Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем
Ә белем аҡсаға һатыламы?

Заманы шундай – ҡәҙерле балаң мәктәп йәшенә еттеме, уйлана башлайһың: ҡайҙа, нисек уҡытырға, Берҙәм дәүләт имтиханын лайыҡлы тапшырырлыҡ итеп әҙерләгән ниндәй белем усағын һайларға? Эйе, хәҙерге ата-әсәләрҙең теләк-талабы беренсе класҡа барғанда уҡ билдәле, сөнки һуңғы йылдарҙа БДИ һәр үҫмер өлөшөнә төшкән тәҡдиргә, киләсәкте билдәләгән оло һынауға әүерелде. Уның тирәләй бәхәстәр әле лә тынмай, шул уҡ ваҡытта имтиханды һәр йәһәттән камиллаштырыуҙың да туҡтағаны юҡ – йылдан-йыл яңылыҡтар өҫтәлеп тора. Киләсәктә, ғөмүмән, имтихан тапшырасаҡ фәндәрҙең һанын һәм төрҙәрен арттырыу күҙаллана, шуға күрә баланың ниндәй мәктәптә белем алыуы уғата мөһим.

Ни көткәнегеҙҙе билдәләгеҙ

Ошо урында бер танышым менән булған һөйләшеү иҫкә төштө. Өс йәше тулыу менән ул ҡыҙын ифрат популяр булған шәхси өҫтәмә белем биреү үҙәгенә йөрөттө. Артабан балаларҙың ошо уҡ учреждениеның башланғыс мәктәбенә барыуын күҙаллаған программа, әлбиттә, арзандан түгел ине. Балаларҙы мәктәптә уҡытыу тәжрибәм барлығын белеп, ул минән кәңәш һораны:

– Нисек уйлайһың, баланы беренсе класҡа шәхси мәктәпкә бирергәме, әллә муниципаль мәғариф учреждениеһын һайларғамы? Әлеге шәхси мәктәптә бер класта 12 – 15 бала буласаҡ, ә ҡәҙимгелә – утыҙҙан ашыу.

Тәүге сиратта, кеҫә яғын уйлауын, был ғәмәлдең бик үк арзандан түгеллеген, бала үҫкән һайын сығымдарҙың да артҡанын иҫәпкә алыуын билдәләнек. Ҡыҫҡаһы – шәхси мәғариф учреждениеһы хеҙмәттәрен түләргә хәлегеҙҙән киләме – иң тәүҙә шуны уйлау фарыз. Белем сифатына килгәндә, муниципаль мәктәптән һәм шәхси мәғариф учреждениеһынан ни көткәнде баштан уҡ аныҡ билдәләгеҙ.

Проблема, һис шикһеҙ, көнүҙәк. Нисек кенә булмаһын, муниципаль мәктәптәрҙә (бигерәк тә баш ҡалала) урын етмәүе, мәғариф учреждениеһының бер нисә сменала эшләүе ҡайһы бер ата-әсәне шикләнергә мәжбүр итә: иркенерәк шарттар тәҡдим иткән шәхси учреждениела бала өсөн яҡшыраҡ булмаҫмы? Ошонан сығып, шәхси мәктәптәрҙе муниципаль учреждениелар менән сағыштырып ҡарарға булдыҡ.

Шулай итеп, юридик йәһәттән шәхси учреждениелар муниципаль булғандарҙан түбәндәгеләр менән айырыла: уларҙың ойоштороусылары – физик шәхестәр йәки ойошмалар, уҡыу йорто эшмәкәрлеген ата-әсәләр финанслай. Шулай уҡ, әгәр шәхси мәғариф учреждениеһының дәүләт аккредитацияһы һәм лицензияһы бар икән, ул ҡала ҡаҙнаһынан да өҫтәмә финанслау ала. Муниципаль мәктәптәр иһә ҡала ҡаҙнаһы иҫәбенә көн күрә, уларҙың ойоштороусылары – муниципаль власть органдары.

Әлбиттә, шәхси һәм муниципаль белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлеге дәүләт ҡануниәте тарафынан көйләнә, әммә бөтәһе лә Рәсәй Мәғариф министрлығы раҫлаған белем биреү программалары һәм Федераль дәүләт белем биреү стандарттары нигеҙендә эшләй тип әйтеп булмай. Күпселек осраҡта шәхси учреждениелар баланың шәхесен үҫтереү, белем биреү йәһәтенән альтернатив программалар ҡуллана, мәктәптәге тәртип мәсьәләләренә лә күнегелгән күҙлектән ҡарамай (мәҫәлән, ҡайһы бер учреждениеларҙа дәрестәрҙең, тәнәфестәрҙең булмауы, балаларҙың үҙ иркендә шөғөлләнеүе, уҡыу процесының мәҙәни-спорт саралары менән аралашып барыуы ихтимал һәм башҡалар).

Әйтергә кәрәк, аккредитацияһы һәм лицензияһы булған шәхси мәктәптәрҙең уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын район буйынса раҫланған график һәм эш теҙмәһенә ярашлы дөйөм нигеҙҙә тапшыра, урта дөйөм белем алыу тураһында аттестат ала. Әммә ХI класҡа тиклем уҡытҡан бындай мәктәптәр беҙҙең республикала бер нисәү генә, күпселеге баш ҡалала урынлашҡан. Шуға күрә төп айырманы белегеҙ: балағыҙҙы барлыҡ дәүләт стандарттарына яуап биргән шәхси учреждениеға алып барырға йыйынаһығыҙмы, әллә белем биреүҙән бизнес яһаған, табыш алыуҙы тәүге урынға ҡуйған эшҡыуарҙарғамы?

Хәҙер реклама заманы: яңғырауыҡлы исем, балағыҙҙан гений яһарға вәғәҙә иткән “алдынғы” программалар киләсәккә бер ниндәй ҙә гарантия бирмәй.

Айырманы күрегеҙ

Быйыл 1 сентябрҙә баш ҡала мәктәптәренә 117 мең уҡыусы, шул иҫәптән 13 989 бала беренсе класҡа барҙы. Ошо рәткә шәхси мәғариф учреждениелары уҡыусылары ла ингән: дөйөм нисбәттә уларҙың һаны бер процентҡа ла тулмай. Шулай итеп, белем биреү өлкәһендә үҙ хеҙмәтен тәҡдим иткән шәхси ойошмалар һәм уларҙың хеҙмәтенә булған ихтыяж бар, мәгәр был ғәмәлде йәмғиәт ҡоролошона тәьҫир яһарлыҡ күренеш тип атарға иртәрәк: халыҡтың күпселеге классик муниципаль мәктәптәргә өҫтөнлөк бирә. Шул уҡ ваҡытта, “финанс көрсөгө” тип күп һөйләргә яратһалар ҙа, белем биреү хеҙмәтен тәҡдим иткән бизнестың ярайһы уҡ уңышлы эшләгәнен, ул ғына түгел, йыл һайын тиерлек белем биреү киңлегендә яңынан-яңы учреждениелар барлыҡҡа килеүен дә инҡар итеп булмай.

Хәйер, “шәхси мәктәптәр” тип дөйөмләштереп әйтһәк тә, улар бер-береһенән ҡырҡа айырыла. Белем биреү алымдары, шарттары менән дә, хаҡтары менән дә, тигәндәй... Дөйөм һыҙат: барыһында ла сит телдәрҙе тәрәндән өйрәтәләр һәм, кәрәк икән, бала менән көноҙоно шөғөлләнәләр (аҡса түләгеҙ генә: ашаталар, дәрес әҙерләүҙе ойошторалар, күңелле ял тәҡдим итәләр һ. б.).

Ә бына белем биреү алымдары беҙ күнеккәндән, ысынлап та, йыраҡ: мәҫәлән, бәғзе мәктәптәрҙә вальдорф педагогикаһын (бала шәхесен асыуға йүнәлтелгән; ҡәҙимге дәрестәр юҡ, ғаилә мөхитенә оҡшаш, йылы, үҙенсәлекле шарттарҙа тәбиғи материал менән шөғөлләнеү, фантазияға этәргес биреү) үҙ итәләр. Монтессори алымын ҡулланған учреждениеларҙа иһә бөтөнләй кластарға бүленеш юҡ, һәр бала үҙенә ярашлы тип тапҡан төркөмдә аралаша, уйнай, өйрәнә, парталарҙа ултырыу ҡаралмаған.

Әлбиттә, шәхси мәктәптәр араһында традицион программаларҙы ҡулланғандар ҙа бихисап, әммә уларҙа өҫтәмә белем биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Юғары уҡыу йорттарында ҡулланылған белем биреү системаһын үҙләштергән мәктәптәр ҙә бар: мәҫәлән, йыл башында уҡыусыға “зачетка” бирелә, ул фән буйынса ярты йыл эсендә аттестация үтергә һәм тейешле баһа алырға тейеш.

Ҡыҫҡаһы, шәхси мәктәптәр бер-береһенә оҡшамаған һәм ата-әсәләр уларҙы төрлө сәбәптәр буйынса һайлай. Мәҫәлән, өҫтә телгә алғандарҙың береһе – уҡыусылар һаны норманан күпкә артып киткән муниципаль мәктәптәрҙә тығыҙ ҙа, тынғыһыҙ ҙа. Бер үк стеналарҙан сыҡмайынса спорт, музыка һәм башҡа йүнәлештәр буйынса тәрәндән шөғөлләнеү мөмкинлеге лә балаһын төрлө яҡлап үҫтерергә ниәтләгән ата-әсәне түләүле учреждениеларға алып килә.

