Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кемдең итәгендә ултыраһың бит...
Кемдең итәгендә ултыраһың бит... Тәрбиә процесында халыҡ педагогикаһының бай тәжрибәһен ҡулланыу йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөһим әһәмиәткә эйә. Халыҡтың быуаттар буйына йы­йыл­ған тәжрибәһе, аҡыллы кәңәш­тәре бөгөн тәрбиә эшендә нисек ҡулланыла? Үҙемдең фекеремде ике республиканы сағыштырыуҙан башлар инем: Башҡортостанды һәм Чечен Республикаһын.
Чечняла етем ҡалған балалар өсөн йорттар, ҡарттар йорттары бөгөн бөтөнләй юҡ. Сөнки унда халыҡ педагогикаһы тәрбиәлә киң ҡулланылыш таба, әгәр ҙә ата-әсә үлеп, балалары етем ҡалһа, уны тәрбиәгә яҡындары, туғандары ала. Өлкән быуын, ата-әсәләр хөрмәт һәм ихтирам менән солғап алынған. Улар балалары өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешеләр булып иҫәпләнә. Чечен ғаиләһендә ата-әсә – ҙур ихтирамға лайыҡ кешеләр. Ә беҙҙә ҡайһы бер ғаиләләрҙә ата-әсәһе ҡартайып, ярҙамға мохтажлыҡ кисерә башлаһа, уға үҙенең ғәзиз балаһының йортонда урын ҡалмай, төрлө сәбәп табып, ата-әсәһен ҡарттар йортона урынлаштыра. Быны нисек аңлатырға? Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, етем балалар һаны Башҡорт­останда арта бара, ҡараусыһыҙ ҡалған ҡарттар һаны ла кәмемәй.
Ә бынан 60 – 70 йыл элек беҙҙең республикала ундай хәлде күҙ алдына килтереп тә булмағандыр. Бөтә башланғыстың башы – ғаиләлә. Матурлыҡты тоя белеү нескәлеге, эмоциональ кисерештәр, кешене аңлай белеү – барыһы ла ғаиләлә тәрбиәләнә һәм кеше күңеленә юл ала. Бала тәү башлап кемдең итәгендә ултыра, ҡулынан кем етәкләп йөрөтә, ошоға уның кем булып үҫеүе бәйле. Ғаилә тәрбиәһендә ата- әсәнең әһәмиәте бик ҙур.
Ғаилә – ул һине яҡлай, һаҡлай торған урын. Унда кеше үҙен тыныс, яуызлыҡтарҙан һаҡланған итеп тоя. Ата-әсәһенә ҡарап, был ғаиләлә ниндәй балалар тәрбиәләнеүе, ә балаларына ҡарап, уларҙы ниндәй ата-әсә тәрбиәләүе хаҡында әйтеп була. Быны ошондай әйтемдәр раҫлай: “Ағас тамырына ҡарап үҫә”, “Алма ағасынан алыҫ төшмәй”.
Элекке башҡорт ғаиләләрендә бала тәрбиәләүҙә ата-әсә тигеҙ ҡатнашҡан. Ә хәҙер атайҙар был эштә ниндәй роль уйнай? Улар бала тәрбиәләүҙә бөтөнләй ҡатнашмай тиһәк тә хата булмаҫ, ғаиләлә бөгөн әсә кешегә бик күп функция бирелгән, атайҙар “батыр”ҙан “бахыр” роленә күскән. Ә малайҙар мотлаҡ атай, ирҙәр тәрбиәһенә мохтаж. Шулай итеп, һорау килеп тыуа: ҡайҙа беҙҙең батырҙар, уларҙы кем һәм нисек тәрбиәләргә тейеш һуң?
Әсә кеше – донъя тотҡаһы, бала өсөн иң изге, яҡын кеше. Бала өсөн донъяла унан да ҡәҙерлерәк кеше юҡ. Әсә һөйөүе, иғтибары етмәгән осраҡта баланың психик һәм физик, аҡыл һәм эмоциональ яҡтан үҫеше тотҡарлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар араһында “йәшел йылан” менән дуҫлашып, бала тәрбиәләүҙең нимә икәнен белмәгәндәр ҙә бар. Бала төрлө яҡтан ағыулана. Ә бит уйлап ҡараһаҡ, тиҫтәләгән сабыйҙың яҙмышы, уның киләсәге шул “йәшел йылан” менән бергә ағыулана, зәғифләнә. Ғаилә тарҡала, тулы булмаған ғаиләләр һаны артҡандан-арта. Ә Башҡортостанда демографик хәл былай ҙа яҡшынан түгел.
