Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Вәлиди уҡыуҙары маҡсатына өлгәште

Рухлы уҡыусыларҙа Башҡортостандың киләсәге төҫмөрләнә.

Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында үткән “XXIII Вәлиди уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларҙы уртаҡ уй һәм берҙәм маҡсат берләштерҙе. Республиканың 24 район һәм ҡалаһынан килгән 90-ға яҡын уҡыусы үҙенең ғилми-тикшеренеү эше менән тарихыбыҙҙы, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын билдәләүгә әҙерлеккә ярашлы, төбәктең Мәғариф министрлығы, ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы һәм Ишембай районы хакимиәте менән берлектә үткәрелгән быйылғы Вәлиди уҡыуҙары бөгөнгө йәштәрҙең ғилми-тикшеренеү эше аша үҙ ҡарашын еткерә белеүе, илһөйәр сығыштары менән иҫтә ҡалды.

Ҡалалағы берҙән-бер башҡорт мәктәбенә – мәшһүр яҡташыбыҙ исемен йөрөткән 2-се гимназия-интернатҡа ингән ерҙә Әхмәтзәки Вәлиди бюсы ҡаршы ала. Рухлы сара күмәкләп һәйкәлгә сәскә һалып, иҫтәлеккә фотоға төшөүҙән башланып китте. Гимназия уҡыусылары ҡунаҡтарҙы туған телдә ялҡынлы телмәр тотоп, ихлас хөрмәт менән ҡаршыланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, Республика дәүләт китап палатаһы директоры, тарихсы Азат Ярмуллин, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире Әхәт Сәлихов, ошо уҡ үҙәктең Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте бүлеге мөдире Марсиль Фәрхшатов, БДУ-ның Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафед­раһы доценты Нурислам Ҡалмантаев, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының тарих факультеты деканы Наталья Мысляева, тарих фәндәре кандидаты Ләйсән Йосопова, политология фәндәре кандидаты Ләйсән Рәхимҡолова, Көҙәндәге Әхмәтзәки Вәлиди музейы директоры Илдус Шәйәхмәтов, уҡытыусылар Гөлнур Аҙнабаева, Андрей Бабушкин һәм Рәйсә Мөхәмәтоваға уҡыусыларҙың эштәрен баһалау ышанып тапшырылды.

Бөтәһе ете секция эшләне. Уларҙың атамаларынан да ғилми-тикшеренеү эштәренең йөкмәткеһен, тәрәнлеген күҙалларға була ине: “Ә. Вәлиди ту­раһында уҡыусылар ижады”, “Баш­ҡортостан Республикаһын булдырыу нигеҙендә”, “Бер фото тарихы”, “Ә. Вәлиди арҡаҙаштары” һәм башҡалар.
Конференцияның тәбрикләү өлөшөн тарихи күренеш асып ебәрҙе. 1917 йыл­дың 15 ноябре. Ырымбур. Каруанһарай. Вәлиди, Бабич, Манатов, Бикбауов кеүек тарихи шәхестәр ролендә – гимназияның өлкән класс егеттәре. Шул осорҙағы ҡапма-ҡаршылыҡтар, халыҡтың кем һүҙенә ышанырға белмәй ҡаңғырыуы, башҡорт ҡоролтайы, Вәлидиҙең тарихи фарманы – ошо ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырҙы уҡыусылар. Тап әлеге фарман менән Башҡорт үҙәк шураһы Баш­ҡортостан автономияһын иғлан итә. Башҡорт халҡы миллионға яҡын ҡорбан биреп яулаған Автономиялы республика Совет власы тарафынан 1919 йылдың 23 мартында ғына таныла. Ошолар хаҡында Вәлиди, Бабич һүҙҙәре аша еткергән уҡыусыларҙың рухлы сығышы һоҡландырҙы.

Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Мөхйәнов сәләмләне. Ошо йылдар эсендә тыуған районында Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен мәңге­ләштереү, йәш быуынға уның шәхесен, фәнни һәм тарихи мираҫын танытыу буйынса башҡарылған эштәргә байҡау яһалды. Гимназия уҡыусыларының белем усағы данын төрлө даирәлә иҫбатлап тороуы ла – был ҙур эшкә йәш быуын индергән лайыҡлы өлөш.

