Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ил күрке Исмәғилев
Ырымбур ҡалаһында башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләгән педагогия техникумын 1936 йылда Кесе Башҡортостандың баш ҡалаһы булған, Зәки Вәлиди һәм уның арҡаҙаштары, талантлы шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич эшләгән, уларҙың эҙҙәрен һаҡлаған данлыҡлы Темәскә күсерәләр.

Темәс – әле лә республикала иң ҙур ике ауылдың береһе. Ул ваҡытта педагогия техникумы һәм уның ятаҡтары ауылдан бер саҡрымдай алыҫлыҡта Талашты йылғаһының ҡабағында ғәжәп матур ерҙә аҡ ҡайындар араһында урынлашҡан була. Үкенескә ҡаршы, 1939 йылда уҡыу йорто янып китә, ә белем биреүҙе дауам итеү өсөн Темәстә әле генә һалынып бөткән ете йыллыҡ мәктәп йорто бирелә. Ошо йортта училище 1956 йылғаса, ябылғансы, эшләй.

1954 йылдың август айы. 300-гә яҡын бала, ете класты бөтөп, һынау бирергә килгән. Ете төрлө һынау алына ине: рус теленән яҙма (диктант), телдән, арифметиканан яҙма һәм телдән, башҡорт теленән яҙма (диктант) һәм телдән, СССР Конс­титуцияһынан. Рус теле абитуриенттарҙы ҡыра ғына ине. Ауыл мәктәбендә башҡортса уҡып, бер урыҫ менән дә һөйләшмәгән, русса бер китап та уҡымаған балалар һеперелеп ҡайтып китә тор­ғайны. Ә һынауҙар дөрөҫ, ғәҙел үткәрелә ине: яҙма эштәрҙе йыйып алып, шунда уҡ сейфҡа бикләп ҡуялар; иртәгәһенә, телдән һынау булғанда, уҡы­тыусы диктантты абитуриент алдында тикшерә, һорауҙар бирә, хаталарға анализ яһата. Шунан яҙма эшкә лә, телдән яуапҡа ла баһа ҡуя, аҙағынан дөйөм баһа ҡуя. Бына ошондай сират күперҙәрен ете тапҡыр уңышлы үтһәң, педучилищеға алынаһың. Ниһайәт, беҙ, 60-тан ашыу бала, ике башҡорт төркөмөнә уҡырға индек. Төрлө райондарҙан, ауылдарҙан кил­гән балаларға ятаҡтан урын бүленде.

Баймаҡ районы уҡыусылары араһында ҡупшы кәүҙәле матур ғына бер егет бар ине. Яҡшы ғына уҡый, үҙе спортсы, рәссам, әүҙем йәмәғәтсе, ғәжәп тырыш. Был Сәлихйән Абдулғәни улы Исмәғилев ине.

1956 йылда Темәс педучи­лищеһын ябып (халыҡ быны дөрөҫ эш тип һанаманы), дүрт төркөмдө – икенсе һәм өсөнсө курстарҙы бөткән икешәр баш­ҡорт төркөмөн – Белорет пе­дучилищеһына күсерҙеләр. Әйтергә кәрәк, Темәс педагогия училищеһы, матди базаһы үтә шәп булмаһа ла, ғәжәп көслө уҡытыусылары менән дан тота ине, мәҫәлән: башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Темәс егете Бәҙри Зиннәт улы Әбсәләмов, алгебранан Зәйтүнә Абдулла ҡыҙы Уралбаева, рәсемдән Ирек Усман улы Мансуров, химия-биологиянан Валентина Григорьевна Денякина, географиянан Татьяна Александровна Палагичева һәм башҡалар. Уларҙың белемле, педагогик һәләтле булыуҙарын һаман да онотмайбыҙ.

Белорет педучилищеһында беҙ ғәжәйеп мөхиткә инеп киттек. Ҡалаға килеп төшкән көндән алып беҙ иғтибар үҙәгенә алындыҡ. Ятаҡтарҙа быға тиклем йәшәгәндәрҙе ҡалаға фатирҙарға таратып, беҙҙе урынлаштырҙылар. Иртәнге сәғәт 7-гә килеп, физкультура уҡытыусыһы ярты сәғәт физзарядка эшләтеп китә. Дәрескә һуңлау, дәрес ҡалдырыу тигән күренештәр бында юҡ. Беҙҙең ауыр проблема шул булды: русса һөйләшә белмәйбеҙ. Бында ла сараһын таптылар: бөтә фәндәр ҙә русса уҡытылды, шуға өҫтәп, һәр беребеҙҙе рус төркөмдәрендәге уҡыусыларға беркетеп ҡуйҙылар. Беҙ педучилище директоры Александр Иванович Кочневтың, завуч Лидия Даниловна Шамовскаяның иғтибар үҙәгендә булдыҡ. Темәстән килгәндәр менән Белорет студенттары татыу йәшәне. Ә Темәстекеләр эшлеклелеге, һөнәрлелеге менән хайран ҡалдырҙы.
Бына ошондай шәп уҡыу йорттарында, һоҡланғыс уҡытыусылар ҡулында уҡыны буласаҡ уҡытыусы Сәлихйән Исмәғилев.

1958 йылда Белорет педучи­лищеһын тамамлағас, Сәлихйән Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылына ете йыллыҡ мәктәпкә эшкә ебәрелә. Ошонан ул әрме хеҙмәтенә алына.

1962 йылда, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, С. Исмәғилев Өфө нефть институтына уҡырға инә. Ә бит уға ракета брига­даһының командованиеһы Юғары хәрби акаде­мияның сит телдәр факультетына инергә тәҡдим итә, ләкин Сәлихйән тыуған иленә ҡайтыуҙы хуп күрә.

Нефть институты С. Ис­мәғилев өсөн үҙ донъяһына әүерелә. Ул иң әүҙем сту­денттарҙың береһе булып китә: төркөм старостаһы, факуль­теттың комсбюро ағзаһы, спорт секторы етәксеһе. Сәлихйән үҙе лә факультет өсөн сығыштар яһай: йүгереү, саңғыла ярышыу, волейбол уйнау, ауыр атлетика, классик көрәш, спорт гимнас­тикаһы буйынса ярыштарҙа ҡатнаша, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары араһында спорт гимнастикаһы буйынса чемпион исемен яулай.

Беренсе курста уҡ С. Ис­мәғилевте КПСС-ҡа ҡабул итәләр. Өсөнсө курста уҡығанда ул факультетта партбюро секретарының урынбаҫары итеп һайлана.

Сәлихйән Абдулғәни улы 1967 йылда институтты тамамлай һәм шунда уҡ ассис­тент итеп эшкә ҡалдырыла. Ошонда уҡ ул аспирантураға инә һәм Мәскәүҙә И.М. Губкин исемен­дәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Институтты бөткәндән алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Сәлихйән Исмәғилев тик шунда ғына эшләй, Өфө нефть инсти­тутының (хәҙер – нефть техник университеты) “Төҙөлөштә ойоштороу һәм иҡтисад” кафед­раһының доценты була. Ул 200-ҙән ашыу ғилми эштең, 30 уҡыу әсбабының авторы, 1998 йылда “Һыу ресурстарын һаҡлау сараларының иҡтисади һәм экологик һөҙөмтәлелегенә баһа биреү” тигән бик мөһим ғилми хеҙмәте донъя күрҙе. Уның фәнни эштәрен һанап тормайынса, шуны ғына әйтке килә: ул хеҙмәтендә ғәжәйеп тырыш­лыҡ, яуаплылыҡ, ҡомарлыҡ күрһәтте, һөнәрен яратып башҡарҙы.

Сәлихйәндең тағы бер сифатын билдә­ләргә кәрәк: ул бергә уҡыған һәм бергә эшләгән иптәштәренә ғәжәп итәғәтле, хөрмәтле, иғтибарлы, иҫ киткес кешелекле булды.

100 йыл эсендә...

Ил Президенты бихисап милли проекттар тәҡдим итте: өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе – “Мәғариф” милли проекты. Һөҙөмтәлә 2024 йылға Башҡортостан уҡытыу сифаты буйынса тәүге ун ил исемлегенә инергә тейеш.

Ысынлап та, беҙҙә был тармаҡҡа иғтибар элек-электән көслө. Мәҫәлән, мәғариф системаһында идараны һәм кадрҙар сәйәсәтен камиллаштырыу буйынса комплекслы программа булды­рыуға ҙур тырышлыҡ һалынды, ул әле лә дауам иттерелә.

