Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр осрашыу – үҙе бер ғүмерҙәй...
Һәр осрашыу – үҙе бер ғүмерҙәй...Рәми Ғарипов менән мин Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта уҡығанда таныштым. Ул саҡта талантлы шағир халыҡ араһында билдәле ине инде. Туған уҡыу йортобоҙ, һис шикһеҙ, әҙиптең шәхес булып формалашыуына ҙур өлөш индергәндер.


Шағирҙы мәктәпкә йыш саҡыра торғайнылар. Был осорҙа ул Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлап ҡайтҡайны. Беҙгә килеү менән үҙен ҡәләм тирбәтеүселәр һырып алыр ине. Һәр береһе шиғырын уҡып күрһәтеп, баһа ишетергә теләй. Әммә Рәми ағай маҡтап бармай. Барыһының да ижад емештәре менән танышып сыҡҡас, әңгәмә ҡора: “Яҙмаларҙың күбеһендә рифма ла, ритм да бар, ә бына шиғыр үҙе юҡ. Ни өсөн? Уларҙа фекер юҡ. Шиғыр кешене нимәгәлер өйрәтергә, рухландырырға, әйҙәргә тейеш. Тимәк, ижадсының күңелендә иң башта фекер тыуа. Шунан уны шиғри формаға һала. Тасуирлау ябай, примитив булырға тейеш түгел...”
Рәми Ғарипов беҙгә күп нәмә тураһында һөйләне. Ул тәрән фекер йөрөткән бик яҡшы әҙәбиәт белгесе ине. Тос һүҙле, төплө кеше булды. “Белемең, эрудицияң, талантың юҡ икән, әҙәбиәт юлынан китеү – хата”, – ти торғайны Рәми ағай. Ысынлап та, күптәр нәфис һүҙ ижадының ауыр йөгөн күтәрә алманы.
Бер ваҡыт Рәми ағай миңә: “Марс, һин дә шиғыр яҙаһың икән”, – тине. Шунан алда ғына мәктәптең “Йәш көстәр” тигән стена гәзитендә бер нисә ижад емешем баҫылғайны. Әйткәндәй, унда Рәми Ғарипов менән Самат Ғәбиҙуллиндың да шиғырҙары донъя күргәйне.
– Матур яҙаһың. Миңә бигерәк тә “Ҡайтып киләм” тигән шиғырың оҡшаны, – тине ағай. – Һин унда тыуған яғыңдың тәбиғәтен дә сағылдырғанһың. Һеҙҙең яҡ матурмы?
– Бик матур.
– Тәбиғәт һәр ваҡыт илһам бирә. Унан бер ваҡытта ла айырылырға ярамай, – тине ағай. – Ауылығыҙ ниндәй йылға буйында ултыра?
– Мәләүез буйында. – Белемемде күрһәтергә теләгәнмендер инде, һөйләүемде артабан дауам иттем. — “Салауат Юлаев” романында яҙылыуынса, Пугачевҡа ҡушылырға тип китеп барғанда, милли геройыбыҙ отряды менән Мәләүез йылғаһы аша сыға.
– О-о, ул китапты уҡыныңмы ни?
– Эйе.
– Шәп! Буласаҡ шағир уны мотлаҡ уҡырға тейеш, – тине Рәми Ғарипов.
“Буласаҡ шағир” тигән һүҙҙәрҙе ул мине дәртләндереү, ҡанатландырыу өсөн әйткәндер. Шағир, әңгәмәсенең йәш булыуына ҡарамай, тиң күреп һөйләшә торғайны. Етмәһә, оҫта һәм мәғәнәле һүҙҙәр ҡулланыр ине. Ысын мәғәнәһендә дипломат булды.

