Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡ юл яра “Аҡ сәскә”
Бындай бина хатта ҡайһы бер ҡалаларҙа ла юҡ.

Яна Шәрәфетдинова иртәнсәк ике йәшлек улын балалар баҡсаһына илтеп ҡуя ла сәғәт 12-лә кире килеп ала. Малай бында өс сәғәт тирәһе тиҫтерҙәре менән төрлө уйындарҙа ҡатнаша, иң мөһиме – күмәк балалар араһында үҙен ышаныслы тоторға өйрәнә. “Ҡыҫҡа ваҡытлы йөрөү осоро тамамланып килә, әгәр бәләкәсем тәүге көндәрҙә мыжып бер булһа, хәҙер өйрәнде инде. Киләһе аҙнанан тулы көнгә ҡалдырып китә алам, тимәк, эшкә сығасаҡмын. Йортобоҙ янында ошо баҡсаны төҙөү башланғас, улыбыҙҙы тик шунда ғына бирәсәкбеҙ тигән һүҙебеҙ бар ине. Заманса йыһазландырылған мәғариф учреждениеһында уны һәр яҡлап үҫтереү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты йәш әсәй.

Үрге Тәтешле ауылындағы балалар баҡсаһы быйыл йәй файҙала­ныуға тапшырылған. Объект Баш­ҡорт­остан Республикаһының 100 йыл­лыҡ юбилейы уңайынан төҙөлгән. Бөтәһе 1,5 – 7 йәшлек 120 малай һәм ҡыҙ йөрөй, улар алты төркөмгә бүленгән. 24 хеҙмәткәр тупланған, һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡарай.

– Өр-яңы балалар баҡсаһының төҙөлөүен ата-әсә йәй бүләге тип ҡабул итте, – тип һөйләй Үрге Тә­тешле ауылындағы 5-се “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһы мөдире, үҙе лә өс бала әсәһе Индира Лоҡманова. – Маҡтанып та алайым әле: хатта ҡайһы бер ҡалала бындай бина юҡ. Бүлмәләр яҡты һәм иркен, бәләкәстәрҙең аяғы өшөмәһен өсөн бөтә ергә лә балаҫтар түшәгәнбеҙ. Хәйер, беҙҙә һәр саҡ йылы. Бынан тыш, кескәйҙәр өсөн төрлө түңәрәктәр ойошторолған, балалары сит телде лә өйрәнһен тигән маҡсаттан сығып өлкәндәрҙең күбеһе инглиз телен һайлаған. Һәр кем сынығып үҫһен өсөн спортҡа ла иғтибар көслө. Үҙебеҙҙә шәфҡәт туташы, психолог, логопед бар.

“Ҡыңғырау” төркөмөндәге 20 баланы Гөлнара Дәүләтханова хәреф танырға, ҡәләм тоторға, һүрәт төшөрөргә өйрәтә. Утыҙ йылға яҡын педагогик тәжрибәгә эйә тәрбиәсенең һүҙҙәренә ҡарағанда, элекке балалар менән бөгөнгөһөн сағыштырыу ер менән күк араһы тиерлек булмаһа ла, айырма ҙур ғына. Хәҙерге малай һәм ҡыҙҙарҙы тормошҡа әҙерләү күпкә еңел, сөнки улар ныҡ ҡыҙыҡ­һыныусан, һорау бирергә тартынмай, күп нәмәне белергә ынтыла.

Эргә-тирә балаларҙың шат тауышына күмелде. Йоҡлап һәм ашап алғандан һуң тышҡа уйнарға сыҡҡандар икән. Һәр төркөмдөң үҙенең тәғәйен урыны бар, улар бай итеп йыһазландырылған. Мәҫәлән, малайҙарҙың автомобиль йәки робот яратыуын күҙ уңында тотоп, уйынсыҡ машиналар һалынған. Билдәле, ҡыҙҙарҙың ҡурсаҡҡа иҫе китә, ниндәйе генә юҡ! Ҡыҫҡаһы, тамағы туҡ бала һәр төрлө уйында теләп ҡатнаша, уйнай-көлә. Ысынлап та, “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһында ҡыҙ һәм малайҙарға һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар тыуҙырылған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505