Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар…”
Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәрҙең эшкә урынлашыуына мониторинг һөҙөмтәләрен иғлан итте. Был эш 2015 йылдан башлап алып барыла һәм йыл һайын миллиондан ашыу белгес буйынса мәғлүмәт туп­лана. Быйылғы мониторинг уҡыу йорттарын 2015 йылда тамамлап, 2016 йылда эшләгән 1 миллион 267 мең кешене тикшереү һығымталарын тәҡдим итә. Башҡортостан буйынса 23 299 йәш яҡташыбыҙ тикшерелгән. Уларҙың 78 проценты, рәсми рәүештә эшкә урынлашып, айына уртаса 28 062 һум эш хаҡы алған. Республиканан ситкә киткән 6384 белгестең эш хаҡы уртаса 35 566 һум тәшкил итә.


Республикала эшләгән йәш инженер кадрҙары араһында иң юғары эш хаҡы – Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский (43273 һум) һәм Салауат (37723) филиалдарын тамамлаусыларҙа. Шул уҡ филиалдарҙы тамамлап ситкә киткән белгестәрҙең эш хаҡы байтаҡҡа юғарыраҡ (77187 һәм 74530 һум).
Рәсәй Федерацияһы буйынса йәш белгестәрҙең 75 проценты рәсми рә­үештә эшкә урынлашып, уртаса эш хаҡтары 27 770 һум тәшкил иткән (уҙған йылда 27 482 һум булып, инфляцияны иҫәпкә алғанда, реаль эш хаҡы кәмегән).
Башҡортостанда авиация инженер­ҙары ла күпләп әҙерләнә, уларҙың ил буйынса уртаса эш хаҡы 46 000 һумға еткән. Әммә был категория белгес­тәрҙең ҙур өлөшө, авиация тармағы заводтары бик ауыр хәлдә һәм эш хаҡы түбән булыу сәбәпле, башҡа тармаҡтарға – нефть сәнәғәте предприятиеларына, финанс ойошмаларына, бизнесҡа күпләп китә, һөҙөмтәлә уларҙың эш хаҡтары сағыштырмаса юғары килеп сыға.
Илдә иң юғары эш хаҡы алған йәш инженерҙар түбәндәге вуздарҙы тамамлаған:
1. И.М. Губкин исемендәге
Мәскәү дәүләт нефть
һәм газ университеты 58 163 һум
2. Н.Э. Бауман исемендәге
Мәскәү дәүләт техник
университеты (МВТУ) 56 373 һум
3. Ульяновск граждандар
авиацияһы институты 55 090 һум
4. МИФИ 53 004 һум
5. МАИ 49 850 һум
Иң абруйлы техник вуздар ара­һын­да Ульяновск граждандар авиа­ция­һы институты әҙерләгән йәш белгес­тәрҙең эш хаҡы буйынса илдә өсөнсө урынға сығыуы еңел генә аңлатыла: был уҡыу йортонда һуңғы йылдарҙа “Боинг” һәм “Эйрбас” самолеттарын ҡулланған авиакомпаниялар өсөн пилоттар, башҡа төрлө белгестәр әҙерләйҙәр. Уларҙың ҙур өлөшө сит илдәргә китә. Мәҫәлән, 2017 йылдың тәүге яртыһында ғына 300 пилот сит тарафҡа күскән, тағы ла 400 пилот сит илдәргә китеү өсөн документтар әҙерләй. Пилоттарҙан тыш, институт күпләп башҡа төр белгестәрҙе лә әҙерләй.
Үткәрелгән мониторинг ҡиммәтле кадрҙарҙы илдә ҡалдырыу буйынса йоғонтоло саралар әҙерләүгә лә булышлыҡ итәсәк. Бөгөн сит илдәрҙә 250 меңгә яҡын Рәсәй белгесе эшләй. Был йәһәттән МИФИ менән МФТИ үҙенсәлекле “лидер” иҫәпләнә: уларҙы тамамлаған белгестәр хәҙер тотош коллективтары менән Америка Ҡушма Штаттарына китә башланы. МИФИ, МИФТИ кеүек вуздарҙа инженерҙарҙы әҙерләү бик ҡиммәткә төшә – уларҙа һәр әҙерләнгән кадрға, мәҫәлән, Мәскәү дәүләт университетының гуманитар факультеттары менән сағыштырғанда, уртаса 25 тапҡырға күберәк аҡса һалына.
Ҡиммәтле кадрҙарҙың күпләп ситкә китеүе илгә ҙур зыян килтерә. Мәҫәлән, Рәсәй Фәндәр академияһы Биофизика институтының Кеше физиологияһы лабораторияһы нәҡ шул сәбәпле юҡҡа сыға. Заманында данлыҡлы биофизик Валентин Кринский ойошторған лаборатория йөрәк физиологияһы, яһалма йөрәк проблемалары менән шөғөлләнә. Был эштә көслө физиктар кәрәк булғас, унда МФТИ тамамлаған Игорь Ефимовты саҡыралар. Атом физикаһы белгесе биофизик булып китә. 90-сы йылдарҙа эш хаҡы түләнмәй башлағас, ул лаборато­рияһын АҠШ-ҡа, Джордж Вашингтон университетына алып китә. Ефимовты университеттың Биофизика инжене­рияһы факультеты деканы вазифа­һына тәғәйенләйҙәр. Нигеҙҙә, МФТИ тамамлаған Рәсәй белгестә­ренән туп­ланған лаборатория биофизика инже­нерияһы (айырыуса яһалма йөрәк һәм башҡа ағзалар буйынса) өлкә­һендә донъяла иң көслөләрҙән иҫәпләнә.
