Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

“Интернатым – пар ҡанатым” бер күскә тупланы.

Бөгөн үҙ балаңды сит-ят кешеләр тәрбиәһенә тапшырыуҙы хупламайҙар. Яуапһыҙ ғаиләләрҙең ата-әсәлек бурысын үтәмәү осраҡтарының күбәйеүе арҡаһында, улын йәки ҡыҙын интернатҡа урынлаштырыусыларға йәмғиәттә кире ҡараш йәшәй. Ә беҙҙең быуын өсөн кеше ғүмерендә осрай торған “бәхетле билет” мәктәп-интернатҡа килеп эләгеү ине. Ҡолаҡҡа бигүк ятышлы булмаһа ла, тап шулай. Уҙған быуаттың 60-сы йылдары башында Башҡортостанда тиҫтәләгән мәктәп-интернат кеүек ҙур белем һәм тәрбиә усаҡтары төҙөлдө. Малаяҙ ауылында 1962/63 уҡыу йылында 300 баланы үҙ ҡосағына ҡабул иткән мәктәп-интернат – шуға асыҡ миҫал. Эйе, ҡосағына тимен, сөнки быға тиклем заман рәхәтлектәре төшөнә лә инмәгән ауыл балаларының арҡаһынан әсәйҙәрсә һөйҙө, атайҙарса ҡурсаланы, белем үрҙәрен яуларға ярҙам итте ул.

Сағыу, бәхетле мәлдәр


1962 – 1983 йылдар һуҙымында Малаяҙ мәктәп-интернатында мең ярымдан ашыу малай һәм ҡыҙ тәрбиә алды. 1963 – 1971 йылдарҙа – һигеҙ йыллыҡ, артабан урта мәктәп булараҡ, Баш­ҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары балалары өсөн төплө белем һәм өлгөлө тәрбиә усағы булып торҙо ул.

Мәктәп-интернат ябылыуға инде 35 йыл. Ваҡыт уҙған һайын, интернаттың һәр тәрбиәләнеүсеһе үткәндәрҙе ҙур һағыныу менән иҫкә ала. Уҡы­тыу­сыларға һәм тәрбиәселәргә әйтәһе рәхмәт һүҙҙәре, һабаҡташтарҙы юҡ­һыныу тойғоһо һәр беребеҙгә хас. Ошо хистәрҙе бергә туплап, китап итеп ташҡа баҫтырыу теләге, ниһайәт, тормошҡа ашты.

Быйыл йәй район мәҙәниәт йортонда китаптың исем туйын гөрләтеп үткәрҙек. Был сараға төрлө тарафтарҙан белем усағының тәрбиәләнеүселәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр йыйылды. Тулҡынландырғыс мәлдәр. Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер! Артта ҡалған тиҫтәләрсә йылдар онотолдо, кисә генә айырылышҡанбыҙмы ни – хәтирәләр, хәтирәләр... Бала саҡтың иң сағыу, иң бәхетле мәлдәре мәктәбебеҙ менән бәйләнгән икән ул. Бәләкәй сағыбыҙҙа остаздарыбыҙҙың мәрхәмәтле оло йөрәктәре бүләк иткән эшһөйәрлек, тырышлыҡ, ғәм һәм сәм сатҡылары беребеҙҙе лә ҙур тормош яланында аҙаштырманы, алға, тик яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәне. Ысынлап та, Малаяҙ мәктәп-интернаты беҙҙең өсөн оло тормош мәктәбе булды. Китапты баҫтырып сығарыусы Зәкәриә Әлимбәтов уны тап шулай “Тормош мәктәбе” тип атаған да инде.

1962 йылда яңы асылған мәктәп-интернаттың педагогик коллективына нигеҙҙе Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығы хәстәрләгән йәш бел­гестәрҙән торған десант һала. Дәрттәре ташып торған юғары белемле, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар ең һыҙғанып эшкә тотона. Артабан яҙмыш елдәре төрлө яҡтарға ташлаһа ла, әле лә бер-береһе тураһында хәбәрҙар улар. Инде 80 йәшкә аяҡ баҫҡан педагогтар, беҙ оло тип ауырһынып тормай, осрашыуға бик теләп йыйылды. Раид Миңлебаев, Александр Кропачев, Рая Носратуллина, Кәрим Мөхәмәтдинов, Зира Яруллина, Лилиә Борханова йәшлек хәтирәләрен яңыртып, йәндәренә рухи аҙыҡ, йәшәүгә дарман алып ҡыуанды.

Был шатлыҡтың төп сәбәпселәре – тәүге йылдарҙа интернатта белем алған, ошо уҡытыусылар менән тынғыһыҙ мәктәп тормошоноң бер ҡаҙанында ҡайнап, бер бөтөн ғаилә булып йәшәгән 1964, 1965, 1966 йыл сығарылыштары тәрбиәләнеүселәренең осрашыуға күмәкләп килеүе. Улар үҙҙәре өсөн ғүмер буйы өлгө һанаған уҡытыусы-тәрбиәселәренә сикһеҙ рәхмәттәрен сәхнәнән дә шиғыр юлдары, йыр-моң аша тапшырҙы.
Осрашыу тәүҙәрәк “...танымайым”, “...был кем”, “ә ҡайҙа беҙҙең фәләнебеҙ...” тигән һүҙ-йомаҡтарға бай булды. Кемдер әкрен генә залға үтте, ҡайһы берәүҙәр ситкәрәк китеп, ишекте күҙәтте, иң әүҙем класташтар иһә бергәләшеп килде. Күрешеү, танышыу, табышыуҙарҙан район мәҙәниәт йортоноң фойеһы шаулап торҙо.

