Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡасандыр бар тип тә белмәнек...
Ҡасандыр бар тип тә белмәнек...Ҡыҙыҡ тормошта йәшәйбеҙ, әҙгә генә һиҙгерлекте юғалттыңмы, донъянан артта ҡалыуыңды көт тә тор. Уйлай китһәң, ҡасандыр кеҫә телефоны төшкә лә инмәй торғайны, ә хәҙер унһыҙ көн итеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Кем әйтмешләй, үҙеңде ҡулһыҙ-аяҡһыҙ шикелле хис итәһең. Иртән яңылыш ҡына өйҙә онотоп ҡалдырһаҡ, юҡ ваҡытты бар итеп, кире ҡайтып алабыҙ.
Ата-әсәләр ҙә ҡыҙыҡ: балаһы тыуып та өлгөрмәгән, ә уға кеҫә телефонын хәстәрләй башлайҙар. “Балам донъя­нан артта ҡалмаһын”, “улым тиҫтер­ҙәре араһында кәм-хур булмаһын”, “ҡыҙым яңылыҡтар менән ваҡытында танышып барһын” тигәндән сығыптыр инде... Кеҫә телефоны бөтөнләй кәрәкмәй тиһәк, беҙҙе һантыйға һанаясаҡтар. Тиккә генә Рәсәйҙең мәғариф министры Ольга Васильева дәрескә кеҫә телефонын алып инеүҙе тыйыу кәрәклеге тураһында белдермәне.
– Кеҫә телефоны, ысынлап та, дәрес үткәргәндә ныҡ ҡамасаулай, – ти министр. – Минеңсә, уларҙы “тауышһыҙ” режимына күсереп, йәшниккә һалып ҡуйырға ла тәнәфес алдынан яңынан таратып биреү отош­ло булыр ине.
Ирекһеҙҙән иғтибарҙың ситкә бүленеүе менән бәйле мәктәп йылдарындағы ваҡиға иҫкә төштө. Кемдеңдер класҡа һуңлап инеүе, икенселәрҙең тәҙрә аша күренгән төрлө әйберҙәргә иҫе китеп ҡарауы ваҡ мәсьәлә ул. Бер малай дәрестең иң уртаһында батарейка менән эшләгән уйынсығын ҡысҡыртҡандан һуң дәрестән “д” хәрефе лә ҡалмауы бөгөнгөләй хәтерҙә. Уҡытыусы апай күпме генә яңы теманы аңлатырға тырышмаһын, барыһы ла бушҡа булды. Асыуланып та ҡараны, юхалау ысулдарын да ҡулланырға маташты, ҡыҫҡаһы, маҡсатының файҙаһыҙ икәнен аңлап, үҙаллы эш бирергә мәжбүр булды.
Бөтә Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында Ольга Юрьевна белдереүенсә, әлбиттә, был тәңгәлдә һәр мәктәп үҙе хәл итергә тейеш. Планшет һәм электрон таҡта булғанда, кеҫә теле­фонының бөтөнләй кәрәге юҡ, бер туҡтауһыҙ “смс” яҙып ултырыуҙың ул бер мәғәнәһен дә күрмәй.
Кеҫә телефонының баланың ҡайҙа йөрөүен белеү өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Ҡулыңа алдың да шылтыраттың һәм тынысландың. Күптәр шулай итә лә. Хәйер, уҡыусы мәктәптә саҡта педагогтар уның именлеге өсөн тулыһынса яуап бирә ләбаһа.
Иғтибар тигәндән, был йәһәттән психологтар төрлө алымдар ҡуллана. Мәҫәлән, бала-саға класты гөр килтергәндә, уларҙы нисек тыйырға һуң? Баҡтиһәң, тауыш күтәрергә түгел, ҡолаҡ борорға ла ярамай. Балалар психологы Ирина Кондратьева улар­ҙың телендә һөйләшергә ҡуша. “Айфондың яңы моделе нисегерәк?” йәки “Ғаиләгеҙҙәге автомобилдәрҙең маркалары ниндәй?” тигәнерәк һорау бирһәгеҙ, класс менән тулыһынса идара итә аласаҡһығыҙ”, – ти ул. Тимәк, дирижер таяғы һеҙҙең ҡулда.
Кеҫә телефонына килгәндә, бөтә нәмәлә сама тигән төшөнсәне оноторға ярамай. Был һәр беребеҙгә ҡағы­лалыр...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 243

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523