Һөнәри оҫталыҡтарын һынайҙар14.11.2018
Һөнәри оҫталыҡтарын һынайҙар
Туймазы юридик колледжында “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) IV төбәк чемпионатының “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге” йүнәлеше буйынса һайлап алыу этабы үтте.



Был чемпионат Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, хоҡуҡ һаҡлау белгестәре унда тәүге тапҡыр ҡатнаша. Һайлап алыу этабында Өфө, Туймазы, Стәрлетамаҡ ҡалаларының биш уҡыу йортоноң уҡыусылары ҡатнашты. Улар енәйәтселәрҙе асыҡлау ысулдары, тәүге ярҙам күрһәтеү төрҙәре, мәргән атыу һәм башҡа ғәмәлдәр буйынса көс һынашты. Еңеүселәр декабрҙә төбәк чемпионатында көс һынашасаҡ.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика