Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙҙекеләр тормошта юғалып ҡалмай”
“Беҙҙекеләр тормошта юғалып ҡалмай”Сирек быуаттан ашыу тарихлы Сибай педагогия колледжы – республика өсөн башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләгән алдынғы уҡыу йорттарының береһе. Асылына тоғро ҡалып, йәш быуынға һөнәр биреп кенә ҡалмай, тормошта үҙ урынын табырға ла ярҙам итә ул. Колледждың бөгөнгө хәле, уңыштары, маҡсаттары менән танышыу ниәтендә уның директоры, педагогия фәндәре кандидаты Зәйтүнә ЙӘНБӘКОВАға мәрәжәғәт иттек.


– Көньяҡ Урал райондары өсөн төплө белемле кадрҙар әҙерләгән педагогия колледжы коллективы әле ниндәй пландар менән йәшәй, Зәйтүнә Рәхмәт ҡыҙы?
– Әлбиттә, төп маҡсатыбыҙ студенттарға яҡшы белем биреү, уларҙың аң һәм ижади һәләт­тәрен үҫтереү булып ҡала. Иң мөһиме – үҙ эшен яратһындар. Тәүге көндән үк мәктәпкә бара­саҡтары, яуаплы һөнәргә әҙер­ләнәсәктәре хаҡында йәнә бер ҡат иҫтәренә төшөрөп, уҡыусы­ларҙың иғтибарын ҙур маҡсатҡа йүнәлтәбеҙ. Икенсенән, беҙҙә педагогтар һәр студент менән шәхсән шөғөлләнә. Заман талаптарына яуап бирерҙәй белем генә шәхси һәм һөнәри уңышҡа илтә. Шул маҡсаттан сығып, колледж коллективы үҙ эшмәкәрлегенә ал­дынғы технологиялар индереү­ҙе йылдан-йыл әүҙемләштерә бара.
– Уҡыу йортонда ниндәй йүнәлештәр ҡаралған?
– Иң мөһимдәрҙең береһе – мәктәп бүлеге. Был йүнәлештә белем алырға теләгәндәр йылдан-йыл арта. Шул уҡ ваҡытта заман талаптарының үҙгәреүе беҙҙең уҡыу йортонда ла яңы бүлектәр асыуға килтерҙе. Күп осраҡта информатика серҙәрен үҙләштергәндәр мәктәпкә бармай, төрлө ойошмаларға программист булып эшкә урынлаша. Шуға хәҙер киңерәк йүнәлеш алдыҡ – техник-программистар әҙерләй­беҙ. Һуңғы йылдарҙа демогра­фия­ның яҡшырыуы мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары өсөн тәрбиәселәр әҙерләү бүлеген тергеҙергә мәжбүр итте. Шуныһы ҡыуаныслы: уны тамам­лаған ҡыҙҙарҙың барыһы ла эшкә урынлаша.
Белеүегеҙсә, мәктәптә музыка уҡытыусыһына элек-электән иғ­тибар, ни өсөндөр, тейешле ки­мәлдә булманы. Хәҙер иһә ошондай белемгә эйә педагогтар ҙур ихтыяж менән файҙалана, мәҙәни сараларҙың юғары кимәлдә үтеүе тап уның һөнәрилегенә бәйле. Шундай диплом алған белгестәр һәр ерҙә эшләй ала. Ә физкультура бүлегендә уҡығандар – сәлә­мәт тормошто үҙ иткән, спорт­ты яратҡан егет-ҡыҙҙар. Уларҙың ба­рыһы ла ниндәйҙер секцияға йө­рөй, ҡала, республика ярышта­рында гелән призлы урын яулай.
Үткән уҡыу йылында тағы бер яңы бүлек астыҡ. Өҫтәмә белем биреү педагогтары әҙерләнә унда. Бүлекте тамамлағандар киләсәктә балалар ижад йортонда, баҡсаларында төрлө түңәрәк етәкселәре булып эшләй ала. Әлегә был йүнәлеште һайлау­сылар аҙ, әммә киләсәктә ул уҡыусылар араһында киң танылыу алыр тигән ышаныстабыҙ. Балаларҙың буш ваҡытын дөрөҫ һәм файҙалы итеп үткәреү бурысына республика Башлығы ла, Мәғариф министрлығы ла ҙур иғтибар бирә бит, был йәһәттән мәктәп коллективтарына яңы йөкләмәләр өҫтәлә.