Бына ҡыңғырау залға саҡырҙы. Интернат гимнының тәүге ноталары яңғырау менән, залдағылар аяғүрә баҫты. “Интернатым – пар ҡанатым”дың тәрән мәғәнәле һүҙҙәре шунда уҡ бөтәбеҙҙе бер көскә тупланы. Ысынлап та, туғанлыҡ, берлек – ул илаһи бер күренеш! Оҙон-оҙаҡ бала саҡтың һәр йылының 280 көнөн дә, төнөн дә бер ғаилә булып йәшәгән класташ ҡыҙҙар һәм малайҙар һинең тормошоңдоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнә. Һинең уңыштарың-яңылыштарың, шатлыҡ-көйөнөстәрең, тәүге кисерештәрең – бөтәһе лә уртаҡ. Эргәңдәге һәр класташыңдың эске кисерештәре барыбыҙға ла мәғлүм. Шундай тиҫтерҙәр коллективын дөрөҫ педагогик алымдар менән тәрбиәләү бөтә балаларҙы ла берҙәй үҫешкә илтә. Мәктәп-интернаттарҙағы өҙлөкһөҙ тормош тәрбиәселәр өсөн тәүлек әйлә­нәһенә дауам иткән эшкә әйләнә. Шуның өсөн дә интернат шарттарында балаларҙы яратҡан, ысынлап та, атай-әсәйҙе алыштырырлыҡ педагогтар ғына эшләй ала. Осрашыуға килгән Л. Аҙ­мағолова, Д. Сафина, Ф. Камалетдинова, Ф. Аҙмағолова, Л. Миһранова, Г. Исламғолова, Р. Санъяпова һ.б. “хеҙмәт юлдарының иң сағыу мәлдәре – тап интернатта эшләгән йылдар”, тиҙәр.

Район халҡына бүләк

Зәкәриә Далха улы үҙенең сығы­шында Малаяҙ мәктәп-интернатының егерме йыллыҡ тарихында унда эшләгән һәр кемде – директорҙарҙы, уҡытыу һәм тәрбиә буйынса урынбаҫарҙарҙы, уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе маҡтап телгә алды. Шулай уҡ уҡыу йортонда белем алып, тормош юлын лайыҡлы үткән тәрбиәләнеүселәрҙе лә онотманы директорыбыҙ.

Тамаша залындағы һәр кем ҙур экрандағы фотолар теҙмәһенән үҙ кластарын, үҙ тәрбиәселәрен, уҡытыусы­ларын ҡарап барҙы. Нәшер итеүсе автор булараҡ, Зәкәриә Далха улы “Тормош мәктәбе” китабын ветеран-уҡытыу­сыларға, уны мәғлүмәт менән байытыу­сыларға, инициатив төркөмгә бүләк итте.

Малаяҙ мәктәп-интернатының район мәғариф системаһында тотҡан урыны, өлгәшелгән уңыштары хаҡында Радил Мөхәмәтдинов бәйән итте. Ул саҡтағы райондың иң юғары дәүләт органы етәксеһе – район партия комитетының беренсе секретары тарафынан бирелгән ҙур баһа залда ултырыусыларҙа ғорурлыҡ хистәрен уятты һәм тантанаға бәҫ өҫтәне. Төбәгебеҙ 1965 йылда Салауат районы булып хәҙерге сиктәрендә тергеҙелә, ә Малаяҙ район үҙәгенә әйләнә. Мәктәп-интернаттың дәүләт ойошмаларын кадрҙар менән тәьмин итеү үҙәгенә әйләнеүен билдәләне Радил Ҡыяметдин улы. Әйтергә кәрәк, артабанғы йылдарҙа ла бында эш башлаған йәш педагогтар Р. Миңлебаев, Р. Носратуллина, Р. Вәлиев, Х. Миң­ғәлиев, Л. Ғәлиев, Дон һәм Данис Дусовтар район һәм республика күләмендә халыҡ хужалығының төрлө тармаҡ­тарында юғары вазифалар башҡарҙы.

Осрашыу барышында музыкаль бүләктәр ҙә булды. Районыбыҙҙың “Илһам” һәм “Сударушка” халыҡ вокаль ансамблдәре, интернаттың үҙ тәр­биәләнеүселәренең сығыштары бай­рамға йәм өҫтәне, күңелдәге иң нескә тойғоларҙы уятты.

Шәхсән үҙем Малаяҙ мәктәп-интернатында бер йыл ғына уҡыһам да, белем усағы биргән үҙаллылыҡ, ныҡыш­малылыҡ һәм белемгә ынтылыш һымаҡ күркәм һыҙаттар артабанғы тормош юлында ныҡлы терәк булды.

Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр коллективына, мәктәбемә ихтирам һәм рәхмәт тойғоларын, интернатташтарыма булған туғанлыҡ һәм һағыныу хистәрен берләштереп, интернаттың ике тиҫтә йыллыҡ тарихын китап итеп сығарыу теләге күптәнге хыялым ине. Бөгөн ул тормошҡа ашты: мин – ташҡа баҫылған баҫманың авторҙарының береһе.

Һоҡланғыс кешеләр, матур ғаилә Мәрйәм Фәтих ҡыҙы менән Зәкәриә Далха улы Әлимбәтовтарҙы барыһы ла иҫләй, уларҙың изгелеге һәм мәрхәмәтлеге Малаяҙ мәктәп-интернатының тарихында, киләсәк быуындарҙа оҙаҡ һаҡланыр. Эстәлеге бай, тарихының билдәле бер өлөшөн үҙенә һыйҙырған “Тормош мәктәбе” бөтә район халҡына ҙур бүләк булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 1 699

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 748

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 149

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 727

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 002

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 785

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 734

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 765

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 668

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 659

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 648

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 986