Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эгоисты түгел, лидерҙы үҫтер!
Һәр ата-әсә балаһының уҡыуҙа ла, башҡа өлкәлә лә уңыш ҡаҙаныуын, үҙенә һәм көсөнә ышанған, башҡаларҙы үҙ өлгөһөндә әйҙәй белгән көслө рухлы кеше булып үҫеүен теләй. Ошо маҡсаттарҙан сығып, ҡайһы берәүҙәр тыйыуҙың нимә икәнен дә белмәгән бала тәрбиәләй. Уларҙың уйынса, был бәләкәстәрҙең үҙ-үҙенә баһаһын арттыра, кешеләр араһында юғалып ҡалмаҫҡа, теләгәненә өлгәшергә ярҙам итә, лидерлыҡ сифаттарын үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына барлыҡ нәмәләргә лә юл ҡуйыу, балаға артыҡ һоҡланыу, нигеҙһеҙ маҡтау сабыйҙа лидерлыҡ түгел, ә эгоислыҡ сифаттарын тәрбиәләй. Был хаталарға юл ҡуймау өсөн нимәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк?
1. Һөйөү. Психологтарҙың ошо темаға ҡағылышлы хеҙмәттәре менән танышҡандан һуң, лидер бала тәрбиәләүҙең биш төп ҡағиҙәһен билдәләргә була. Тик шуныһына иғтибар итергә кәрәк: һәр ҡағиҙәнең үҙенә генә хас “һыу аҫты ташы ла” бар. Шул “таштарҙы” талғын ғына урап үтеп, тормош диңгеҙендә туҡтауһыҙ йөҙөп алға барған тәрбиә карабына идара итә белеү мөһим. Ошоларҙы үтәгән осраҡта, үҙен генә ҡайғыртҡан эгоисты түгел, ә башҡа кешеләр тураһында ла хәстәрлек күрә белгән лидерҙы тәрбиәләргә мөмкин.
Бала ата-әсәһе үҙен яратҡанды белеп, тойоп үҫергә хоҡуҡлы. Был һөйөү бер ниндәй шартһыҙ булырға тейеш: баланы уҡыуҙағы уңыштары, өйҙәге ярҙамы өсөн түгел, ә ул донъяла булғаны өсөн генә лә яратырға кәрәк. Был – тәрбиәнең төп нигеҙе.
Эйе, һөйөү шартһыҙ булырға тейеш, әммә уны һуҡыр һөйөүгә әйләндереп ебәрергә ярамай. Бала үҙен тәртипһеҙ тота, башҡалар менән тупаҫ мөғәмәлә итеп, зыян килтерә икән, был ҡылыҡтың эҙһеҙ үтмәүен ул белеп торорға тейеш. Үҙенең эше, һүҙе, ҡылыҡтары өсөн бәләкәйҙән яуаплылыҡ тойорға өйрәтергә кәрәк, сөнки яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә ала белеү – төп лидерлыҡ сифаттарының береһе.
Теләгән бер уйынсыҡ, тәмлекәс йә башҡа нәмә баланың беренсе һорауынан уҡ уның алдына килеп ята икән, тыйыуҙарҙың сиктәре юйыласаҡ. Ул “Шуны теләйем!”, “Һатып ал!”, “Бир!” тигән девиз менән йәшәп, эгоизм тауының башына үрмәләүен дауам итәсәк.
2. Ыңғай көйләү. Ғаиләгеҙҙә ыңғай рух һәм оптимистик мөхит булдырырға тырышығыҙ. Балағыҙҙы ла бер туҡтауһыҙ “Ярамай”, “Теймә”, “Уйлама ла” тигән тыйыуҙар менән сикләргә ашыҡмағыҙ. Гел генә тыйыу-сикләү мөхитендә тәрбиәләнгән баланың үҙенә йомолоп, үҙ баһаһы түбән, көсөнә шикләнгән кеше булып үҫеп етеү ихтималлығы ҙур. Мәлендә күңелде күтәреп ебәрерлек матур һүҙҙәр, ыңғай теләктәр әйтергә онотмағыҙ.