Күренекле астрофизик, Германия­ның Гархинг ҡалаһында урынлашҡан Макс Планк астрофизика йәмғиәте инс­титуты директоры Рәшит Сөнәев­тең исеме Башҡортостанда киң билдәле. Ул МФТИ тамамлап, оҙаҡ йылдар СССР Фәндәр академия­һының Космик тикшеренеүҙәр институтында эшләй. Уның улы Шамил шулай уҡ МФТИ тамамлап, Гарвард университетында эшләй һәм яңы фәнгә – биофизика информатикаһына – нигеҙ һалыусылар­ҙың береһе иҫәпләнә, бер юлы университет госпиталендә лабораторияға етәкселек итә. Шамил Сөнәевтең биофизика информа­тикаһы өлкәһен­дәге асыштары, генетика, кеше геномикаһы өлкәһендәге хеҙмәттәре был фәндәрҙә яңы ҙур аҙым булып тора.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белгестәр илдән, хатта Мәскәүҙән, ундағы МИФИ, МФТИ кеүек күренекле фән үҙәктәренән дә күпләп китә. Был шарттарҙа йәш кадрҙарға мониторинг үткәргәндә, белгестәрҙең ситкә китеү сәбәптәрен тәрәнерәк өйрәнергә, улар менән бәйләнештәрҙе һаҡларға кәрәк.
Оҙаҡ йылдар СССР Фәндәр академияһының Космик тикше­ренеүҙәр институтын етәкләгән, әлеге көндә АҠШ-тың Мэриленд университетында эшләгән күренекле физик, Социалистик Хеҙмәт Геройы Роальд Сәғҙиевтән белгестәрҙең күпләп Америкаға китеү сәбәптәрен һорағас, ул, көрһөнөп, “Шахта” йырын иҫкә төшөрә. Иҫке тексты, әлбиттә, ә унда:
Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар
Китә ҡаҙҙар Донбассҡа… –
тип йырлана. Хәҙер был йыр икенсе төрлөрәк йырланғанын әйткәс, академик ныҡ ғәжәпләнә. Баҡтиһәң, ул текстың үҙ тарихы бар икән. Һуғыштан һуң татар һәм башҡорт йәштәрен күпләп Мәскәүгә метро төҙөргә, немецтар шартлатып киткән Донбасс шахталарын тергеҙергә ебәрәләр. Донбассҡа киткән эшелонға ниңәлер күберәк ҡыҙҙар эләгә. Шунда уҡ кемдер яңы йыр һүҙҙәрен сығара. Тәүҙә унда “ҡаҙҙар” һүҙе урынына “ҡыҙҙар” тип йырлана. Йыр бик популяр булып китә, әммә уның һүҙҙәрен йыр китаптарында үҙгәртеп баҫтыралар.
Ә йәштәр һаман китә лә китә. Егеттәре лә, ҡыҙҙары ла…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды

Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды 29.05.2026 // Йәмғиәт

14 майҙан Иҫке Ғүмәр ауылынан Кушнаренкоға тиклем (Ҡаратәкә ауылында туҡтай) автобус маршруты ......

Тотош уҡырға 1

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан 29.05.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн бар донъяла өсөнсө быуын ВИЧ-инфекция менән йәшәй. Араларында вирусты ата-әсәһенән йоҡторған ......

Тотош уҡырға 1

Республикала йәшәүселәрҙе ҡырау, ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәрттеләр
Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне 29.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Авиакомпания Өфө – Владикавказ маршруты буйынса тәүге рейс башҡара
Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде 29.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин 29.05.2026 // Йәмғиәт

2027 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен һәм уның тирәләй майҙанды төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла. ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ 28.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын Башҡортостандан егет-ҡыҙҙар берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйып, илебеҙҙең баш ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров: «Беҙҙең ир-егеттәрҙең миссияһы —  ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау»
Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән 28.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә 28.05.2026 // Йәмғиәт

Сикләү «Йәшел марафон» үткәреү менән бәйле, тип хәбәр иттеләр мэриянан....

Тотош уҡырға 1

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде 28.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә