Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һынауҙарҙа сыныҡҡан йылдар
Хәйретдиновтар миһырбанлыҡтың йөрәктән икәнлеген иҫбатлаған

Иҫке Күл ауылының бормалы урамдары буйлап яңы ғына төҙөлгән, сәскәләргә күмелгән иркен йорт янына килеп туҡтаныҡ. Ҡыҙыҡһыныуын баҫа алмай, ҡаршыбыҙға тиҫтер малай менән ҡыҙ йүгереп сыҡты, уларҙың артынан балҡып торған алсаҡ йөҙлө ҡатын күренде.


Ҡаһарманлыҡҡа илткән юл

Тупһа аша атлап үткәс, стенала ағас формаһында биҙәлгән, ғаилә тормошоноң төрлө мәл­дәрен сағылдырған фотолар тупланмаһы күҙгә ташланды. Был йортта, ысынлап та, татыу, матур кешеләрҙең көн итеүенә инан­дыҡ: бына бит, һәр миҙгелдең ҡәҙерен белеп, бәхетле минуттарын сағыу фотоларҙа мәңгеләштереп, йәшәйештәрен йәмләп ҡуйғандар.

...Алина менән Руслан Хәй­ретдиновтар 2004 йылда өйләнешә. Барыһы ла ҡәҙимге ғаиләләрҙәгесә: гөрләп туй ҙа үтеп киткән, йорт һалырға ниәтләгәндәр, беренсе бәпес көтөү шатлығын кисергәндәр.

Әммә тормоштоң үҙ ҡанун­дары. Көтөп алған сабыйҙары – мөхәббәт емештәре Русалина 32 аҙналыҡ булып, ваҡытынан алда донъяға килгәс, уның ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре лә, Алина ла барыһын да эшләгән. Эйе, шөкөр, бөгөн Русалина иҫән-һау, әммә ваҡытынан алда тыуыу һәм үпкәһенә кислород етешмәү сәбәпле, ҡыҙ ғүмерлеккә инвалид булып ҡалған. Балалар церебраль фалижы – ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, бындай диагнозға дусарҙар йәмғиәтебеҙҙә йыш осрай, әммә уларҙың ниндәй ғүмер кисереүе, йәшәйешенең тулы ҡанлы булыу-булмауы тик яҡындарынан ғына тора. Был йәһәттән Хәйретдиновтар күптәргә өлгө булырлыҡ.

Мөмкинлеге сикләнгән баланы үҫтереү, тәрбиәләү – үҙе үк ҡаһарманлыҡ. Тәүге сиратта, рухи йәһәттән, сөнки көтөп алған баланың ғүмерлеккә сирле булыуын, сабыйҙы ҡарауҙан бигерәк, психологик яҡтан ҡабул итеү икеләтә ҡыйыныраҡ. Ғәҙәттә, тап ошондай һынау күп кенә ғаиләләрҙең нигеҙ ныҡлығын билдәләй ҙә: ата менән әсә, өлөшөнә төшкән һынауҙы ҡабул итеп, ҡулға-ҡул тотоношоп йә бергә атлай, йә юлдары айырыла.
Алина менән Руслан Хәйрет­ди­новтарҙы, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, бындай һынау һын­дырмаған. Киреһенсә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дауахана юлдарын тапау, республиканың ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө реабилитациялау үҙәктәренә даими дауаланыуға йөрөү уларҙы сыныҡтырған, араларын нығытҡан. Ғөмүмән, улар, Русалина үҙен яҡлаулы, һөйөү тулы мөхиттә йәшәүен тойһон өсөн, барыһын да эшләргә әҙер.

Әйткәндәй, тынғыһыҙ йөрәкле Алинаның хеҙмәте лә миһыр­банлыҡҡа бәйле: ул ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалып, тормошта ауыр хәлгә тарыған балалар приютында тәрбиәсе булып эшләй. Ҡасандыр, бала тыуыу мәшәҡәттәре менән өҙөлөп ҡалған юғары белем алыуын да дауам итә: әле Башҡорт дәүләт педагогия университетының III курсын тамамлаған. Руслан – автомеханик, техника йәнле кеше, шәхси автомобиленән тыш, тракторы, арбаһы, сапҡысы бар. Быға тиклем күпләп мал тотҡандар, әммә Русалина менән йыш юл йөрөгәнгә күрә, уны бөтөрөргә мәжбүр булғандар.


“Тормошобоҙҙан ҡәнәғәтбеҙ”

Хәйретдиновтарҙың донъяларына йәм өҫтәп, 2010 йылда игеҙәктәре Динар менән Динара тыуған. Хәрәкәтсән, ҡыҙыҡһы­ныусан балалар уларҙың йәшәйешенә яңы һулыш өҫтәгән, ғаилә ептәрен тағы ла нығытҡан.

