Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет бер юлы йылмайҙы
Бәхет бер юлы йылмайҙыҮҙе янып, бүтәндәргә ҡуҙ өҫтәүсе генә ысын уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтөргә хаҡы бар, тиҙәр. Ошо һөнәрҙе һайлағанһың икән, тимәк, һин тырышлыҡ, сәмселлек, ныҡышмаллыҡ кеүек сифаттарҙы үҙ итергә тейешһең.
Һәр йылдағыса март аҙаҡтарында уҡытыусылар оҫталыҡта көс һынаша, быйыл да ул бик көсөргәнешле барҙы. Үткән аҙнала Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Йыл уҡытыусыһы-2018” республика конкурсына йомғаҡ яһалды.



Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йылдан-йыл сараның ҡоласы киңәйә бара, көслө заттарҙың бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт итеүе шатландыра. Юғиһә бер йылда конкурсанттар шыр ҡатын-ҡыҙҙар ғына ине.
Быйыл “Йыл уҡытыусыһы-2018” республика конкурсында Өфө ҡалаһы 39-сы гимназияның инглиз теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эмма Сафиуллина еңеүсе тип табылды. Хәйер, Эмма Эдуард ҡыҙының исеме күптәргә таныш. Ни өсөнмө? Өфө ҡалаһы буйынса педагогтар араһында ойошторолған ярышта уға етеүсе булманы. Шунан сығып, бәхет бер юлы йылмаймай тиергә тел әйләнмәй!
“Бәләкәйме ул, ҙурмы, һәр кемдең маҡсаты күңелендә йәшәргә тейеш, шәхсән мин дә ниәтемде тормошҡа ашырҙым”, – тип уның әйткәне хәтерҙә.
Жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе асыҡлау еңелдән булманы. “Оҫтаны асыҡлау тау аҡтарып алтын эҙләүгә тиң ине” тип әйтеүҙәре менән килешмәү мөмкин түгел.
– Беренсенән, уҡыусыларыма рәхмәтем сикһеҙ, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул. – Һәр төрлө ярҙамдан өҙмәнеләр, бары тик улар менән ошондай үрҙәр яуланым. Ҡайһы саҡта кескәй генә нәмәнән дә кинәнес табаһың, янымда булыуҙары үҙе ҙур бәхет.
Ата-әсәләрҙең теләктәшлек тойғоһон йышыраҡ тойһаҡ, беҙҙе ғәзиздәренең серҙәше итеп күрһәләр ине, тигән теләген дә еткерҙе Эмма Сафиуллина
Бынан тыш, уға “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем дә бирелде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511