Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Ағай килә!”Баймаҡ районының Темәс ауылы – Башҡортостанға бихисап мәртәбәле шәхестәр үҫтереп сығарған бөйөк төбәк. Мәҫәлән, алты балаға ғүмер биргән Тәнзилә менән Зиннәт Әбсәләмовтар күркәм ғүмер юлы үткән.

Уларҙың һәр береһе – Башҡортостандың тарихы, мәҙәниәте, мәғарифы үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәр. Иң өлкән улдары Әширәф Зиннәт улына ғына уҡыу эләкмәй. Ул Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса фронтта булып, Еңеүҙе Берлиндың үҙендә ҡаршылаған. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ һәм III дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Варшаваны алған өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” һәм “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Әйткәндәй, алты баланың бишәүһе уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Бәҙретдин Зиннәт улынан башланған да инде уҡытыусылар династияһы. Ул Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәғариф отличнигы тигән билдә менән бүләкләнгән.
Юҡҡа ғына уны башҡорт теленең атаһы тип йөрөтмәгәндәр. Бәҙри Зиннәт улы – ҡусты-һең­леләренә башҡорт теленә һөйөү уятҡан, уҡытыусы һөнәрен һайлауҙа йүнәлеш биргән, юл күрһәткән маяҡ. Балалар уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә 199 йылын бағышлаған был ғаилә. Әгәр инде мәктәптә эшләгән ҡатындарының, ирҙәренең, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, кейәү-килендәренең эш йылдарын алһаҡ, Әбсәләмовтарҙың дөйөм педагогик эш стажы 581 йыл тәшкил итә!
Һүҙем – ғаилә уҡытыусылыҡ династияһына нигеҙ һалғандарҙың береһе һәм бик күп уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, Башҡортостандың ғилем даирәләрендә күренекле тел белгесе, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай инс­титуты профессоры Зыя Әбсәләмов хаҡында. Зыя Зиннәт улын республикабыҙҙа ла, унан ситтә лә яҡшы беләләр. СССР Фәндәр академияһының тел институтында төрки телдәр буйынса аспирантураны ваҡытынан алда тамамлап, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советында өлкән инструктор, Өфөләге СССР Фәндәр академияһының Баш­ҡортостан филиалы Тарих һәм әҙәбиәт институ­тының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙер университет) башҡорт теле уҡытыусыһы, БДУ- ның Сибай институтында башҡорт теле кафедраһы мөдире булып эшләгән арауыҡта башҡорт теленең тарихын, хәҙерге торошон, үҫешен өйрәнде һәм был йүнәлештә ул эшен дауам итә. Был һаран ғына һүҙҙәр нигеҙендә тиҫтәләгән сығыш, фәнни эштәр, юғары кимәлдә әҙерләнгән конференциялар, студенттар менән ойошторолған конкурстар, ғилми хеҙмәттәр ята. Һәммәһен дә теҙеп яҙһаҡ, гәзит биттәрендә урын да ҡалмаҫ. Пенсияла булһа ла, ул ғилми эшен дауам итә. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына “Ватандаш” жуналында “Урал, Ирәмәл һәм Ирәндек топонимдарының этимоло­гияһы тураһын­да” тигән мәҡәләһе донъя күрҙе.
Быйыл декабрь айында Зыя Зиннәт улы үҙенең 80 йәшлек оло юбилейын билдәләй. Өлкәндәр хәтерләүенсә, ул бәләкәй сағынан уҡ тиҫтерҙәре араһында үҙенең шаянлығы, тиктормаҫлығы, тапҡыр һүҙлелеге, отҡорлоғо, бик күп шиғырҙарҙы ятҡа белеүе менән айырылып торған. Ғәҙел, етеҙ, тырыш, хәстәрлекле, эшендә талапсан һәм намыҫлы, дуҫтарына тоғро, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн, тура һүҙле, бер ваҡытта ла ялғанламаҫ, ихтирамлы, ярҙамсыл, йомарт ихлас ул Зыя ағайыбыҙ. Яһалмалылыҡ һәм кемгәлер ярамһаҡланыу бер семтем дә юҡ унда. Туғандары ағаларының ярҙамын һәр саҡ тоя. Бәләкәйерәк саҡта, “ағай килә” тигәнде ишетһәләр, дәфтәр­ҙәрен, көндәлектәрен тәртипкә килтерә башлар, ятлаған шиғырҙарын ҡабатларҙар ине.
– Олоғайып бөтһәк тә, ул әле лә үрнәк, сөнки уның ҡулынан килмәгән эше юҡ, – ти яҡындары. – Шәп баҡсасы ла, яҡшы рәссам да, сәмсел балыҡсы ла. Оҫта итеп бешерә лә белә ул, шашка-шахматта ла күп кешегә ал бирмәҫ, турникта әйләнә башлаһа, йәштәрҙең күбеһен әле лә һемәйтеп ҡуя. 80 йәштәмен тип тормай, йәй һайын ауылға ҡайтып, ҡолас ташлап бесән саба, утын яра. Ә ғаиләһендә хәстәрлекле атай, ышаныслы тормош иптәше. Рәзимә еңгәйебеҙ менән ярты быуаттан ашыу татыу ғүмер итәләр. Улдары Ғайса нефть институтын (хәҙер университет) тамамланы, өлкән инженер, ҡыҙҙары Айгөл медицина юлын һайланы: балалар табибы, Өфө перинаталь үҙәгендә бүлек мөдире.
Беҙ, Зыя Зиннәт улының студенттары, үҙебеҙгә гел ошо һорауҙы бирәбеҙ: 51 йыл эшләү дәүерендә Башҡортостан өсөн күпме башҡорт уҡытыусыһы әҙерләне икән ул?! Бик күптер! Юбилей – байрам ғына түгел, ул башҡарған хеҙмәтеңде байҡау. Ә эште барлау шуны иҫбат итә: ғалимдың юлынан бөгөн йөҙҙәрсә уҡыусыһы бара – был иң юғары баһа. Остазыбыҙҙы күркәм юбилейы менән тәбрикләйбеҙ, иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уҡытыусыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек, күңел тыныслығы, артабан да ҡәҙер-хөрмәткә ҡойоноп, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Аллаһ Тәғәлә киләсәк ғүмеренә бәрәкәт, ҡот-ырыҫ, шәфҡәтле йөрәгенә көс, йәшәү дәрте бирһен, рәхим-шәфҡәтенән, сәләмәтлектән айырмаһын!

Зөлфиә РӘХИМОВА,
Сибай ҡалаһындағы 8-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Камил АҠЪЮЛОВ,
Ейәнсура районының Яңы Николаевка мәктәп-интернаты директоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521