Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Булдыҡлы булдырыр, эшен дә уңдырыр
Бер көн киске аш мәлендә атай-әсәйемдән ниндәй хыял менән йәшәүҙәре тураһында ҡыҙыҡһындым. Йортто тиҙерәк һалып инеү икәнен белдергәстәре, “Быны нисек тормошҡа ашырырға уйлайһығыҙ?” тип һораным. “Бары тик тырышып эшләп кенә”, – тине улар. Күрәһең, ысынлап та, ниндәй генә хыялың булмаһын, уны ғәмәлгә ашырыу өсөн тырышлыҡ, көс һәм, күп осраҡта, аҡса ла кәрәк шул. Ә минең беренсе сиратта тормошҡа ашырырға теләгән хыялым яңы телефон һатып алыу ине.
Һөйләшеүҙең аҙағында атайым: “Яҙға ҡаҙ бәпкәләре алып үҫтереп ҡарайыҡмы әллә?” – тип тәҡдим итте. “Әгәр йәйге ялыңда себеш ҡарарға ярҙам итһәң, көҙгә хыялың тормошҡа ашыр”, – тип тә өҫтәне.
Шулай итеп, беҙ тәүәккәлләп эшкә тотондоҡ. Яҙғыһын, ер кипкәс тә, атайым ҡаҙ бәпкәләре өсөн урын әҙерләй башланы. Төнгөлөккә бикләү өсөн иҫке бер будка алып ҡайтты. Унда ут үткәрҙе һәм иҙәненә һалам түшәргә булды. Бының өсөн еңел машинаға арба тағып, бер ағайҙың келәтенә йүнәлдек. Тик келәттә һалам һатылып бөткән, бары ҡойолған ваҡ сүбе генә иҙән тулып ята ине. “Беҙгә ошондай һалам кәрәк тә инде!” – тине атайым.
Ағай келәте таҙарыуға ҡыуанһа, беҙ бәпкәләргә яҡшы ғына яҫтыҡ булыуына шатландыҡ. Һәр буш ваҡытты, ял көндәрен бәпкәләргә шарттар булдырыу өсөн файҙа­ландыҡ. Һыу һәм ем һауыттарын да атайым үҙе эшләп ҡуйҙы, ә мин уға ярҙам итеп торҙом. Уларҙы беҙ оҙон тимер торбаларҙан яһаныҡ. Ә тәүге мәлдә һыуға төшөп еүеш­ләнмәһендәр өсөн уның өҫтөн тимер сеткалар менән ҡапланыҡ. Ем һауыттары ла уңайлы итеп эшләнде. “Иң мөһиме – емде сарыф итмәһендәр һәм тапамаһындар”, – тине атайым. Будка янында ярайһы ҙур ғына майҙан ҡалдырып, уны тимер сымдар менән уратып ҡуйҙыҡ. Шулай итеп, әҙерлек эштәрен осланыҡ. Мин түҙемһеҙләнеп һары бәпкәләрҙе алыр ваҡытты көтә башланым. Уҡыуҙар тамамланғас, көндәр ярайһы йылынғас, атайым йомшаҡ ҡына һары йомғаҡтарҙы алып та ҡайтты. Шул көндән алып ҡыҙыу эш башланды.
Шундай матур, еп-еңел генә ҡаҙ бәпкәләре йүгерешеп йөрөй алдымда. Быларҙы ҡаҙ итеү өсөн күпме ваҡыт кәрәк? Үҙҙәре күмәк бит әле! Ә сирләһәләр йә үлә башлаһалар, ни ҡылмаҡ кәрәк? Шундай уйҙар тыуҙы уларҙы күреү менән. Тәүге көндәрҙә әсәйем һарыҡайҙарҙы бала ҡарағандай ҡараны. Атайым хатта ҡаҙ үҫтереү серҙәре яҙылған китаптар ҙа алып ҡайтты.
Һәр иртәбеҙ бәпкә ҡарауҙан башланып китә. Бик аҡыллы ҡош-ҡорт икән улар! Беҙҙең менән муйындарын һоноп һөйләшкән булалар. Иң оҡшаған сифаттары – емде әрәм-шәрәм итмәүҙәре. Ергә төшкән һәр бөртөгөн дә суҡыштары менән сүпләп алалар бит. Хәйер, һауыттары ла шундай уңайлы килеп сыҡты: теҙелешеп кенә ашайҙар, һауыттың эсенә инә алмайҙар. Һыуҙа еүешләнеп бысранмайҙар. Үҙҙәрен яҡшы ҡарайҙар, бер туҡтауһыҙ суҡыштары менән таҙарыналар. Өйрәктән айырмалы, үлән яраталар. Шуға ла көнө буйы йәшел үлән ашағандарын һаҡлап ултырырға кәрәк, юғиһә ҡарғалар көтөп кенә тора. Алмаш-тилмәш бәпкәләрҙе һаҡлайбыҙ. Ә мин ваҡытты үткәреү өсөн ҡаҙ көткәндә китап уҡый башланым. Шулай көндәр үтеп, бәпкәләр үҫә торҙо. Яҡшы шарттар һәм берҙәмлек булғанда, был эштең бер ҡыйынлығы ла юҡ икән.
Төп хәстәрлек атайҙың елкәһенә төштө. Ҡоштарға ем, урын әҙерләү иң мөһим эштәр бит. Бер аҙ үҫкәс, бәпкәләр үҙаллы йөрөй башланы, тик ваҡыты-ваҡыты менән һыу ҡоябыҙ ҙа ем бирәбеҙ.
Бүтән ваҡытта йәйге каникулдарымды ауылда олатай менән өләсәй янында үткәрһәм, быйылғыһы бәпкә ҡарап үтте. Һис кенә лә үкенмәйем: бар тырышлығым файҙалы эш өсөн булды. Һөҙөмтәһен күреү өсөн ҡаҙҙарҙы үлсәй барырға булдым. Хатта ауырлыҡтарын теркәй барҙым. Үлсәгән һайын артыуҙарын күреп ҡыуандым. Шулай йәй айҙары үтеп тә китте. Һары ғына бәпкәләр аҡ ҡаҙҙарға әйләнде. Әммә бының менән эш тамамланманы әле. Хәҙер ҡошҡайҙарҙы бикләп ашатып һимертергә һәм һатып табыш алырға кәрәк.
Уҡыуҙар башланғас, эш атайыма ҡалды. Хәҙер ҡоштарҙы ҡарау ем менән һыу биреүгә ҡайтып ҡала. Ҡаҙҙар көн дә бешкән бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө менән һыйлана. Бына шулай һимереп тә киттеләр. Октябрҙә унлап ҡаҙҙы тереләй һатып алыусы табылды. Был беҙҙең тәүге табыш ине. Тыуған көнөмә үҙем теләгән телефонды алып та бирҙеләр. Ә ноябрь айында әҙләп ҡаҙҙарҙы һуя башланыҡ. Үҙең үҫтергәс, бигерәк тә тәмле була икән. Һатып алыусылар ҙа табылып торҙо. Итен генә түгел, майын да һораусылар булды. Шулай итеп, хыялым тормошҡа ашты. Бының өсөн тәүәккәл атайыма һәм егәрле әсәйемә рәхмәтлемен. Атайым: “Быйыл йортҡа ут һәм зәңгәр яғыулыҡ инәсәк”, – тине. Тимәк, ниндәйҙер кимәлдә атай-әсәйемдең дә хыялы тормошҡа ашты. Алла бойорһа, бер нисә йылдан үҙ йортобоҙға ла күсербеҙ әле. Атайым: “Икенсе йылға ла ҡаҙҙар алабыҙмы?” – тип һорағас, әсәйем менән бер тауыштан “Эйе!” тинек. Беҙ ауыл тормошон яратабыҙ, хыялдар тормошҡа ашһын өсөн тырышырға әҙербеҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 450

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 650

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 242

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523