Бөгөн ата-әсәләр, педагогтар, ғөмүмән, халыҡ алдында бик мөһим мәсьәлә тора: быуаттар буйы йыйылған халыҡ педагогикаһының бай тәжрибәһен киләсәк быуынға тапшырыу, тәрбиә процесында киңерәк ҡулланыу. Ғаилә – ул хеҙмәт тәрбиәһенә нигеҙ һалыусы. Юҡҡа ғына халыҡ “Әсәнән күргән – тун бескән, атанан күргән – уҡ юнған” тип әйтмәгәндер.
Ата-әсә баланы хеҙмәткә генә түгел, эште матур итеп, еренә еткереп башҡарырға ла өйрәтергә тейеш. Баланы ғаиләлә бәләкәйҙән үк эшкә ылыҡтырып, уның йәшәү сығанағы икәнлеген аңлатып үҫтереү мотлаҡ. Ҡайһы бер ата-әсә “әле бәләкәй бит әле, үҫкәс тә эшләргә өлгөрөр” тип баланы эшкә өйрәтмәй. Был дөрөҫмө? Күңелен биреп, матур итеп башҡарған кешене халыҡ үҙ һөнәренең оҫтаһы, алтын ҡуллы тип атаған.
Халыҡ мәҡәл һәм әйтемдәр аша хеҙмәт кешеһенә хөрмәтен күрһәтә, киҫкен рәүештә ялҡаулыҡты тәнҡитләй: “Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ – хурлыҡ”, “Бүренең көсө – тешендә, кешенеке – эшендә”, “Ағас – емеше менән, кеше – эше менән”, “Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте”.
Кешенең шәхес булып формалашыуында туған телдең роле ҙур. Тел – халыҡтың уҙғанын, бөгөнгөһөн һәм киләсәген тоташтырған иң кәрәкле, ныҡлы, тере һәм мул бәйләнеш. Педагог-классиктар халыҡ педагогикаһын, уның педагогик тәжрибәһен өйрәнеүгә күп иғтибар биргән. Бөйөк чех педагогы Ян Амос Коменский, халыҡтың рухи мәҙәниәтендә туған тел иң ҡиммәтле хазина булып тора, ти. Туған телен белгән, уны яратҡан милләт кенә башҡа халыҡтарҙың ихтирамын һәм һөйөүен яулай ала, ти ул.
Бөйөк рус педагогы Константин Ушинский үҙенең күренекле педагогик хеҙмәттәрендә халыҡсанлыҡ идеяһына таяныуҙы төп талап итеп ҡуя. Халыҡсанлыҡ – һәр милләттең тарихи, географик, тәбиғи шарттары менән бәйле үҙенсәлеге. Һәр ҡәүемдең тәрбиә системаһы ошо халыҡсанлыҡ принцибына таянырға тейеш. Күренекле рус педагогтары Антон Макаренко, Василий Сухомлинский тәрбиә процесында халыҡ педагогикаһының бай тәжрибәһенә таянып эш иткән. Балала кешегә һөйөү, яуаплылыҡ, тәртиплелек, ныҡлы тотороҡло характер, ихтыяр көсө, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү халыҡ педаго­гикаһының бай тәжрибәһенә нигеҙләнеп алып барылырға тейеш, тип яҙғандар.
Мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, әкиәттәр, легендалар, эпостар, ҡобайырҙар, оҙон көйлө халыҡ йырҙары баланың рухи донъяһын байыта, интеллектуаль үҫешенә булышлыҡ итә. Бөгөн беҙ ата-бабаларыбыҙҙың бай тормош тәжрибәһенә күберәк таянырға, өйрәнергә, үҙебеҙҙе борсоған көнүҙәк һорауҙарға яуаптарҙы шунан эҙләргә тейеш. Тик быуындар бәйләнеше генә тәрбиәне һәм баланың үҫешен тейешле кимәлдә алып барырға булышлыҡ итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 111

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529