бүлеккә уҡырға инә. Был хаҡта ишеткәс, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дәфтәр битен тултырып иншалар яҙырға яратҡан, тел һәм әҙәбиәт буйынса район, республика конкурстарында еңеүҙәр яулаған уҡыусыһы хаҡында: “Беҙ шундай шәп тел уҡытыусыһын юғалттыҡ”, – тип әйтеп ҡуя.

Ә маҡсатҡа ынтылыусан Ғәлиә һайлаған өлкәһендә лә һынатмай. Тәбиғәттән һалынған теүәллек, ата-әсәһе, тыуып үҫкән мөхите биргән матур тәрбиә, ныҡышмал, эҙләнеүсән холҡо уға яңы үрҙәр яуларға мөмкинлектәр аса.

Хеҙмәт юлын Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Баймаҡ ҡалаһындағы филиалында башлай Ғәлиә Әхәт ҡыҙы. Ябай психологтан филиал етәксеһе вазифаһына тиклем үрләй. Әммә ҡыҙҙы йәшлек ҡалаһы Өфө үҙенә тарта һәм ул, баш ҡалаға күсеп, төп үҙәктә яратҡан эшен дауам итә. Бында Ғәлиә оҙаҡ йылдар “Ышаныс телефоны” бүлеген етәкләй. Был хеҙмәт – тәүлек әйләнәһенә эшләгән айырым бер донъя.

“Күберәк кемдәр, ниндәй һорауҙар менән шылтырата?” – тип ҡыҙыҡһынам психологтан.
– Беҙгә мөрәжәғәт иткәндәр араһында бәләкәй балалар ҙа, үҫмерҙәр ҙә, өлкән йәштәгеләр ҙә бар. Психолог – ул кешенен йәнен имләгән табип, тиҙәр, шуға күрә күберәк күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндәр мөрәжәғәт итә.

Кескәйҙәрҙе нимә ҡыҙыҡһындыра? Ата-әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәт, әлбиттә. “Әсәйем йәнһүрәт ҡаратмай”, “Уҡырға мәжбүр итә”, – тип шылтырата улар. Мәктәптәге проблемаларҙы ла күтәрәләр. “Мин дөрөҫ яуап бирҙем, ә уҡытыусым түбән баһа ҡуйҙы”, – тиҙәр. Өлкәндәр күҙлегенән баҡһаң, көлкө генә кеүек, ә бала өсөн бының ҙур тетрәнеү булыуы ихтимал.

Үҫмерҙәргә килгәндә, иң беренсе нәүбәттә мөхәббәт, ғашиҡ булыу тойғолары ҡалҡып сыға. Унан йәнә ата-әсә менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре лә борсой. Бер-береһен аңламауҙары хәүефләндерә. Үҫмер бит үҙаллылыҡҡа, бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтыла, ә ата-әсә өсөн ул бала булып ҡала. Шуның арҡаһында проблемалар тыуа ла инде.

Өлкәндәргә килһәк, эштәге мөнәсәбәттәр, коллегалар менән аңлашылмаусанлыҡ проблемалары күтәрелә. Олораҡтарҙы алғанда, балаларының иғтибары, һөйләшеү, аралашыу етешмәү сәбәпле, улар бушлыҡты тултырыу өсөн беҙгә мөрәжәғәт итә, – тип “Ышаныс телефоны” эшмәкәрлеге менән таныштырҙы психолог.

Бөгөн психологик ярҙам үҙәктәрендә “ышаныс телефон”дары эшләй һәм уларға көнөнә йөҙәрләгән кеше шылтырата икән, тимәк, был хеҙмәткә ихтыяж ҙур. Бындағы хеҙмәткәрҙәр көн һайын кемдеңдер күңел яраһын дауалай, кемделер хата аҙымдан аралап ҡала.

Күптән түгел тәжрибәле психолог Ғәлиә Сәлихованы яңы булдырылған йүнәлешкә – йәш ғаиләләр менән эшләү бүлегенә мөдир итеп тәғәйенләгәндәр.

Яңылыҡҡа асыҡ Ғәлиә сәйәхәт итергә ярата, белемен арттырырға тырыша. Әлеге ваҡытта клиник психология буйынса магистратурала белем ала. Күңел донъяһын тотороҡлоҡҡа көйләү, камиллыҡҡа ынтылыу, бер ярҙан икенсеһенә ташланмау, сетерекле хәлдәрҙә алтын урталыҡ таба белеү, һәр ғәмәлде аҡыл һәм йөрәк үлсәме менән баһалау сифаттары хас Ғәлиәгә. Ысын психолог тап шундай булырға тейештер ҙә.

8-800-7000-183 “Ышаныс телефоны” хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә бушлай һәм аноним рәүештә психологик ярҙам күрһәтә.


8 (347) 276-56-12 Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгендәге психологка ошо телефон аша яҙылырға мөмкин.


Вернуться назад