Республикабыҙҙа мәктәптәрҙең матди-техник базаһын яҡшыртып, уларҙы тейешенсә йыһазландырып һәм инфраструктура менән тәьмин итеп төҙөү тәңгәлендә бихисап эштәр башҡарылды. 2020 йылға яңы объекттар һалыу, ғәмәлдәгеләрен реконструкциялау, капиталь төҙөкләндереү иҫәбенә уҡыу урындары булдырыу йөкләмәһе ҡу­йылғайны, ә 2025 йылға иһә балаларҙың барыһы ла бер сменала уҡырға тейеш тигән бурыс йөк­мәтелгәйне, ҡыҫҡаһы, заманса мәктәп мөхите тыуҙырыу эше эҙмә-эҙлекле алып барыла. Дөрөҫөн әйткәндә, белем усаҡтарын төҙөү буйынса илебеҙҙә беҙҙең менән яры­шырлыҡ бүтән төбәк юҡтыр! Хәйер, хәҙер һәр бала заманса мәктәптә уҡый, уларға төплө белем алыу өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған.

2016 йылдың 1 ғинуарына 3 йәштән 7 йәшкә хәтлем малай һәм ҡыҙҙарҙы балалар баҡсаһына урынлаштырыуға сират бөтөрөлгән. Ошо аныҡ миҫал республика етәкселегенең “Балалар – беҙҙең киләсәк!” принцибына тоғро булыуҙы аңлата.

Республикабыҙҙа хатта ауыл мәк­тәптәрендә уҡыусы балаларҙың юғары тиҙлектәге интернет ҡулланыуы – ҙур ҡаҙаныш, ҡалала урынлашҡан белем усаҡтарын телгә алыу артыҡ.

Башҡортостандың 100 йыллығы объекттары исемлегенә бер нисә белем усағы индерелде, былтыр 2 548 өр-яңы урын булдырылды. Өфө ҡалаһындағы 1-се лицей, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы мәктәп менән балалар баҡсаһы, Өфө ҡалаһының Нуғай ауылындағы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәктәптәр – шуға асыҡ миҫал.


Автор: Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА педагогия фәндәре кандидаты


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр 10.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 4

«ГигаЧат» нейроселтәре башҡорт телен үҙләштергән

«ГигаЧат» нейроселтәре башҡорт телен үҙләштергән 10.04.2026 // Йәмғиәт

«ГигаЧат» нейроселтәре башҡорт телен үҙләштергән...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде

Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде 10.04.2026 // Йәмғиәт

Сентябрҙән хеҙмәткәргә ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға һәм өс йәшкә тиклемге балаһы булған әсәйҙәргә һынау ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ауыл табиптары һәм фельдшерҙары 89,2 миллион һумды кире ҡайтарырға тейеш

Башҡортостанда ауыл табиптары һәм фельдшерҙары 89,2 миллион һумды кире ҡайтарырға тейеш 10.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы 2019-2024 йылдарҙа «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» ......

Тотош уҡырға 3

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде 10.04.2026 // Йәмғиәт

Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Республиканың 8 муниципалитетында юлдарҙы һәм күперҙәрҙе һыу баҫҡан

Республиканың 8 муниципалитетында юлдарҙы һәм күперҙәрҙе һыу баҫҡан 10.04.2026 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан яҙғы ташҡын буйынса ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды 10.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Дүшәнбегә рейстар асылды...

Тотош уҡырға 2

Республикала Өфө – Инйәр – Белорет юлы төҙөкләндерелә

Республикала Өфө – Инйәр – Белорет юлы төҙөкләндерелә 09.04.2026 // Йәмғиәт

Белорет районында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектын бойомға ашырыу барышында Өфө — Инйәр — ......

Тотош уҡырға 1

Яҡташыбыҙҙың балаларына 1,8 миллион һум бурысы йыйылған
Башҡортостанда рөхсәтһеҙ сауҙа итеү урындарында бер нәмә лә һатып алмаҫҡа кәңәш итәләр

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ сауҙа итеү урындарында бер нәмә лә һатып алмаҫҡа кәңәш итәләр 09.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ сауҙа итеү урындарында бер нәмә лә һатып алмаҫҡа кәңәш итәләр...

Тотош уҡырға 1

Өфө парктарында талпандарға ҡаршы көрәш башлана

Өфө парктарында талпандарға ҡаршы көрәш башлана 09.04.2026 // Йәмғиәт

Өфө парктары һәм скверҙары талпандан эшкәртелә, тип хәбәр иттеләр мэрияла....

Тотош уҡырға 3

Республикала «Атай ҡаһарманлығы» премияһына ғаризалар ҡабул ителә

Республикала «Атай ҡаһарманлығы» премияһына ғаризалар ҡабул ителә 09.04.2026 // Йәмғиәт

8 апрелдән «Атай ҡаһарманлығы-2026» республика конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Был хаҡта ......

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә