Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Интернатта бөтөн күңелеңде һалып эшләргә кәрәк”
Уҡытыусының төп бурыстары үҙгәрмәй, ти Гөлйемеш Садиҡова.

Ул йыл һайын Уҡытыусылар көнөн тулҡынланыу менән ҡаршылай, сөнки үҙенең һәм хеҙмәттәштәренең, бөтә уҡытыусыларҙың тормош мәғәнәһе, йәшәү рәүеше, булмышы булып торған һәм ғүмерлеккә һайлаған һөнәрен иғтибарға алыу, ҙурлау, баһалау көнө бит был.

Бала саҡтан килгән оҫталыҡ

Яҡташымдың бай педагогик юлы, етәкселек эшмәкәрлеге, үрҙәр яулауы, уңыштарға өлгәшеүе беҙҙең күҙ алдында барҙы тип әйтһәк, хата булмаҫ. “Урал” район гәзитендә уның тырыш хеҙмәте хаҡында бихисап мәҡәлә баҫылды.

Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәптә уҡыған саҡта уҡ үҙенән бәләкәй кластарҙа белем алған балаларға төрлө саралар ойоштороуға әүәҫ була, пионервожатый бурысын атҡара.

– Миңә был ҡыҙыҡ булғандыр инде, – тип хәтерләй бөгөн Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы. – Яҡшы уҡығас, минән күсереүселәр ҙә була торғайны. Класташтарыма ярҙам итәм, темаларҙы аңлатам. Айырыуса химия фәненән булышлыҡ ҡыла торғайным.

Урта мәктәпте тамамлағас, уның алдында ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау тыумай. Әлбиттә, уҡытыусы! Сығарылыш кластарында белем алғанда әлеге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан ойошторолған “Йәш педагог мәктәбе” барлығы тураһында ишетеп, хат яҙып, ситтән тороп ошо курстарҙы үҙләш­терә башлай, ебәрелгән мәсьәләләрҙе сисә. Бының өсөн ауылдағы китапхана, уҡытыусыларҙан алған китаптар менән генә хушһынмай, Магнитогорск ҡалаһынан да әсбаптар ташый.

Төплө белемле ҡыҙға институтҡа инеү ауыр булмай. Тырышып уҡып, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Аспирантурала ҡалырға тәҡдим итһәләр ҙә, йәш белгес мәктәпкә эшкә юллана. Тәүҙә Абҙаҡ ауылында уҡыта, һуңынан Белорет металлургия техникумы студенттарына белем бирә. Бер аҙҙан Белорет лицей-интернатына тәрбиәсе-уҡытыусы булып эшкә күсә. Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙының ойоштороу һәләтен, көслө педагог булыуын күреп, 1997 йылдан директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп ҡуялар. Тотороҡло эшләп китә. Лицей-интернат директоры Зифа Исмәғил ҡыҙы Юлчуринанан күп нәмәгә өйрәндем, ти ул. Бер аҙҙан Гөлйемеш Садиҡова Белорет ҡалаһындағы лицей-интернат директоры итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ун йылдан ашыу эшләй.

Интернат менән яҡшы таныш булыуын, уның етәкселегендә уҡыу учреждение­һының өлгәшкән уңыштарын иҫәпкә алып, Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙын 2011 йылда Ҡ.А. Дәүләткилдеев исемендәге художест­во гимназия-интернатына директор итеп тәғәйенләйҙәр.

Ата-әсә менән аңлашып...

— Белорет лицей-интернатында эшләгәндә үк коллективҡа, интернатта бөтә күңелеңде биреп эшләргә кәрәк, тип йыш әйтә килдем, сөнки бында балалар көнө-төнө йәшәй һәм улар өҙлөкһөҙ иғтибар талап итә, – ти Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы. – Үҙҙәрен аңларға ла, ҡарарға ла кәрәк. Дәрес бирәһең икән, урыны-еренә еткереп, төплө итеп уҡыт. Һөйләгәндәрең шундай ҡыҙыҡ булһын, балалар ауыҙын асып тыңлаһын, һәр бер һүҙҙе күңеленә һеңдереп барһын.

Интернат – балаларҙың йәшәү урыны, шуға ла шарттар тыуҙырыу, ашатыу, тәрбиәләү, бөтә булған саралар үткәреү шарт. Ошоларҙың һәр береһен урынына еткереп эшләһәң, ҡалғаны китә. Бигерәк тә сентябрь, октябрь, ноябрь айҙарында яңы килгән балаларҙы һәйбәт итеп өйрәтеп алырға кәрәк. Улар күнегеп киткәнсе байтаҡ ваҡыт үтә. Яңы уҡыусылар үҙҙәрен төрлө яҡтан күрһәтергә тырыша, сөнки улар төрлө ғаиләләрҙән килә. Яңы йылдан һуң ғына интернат тормошона өйрәнеп китәләр. Хатта осраҡлы килеп эләккән балалар ҙа, үҙҙәрен насар яҡтан күрһәтергә теләгәндәр ҙә үҙгәрә, бындағы мөхиткә яраҡлашып, бик яҡшы, тәртиплегә әйләнә. Кешене өйрәтергә, ваҡыт бирергә кәрәк, шул саҡта ул яраҡлашып китә.

Ҡ.А. Дәүләткилдеев исемендәге художество гимназия-интернатына балаларҙы ҡабул иткәндә бер аҙналыҡ лагерь ойошторола. Был буласаҡ уҡыусылар шарттарға өйрәнә торһон тигән маҡсатта эшләнелә. Ошо ваҡытта атай-әсәйҙәр менән танышыу башлана.

– Ваҡытым булмаған хәлдә лә, ата-әсәләр менән һөйләшергә кәрәк тип иҫәпләйем. Ҡайһы берҙәр балаларын “өф” иттереп кенә ҡарай. Бындай уҡыусылар өйҙән китергә әҙер түгел. Уларҙың үҙҙәренә ҡыйын. Баланы тыныс күңел менән ебәрергә кәрәк, сөнки интернатта бөтә шарттар ҙа булдырылған. Үҙем дә, ниндәй генә хәл булһа ла, барыбер балалар яҡлы булам. Иң тәү сиратта уларға һәйбәт булырға тейеш, – ти директор. – Ата-әсә менән дә асыҡтан-асыҡ һөйләшергә кәрәк. Бала интернатта уҡый икән, өлгәшергә, тырышырға, уның йөрәгендә “Мин уҡыйым, уҡыйым!” тигән ут янырға тейеш. Ошо ҡараш тыуһын өсөн ата-әсә лә мөнәсәбәтен үҙгәртергә бурыслы.

Ата-әсә араһында үҙҙәренең шәхси хәлен яҡшыртыу өсөн балаларын интернатҡа биргәндәр ҙә бар. Үҙҙәре ситкә эшкә китә, ҡайһы берҙәре яңынан тормош ҡора. Ошондай юл менән, интернат ярҙамында, тормоштарын яйға һалғандар ҙа бар. Быны беҙҙең ғаиләләргә социаль ярҙам итеүе тип ҡарарға мөмкин, әммә хәҙерге заманда улай булырға тейеш түгел. Әле беҙҙә йөҙҙән ашыу бала тулы булмаған ғаиләнән, шул иҫәптән былтыр – ун, быйыл һигеҙ баланы атайҙары яңғыҙы ҡарай. Алтмышынсы йылдарҙа илебеҙҙә интернаттар булдырғанда төп бурыс ошондай тулы булмаған ғаиләләрҙән, ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы ҡарау маҡсаты беренсе урында торһа, хәҙер һынлы сәнғәт гимназияһы күберәк балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә эшләргә тейеш. Ата-әсәнең төп бурысы – баланы ҡарау, уҡыу өсөн йүнәлеш биреү, уңайлы шарттар тыуҙырыу.

“Рухи донъялары шул ҡәҙәр бай”

Гимназия-интернат бөгөн һәләтле балаларҙы үҫтереү, ныҡлы белем биреүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә. Быйыл бында предуниверсарий, йәғни профилле кластар асылған. Мәсьәлә иң тәүҙә Мәғариф министрлығының коллегияһында ҡарала, шунан Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән килешеү төҙөлә, әлегә иһә өс унынсы класс профилле йүнәлештә белем ала. Уларҙа махсус план ҡаралған. Көндөң тәүге яртыһында башҡа мәктәптәр­ҙәге кеүек белем алһалар, икенсеһендә тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, филология, һынлы сәнғәт йүнәлештәре буйынса өҫтәмә белем бирелә. Был дәрестәрҙе педагогия университетынан килгән уҡытыу­сылар үткәрә. Бындай алым балаларға оҡшай.
Быйыл педагогия университеты менән берлектә уҡыусыларҙы ҡабул иткәс, унынсы класҡа бик етди һынау уҙғарылған. Ошо йүнәлештәге төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, муниципаль, республика кимәлендә ыңғай һөҙөмтә күрһәткән балаларға өҫтөнлөк бирелгән.

