Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 5-се Көнбайыш микрорайонында 1225 урынға иҫәпләнгән дөйөм белем биреү мәктәбе әҙер тип әйтерлек. Мөһабәт бинаның Төҙөүселәр урамының ҡабатланмаҫ бер йәме буласағына шик юҡ.

— Күптән көтөп алынған мәктәп­тең ишектәре асылыу менән ҡала уҡыусыларының барыһы ла беренсе сменала уҡыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, — ти уҡыу йортоноң дирек­торы Оксана Самойлова. — “Баш­ҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект” исемлегенә ингән заманса бинала бассейн, ике спорт залы, ашхана, медицина блогы, хәрәкәте сикләнгән уҡыусылар өсөн лифттар менән бергә һәр ҡатта янғын хәүефенән һаҡланыу зонаһы ла булдырылған. Ошондай үҙенсә­лекле кабинеттар, төтөндө ҡыуыу һәм һауа биреү кеүек саралар ҡа­ралған берҙән-бер мәктәп ул беҙҙә. Бинаның проекты ентекләп, төбөнә төшөп уйланылған. Уҡытыусылар ғына түгел, күрше-тирәлә йәшәгән уҡыу­сылар ҙа, ата-әсәләр ҙә мәктәптең ҡасан асылыуы менән ҡыҙыҡһына.


— Тантаналы көнгә күпме ваҡыт ҡалды?

— Яңы йылға аяҡ баҫҡас, әлбиттә. Әле бина эсен таҙартыу, йы­йыштырыу эше бара. Интерактив таҡта­лар ҡуйылды, кабинеттарҙы йыһаз­ландырыу дауам итә. Бөтә нәмә өр-яңы, класс бүлмәләре көлөп тора, коридорҙар иркен, зауыҡ менән матур төҫтәргә буялған. Һеҙҙең күңелегеҙгә лә хуш килгәндер, тип уйлайым.

Яңы мәктәпте һалыу эшен “10-сы төҙөлөш идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған. Төҙөүселәр балаларҙың хәүеф­һеҙлеген, именлеген хәстәрләп, йөҙ видеокамера урынлаштырған. Оксана Самойлованың әйтеүенсә, һөйөнөскә күрә, Стәрлетамаҡта демографик хәл яҡшыра бара, айырыуса уларҙың яңы мөһабәт мәктәбе урынлашҡан йәш микрорайонда. Һуңғы алты йылда тыуым һиҙелер­лек артҡан, тимәк, бала күңеленә яҡты нур һуҙыусы белем усағынан ҡыҙ һәм малайҙарҙың эҙе һыуын­маясаҡ.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 1 659

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 726

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 130

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 701

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 964

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 757

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 717

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 745

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 646

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 636

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 626

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 951