– Игеҙәктәребеҙ тыуғас, мәшәҡәт артты, әлбиттә. Ул саҡта Русалина беҙҙең иғтибарға айырыуса мохтаж ине: атламай, һөйләшмәй, даими медицина күҙәтеүе талап ителә... Игеҙәк балаларҙы ҡарау ҙа еңел түгел. Төндәр буйы йоҡо төҫө күрмә­йенсә, бала бағып сыҡҡан саҡтар аҙ булманы. Әммә биреш­мәнек, түҙергә тырыштыҡ. Яҡын­дарыбыҙ ҙа ярҙам ҡулы һуҙҙы. Атай-әсәйҙәребеҙгә рәхмәт: һәр ваҡыт терәк-таяныс булып тора.
Төрлө программалар буйынса шөғөлләнеп, даими реабилитация үтеп торғас, Русалина биш йәшендә һөйләшә башланы, яйлап аяғына баҫты. Аллаға шөкөр, хәҙер махсус этәргес ярҙамында өй эсендә хәрәкәт итә, үҙ йомоштарын теүәлләй ала. Әммә ҡыҙыбыҙҙың аяҡтары ныҡлы түгел, ауырлығы артҡан һайын атлауы ла ҡыйынлаша бара. Ошо хәлде төҙәтеү өсөн киләсәктә уға бер нисә операция яһаясаҡтар. Барыһы ла яҡшы булыр тип өмөтләнәбеҙ, – ти Алина.

Баланың рухи үҫешен дә улар аҙ хәстәрләмәй. Районда, Өфөлә Русалинаны төрлө сараларға йөрөтөргә, уларҙа әүҙем ҡатна­шырға тырышалар. Хәленән килгәнсә бейергә, шиғыр һөйләр­гә лә маһир икән тырыш ҡыҙыҡай! Унан тыш, Русалина компью­терҙа ла шөғөлләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күҙҙәре тиҙ талыу сәбәпле, ни тиклем мауыҡтырғыс булһа ла, экран алдында оҙаҡ ултырырға ярамай. Хәреф-һандарҙы танып белеүе, төҫтәрҙе айырыуы, һөйләмдәрҙе ҡушып, уҡырға өйрәнеүе – барыһы ла Алина менән Русландың уртаҡ тырышлығының, бер туҡтауһыҙ алға ынтылыуҙарының һөҙөм­тәһе.

– Нисек кенә булмаһын, тормошобоҙҙан ҡәнәғәтбеҙ, – тип һүҙгә ҡушыла ғаилә башлығы Рус­лан. – Йорт төҙөй башлағас, район хакимиәте ярҙам ҡулы һуҙҙы – төҙөлөштө теүәлләү өсөн, йәш ғаилә булараҡ, субсидия юлланыҡ. Шөкөр, юлыбыҙҙа яҡшы кешеләр йышыраҡ осрай: Русалинабыҙҙы дауалау өсөн мәрхәмәтлелек фондтары, инвалидтар ойошмаһы, миһырбанлы кешеләр ярҙам ҡулы һуҙып тора. Үҙебеҙ ҙә тырышабыҙ, әлбиттә. Тағы бер ғәмәл: ауылда йәшәгәнебеҙгә шатланабыҙ. Ҡа­лала мөмкинлектәр күберәк тиһә­ләр ҙә, унда Русалина әлегеләй йорт-ихатабыҙҙа иркенләп йөрөгәндәй хәрәкәт итә алыр инеме икән? Әйткәндәй, ҡыҙыбыҙ өсөн махсус велоҡоролма юлланыҡ: уға ултырып, ауыл урамдарын да урап килә ала.

Берҙәмлектә – көс

Хәйретдиновтарҙың иркен ағас йортонда барыһы ла ябай, әммә зауыҡлы итеп эшләнгән. Ғаиләнең барлыҡ тормошо балаларға бағышланған икәнлеге күренеп тора: уҡыу кәрәк-ярағы, һәр яҡлап үҫтереү өсөн төрлө ҡулланмалар, сағыу уйынсыҡтар – барыһы ла бар. Иң мөһиме, балаларҙың асыҡ сырайлы, ҡәнәғәт, бәхетле икәндәре әллә ҡайҙан күренеп тора.

...Инде хушлашырға йыйынғас, эргәлә генә ниндәйҙер “сырҡ-сырҡ” тигән тауыш ишеттек. Мөйөштәге ҡағыҙ ҡумтанан килә икән ул: ҡап эсендә бәләкәй генә һоро турғай ултыра булып сыҡты.

– Бөгөн беҙҙең йортта “ҡотҡарыу” операцияһы булды, – тип йылмайҙы Алина. – Бесәйебеҙ ихатала ҡош ояһын туҙҙырған, бер сибегерәген эләктереп тә алған. Быны күргән Динар менән Динара шунда уҡ турғайҙы ҡотҡарырға ашыҡҡан. Бесәйҙе ҡурҡытып ебәргәс, ҡошсоҡто өйгә индерҙеләр, уға ем-һыу бирҙеләр. “Һунарсы” уны яралап өлгөргән, күрәһең – хәлһеҙ әлегә турғайыбыҙ. Бесәй килеп инмәһен тип, балалар ишек төбөн һаҡлай хәҙер.

Бәләкәй генә ошо ваҡиға ла ифрат ыңғай тойғолар уятты күңелдә. Ирекһеҙҙән Алинаның:

– Динар менән Динараны миһырбанлы, мәрхәмәтле итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. “Апа­йығыҙға ярҙамсы-терәк булығыҙ, уны бер ваҡытта ла ҡалдыр­мағыҙ”, – тип ҡабатлап ҡына торабыҙ. Шөкөр, аңлы бәлә­кәстәребеҙ Русалинаның эргә­һенән китмәй, аралашалар, ярҙамлашып торалар, – тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Берҙәмлектә – көс. Хәйретдиновтарҙың ауыр­лыҡтарға бирешмәйенсә гөр­ләтеп йәшәүе, күптәргә өлгө булырлыҡ лайыҡлы тормош кисереүе ошоно тағы берҙе иҫбатлай.

.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507