– Балаларға һөнәр һайлағанда ата-әсәнең ярҙамы ҙур булырға тейеш. Иң тәүҙә уның ниндәй фәндәрҙе белеүенә иғтибар итеү мөһим, – тигән фекерҙә Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы. – Математиканы, физиканы яҡшы белә икән, унан киләсәктә яҡшы инженер сығасаҡ. Был һөнәр эйәләре ҡайҙа ғына барһа ла юғалып ҡалмай, сөнки хәҙерге ваҡытта, һанлы, мәғлүмәт технологиялары үҫешкән заманда, бөтә производстволар электрон техника менән йыһазландырылған. Комбайнға ултырып эшләгәндә лә, әгәр ҙә белемең етмәһә, буталып, техниканы эштән сығарыу ихтимал.
Шулай ҙа тәү сиратта бала рухлы, күңеле бөтөн булырға тейеш. Үҙебеҙҙең гимназияны алып ҡарайым да беҙҙә тәртипле уҡыусылар йыйылғанына һөйө­нәм. Ижад кешеһенең рухи донъяһы шул тиклем бай. Ҡайһы бер балалар артыҡ бер һүҙ әйтмәй, әммә һүрәттәре шул тиклем йөкмәткеле, матур. Уҡыусыларыбыҙ тыныс, ипле, тәрбиәле, ҡайҙа барһалар ҙа, үҙҙәрен тота беләләр.

Хәҙер элекке һымаҡ буяуҙар менән һүрәт төшөрә белеү генә етмәй. Ҡәләмде лә дөрөҫ итеп тота белеү, шул уҡ ваҡытта компьютер графикаһын үҙләштереү, график планшеттарҙы тотоноп, үҙеңә мони­тор­ҙа, экранда һүрәт төшөрә белеү ҙә шарт. Былар – хәҙерге заман талаптары. Кейем тегеүҙә лә, бинаны, тирә-яҡ мөхитте, мәғлүмәт ҡағыҙҙарын биҙәүҙә лә, сәнәғәттә лә, йәғни бөтә ерҙә лә ди­зайнерҙар талап ителә. Шуның өсөн кешегә инженер булыу ғына етмәй, һин донъяны матур итеп күрә белергә лә тейешһең. Сит илдәргә сыҡ­һаҡ та, үҙебеҙ­ҙең ауылыбыҙға ҡайтһаҡ та, халыҡтың матурлыҡҡа ынтылыуын күрәбеҙ. Кешенең тормошо еңелләшә, бөтә ерҙә лә автоматлаштырыу, модернизациялау, цифрлы технологиялар индерелә, шуға күрә лә тирә-яғыбыҙ камил булһын өсөн матурлыҡты ла тыуҙы­рыу кәрәк. Тимәк, киләсәктә рәссамдарға ла, инженер­ҙарға ла ихтыяж ҙур буласаҡ тип иҫәп­ләйем. Ошоларҙы ата-әсә лә аңларға тейеш.

Балалар Берҙәм дәүләт имтихандарын һайлағанда ла ниндәй уҡыу йорттарына инә алыуҙары хаҡында уйлан­һын. Бында ла ата-әсәнең ярҙамы ҙур булырға тейеш. Баланың киләсәктә кем булыры уның үҙенән тора, ә өлкәндәр уға йүнәлеш биреүҙә ҡатнаша ала.
– Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы, ата-әсәгә балаларҙы тәрбиәләгәндә айырыуса нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

– Хәҙер балаларҙы һәр ваҡыт күҙ уңында тотоу мотлаҡ. Элек уҡыусылар мәк­тәп­тә нимә һөйләһәң, шуны иҫендә ҡалдырҙы, бөтә мәғлүмәт сығанағы уҡы­тыу­сы һәм китап ине. Хәҙер иһә интернет селтәре бар. Балалар төрлө булған төр­көм­дөргә инә. Әгәр ҙә улар эргәһендә иғти­барлы педагогтар, ата-әсәләр булма­һа, төрлө насар хәлдәргә тарыуҙары ихтимал. Шуға күрә лә ололар тарафынан интернет селтәре буйынса күҙәтеү көслө булырға тейеш, был – көнүҙәк мәсьәлә.

