Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Рәми ҒАРИПОВ

Туған тел

Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.

Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә – сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!


Рәйес ТҮЛӘК


Оран


Мин – яуҙарҙа үлгән башҡорттарҙың
Тере рухы – һеҙгә һүҙ ҡушам.
Уралтауҙа һеҙ йәшәһен тиеп,
Ҡайта алмай ҡалдыҡ һуғыштан.
Беҙҙең өҫкә баҫып атлайһығыҙ,
Был ерҙәрҙә беҙ һәр аҙымда.
Башҡорт ерен һары майҙай күреп,
Беҙ тасҡаныҡ йөрәк ҡанында.
Ер өҫтөнә һин дә, һин дә, һин дә
Шытып сыҡтың беҙҙең орлоҡтан.
Ғүмер баҡый ҡоллоҡ булыр илең,
Ошо хаҡта әгәр онотһаң.
– Аҡһаҡалдар! Белмәйһегеҙ… Һеҙме?!
Буйҙар етмәгәнен терһәккә.
Һеҙ бит һаман булмышығыҙ менән
Алдар эленеп торған элмәктә.
Быуындарҙан күсереп быуындарға,
Һаҡлағанбыҙ икән кем өсөн?!
Ҡайҙа иттегеҙ һеҙ Уралтауҙың
Ҡар(а)урманын, алтын-көмөшөн?
Был һорауҙы сабыйың теле менән
Мин һорармын, мең ҡат һорармын.
Ҡайҙа, тиеп, бәҫе, күркәмлеге
Салауаттан ҡалған Уралдың?!
Һорармын мин – яугир башҡорттарҙың
Тере рухы:
– Әй, ил инәһе!
Башҡортлоҡто баҫҡан ошо ҡәһәр
Әллә һинән, һинән киләме?
Һин төкөрҙөңмө әллә иманыңа,
Беҙ ҡалдырып киткән ырыҫҡа?
Нисә улың илен ташлап китте,
Нисә ҡыҙың сыҡты урыҫҡа?
Ниндәй Рәсәй һуң ул туйыу белмәй
Башҡорт еркәйенә ҡаныҡҡан?
Алтын түгел – беҙҙең һөйәк бит ул,
Нефть түгел – ул бит беҙҙең ҡан!!!
Һеҙҙе урап ятҡан – офоҡ түгел,
Ваҡыттыр бит шуны аңларға.
Ул бит – беҙҙең ҡәбер. Ҡояш булып,
Беҙ ҡалҡабыҙ һеҙҙе барларға.
Йөҙөбөҙ саф, сөнки намыҫ таҙа,
Беҙҙең намыҫ ҡанда сайҡалған…
Уян, башҡорт!!!
Үлгән улдарыңдың
Ҡәберенән тороп саң ҡағам!


Рауил БИКБАЕВ

Мортазиндың
һуңғы һүрәте


Күҙ алдымда ярһып моң бөрккәндә
Шартлап һынды кеүек бер ҡурай.
Йөҙө ҡара көйгән ир күҙенән
Мөлдөрәмә ҡайғы һырҡырай.

Бер битендә көйрәй даға эҙе,
Бер битендә – һалдат ҡайышының
Айылындағы йондоҙ тамғаһы.
Ҡасан бөтөр ярыу, типкеләүҙәр,
Таш зиндандың боҙло иҙәненә
Тағы күпме ҡандар ағаһы?

Ниндәй ғәйеп, ниндәй гонаһ өсөн
Бындай тамуҡтарҙан үтәһе?
Күҙҙәрендә мөлдөрәмә һағыш:
Юҡҡа булдымы ни бөтәһе?

Юҡҡа булдымы ни азатлыҡ тип,
Илдең ташҡын булып ташҡаны?
Юҡҡамы ни, инҡилапты яҡлап,
Күпме яуҙар саптыҡ,
Ят яҡтарҙа
Ятып ҡалды башҡорт баштары?
Кисерегеҙ мине, кисерегеҙ,
Яуҙаштарым, ҡоралдаштарым!

Һиҙҙе күңелем яуыз мәкер бер саҡ
Ҡара йылан булып сағаһын,
Аҡ йөҙөбөҙгә ҡара яғаһын...
Бер битендә йондоҙ ҡара яна,
Бер битендә – итек дағаһы.

Күҙҙәренән мөлдөрәмә һағыш,
Мөлдөрәмә ҡайғы эркелә.
Һуңғы һүҙен, һуңғы аманатын
Әйтә алмай китә бер кемгә.

Ил батыры!
Ғәййәр орандарың
Төштәремде ярып уята.
Һүҙҙәреңде
Таш диуарҙар аша
Ишетәмен, Муса олатай!
Ғәҙелһеҙлек беҙҙе иҙгәндә лә,
Башыбыҙҙы һис юҡ эйәһе.
Батырҙарын күпме ҡырһалар ҙа,
Буш тормаҫ ул башҡорт эйәре.

Тойҙоң микән
Һинең ярһыуҙарың
Йөрәктәрҙе беҙҙең ҡағаһын.
Бер битемдә көйрәй даға эҙе,
Бер битемдә – йондоҙ тамғаһы.

Ваҡлыҡтарға әүрәп,
Намыҫ менән
Көйһөҙләнеп китһә арағыҙ,
Эй, башҡорттар,
Муса Мортазиндың
Һуңғы һүрәтенә ҡарағыҙ!

Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА

Эй, яҙмышым минең – Башҡортостан


Башҡортостан,
Һине аңлау өсөн
Далаларың кеүек киң күңелле,
Йылғаларың кеүек моң-һағышлы,
Урмандарың кеүек мең балҡышлы,
Ҡаяларың кеүек бейек, серле
Булыу кәрәк,
Ерем — Башҡортостан!

