Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙҙар яҙмышын хәл итеүсе ағай
Ҡыҙҙар яҙмышын хәл итеүсе ағайКеше был донъяға ни өсөн тыуа? Әлбиттә, үҙ артынан яҡты эҙ ҡалдырып китергә. Баҡҡан балаң һәм изге ҡылыҡтарың – ул эҙ. Әңгәмә ҡорған геройым тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләп үҫтергән, балалары инде үҙҙәре эҙ яра. Тик һүҙем әлегә ул хаҡта түгел. Икенсе ғәмәл – уратып алған донъяға изгелек нуры сәсеү тураһында. Ә нисек сәсергә һуң ул изгелекте? Эйе, башҡарған көндәлек хеҙ­мәтеңдә, башҡаларға ҡарата мөнәсәбәттә сағыла ул.

Бөтәрләнгән костюм, әллә ямалған күлдәк?

Ғаяз Нафиҡов уҡытыусы Хәм­зә ағаһының бер һүҙенә бик ныҡ иғтибар итте. “Бөтәрләнгән костюм кейеп йөрөгәнсе, ҡырҡ ямаулы, әммә таҙа һәм үтеклән­гән күлдәк матурыраҡ”, – тине остазы. Кейем тураһында ғына һүҙ бармағанын ул саҡта аңла­нымы икән уҡыусы? Һәр хәлдә, ул әйтемдең асылын үҙенең тормош девизына әйләндерә: бирелгән ғүмерҙе матур итеп йәшәргә, донъяны матурларға. Тик нисек итеп? Хәйер, быныһын тормош үҙе күрһәтә.
Яҡты хыялдар менән янған үҫ­мер өлгөргәнлек аттестаты алыу менән Стәрлетамаҡҡа һө­нәрселек училищеһына уҡырға инә. Белем алыу теләге уны бер аҙ тәжрибә туплағас, әрменән ҡайтҡас та ебәрмәй – әңгәмәсем тағы бер училище һәм вуз тамамлай.
Ҡала тормошона башкөллө сумып, заводҡа сменанан сме­наға барған, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәтеп йөрөгән, инде ғаиләле һәм фатирлы булған бер мәлдә ул яҡындары менән ҡубып, ҡапыл кендек ҡаны тамған еренә – Ҡыйауыҡҡа ҡайтып китә. Хеҙмәттәштәре өсөн генә түгел, был хәл Ғаяз ағайҙың үҙенә лә яңылыҡ була буғай. Тик ни ҡылаһың, ағаһы фажиғәле вафат булыу сәбәпле, тыуған нигеҙендә оло йәштәге ата-әсәһе яңғыҙы тороп ҡала. Матур тормош ҡорам тип, ғәзиз кешеләрең алдындағы изге бурысты үтәмәй ҡалаһыңмы ни?!
Ауылда изгелек нурын ул Йәнырыҫ мәктәбендә балаларға һабаҡ биреү сүрәтендә сәсә – ҡайтҡас та мәктәптә эш башлай, белемен камиллаштырып, тарих уҡытыусыһы булып китә. Ғаилә яңы өй һалып сыға, тормош йәнә үҙ ағышы менән бара. Тик инде ауылда төпләндек ти­гәндә, Ғаяз Садиҡ улына Ишембай ҡалаһы комитетынан саҡырыу килә. Инструктор, бүлек мөдире вазифаларын уға ышанып тапшыралар.
– Партия эше күп һабаҡ бирҙе, нығытты, – тип хәтерләй ул үткән ғүмерен. – Кеше менән мөнәсәбәт ҡорорға өйрәндем, тормош хаҡында башҡасараҡ уйлана башланым.

Ашарға аҡса бирегеҙ!

Коммунизм төҙөүгә өлгәшел­мәү сәбәпле, Ғаяз ағайҙың ке­шеләргә хеҙмәт итеүе лә был тәңгәлдән туҡтап ҡала. Әммә яҙмыш уға башҡа бер мауыҡ­тырғыс та, тетрәндергес тә, айырыуса яуаплылыҡ талап иткән боролош әҙерләп ҡуйған була. Уны ҡалалағы 1-се һөнәрселек училищеһына директор итеп тәғәйенләйҙәр.
Был махсус уҡыу-тәрбиә йор­то­ноң йәмғиәттә хәүефлелек тыуҙырған (девиантлы тәртипле) ҡыҙҙар менән эшләгәнен бары­быҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Шуға унда хеҙмәт иткән кешеләрҙең ниндәй ауыр эш башҡарғанын күҙалларға ғына ҡалалыр. Хәйер, Ғаяз Садиҡ улының һөйләгәндәренән ҡайһы бер күренеш-мәғлүмәттәр генә лә тәрән уйҙарға батыра. Бында ҡыҙҙарҙың яҙмышы хаҡында ғына һүҙ бармай.
– Мин эшләй башлаған йыл­дарҙа ил иҡтисадының киҫкен мәле. Училищела ашарға юҡ ти­гәндәй. Ярай әле, хужалыҡ етәк­селәре менән танышмын, һөйләшәм, саҡ ҡына булһа ла аҙыҡ-түлек алып ҡайтыла.
Ә бер саҡ Ғаяз Садиҡ улы Мәс­кәүгә сығып китә. Ил мәғари­фы министры урынбаҫары менән юғары тондарҙа һөйлә­шергә тура килә хатта. Эш урынын юғалтыу­ҙан да, әрләп сығарыуҙан да ҡурҡмайынса мәсьәләне ҡабыр­ғаһы менән ҡуя директор: “Йә аҙыҡ-түлеккә аҡса бүләһегеҙ, йә мин ҡайтам да ҡыҙҙарҙы урамға сығарам – улар бер сәғәт эсендә үҙҙәренә ризыҡ табасаҡ...”
Йәш тәртип боҙоусыларҙың магазиндар талап йөрөүен күҙ алдына килтерәме министр урынбаҫары, әллә балаларҙы йәлләп ҡуямы – һәр хәлдә, финанс бүленә.
Әлбиттә, дәүләт бындай төр уҡыу йорттарына гел генә әле­геләй мөнәсәбәттә булмай. Рәсәй буйлап ике тиҫтәнән ашыу ошондай учреждениеларҙың йәмғиәт өсөн ниндәй эш башҡарғаны һуңғы йылдарҙа айырыуса иғтибарға алына. Тик шуныһы: йәнә иҡтисад хәле “сәбәптәр” килтермәһен инде!

