Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Минең һәйбәт кеше булғым килә...”
“Минең һәйбәт кеше булғым килә...” Мәктәпте тамамлағанда киләсәктә ниндәй һөнәр эйәһе булыуын аныҡ күҙ алдына килтергән үҫмер һирәктер. Әлбиттә, балаға күпселек осраҡта был мәсьәләлә ата-әсәһе булышлыҡ итә. Ә ярҙам ҡулы һуҙырҙай яҡындарың булмаһа...

Киләсәк тормошоңда һайланған һөнәр­ҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Яңылышманың икән, тимәк, иртән ҡәнәғәт­лек тойғоһо кисереп эшкә киләһең, ай һайын алған эш хаҡыңдан ризаһың икән, күңел дә көр, ғаиләңде лә тейешле кимәлдә ҡарай алаһың.
Тормошта киреһенсә лә булыуы ихтимал. Һөнәр һайлауҙа яңылышҡандар, тормошта үҙ урынын таба алмағандар аҙашып ҡалыуы ла ихтимал. Үҫмер­ҙәр­ҙе был юлдан нисек йолоп алып ҡалырға? Әлбиттә, үҙ ваҡытында һәләт­тәрен үҫтерергә, кәрәк­ле йүнәлеш бирергә, кәңәштән өҙмәҫкә.
Өфө ҡалаһындағы республика социаль приютында был йәһәттән эш киң йәйел­дерелгән: билдәле кешеләр менән осрашыуҙар йыш үткәрелә, балаларҙың һәләттәрен асыу өсөн төрлө түңәрәктәргә йөрөтәләр, башҡа алымдар ҙа ҡулланалар. Мәҫәлән, күптән түгел бында “Генетик тест” компанияһы вәкилдәре Аида Галиванова менән Гөлсинә Ҡунаҡҡужина булды. Белгестәр бармаҡ эҙҙәре ярҙамында баланың ниндәй өлкәлә һәләте барлығын, киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаһа, уңышҡа өлгәшәсәген һөйләне, хатта кемгә ниндәй спорт төрө тура килгәнен әйтте.
Был приютта 16 йәшкә тиклемге балалар артабанғы яҙмыштарының хәл ителеүен көтә. Мәктәптә белем алалар, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнәләр. Кеше килгәнде ярата улар. Шунда уҡ уратып алып, төрлө һорау яуҙырҙылар.
Һөнәр тураһында һүҙ сыҡҡас, аралашыу тағы ла йәнләнде. Ҡыҙҙарҙың күбеһе киләсәктә табип йә ашнаҡсы итеп күрә үҙҙәрен. Араларында бейеүсе, тәрбиәсе булырға теләүселәр ҙә бар. Малайҙар, әлбиттә, ҡыҙҙар кеүек оҙон-оҙаҡ һүҙ сурытмай, ерҙән сабыр ғына атлап йөрөй. Һөнәрҙе лә күптән һайлап ҡуйғандар: шофер, электрик, полицейский.
Балалар араһында иң бәләкәсе – Богдан. Зәңгәр күҙле, иркә генә малай. Өлкәнерәк ҡыҙҙарҙың алдынан төшмәй, йә береһенә, йә икенсеһенә һырыла. Уның киләсәккә яҡты өмөттәре күҙҙәрендә сағыла. Бәләкәс кенә килеш иңендә ниндәй ауыр һынау – атай-әсәйһеҙ үҫеү, аяҡҡа баҫыу – ятҡанын ул әле аңлап етмәй. Шулай ҙа телсән малайҙың яуабы хайран ҡалдырҙы: “Минең һәйбәт кеше булғым килә... ”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 104

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 992

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 902

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 662

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 249

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 568

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526