Беренсе ҡағиҙәләге кеүек үк, ыңғай көйләү ҙә саманан ашып китергә тейеш түгел. Ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, ыңғай ҡараштамын, тип гел генә ыңғайына һыпырып ултырырға ярамай. Мәҫәлән, бала берәй эш боҙған осраҡта, уның менән был турала һөйләшеп үтергә кәрәк. Әммә был һөйләшеү яза биреү, әрләүгә генә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. Бала ҡылған эшкә ҡарата ата-әсәһе үҙ фекерен, хис-тойғоһон белдереп китә ала: “Һин минең балам, мин һине бик яратам, тик был эшкә, ҡылыҡҡа мин кире ҡараштамын”.
3. Беҙ һинең менән! Ғаилә – ул команда. Балағыҙҙың башланғыстарын хуплай белегеҙ, бының менән һеҙ уның үҙ көсөнә ышанысын арттыраһығыҙ. Сабыйығыҙҙың бәләкәй һәм ҙур уңыштарын күрегеҙ һәм уртаҡлашығыҙ. Нимәлер килеп сыҡмаған осраҡта терәк булығыҙ. Бар нәмәнең дә беренсе тапҡырҙан уҡ уңышлы килеп сыҡмауын аңлатып үтегеҙ, ныҡышмалылыҡ һәм уңғанлыҡ ярҙамында күп нәмәгә өлгәшергә була икәнлеген билдәләгеҙ.
Әгәр ҙә баланың ниндәйҙер эше килеп сыҡмай икән, уға шунда уҡ ярҙамға ташланырға ашыҡмағыҙ. Тормош ауырлыҡтарын хәленән килгәнсә үҙенә йырып сығырға мөмкинлек бирегеҙ. Юғиһә өлкәндәргә һалынған, уларҙың башҡа бер нәмәгә лә өлгәшә алмаған инфантиль бала тәрбиәләү хәүефе лә бар.
4. Инициативаны хуплай белегеҙ. Баланың берәй түңәрәккә йөрөгөһө йә иһә берәй ғилми эш яҙып, башҡалар алдында сығыш яһағыһы килә. Бик яҡшы! Уның теләк-ниәттәрен хуплап, күңелен ҡанатландыра белегеҙ.
Инициативаны хуплауҙы бүләкләүгә әйләндереп ебәрмәгеҙ. Баланың уңыштары, тырышлығы өсөн ваҡыты-ваҡыты менән бүләктәр булған осраҡта ла, был процесты тулыһынса материаль өлкәгә ҡайтарып ҡалыу төптө хата булыр. Бынан һуң бала яңы белемгә эйә булам, ниндәйҙер өлкәлә оҫталығымды арттырам тигән уй-ниәт менән түгел, атай-әсәйҙән шунсама аҡса алам, шул нәмәләрҙе һатып алдырттырам тигән маҡсатта эш итә башлауы ихтимал.
5. Үҙ һүҙен тоторға, башҡаларҙы тыңлай һәм ишетә белергә өйрәтегеҙ. Лидер үҙ һүҙе өсөн яуаплы. Бала алдашыуҙың кире күренеш икәнлеген бәләкәйҙән белеп үҫһен. Лидер кешеләрҙе тыңлай һәм ишетә белә. Үҙенә ҡағылған тәнҡит һүҙҙәренә лә ул үпкәләп, илап, бар донъяға асыу тотоп йөрөмәй, ә дөрөҫ һығымталар яһап, үҙенә кәрәген алырға һәләтле. Тәнҡитте ҡабул итә белмәгән кеше үҙенең күңел торошоноң көсһөҙлөгөн һәм эгоизмын күрһәтә.
Бында үҙегеҙ өлгө күрһәтергә бурыслы. Шуны иҫтә тотоғоҙ: балаларға һеҙҙең нимә әйтеүегеҙ, һөйләүегеҙ ҡайһы берҙә мөһим түгел, ә һеҙҙең нимә эшләүегеҙ йоғонтоло көскә эйә. Ата-әсә өлгөһө бала өсөн беренсел һәм иң ҙуры. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр, ти бит халыҡ мәҡәле.

Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 106

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 461

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527