– Ситтән тороп уҡыу бүлеге хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Алда әйтеп үткәнемсә, һуңғы йылдарҙа тәрбиәселәргә ихтыяж ҙур. Был йәһәттән колледжда йәш белгестәргә ситтән тороп уҡыу һәм эшләү мөмкинлеге бар.
– Ә студенттар буш ваҡыттарын нисек үткәрә?
– Беҙҙең студенттарҙың буш ваҡыты юҡ тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Улар һөнәри белем алып ҡына ҡалмай, төрлө яҡлап үҫешә. Мәҫәлән, ғилми-тикшеренеү эше яйға һалынған, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар йыш үткәрелә. Һәм, әлбиттә, төрлө байрамдар уңайынан үткәрелгән ҡыҙыҡлы кисәләр студенттар тормошон ба­йыта. Йәштәр Арыҫлан Мөбә­рәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрына йөрөй, унда барған спектаклдәр буйынса фекер алышыуҙар матур йолаға әүерелде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Шакирова етәкселек иткән “Рухи хазина” клубы уңышлы эшләп килә. Колледж­дың ғына түгел, ҡалабыҙҙың йөҙөк ҡашына әйләнгән “Аҡйон­доҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле – күптәргә өлгө булырлыҡ, һоҡ­ланғыс йәш­тәрҙе туплаған төр­көм. Студенттар ҡала, республика кимәлендә сығыш яһай, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ла лауреат исеменә лайыҡ булдылар. Шулай уҡ бында төрлө секциялар эшләй, спорт фестивалдәренән беҙҙе­келәр еңеүһеҙ ҡайтҡаны юҡ.
– Ә йәшәү шарттарына кил­гәндә...
– Студенттарҙың барыһына ла дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Тәрбиәселәр беркетелгән. Белем усағында 500-ҙән ашыу студент уҡыһа, шуларҙың 90 проценты ятаҡта йәшәй, ҡалғандары – ҡаланыҡылар.
– Йәй колледж студент­та­ры­ның күбеһе республи­ка­ның балалар ял һәм һа­уыҡ­тырыу лагерҙарында вожатый булып эшләй. Улар үҙ теләге менән барамы?
– Өсөнсө курсты тамамлаған студенттар өсөн йәйге лагерҙа практика үтеү курсы мотлаҡ. Улар теоретик белем туплап, бер аҙ­на­лыҡ вожатыйҙар курсы үтеп, таныҡлыҡ ала. Артабан ҡаланың “Шифа”, “Ҡайынҡай”, “Юлдаш” ла­герҙарында практика көтә. Йәштәр үҙ теләге буйынса йәшә­гән урынында эшен дауам итә ала.
– Уҡыуға ҡабул итеү кам­панияһы эше тураһында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Абитуриенттарҙан документты 15 июндән ҡабул итә баш­ланыҡ. Элек уҡыусылар имтихан тапшырһа, хәҙер иһә, мәғариф­тың яңы ҡанундарына ярашлы, башҡа алым ҡулланыла. Документтар менән эш итәбеҙ, уҡырға инеү мөмкинлеге аттестаттың дөйөм балы буйынса ҡарала. Беҙҙә белем алған студенттарҙың хеҙмәт баҙарында юғалып ҡал­мауын иҫәптә тотоп, быйыл да Сибай педагогия колледжын һайлаусылар күп булыр, тип ышанам. Иң мөһиме – йәштәр уҡы­тыусы һөнәрен ғүмерлеккә һайлауына инанып килһен ине.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәх­мәт. Киләсәк быуын мәнфәғәт­тә­рен­дә башҡарған матур эштә­ре­геҙҙә уңыштар юлдаш булһын!

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 596

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 095

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 085

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436