* * *

1-се мәктәп-интернатта өс йыл белем алыу осоронда Рәми Ғарипов менән аралашып йәшәнем. Унынсы кластан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына киске бүлеккә уҡырға индем. Радио комитетының йәштәр бүлегендә күренекле шағир Яҡуп Ҡолмой менән бер бүлмәлә эшләнем. БДУ-ның киске башҡорт, урыҫ телдәре һәм әҙәбиәттәре бүлегендә яҙыусы Ноғман Мусин менән бер партала ултырып уҡырға насип булды. Ул был осорҙа “Ағиҙел” журналында эшләй ине. Әйткәндәй, мин әҙиптең әҫәр яҙғанда һөйләмдәрҙе һыҙып, яңынан яҙғанын күрмәнем. Бер ваҡыт һорап та ҡуйҙым:
– Ноғман ағай, һин һис ҡасан яҙғаныңды һыҙмайһың. Пушкин, мәҫәлән, ижад иткәндә һөйләмдәрен, һүҙҙәрен ҡат-ҡат алмаштырған, тиҙәр...
Ағай көлдө, әммә һорауымды яуапһыҙ ҡалдырманы: “Һәр кемдең үҙенә генә хас яҙыу, ижад итеү стиле була...”
...1961 йылдың яҙында әсәйем ҡаты ауырып китеү сәбәпле, уның янында булыу, ярҙамлашыу ниәтендә үҙебеҙҙең Көйөргәҙегә ҡайтып киттем. Ситтән тороп уҡыуға күстем. Мине “Көйөргәҙе” игенселек совхозының комсомол комитеты секретары итеп эшкә алдылар. Ә был ваҡытта Рәми Ғарипов Салауат районының “Һарғамыш” совхозында ошо уҡ вазифаны башҡара ине. Миңә, комсоргка, шундай йөкләмә бирелде: йәштәр араһында мәҙәниәт-мәғрифәт эшен көсәйтеү маҡсатында уларға әҙәби китаптар һатырға. Механизм бик ябай: былай ҙа самалы айлыҡ эш хаҡыңа магазиндан китаптар һатып алаһың да совхоз бүлексәләре буйлап йәштәргә һатаһың.
Ысынбарлыҡта быны башҡарыу мөмкин түгел ине. Мин бит сауҙагәр түгел, ә комсомол комитеты секретары. Ләкин, нисек кенә булмаһын, йәштәрҙе әҙәбиәткә ылыҡтырырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта кешегә тота килеп китап биреү ҙә әллә нисек. Уйлай торғас, яйын таптым. “Тырыш хеҙмәтегеҙҙе иҫәпкә алып, совхоздың комсомол комитеты һеҙҙе китап менән бүләкләй” тигән яҙыу менән йәш тракторсыларға, эшселәргә, һауынсыларға бушлай китап бүләк итә башланым.
Айырыуса Рәми Ғариповтың шиғри баҫмаларын алып тарата торғайным. Дөрөҫ, ул ваҡытта шағирҙың донъя күргән китаптары күп булманы. “Йүрүҙән” (1954) һәм “Таш сәскә” (1958) генә бар ине, ләкин улар ҙур популярлыҡ менән файҙаланды. “Рәми Ғариповтың китаптары булһа, бирегеҙ әле”, – тип һорап килгәндәр ҙә күп ине.
“Таш сәскә” сыҡҡандан һуң алты йыл үткәс, “Һабантурғай йырҙары” тигән йыйынтығы донъя күрҙе. Башҡаса китаптары күренмәне шикелле. Көнө-төнө ижад иткән, халҡы өсөн янып-көйөп йәшәгән бөйөк шағирға ҡарата бындай ғәҙелһеҙлеккә әле лә йөрәк әрней...
1963 йылда мине, һуңлатып тигәндәй, армия сафына алдылар. Был ваҡытта Мәләүез районының Арыҫлан мәктәбендә уҡыта инем. Эйе, комсомол эшендә рухи ҡәнәғәтлек кисермәнем. Шулай ҙа совхоз бүлексәләре буйлап йөрөп, бик күп ҡыҙыҡлы кеше менән осраштым, ғибрәтле яҙмыштарға шаһит булдым, ауыр хәлгә тарығандарға ярҙам иттем... Ғөмүмән, ҙур тормош һабағы алдым.