Ояһында ни күрһә...

Эйе, училище эшмәкәрлеге, унда тәрбиәләнгән ҡыҙҙар яҙмы­шы хәҙер 22 йыл буйы Ғаяз Нафиҡов иңендә. Кәрәк саҡта әрлә­шеп тә, ныҡышып та хәл итергә тура килә мәсьәләләрҙе. Тормошто матурлар өсөн көрәшмәй тороп, һөҙөмтәләргә өлгәшеү ҙә мөмкин түгел. Әммә был уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығытыу, биләмәне гөл-сәскәгә күмеү генә түгел (хәйер, белем һәм тәрбиә эшендә, быныһы ла бик мөһим), ҡыҙҙарҙы дөрөҫ юлға баҫтырыу, уларға яҡшы тәрбиә биреп, тормоштоң асылына төшөндөрөү, иманына ҡайтарыу – бына тәү сиратта нимә хаҡында йөрәге яна педагог-етәксенең.
Был йәһәттән Ғаяз Садиҡ улы коллективтың тәжрибәһен артты­рыу буйынса ҙур саралар күрә. Башҡа белем усаҡтары, йәмәғәт­селек менән хеҙмәттәшлек юғары кимәлдә. Иң мөһиме – ҡыҙҙарға булған яҡшы мөнәсәбәт һоҡ­ландыра.
– Беҙгә килгән балалар – ата-әсәләре мөмкинлектәре төрлө булған ғаиләнән. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр,
тигәндәй, был 11 – 18 йәшлек ҡыҙҙар араһында ниндәйҙер енәйәт ҡылып өлгөргән, тәмәке тартыу, эскелек, наркотик, хатта тән һатыу менән мауыҡҡандар бар. Башта икенсе тормошҡа өйрәнеүе ҡыйын, әммә беҙҙең учреждениелағы тәртипте үҙ итә башлағас, матурлыҡ хаҡында, яҡты киләсәк тураһында уйлана башлайҙар, – әңгәмәсем ябай ғына эш көндәлеген теҙгәндә, йәмғиәткә күрһәтелгән баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт күҙ алдына килә. Ысынлап та, ваҡытында дөрөҫ юлға бороп ебәреүҙән күп нәмә тора шул.
Дөрөҫөн әйткәндә, мәҡәлә геройының эш урынына юл тотҡанда, ҡараңғы һәм ҡурҡыныс бер утрауҙы күҙ алдына килтер­гәйнем. Тик тупһа аша инеү менән был шигем һыпырып ташла­ғандай булды. Ундағы бөхтәлек, тәртип һәм йылы мөнәсәбәт күҙгә ташлана. Хатта ҡайһы бер ғәҙәти лицей-колледждарҙа ла юҡ бындай уңайлы мөхит. Нисек ошонан һуң тағы насар юлға баҫмаҡ кәрәк? Ә бит, уйлай китһәк, ошо тиклем ҙур эште нәҡ учреждение директоры ойошторған. Был йәһәттән Ғаяз Садиҡ улын ҡыҙҙар яҙмы­шын хәл итеүсе ағай тип билдә­ләргә булыр ине. Әйткән­дәй, тәрбиәләнеүселәр менән аралаш­ҡанда Ғаяз ағай бала саҡта ишеткән “костюм торошо” хаҡын­да ла һөйләй. Иң мөһиме – уның асылына ҡыҙҙар тиҙерәк төшөнһөн, тип теләргә генә ҡалалыр.
– Илашып хушлашабыҙ, әммә беҙҙән киткәс, уларҙы ниндәй яҙмыш көтә? Дәүләт эштең дауамы хаҡында ла уйланһын ине. Юғиһә йәнә бысраҡ өйгә, араҡы еҫе аңҡып торған ата-әсә янына ҡайтҡас, бөрөләнеп килгән хыялдар селпәрәмә килеүе ихтимал. Хәйер, шундай мөхиткә эләкһәләр ҙә, юғалып ҡалмаҫ, киренән упҡынға батмаҫ өсөн ҡыҙҙарҙа ниндәйҙер иммунитет булды­рырға тырышабыҙ, – тип тәрбиә­ләнеүселәренең киләсәген дә онотмай Ғаяз Садиҡ улы.
Нисек кенә булмаһын, һуңы­нан рәхмәт хаттары күп килә, ҡыҙҙар тормошта үҙҙәрен табып, ғаилә ҡора, бынамын тигән әсә булып китә, белем алып, эшләп йөрөйҙәр. Шул рәхмәттәр эшендә көс бирә лә инде әңгәмәсемә. Арттан ҡалған эҙҙәрҙең бер матур һәм ихлас биҙәге улар – әлеге рәхмәт хаттары...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512