Ябай итеп әйткәндә, шәхси мәктәпкә өҫтөнлөк биргән ата-әсәнең теләге былай: баламды айырым йылы мөхиттә уҡытығыҙ, логопед, психолог һәм башҡа белгестәр менән тәьмин итегеҙ, шул уҡ ваҡытта муниципаль мәктәптәрҙә уларҙың йәштәштәрен нимәгә өйрәтәләр, шуға тағы ла яҡшыраҡ өйрәтегеҙ, ә беҙ түләрбеҙ, сөнки ғаиләнең маҡсаты – баланың карьераһы. Ә карьераның тәүге аҙымы – абруйлы юғары уҡыу йортона инеү... Бында иһә бәхәсләшергә урын юҡ: муниципаль мәктәптәр баланы теләһә ҡайһы уҡыу йортона һәр йәһәттән күпкә уңышлыраҡ әҙерләй, быны рәсми статистика ла күрһәтә.

Хәйер, эш, бәлки, финанс мөмкинлектәрендәлер: улар киң булғанда, кеше, ғөмүмән, яҡшыраҡ, сифатлыраҡ ғәмәлдәргә өҫтөнлөк бирергә тырыша бит. Тик был осраҡта шәхси мәктәп түләүсенең ышаныс-өмөттәрен аҡлаймы – быныһы инде икенсе мәсьәлә.

Күпме тора?

Хаҡтар тигәндән, улар төрлөсә: айлыҡ түләү 12 мең һумдан башлана һәм унан күпкә юғарыраҡ булыуы ихтимал. Тәүге ҡарамаҡҡа, был асыҡ мәғлүмәт: интернет селтәрендә баш ҡаланың шәхси мәғариф учреждениелары хаҡында ла, уларҙағы хаҡтар буйынса ла мәғлүмәт табырға мөмкин. Тик был һандарҙың теүәл генә икәнлегенә ышаныуы ҡыйын, сөнки һәр учреждениеның үҙ бонус, ташлама системаһы бар, улар бер ғаиләнән нисә бала һәм нисә йыл уҡыуға бәйле тәҡдим ителә, унан тыш, шәхси мәғариф учреждениеһына уҡырға ингәндә бер тапҡыр түләнә торған иғәнә була, уның күләмен һәр мәктәп үҙе билдәләй. “Бағыусылар ярҙамы” тигән төшөнсәне лә инҡар итеп булмай: ғәҙәттә, ҡалыныраҡ кеҫәле атай-әсәйҙәр шәхси мәктәпкә даими финанс ярҙамы күрһәтеп тора.

Әйткәндәй, Өфөлә эшләгән шәхси мәғариф учреждениеларының бармаҡ менән һанарлығы ғына балаларҙы ХI класҡа тиклем уҡыта. Ул ғына түгел, түләүле мәктәптәрҙең күбеһе мәктәпкәсә тиклем һәм башланғыс кластар программалары буйынса эшләй. Артабанмы? Артабан ошо учреждениеларҙа төрлө алымдар буйынса белем алған балалар барыбер муниципаль мәктәпкә әйләнеп килергә һәм дөйөм нигеҙҙә Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырырға тейеш килеп сыға.

Халыҡ араһында шәхси учреждениелар тураһында ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәт күп, дөйөмләштереп алғанда, бәғзеләр бындағы балалар “теплица” шарттарында тәрбиәләнә, аҙаҡ уларға йәмғиәттә үҙ урынын табыу ҡыйыныраҡ була тигәнерәк юҫыҡта фекерләй. “Байҙарҙың үҙ донъяһы” тип ҡараусылар ҙа юҡ түгел. Шул уҡ ваҡытта балаһына фәҡәт айырым шарттар булдырыуҙы өҫтөнлөклө шарт тип ҡуйғандар, шуның өсөн шәхси уҡыу йортон һайлағандар ҙа бар. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, түләүле белем биреү учреждениеларында белем алған балаларҙың күбеһе – етеш ғаиләләрҙән, тимәк, уларҙың яҡынса бер социаль ҡатламға ҡарауын инҡар итеп булмай. Ҡағиҙәнән тайпылыштар була, әммә улар үтә һирәк.

Мәктәп йылдары оҙаҡ, ә донъя үҙгәреп тора. Бер көн килеп ғаиләнең финанс хәле хөртәйеп китһә, нимә эшләргә? Түләү проблемаһы юҡҡа сыҡмай бит? Төрлө мәктәптәрҙә был проблеманы төрлөсә хәл итәләр. Ҡайһы бер шәхси учреждение вәкилдәре күп балалы ғаиләләргә, инвалид бала тәрбиәләгәндәргә махсус ташламалар барлығын белдерҙе, әммә түләүҙәр менән тотҡарлыҡ ваҡытлыса булғанда ғына хәлде аңлап ҡабул итәсәктәрен билдәләне.

