Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ”
Ата-әсә менән кәңәшләшеп эшләү мөһимлеген раҫлай улар.

Был төбәктә һәр ваҡыт эшсәнлек, дәрт-дарман хөкөм һөрә. Бына әле лә тырышып уңыш йыйған халыҡҡа ҡарап, көләс йөҙҙәрҙе күреп күңел күтәрелде. Ошондай уңғанлығы, асыҡ йөҙлөлөгө менән йәш быуынға ни тиклем күркәм тәрбиә бирә шишмәләр!

Район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә юл алабыҙ. Етәксе Сөләймән Ваһапов әйтеүенсә, төбәктә сентябрь-октябрь айҙарында, белем биреү өлкәһенә бәйле байрамдар күп осорҙа, төрлө саралар, тантаналар бихисап үткәрелгән. Тәрбиәселәргә, уҡытыу­сыларға оло хөрмәт күрһәтелгән, йылы һүҙҙәр еткерелгән. “Улар, киләсә­гебеҙҙе үҫтереүселәр, һис шикһеҙ, бындай ихтирамға һәр ваҡыт лайыҡ”, – ти Сөләймән Сәйәх улы. Бүлек етәксеһе менән бергә Шишмә ҡасабаһы үҙәгендәге балалар баҡсаһына юл тоттоҡ.

– Бәхетленең ҡунағы бер көндә тигәндәй, байрамдарҙы берләштереп үткәреүҙе йола итеп алғанбыҙ, – ти “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһы мөдире, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәп­тәренең почетлы хеҙмәткәре Зөлхиә Шакирова. – Мәҫәлән, быйыл да тәрбиәселәр менән өлкән йәштәгеләр көнөн ҡушып уҙғарҙыҡ, күңелле лә, фәһемле лә ойоштороу килеп сыҡты. Байрамда малай һәм ҡыҙҙарҙың сығыштарына айырым иғтибар бүләбеҙ, уларҙың һәр береһе талантлы. Бейеү тиһәң, йәһәт сиратҡа баҫалар, ихлас күңелдән йырлайҙар, айырыуса шиғыр һөйләргә яраталар.

Бында түңәрәктәр күп. Уларҙың ниндәйен ойоштороу йәһәтенән алдан ата-әсә менән һөйләшелгән, кәңәш-тәҡдимдәр тыңланған, балалар баҡсаһы мөдиренең, тәрбиәселәрҙең фекере иҫәпкә алынған. Һөҙөмтәлә әле балалар бейеү, күнекмәле математика, физкультура, һүрәт төшөрөү һ.б. түңәрәктәргә йөрөй, логопед кабинетында айырым шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә быйыл “Башҡортостан ынйылары” тигәне булдырылған, унда арҙаҡлы шәхес­тәрҙең тормошон һәм эшмәкәрлеген, ижадын өйрәнәләр.

“Баҙлауыҡ” бинаһының күркәмлеге, заманса йөҙө менән һоҡландыра, балаларҙы һәр яҡлап үҫтереү йәһәтенән булдырылған мөмкинлек­тәре ҡалалағыларҙы көнләштерерлек. Унда 150 бала тәрбиәләнә. Һәр береһе ҡәләм тоторға, хәреф танырға, яҙырға, һанарға өйрәнһен өсөн тәрбиәселәр күп көс түгә. Мәҫәлән, 5-се төркөм етәксеһе Лариса Гордеева һәр бала менән айырым шөғөлләнеүгә ваҡытын йәлләмәй. Әлбиттә, ауыр, әммә булдырырға мөмкин, янда тороп аңлатыу, шәхси иғтибар сабый аңына, күңеленә көслөрәк тәьҫир итә, ти ул.

Шуныһы ла бар: ярты быуатлыҡ тарихы булған балалар баҡсаһында Зөлхиә Шакирова – өсөнсө мөдир. Мәғариф учреждениеларында шулай булырға тейештер ҙә: бала күңеле үтә һиҙгер, етәксенең йыш алмашыныуы уның тәртибенә йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Эйе, һәр йәһәттән дә өлгөлө ул “Баҙлауыҡ”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 084

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 441

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 975

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 884

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 637

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 234

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 457

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513