Башҡортостан,
Һине аңлау өсөн
Илкәйем тип, ярһып, ҡылыс болғап, –
Дауам иткән шулай нисә быуат, –
Һинең менән бергә яу сабырға,
Дарға аҫылырға, сабылырға,
Үлдем, тигәс, ҡабат терелергә,
Урал батыр булып әүерелергә
Кәрәк,
Эй, яҙмышым минең — Башҡортостан!

Йырҙарыңды ергә күмһәләр ҙә,
Ҡурай булып сәскә атҡан йырың.
Йырҙарыңды ҡыра алмай ҡырғын!
Телкәйеңде ҡырҡып алһалар ҙа —
Үткерлеге уның ҡылысыңда,
Ә ҡылысың һәр саҡ ҡул осонда
Булған борон,
Утта янмаҫ,
Һыуҙа батмаҫ йырым минең —
Башҡортостан!

Һәр бер көнөң моңдоң өнө, гүйә.
Аҡһаҡалдарыңдың аҡылы ла,
Сабый хыялының ялҡыны ла,
Хәләл икмәк менән хәләл тоҙоң,
Һүнгән, балҡыясаҡ һәр йондоҙоң —
Йәншишмәләй генә моңдарыңда.
Уттан сыҡҡан өсөн һәр бер һүҙең,
Һәр һүҙеңдә балҡый яҡты йөҙөң,
Эй, тормошом минең — Башҡортостан!


Гүзәл СИТДИҠОВА

Ҡырҡ өн


Ҡырҡ өн бөгөн минең туған телдә,
Ҡырылмаһа ҡырҡ һүҙ тыуҙырыусы,
Биләүемдә донъя танытыусы,
Осҡанымда ҡанат ҡуйҙырыусы.
Ҡырҡ өн бара алдан — юлдар ярып,
Ҡырҡ тарафҡа асып ҡуя ишек,
Ҡырҡылып та торған ҡайсаҡ телем,
Әммә мин бар, донъя!
Бармын, ишет!
Ҡырҡ сәскәнән теҙгән гөлләмәләй,
Ҡырҡ ҡайыштан үргән ҡамсы кеүек,
Әммә шундай мохтаж ҡурсалауға
Япраҡтағы ысыҡ-тамсы кеүек
Ҡырҡ өн!
Юғалтмайыҡ!


Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Тел асҡысы


Тел асҡысы бирсе миңә, Хоҙай,
Тел ҡалҡаны булһын яу ҡылысы.
Һандуғастар көнләшерлек телем
Киләсәктә һулымаһын өсөн.
Тел асҡысы бирсе миңә, Хоҙай,
Доға ҡылып һинән һорайымсы.
Тел һағында бер фәрештә булып
Арымай ҙа талмай торайымсы.
Тел асҡысы бирсе миңә, Хоҙай,
Быуаттарға күсһен өсөн телем.
Башҡортлоҡто ул дәлилләп торһон,
Йөрәк ҡылы булып ошо ерҙең...


Ғилман ИШКИНИН

***
Минең телем
Алтын Урҙа менән
Йәнәш сапҡан “һуңғы диңгеҙгәсә”.
Аҡ батшалар менән солох төҙөп
Тыныс ҡына йәшәй алмаған ул:
Иркен даулап яуға күтәрелгән,
язаланған,
Мыҫҡыл ителгәндән
Иҫән ҡалғандары тағы ишәйеп
Рәсәй өсөн ҡанға туҙа-туҙа,
Илен-ерен һаҡлап ҡала алған.
…Телем тыҡрыҡ-урамдарҙа, йәнә
Сәхнә, экрандарҙа, мәктәптәрҙә
Кәмһетелеп, күҙҙәремә баға…
Үҙ илемдә минең телем үгәй
Унар, йөҙәр меңләп башҡортома,
Үҙ илемдә минең тарханлығым
Ташҡа үлсәйем генә аҫабалыҡ.
Ҡабатлағы килмәй Фәләстанды,
Телем, йәшә, илем – Башҡортостан.


Зөлфиә ХАННАНОВА

***
Телһеҙ, моңһоҙ мин кем инде?
Йортһоҙ-илһеҙ – мин ҡайҙа?
Ауыҙлыҡһыҙ уйҙар кеүек
Аттар саба туғайҙа...

Аттар саба. Азатлыҡтың
Белә улар хаҡтарын.
Төнгөлөккә тышамағыҙ,
Зинһар, башҡорт аттарын!

Тышамағыҙ! Ер күп бит ул
Рәсәй тигән киңлектә.
Исмаһам, бер таңға саҡлы
Аттар сапһын иректә!
Аттар сапһын иректә...


Салауат ӘБҮЗӘР

Беҙ!..


Беҙ — ирекле ирекһеҙҙәр!..
Беҙ — ҡол түгел ҡолдарбыҙ!..
Беҙ — хоҡуҡлы хоҡуҡһыҙҙар!..
Беҙ — юлсылар юлдарһыҙ!..

Беҙ — күҙле килеш һуҡырҙар!..
Беҙ — телле көйө телһеҙ!..
Беҙ — ишеткән һаңғырауҙар!..
Беҙ — илле көйө илһеҙ!..

Беҙ — тоҡанмаған уттарбыҙ!..
Беҙ — йәйә, ләкин уҡһыҙ!..
Беҙ — йөрәкле йөрәкһеҙҙәр!..
Беҙ — була тороп, юҡбыҙ!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567