Һығымта урынына

Әлбиттә, һәр ата-әсә балаһы өсөн иң камил, һәр йәһәттән бар талаптарға яуап биргән мәктәпте табырға тырыша. Бының өсөн ул ҙур аҡса түләргә лә, алыҫ араға йөрөтөргә лә, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашырға ла әҙер. Әммә һеҙҙең барлыҡ талаптарығыҙға яуап биргән “дөрөҫ” мәктәп буламы? Шәхси учреждениеға барырға йыйынаһығыҙ икән, аҡсаны ни өсөн түләргә әҙерһегеҙ: йылы мөхит, шәхси мөғәмәлә, әллә сифатлы, яҡшы белем өсөнмө? Иң тәүҙә ошо һорауҙарға яуап бирегеҙ, сөнки мәктәпте әлегә үҙаллы ҡарар ҡабул итә алмаған балағыҙ түгел, ә тап һеҙ һайлайһығыҙ, тимәк, үҙ ҡараш-уйҙарығыҙҙан, кимәлегеҙҙән сығып эш итәһегеҙ. Башҡаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға, учреждение сайтына инеп, документтар, уҡытыусылар коллективы, мәктәп ҡаҙаныштары менән танышырға ла онотмағыҙ.

Законға ярашлы, шәхси мәктәптәрҙең береһе лә белем биреү эшмәкәрлегендә лицензияһыҙ эшләй алмай. Уны ҡайҙа ҡарарға? Мәктәптең сайтында йәки учреждениеның махсус стендтарында документ мотлаҡ булырға тейеш. Уның ысын икәнлеген нисек тикшерергә? “Рособрнадзор” сайтына инеп, “Лицензияларҙың йыйылма реестры” бүлеген ҡарағыҙ, унда документ номерын индерегеҙ. Әгәр ошо ғәмәл һөҙөмтә бирмәне икән, шикләнергә урын бар.

Лицензиянан тыш, мәктәптең башланғыс, төп һәм тулы урта белем биреү өсөн дәүләт аккредитацияһы булырға тейеш. Был документты алыу өсөн бинаның ҙурлығы, ундағы шарттар, хәүефһеҙлек, СанПиН буйынса бихисап талаптарҙы үтәү мотлаҡ, белем биреү программалары ла дәүләт талаптарына яуап бирергә тейеш. Ойоштороусылар раҫлаған мәктәп уставы, мәктәп эшмәкәрлеге тураһында отчет һәм башҡа мөһим ҡағыҙҙарҙы ла иҫәптән сығармағыҙ, сөнки аҡса түләп бала уҡытырға йыйынған кешенең нимә өсөн түләйәсәген белергә тулы хоҡуғы бар.

Нисек кенә булмаһын, бала өйҙәге мөхиттә, ата-әсә тәьҫирендә тәрбиәләнә. Маҡсатлылыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс, белем алыуға ынтылыш, коллективта уртаҡ тел таба белеү кеүек ыңғай сифаттар ҙа – ғаиләнән. Булдыҡлы бала иң ябай ауыл мәктәбендә уҡып та, Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырыуы, иң абруйлы уҡыу йортона инеп китеүе ихтимал, ә башында ел уйнағаны алтындан ялатылған китап тотторһаң да, асып ҡарамаҫ...

Ҡыҫҡаһы, Берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл алыу өсөн шәхси мәктәптә уҡыу мотлаҡ түгел. Финанс мөмкинлектәрегеҙ бар икән, һис шикһеҙ, ҡәҙерле балағыҙҙы матди йәһәттән ҡулайлыраҡ һәм яҡшыраҡ булған белем усағына бирә алаһығыҙ. Әммә был уның Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, теләгән юғары уҡыу йортона бер проблемаһыҙ инеп китеүен һис гарантияламай. Ғөмүмән, БДИ буйынса юғары балл йыйыу өсөн шәхси мәктәптә уҡыу мотлаҡ түгел. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 800-ҙән ашыу шәхси мәктәп бар. Уларҙа илдең дөйөм уҡыусылар һанының ике (!) процентына яҡын балалар ғына белем ала.

Ғөмүмән, рәсми рейтингтарҙа (төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙың, сығарылыш уҡыусыларының БДИ һөҙөмтәләре буйынса) шәхси мәктәптәрҙең уңыштары күренмәй, киреһенсә, иң башлылар, уңғандар муниципаль белем биреү усаҡтарында уҡый, белемен камиллаштыра, маҡсаттар ҡуя, алға ынтыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518