Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора
Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора Туған тел бөгөн йәмәғәтселекте борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде. Уны көйләү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы.
“Башинформ” агентлығында Указды бойомға ашырыу буйынса матбуғат конференцияһы булды.


Республиканың Йәмәғәт па­латаһы рәйесе Ольга Панчихина тел сәйәсәте буйынса Йәмәғәт палатаһында мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса эшсе төркөм булдырырға ҡарар итеүҙәре тураһында белдерҙе.
– Йәмәғәт советына телдәр сәйәсәте өлкәһендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт тел­дәре буйынса законды тормошҡа ашырыуға бәйле мониторинг үткәреү бурысы ҡуйылды. Тел хәл-торошоноң именлеге һәм рус милләтенән булмаған уҡыусы­ларҙың туған телдә белем алыуға ҡағылышлы конституцион хоҡуҡ­тарын ғәмәлгә ашырыу мәсьә­ләһенә мониторинг үткәреү маҡ­сатында республиканың Йәмәғәт палатаһында эшсе төркөм ойошторола, – тип Йәмәғәт палатаһы рәйесе эшсе төркөмдөң маҡсат­тары һәм етәкселәре менән таныштырҙы.
Мониторинг үткәреү тел тура­һындағы яңы Указдың дүртенсе пунктында ҡаралған: “Башҡортос­тандың Йәмәғәт палатаһына Республика халыҡтары ассамблеяһы менән берлектә Рәсәй Федера­цияһы һәм Башҡортостан Рес­публикаһының тел сәйәсәте өлкәһендә ҡануниәте үтәлеше буйынса мониторинг үткәреүҙе тәҡдим итеү”.
Эш төркөмөнә Йәмәғәт пала­таһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Рес­публикаһы халыҡтары ас­самблея­һы һәм ижади интеллигенция вәкилдәре инә. Ул район һәм ҡалаларға сығып, урындарҙа тел сәйәсәте өлкәһендә ҡану­ниәттең үтәлешен өйрәнәсәк. Әлеге ваҡытта Йәмәғәт палатаһы советы эшсе төркөмдө раҫлаған. Уның рәйесе итеп Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәтйәнова тәғә­йен­ләнгән. Ике аҙна эсендә ком­мерцияға ҡарамаған ойошмалар, милли үҙәктәр, Башҡортостан Республикаһы ассамблеяһы вәкилдәре, фән эшмәкәрҙәре, эксперттар, йәғни республикала тел сәйәсәте менән шөғөлләнгән кешеләрҙән торған эшсе төркөм төҙөләсәк.
Ошо көндәрҙә Йәмәғәт пала­таһында ҡыҙыу элемтә асыла. Телде өйрәнеүгә бәйле тәҡ­димдәр индерергә теләгәндәр 8(347) 280-82-36 телефонына шылтырата ала.
Эшсе төркөм эксперттары урындарға сығып, мәктәптәрҙәге хәлдәрҙе өйрәнеп, 4 ноябргә – Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ҡарата дөйөм хәлгә анализ яһарға йыйына.
Әлеге ваҡытта эшсе төркөм эшмәкәрлеген ойоштороу өсөн һорауҙар әҙерләнә һәм уға түбәндәге йүнәлештәр инәсәк:
– рус милләтенән булмаған балаларға туған телдәрендә белем алыу мөмкинлеге тыуҙырыу;
– уҡыусыларға туған телдәрҙе өйрәнеү хоҡуғы биреү;
– милли гимназия һәм ли­цейҙарҙың үҙҙәренең уставта ҡаралған функцияларын үтәүе;
– туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн мәктәптәрҙең аккредитация үтеүе;
– дәреслектәр проблемаһы;
– күҙәтеү органдары тикше­реүе ваҡытында ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың, мәктәп етәк­селәренең һәм мәғариф бүлек­тәре етәкселәренең конституцион хоҡуҡтарын күҙәтеү;
– башҡорт дәүләт теле һәм туған (рус булмаған) телдәр уҡытыусыларының хеҙмәт хоҡуҡ­тарын яҡлау.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишем­ғолов әлеге ваҡытта мәғариф учреждениеларында тел буйынса Рәсәй һәм республика ҡану­ниәтен боҙоу осраҡтары булыуы тураһында белдерҙе.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт телен һаҡлап ҡалыу йүнәлешендә әүҙем эш алып бара. Был һорау һуңғы ваҡытта бер нисә тапҡыр Ҡоролтайҙың Башҡарма комитетында ҡаралды. Республикала башҡорт дәүләт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы булмауын иҫәпкә алып, Ҡоролтай уның проектын әҙерләй. Уның 100 пункты дәүләт программаһының нигеҙенә һалына. Республика Башлығы Указында ошо хаҡта һүҙ бара. Башҡортостан Фәндәр акаде­мияһында был программаны әҙерләү буйынса кәңәшмә үтте, унда эшсе төркөм составы билдәләнде, айырым йүнәлештәр буйынса яуаплылар тәғәйен­ләнде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына “Башҡорт теле” программаһын әҙерләү бурысы йөкмәтелде. Уны әҙерләү өсөн башҡорт теле яҙмышына битараф булмаған, Башҡортостанда йәшәгән һәр кем беҙҙең почта йәшнигенә башҡорт телен үҫтереү буйынса тәҡдимен ебәреп ҡатнаша ала. Бөтә тәҡдимдәр проектты әҙерләгән саҡта иғтибарға алынасаҡ, – ти Әмир Миңләхмәт улы.
Шулай уҡ Ҡоролтай рәйесе республикала башҡорт телен уҡытыуға бәйле мәсьәләләргә лә туҡталды. Мәҫәлән, ҡайһы бер мәктәптәр, милли мәктәптәр булараҡ махсуслашып теркәлһә лә, башҡа дөйөм белем биреү мәктәптәре кеүек йүнәлештә уҡытыу алып бара. Әлеге ва­ҡытта башҡорт теле уҡытыу­сылары сәғәттәр менән тәьмин ителгәнме, ҡыҫҡартыуға эләккән осраҡта эшкә урынлаштырыу сараһы күрелгәнме һәм башҡа мәсьәләләр буйынса халыҡ юридик ярҙамға мохтаж. Был йәһәт­тән эшсе төркөм, бер нисә йүнә­лешкә бүленеп, комиссия менән урындарға сығып, республика­лағы хәлде өйрәнеү һәм талап ителгән саҡта ярҙам күрһәтеү маҡсатын ҡуя.
Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы ата-әсәләргә, уҡытыу­сыларға, мәктәп директорҙарына, муниципалитет хакимиәттәренең мәғариф бүлектәренә ярҙам күрһәтеү маҡсатында Хоҡуҡи ярҙам үҙәге асты.
Теләгән һәр кем телгә ҡағы­лышлы мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә ала. Был квалификациялы юристарҙың тел сәйәсәте өлкәһендә халыҡтың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен яҡлауға бәйле мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәттәр, башҡорт телен өйрәнеүгә хоҡуҡты һаҡ­лауға бәйле ғаризалар, мөрә­жәғәттәр, дәғүә ғаризаларын яҙырға ярҙам итәсәге тураһында һөйләй. Ә инде үҙәктең эшмә­кәрлеген финанс йәһәтенән тәьмин итеү өсөн фонд булдырыу хеҙмәттәрҙән бушлай файҙала­нырға мөмкинлек тыуҙырасаҡ. Мөрәжәғәт өсөн телефон: 8 (347) 246-30-42.
Республикалағы белем биреү учреждениеларында тел имен­легенә мониторинг алып барыу һөҙөмтәһендә “Башҡортостанда тел мөхите торошо тураһында” йәмәғәт доклады әҙерләнәсәк.
Ғөмүмән, был йәһәттән Баш­ҡортостан Башлығының Указы ифрат урынлы. Уны ғәмәлгә ашырыу телебеҙ яҙмышына битараф булмаған һәр кемебеҙгә бәйле.
Эште нимәнән башларға?
= Беренсенән, үҙен башҡорт­мон тип иҫәпләгән һәр ата-әсә балаһын башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыуҙы һорап ғариза яҙырға тейеш.
= Икенсенән, өйҙә туған телдә һөйләшеүҙе өҫтөн ҡуйыр­ға һәм туған телдә аралашырға кәрәк.
= Өсөнсөнән, һәр кем милли матбуғатҡа яҙылырға, Интернет селтәрендә лә туған телдә ара­ла­шыуҙы таратырға бурыслы.
Беҙҙе берләштергән, туплаған ошо өс факторҙы үтәһәк, туған телебеҙ ҙә, үҙебеҙ ҙә юғалмаясаҡ һәм башҡа милләттәр араһында ла абруйыбыҙ артасаҡ. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора, милләттәштәр!

