Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » БДИ-ға “асҡыс” – һүҙ, фекер
БДИ-ға “асҡыс” – һүҙ, фекерМәғлүм булыуынса, йыл аҙағында XI класс уҡыусылары БДИ-ға инеү хоҡуғын биргән йомғаҡлау иншаһы яҙғайны. Ил буйынса дөйөм һөҙөмтә шундай: имтиханда ҡатнашҡандарҙың (645 меңдән ашыу кеше) 98 проценты “зачет” алған, ә ҡалғандарға әлегә уңыш йылмаймаған. Февралдә һәм майҙа көстө тағы ла һынап ҡарау мөмкинлеге бар.

Белеүебеҙсә, бындай имтихан төрө 2014 йылда индерелде. Маҡсат – БДИ тапшырасаҡ уҡыусы тәү сиратта инша яҙа, фекерен матур, теүәл еткерә белергә тейеш. Ил етәксеһе В.В. Путиндың педагогик йәмғиәт алдына ҡуйған “йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә ылыҡтырыу, уларҙың грамоталылығын үҫтереү мөһим” тигән бурысын тормошҡа ашырыуҙың төп сараһы булды был һынау төрө. Уҡытыусылар яңылыҡты хуплап ҡабул итте. Һөҙөмтәлә хәҙер үҫмерҙәргә сентябрҙән үк өҫтәмә дәрестәр үткәрелә башлай, махсус курстар уҙғарыла, төрлө темаға инша яҙып ҡарау ойошторола. Мәғариф тармағына ҡағылышлы рәсми сайттарҙа иһә алдан уҡ ижади эштең тематик йүнәлештәре, баһалау критерийҙары хаҡында мәғлүмәт ҡуйыла, ил төбәктәренә методик белешмәләр ебәрелә.
Имтихандың шарттары өс йыл эсендә әллә ни үҙгәрмәгән. Тема һынау башланырҙан 15 минут алда билдәле була. Иншаның күләме – кәмендә 250 һүҙ, әгәр шунан аҙыраҡ икән, имтихан тапшырылманы тип һанала. Эш өсөн 3 сәғәт тә 55 минут ваҡыт бирелә. Һаулыҡ мөмкинлеге сиклән­гәндәр өсөн иһә тағы ла сәғәт ярым өҫтә­лә, шулай уҡ уларҙың инша урынына изложение яҙыу хоҡуғы бар. Эште баһалауҙың төп критерийҙары – теманы асыу, аныҡ дәлилдәр килтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙе урынлы файҙаланыу, фекерләү кимәле, яҙыу телмәренең сифаты, композицияһы һәм грамо­талылыҡ.
Ошо уҡыу йылындағы йомғаҡлау иншаһы өсөн биш йүнәлеш билдәләнде: “Тоғролоҡ һәм хыянат”, “Битарафлыҡ һәм ярҙамсыллыҡ”, “Маҡсат һәм мөмкинлек”, “Ҡыйыулыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ”, “Кеше һәм йәмғиәт”. Был темалар рәсми сайттарға сентябрҙә үк ҡуйылды, тимәк, уҡыусыларға әҙерләнеү өсөн ваҡыт байтаҡ булды. Дөйөм ил буйынса һөҙөмтәлә күптәр “Битарафлыҡ һәм ярҙамсыллыҡ” йүнәлешен һайлаған, икенсе урында – “Тоғролоҡ һәм хыянат”, өсөнсөлә – “Ҡыйыулыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ”. Күренеүенсә, кешелек донъяһындағы иң юғары ҡиммәттәрҙең баһаһы төшмәй, ваҡыт үтеү менән көсәйә генә бара. Быны уҡытыусылар ҙа раҫлай. “Йәмғиәттең йөҙөн һәр кемдең ниндәй кеше булыуы билдәләй. Маҡсат ҡороуҙа ла үҙеңде уратып алған мөхиттең өлөшө ҙур, – ти улар. – Шуға ла уҡыусыларыбыҙҙың “Маҡсат һәм мөмкинлек”, “Кеше һәм йәмғиәт” йүнәлештәренән алда йәшәйештең нигеҙе булған юғары ҡиммәттәргә иғтибар итеүе ғәжәп түгел”.
Битарафлыҡ һәм ярҙамсыллыҡ. Күптәр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, бейек ҡоймаһы артына йәшеренеп, шәхси мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртып йәшәгән заманда йәштәрҙең тап ошо темаға өҫтөнлөк биреүе шул ҡәҙәр ҡыуаныслы. Тимәк, улар уйлана, йәмғиәттәге әлеге кире күренеш менән риза түгел, уны үҙгәртергә теләй. Тормошта иң ҡурҡынысы – битарафлыҡ. Был һыҙат кешеләрҙең рухын, осор ҡанатын һындыра, тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте зарарлай, тыуған төйәктәрҙең, нигеҙҙәрҙең ут-ҡотон һүндерә, милли ҡиммәттәрҙе, изге төшөнсәләрҙе юҡҡа сығара... Ғөмүмән, иң яһил ҡоротоусы. Ошоно аңлаған йәштәр битарафлыҡҡа ҡаршы сығырға әҙер тигән ышаныс нығый. Быны ирекмәндәр хәрәкәте эшмәкәрлегенең әүҙемләшә барыуында ла күрәбеҙ. Белеүебеҙсә, уға күберәк йәштәр ылыға.
Педагогтар әйтеүенсә, иншаларҙа фекерләү кимәле иғтибарҙы йәлеп итә. Әҫәрҙәргә анализ биргәндә, уҡыусылар уйлағандарын тартынмайынса бәйән итә, геройҙарға үҙ баһаһын бирә. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәргә һүҙ байлығы етеңкерәмәй, грамоталылыҡ та аҡһаңҡырай, әммә фекер азатлығы хайран ҡалмалы, – тине үҙәк телевидение тап­шырыуҙарының береһендә ҡатнашҡан уҡытыусы. – Ә уҡыусы фекерләй белә икән, уның башҡа етешһеҙлектәрен төҙәтергә мөмкин. Мин, мәҫәлән, йәшермәйем: имтиханға алдан әҙерлек алып барғанда ҡайһы әҫәрҙәрҙе һайларға кәңәш бирҙем, шуларҙы айырыуса ныҡлы өйрәндек. Ә уҡыусыла­рымдың күбеһе бөтөнләй икенселәрҙе, тимәк, күңеленә оҡшағанды һайлаған, үҙенсәлекле фекерҙәрен белдергән. Эштәр ҡалыпҡа һалынмаған булғас, уларҙы тикшереүе бер аҙ ҡыйын, әммә ғәжәп ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс”.
...Иң тәүҙә һүҙ йөрөй. Уның хаҡлығына, нисек әйтелгәненә ҡарап артабанғы үҫеш төҫмөрләнә. Берҙәм дәүләт имтиханына “асҡыс” булған һүҙ, фекер йәштәр алдындағы һәр ишекте асырлыҡ ҡөҙрәткә эйә булһын.
Әйткәндәй, күптән түгел Рәсәйҙең үҙәк гәзит­тәрендә В.В. Путин менән БДИ-ға бәйле әңгәмә баҫылғайны. “Берҙәм дәүләт имтиханы ғәмәлдән сығарыласаҡмы?” тигән һорауға илебеҙ Президенты: “Уны бөтөрөүгә мохтажлыҡ күрмәйем, сөнки БДИ мәғариф тармағында үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы. Уның төп өҫтөнлөгө — Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына ингәндә барыһына ла тиң мөмкинлектәр бирелә”, — тип яуапланы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529