Өҫтәүенә беҙ көнәркәшлеккә һәләтле быуын тәрбиәләргә тейешбеҙ: улар беренсе, иң яҡшыһы, төплө белемле булырға тейеш.
Ата-әсә балаларына ҡарата иғтибар­лыраҡ булһын. Яҡыныңдың эске донъяһын белеү мотлаҡ, сөнки мәғлүмәт күп, бала үҙенән-үҙе, нимәнәндер сығып, дөрөҫ һығымта яһай алмауы ла ихтимал. Беҙ яңғыҙ йәшәмәйбеҙ, төрлө-төрлө кешеләр уратып алған, һәр кемдең үҙ холҡо, ҡайһы бер хәлдәрҙе алдан әйтеп тә, белеп тә булмай. Балаларҙы шундай көтөлмәгән хәлдәргә әҙерләргә тейешбеҙ, аңлатыу эше алып барыу мөһим.
Балаларҙың хәҙер уҡырға ынтылыуы күренеп тора ул. Уларҙы эшләтергә ты­рышырға, ҡыҙыҡһыныуын арттырырға, һәр эштең ыңғай яғын күрһәтә белергә кәрәк.

– Уҡытыусы һөнәренә лә ҡараш үҙгәрә, әммә ул, ниндәй осор булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы сифатты һаҡларға, тәрбиәләргә, үҫтерергә тейеш?
– Уҡытыусы ғүмер буйы уҡырға тейеш. Кире осраҡта артта ҡалаһың, һөҙөмтәлә нисек балаларҙы алға әйҙәргә мөмкин? Хәҙер алдынғы технологияларҙы үҙләш­те­реү талап ителә, компьютерҙы яҡшы белергә кәрәк. Балаларҙан һин һәр ваҡыт бер башҡа юғары булырға тейешһең. Үҙеңдең фәнеңде үҙләштереү генә етмәй, шул уҡ ваҡытта психологияны яҡшы белеү мөһим. Йәғни уҡытыусыға ғилемле, инсафлы, итәғәтле булыу зарур. Йәш уҡытыусының күҙҙәре янып тора, өйрәнергә теләге ҙур икән, унан, ысынлап та, яҡшы уҡытыусы сығасаҡ.

Бөгөн педагог балалар менән профориентация буйынса ныҡлы эшләргә тейеш. Белем биреү яңы стандарттарға ярашлы алып барылып, уҡытыу кимәле юғары булғанда ғына илебеҙгә, республикабыҙға юғары әҙерлекле граждандар тәрбиәләү мөмкин буласаҡ.

Беҙҙең белем усағын тамамлағандар араһында архитектор, дизайнер һөнәрҙә­ре­нә уҡырға барғандар күп. Өфө дәүләт нефть техник һәм авиация техник университеттарына, сәнғәт институтына уҡырға инәләр. Мәскәүгә лә, Ҡазанға уҡыр­ға киткәндәр ҙә бар. Быйыл 36 уҡыусының 30-ы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде, ҡалғандары – колледждар­ға. Коллектив көслө, уҡыусыларыбыҙ бөтә фәндәрҙән дә Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы бирә, уларҙың һөҙөмтәләре республикалағы уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ. Математика, рус теле, йәмғиәтте өйрәнеү, информатика буйынса балдар яҡшы. Беҙҙең коллектив ныҡлап формалашҡан, күбеһенсә үҙҙәренең һөнәрен яратҡан, ижади эшләгән педагогтар йыйылған. Ошолар­ҙың барыһынан сығып, тәүҙә уҡытыусыға эшләү өсөн шарттар тыуҙырырға, үҙен асыу мөмкинлеген бирергә кәрәк, һуңы­нан һөҙөмтә талап ит, тип иҫәпләйем. Коллективыма ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, балаларҙың һөйөүен, яҡты киләсәк теләйем.

...Ниндәй осорҙа йәшәһәк тә, уҡытыу­сының төп бурыстары үҙгәрмәй. Оҙаҡ йылдар мәғарифҡа хеҙмәт иткән Гөлйемеш Садиҡова менән осрашыу барышында ошоға тағы бер ҡат инандыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 597

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 208

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 205

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 241

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 096

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 086

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 437