Рәмилә МУСИНА,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы

Тыныслыҡ, бер-береңә ихтирам тантанаһы 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт, татар, тажик, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан... Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө...

Тотош уҡырға 2 618

50 мең һум кемдә?

50 мең һум кемдә? 31.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

“Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. Ул – 15 йәшлек Сибай ҡыҙы...

Тотош уҡырға 2 614

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты...

Ейәнсуралар йәшлеккә алып ҡайтты... 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Республикабыҙҙа театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә штандарт йылайырҙарҙан...

Тотош уҡырға 2 266

Йондоҙ ниңә юғалған?

Йондоҙ ниңә юғалған? 30.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ҡазандағы Дан аллеяһынан Хәниә Фәрхиҙең хәтер йондоҙо юғалған....

Тотош уҡырға 1 425

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе?

"Тамаша-2019": кемдәр еңеүсе? 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Бөрйән районында Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына арналған “Тамаша-2019” фестивале үтте....

Тотош уҡырға 1 248

25 йылдың иң яҡшыһы...

25 йылдың иң яҡшыһы... 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Ике йыллыҡ тынлыҡтан һуң Байегет йәнә концерт ҡуймаҡсы....

Тотош уҡырға 1 514

Сәхнә яратһаң, бында кил!

Сәхнә яратһаң, бында кил! 29.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошонда сыныға....

Тотош уҡырға 1 309

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр...

Сыйырсыҡтар ҡайтып ҡуныр... 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы булыуға ҡарамаҫтан, Сибай һынлы сәнғәт мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре...

Тотош уҡырға 1 318

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы”

Баймаҡтың “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Халыҡ-ара театр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Ҡояшлы сәхнә донъяһы” исемле фотокүргәҙмә...

Тотош уҡырға 1 139

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ

Зәйнетдиндең үҙ лейблы буласаҡ 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Йыр-моңға ла, бейеүгә лә берҙәй маһир, ундан ашыу музыка ҡоралында оҫта уйнаған, башҡорт...

Тотош уҡырға 1 247

Ҡурсаҡ театры яңыра

Ҡурсаҡ театры яңыра 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ниһайәт, капиталь ремонтланасаҡ һәм уға яңы төкәтмә төҙөйәсәктәр....

Тотош уҡырға 1 152

Сәнғәтте яратҡандар

Сәнғәтте яратҡандар 27.03.2019 // Мәҙәниәт һәм cәнғәт

Профессиональ сәнғәткә хеҙмәт итеүселәрҙе берләштергән байрам булараҡ һәр ижади коллектив өсөн...

Тотош уҡырға 1 375