* * *

Германияла хәрби бурысымды үтәп ҡайтҡас, өҙөлөп ҡалған уҡыуымды дауам итеп, 1969 йылда университетты тамамланым. Диплом эшем “Тылсымлы әкиәттәрҙең тарихи мотивтары” тигән темаға ине. Етәксем атаҡлы фольклорсы-ғалим Марат Минһажетдинов булды. Халҡына тоғро хеҙмәт иткән, милли мәҙәниәтте, мәғарифты үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхес фәнни даирәлә киң билдәле ине. Уның йәшләй баҡыйлыҡҡа күсеүе милләтебеҙ өсөн ҙур юғалтыу булды.
Байтаҡ ваҡыттан һуң Рәми ағай менән көтмәгәндә йөҙгә-йөҙ осраштыҡ. Ул мәлдә Ишембай районының Ҡанаҡай мәктәбе директоры инем. Был ауыл шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуған төйәге булараҡ билдәле. Ҡанаҡай “Коммунизм” колхозына ҡарай ине. Ошо уҡ хужалыҡҡа ингән икенсе ауыл – Әхмәр. Ундағы урта мәктәпкә Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин етәкселек итте. Ишембайҙа үткән кәңәшмәләргә, йыйылыштарға, семинарҙарға гел бергә бара торғайныҡ. Күпме сер уртаҡлаштыҡ, күпме бәхәс ҡорҙоҡ... Донъяға ҡарашыбыҙ бер төрлөрәк булды, ләкин шиғырҙарыбыҙ ныҡ айырылды. Демьян Бедный рухында яҙыр ине ул.
Бер ваҡыт Рауил Хөрмәт улы Әхмәрҙә Фәүзиә Рәхимғолованың 50 йәшлек юбилейы үтәсәген, байрамға килергә тейешле әҙиптәр араһында Рәми Ғариповтың да барлығын әйтте. Ныҡ ҡыуандым.
Бына осрашыу көнө лә килеп етте. 1971 йылдың октябре ине был. Беҙ бер төркөм уҡытыусылар менән Әхмәргә киттек. Клубта халыҡ шығырым тулы. Бер нисә ҡотлау сығышынан һуң Фәүзиә Рәхимғолова шиғырҙарын уҡыны. Унан Рауил Ниғмәтуллин, Әсхәл Әхмәтхужа, Тимер Йосопов сәхнәгә сыҡты. Артабан Рәми Ғариповҡа һүҙ бирҙеләр.
Бына шағир трибуна артына килеп баҫты. Өҫтөнә һоро костюм, уның эсенән аҡ йөндән бәйләнгән свитер кейгәйне. Ул бер нисә шиғырын, шул иҫәптән “Туған тел”де уҡыны. Һәр һүҙен күңелгә һеңдерерлек итеп әйтте. Был ваҡытта ҡыҫыла төшкән күҙҙәренән осҡондар сәсрәп киткәндәй булды. Әйтерһең, зал­дан электр заряды үтте. Мыҡты кәүҙәле, ҡалын бөҙрә сәсле, йөҙөнә юлаҡ-юлаҡ булып ваҡытһыҙ һырҙар ятҡан шағирҙың күңеленән даръя урғылғандай ине...
Осрашыу кисәһенән һуң Рәми ағай менән Әхмәр урамында байтаҡ йөрөнөк. Тормоштоң төрлө өлкәләрен байҡаныҡ, әллә күпме тема буйынса фекер алыштыҡ. Ағайҙың шул мәлдә әйткән һүҙҙәре күңелемә ғүмерлеккә уйылды: “Ир икәнһең, ҡыйыу булырға кәрәк. Шағир халҡы өсөн иң кәрәкле һүҙҙе әйтергә тейеш”.

* * *

Рәми Ғарипов шағирлығына һис ҡасан хыянат итмәне. Ул ижад донъяһында ҡайнап, янып йәшәне. Шиғырҙары ябай ҙа, ҡатмарлы ла ине. Ул үҙенең шағир икәнлеген белеп ижад итте. Халыҡтың күҙ-ҡолағы, бөйөк идеалдар өсөн көрәшеүсе, ғәҙел хөкөмдар һәм яугир булды.
1975 йылдың ҡышында беҙгә тағы ла осрашыу мөмкинлеге тыуҙы. Ул ваҡытта Күгәрсен районының Юлдыбай мәктәбе директоры инем. Бер мәл район комитетынан Ғиниәт Аҙнабаев шылтыратты:
– Өфөнән яҙыусылар килеп төштө бит әле, ҡустым. Уҡыусылар менән осрашыу үткәрәләр. Мәктәптәрҙең, уларҙың директорҙарының исемлеген күрһәтеп, теләгән урынығыҙға бара алаһығыҙ, тигәйнем, Рәми Ғарипов һине һайланы. Үҙеңде яҡшы белә икән. Ике сәғәттән Юлдыбайға барып етерҙәр. Улар өсәү — Рәми Ғарипов, Тимер Йосопов һәм Нәжиб Асанбаев.
...Ҡосаҡлашып күрештек. Әҙиптәрҙең өсөһө лә миңә ғәжәп яҡын һәм ҡәҙерле. Клубта шығырым тулы халыҡ, баҫып торорлоҡ та урын юҡ. Уҡыусылар шул ҡәҙәр матур сығыш яһаны. Артабан әҙиптәр иркенләп һүҙ алды, халыҡ менән ихлас аралашты. Осрашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек кисереп ҡайтты улар. Был Рәми ағай менән һуңғы күрешеүебеҙ булды.
Бөйөк шағир баҡыйлыҡҡа күскәс, уға арнап яҙған “Ҡайнар һүҙең бар” тигән шиғырым юлдарына күңелемдәге бөтөн кисерештәремде һалдым кеүек...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 035

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 014

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 433

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 919

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 253

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 970

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 923

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 966

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 839

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 850

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 825

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 170