– Гимназияла Вәлиди уҡыуҙары 1995 йылдан үткәрелеп килә. Унда ҡатнашҡан уҡыусылар һаны, төплө ғилми-тикшеренеү эштәре йылдан-йыл арта икән, тимәк, замандаштар өсөн милли аң, илһөйәрлек, рух төшөнсәләре буш һүҙ түгел, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин. Тарихсыларҙың Башҡортостан Республикаһын булдырыу юлында айырым бер осорға, ваҡиғаларға иғтибар йүнәлткән сығыштары ла уҡыусылар күңелендә урын тапты.

– Районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән алты уҡыусы килде. Быйыл беренсегә ҡатнашалар. Гимназия тупһаһынан уҡ рух бөркөлөп тора. Балаларҙың ҡыйыу, оҫта сығышы һоҡландырҙы, милли белем усаҡтары тап ошондай булырға тейештер, – тип фекере менән уртаҡлашты Ейәнсура районы Яныбай мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Ҡотошова.

Секциялар эше, ундағы һәр сығыш ҙур иғтибарға лайыҡ. Уҡыусылар абруйлы ғалимдарҙың һорауҙары алдында ла юғалып ҡалманы, бөгөнгө күҙлектән сығып, тарихи ваҡиғаларға шәхсән фекерен дә төплө еткерә белде. Ишем­байҙың Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыу­сылары Алһыу Вәхитова, Роберт Горбунов, Гөлсәсәк Шәрипова, Хәйбулла районының Подольск мәктәбенән Ирек Илбаҡтин, Баймаҡ районының Йомаш мәктәбенән Наҙгөл Фазуллина, Әлшәй районының Раевка мәктәбенән Алгиз Гәрәев, Федоровка районының Бала-Сытырман мәктәбенән Нур Тимерәев, Ейәнсура районының Байыш ауылынан Карина Йәркәева, Бөрйән районының Байназар мәктәбенән Лиана Ишбулатова – былар беренсе урын менән билдәләнгән уҡыусылар ғына, ә тағы күпме ҡыҙыҡлы эҙләнеүҙәр, асыштар сағылды эштәрҙә!
“Үҙ уйының” тип аталған зирәктәр ярышында иһә быйыл 17 команда ҡатнашты, финалға бишәүҙе үтте. Хужалар ҡыҙыу ярышта быйыл да алдынғылыҡты бирмәне, икенсе урында – Әлшәй, өсөнсөлә – Күмертау командаһы.

– Вәлиди уҡыуҙары маҡсатына өлгәш­те. Йәш быуынды бөйөк ғалим, сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың, уның арҡаҙаштарының тарихи-мәҙәни һәм фәнни-сәйәси мираҫын өйрәнеүгә йәлеп итеү, һәләтле уҡыу­сы­лар­ҙы асыҡлау һәм үҫтереү, илһөйәрлек рухы тәрбиәләү бурысын бөгөн тәү сират­та тел һәм әҙәбиәт, тарих уҡытыу­сылары атҡара. Иңебеҙҙәге ҙур яуап­лы­лыҡ был, – тине гимназия директоры Әлфис Фәй­зуллин уҡыусыларҙы бүләкләү мәлендә.

Конференцияның фәнни кимәлен, өлгөлө ойошторолоуын билдәләп, сарала ҡатнашыусылар резолюция ҡабул итте.

Ошо йылдар эсендә йәштәрҙең Вәлиди уҡыуҙарында тәҡдим иткән ғилми-тикшеренеү эштәре айырым баҫма булып донъя күрергә хаҡлы. Был, берҙән, уларҙың тырышлығына баһа булып, артабан күптәрен ошо йүнәлештә үҫергә ҡанатландырһа, икенсенән, Башҡортостан тарихында ҙур роль уйнаған шәхестәребеҙ хаҡында бөртөкләп туплаған мәғлүмәттәр замандаштарыбыҙға китап рәүешендә хеҙмәт итер ине.

Көҙән ауылында Вәлиди музейы фондын тулыландырыу, мәшһүр ғалим исемен йөрөткән 2-се башҡорт гимназия-интернатының һәм ошондағы мәктәп музейының матди-техник базаһын нығы­тыу, тел белгестәре ярҙамында Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Ибн Фаҙлан яҙмалары”н рус телендә баҫтырыу, республика буйынса Әхмәтзәки Вәлиди бюстарын, һәйкәлдәрен тейешле тәртипкә килтереү хаҡындағы тәҡдимдәр ҙә резолюция ҡарары булып теркәлде.


Автор: Эльвира ӘЛМӨХӘМӘТОВА
Фото: Ишембай ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508