Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тамыр”лы бала саҡ
“Тамыр”лы бала саҡ Гөлназ Ҡолһарина:
– “Тамыр” иле – бик ҙур, бик бай ил. Тапшырыуҙарға бай, балаларға бай, һәләттәргә бай... Балаларға хас сафлыҡ, ябайлыҡ менән йәмләнеп, сағыу тауыштарҙан гөрләп торған шундай күңелле бер донъя ул. “Тамыр” телерадиостудияһы асылыуға 25 йыл тулыу күҙлегенән ҡарағанда, байрамлы, даланлы, бәхетле ил.
Студияла эшләгән режиссерҙарҙың, мөхәррирҙәрҙең, тауыш режиссерҙарының, рәссамдарҙың, һәләтле балаларҙың булыуы менән бәхетле ул “Тамыр” иле.

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, ти халыҡ. Арыу-талыу белмәйенсә, күңел һалып башҡарған эштәренең уңышын яулаған еңеүҙәре менән иҫбатлай “Тамыр”ҙар. “Сәңгелдәк”, “Сулпылар”, “Тау-тау хәбәр”, “Шәп арба”, “Бала-саға”, “Бауырһаҡ”, “Борсаҡ” кеүек сағыу тапшырыуҙарҙы, туған телебеҙҙәге әкиәт һәм йәнһүрәттәрҙе ижад иткән, төрлө концерттарҙа сығыш яһап, һәммәбеҙҙе һоҡландырған “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы менән яҡындан танышыу маҡсатында уның етәксеһе Гөлназ ҠОЛҺАРИНА менән әңгәмәләштек.
– Гөлназ Фәрит ҡыҙы, диңгеҙҙәге карап үҙенең ҡайһы яҡҡа юл тотоуын белһә, маҡсаттарына өлгәшә, тиҙәр. Ә һеҙҙең алған йүнәлешегеҙ ниндәй?
– Билдәле булыуынса, беҙҙең канал 1992 йылдың 2 мартында “Тамыр” телерадиостудияһы булараҡ барлыҡҡа килде. Балалар студияһын уйлап табып, уға нигеҙ һалған, барлыҡ күңел көсөн биргән Луиза Азаматтың ҙур хеҙмәте ул “Тамыр”. Асылған саҡта “Тамыр”ға ниндәй йүнәлеш бирелһә, әле лә шул туған тел, халҡыбыҙ ижады, тыуып үҫкән мөхитебеҙ, тарихыбыҙ аша илгә, ғөмүмән, халҡыбыҙға һөйөү тәрбиәләү йүнәлешен­дәбеҙ. Сирек быуат үтһә лә, юлыбыҙҙан тайпылмай, алға барабыҙ, бар күңеле­беҙҙе һалып эшләйбеҙ. Халыҡҡа хеҙмәт итеү тип әйтеүебеҙ ниндәйҙер ялтыра­уыҡлы һүҙ түгел ул. Һәр яңы эште баш­ҡарыр алдынан балалар, ата-әсәләр өсөн уның файҙаһы нимәлә булыуын билдә­ләйбеҙ. Кескәйҙәр өсөн әҙерләнгәс, бөтәһе лә ентекле уйланылған булырға тейеш. Ошо йүнәлешебеҙ үҫеш офоҡтарын киңәйтергә ярҙам итә.
– Ихласлыҡ һәм йәм бөркөлгән һеҙҙең “Тамыр”ҙың ырыҫы нимәлә икән?
– Башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә ҙур иғтибар һәм ихтирамдалыр, тип уйлайым. Шулай уҡ балаларҙа һәм улар менән ысын күңелдән эшләргә тигән яҡты теләк көсөндәлер, моғайын.
– Тамашасыларҙы һөйөндөрөр яңы проекттарығыҙ бармы һәм тапшырыуҙарҙы әҙерләгәндә нимәгә таянып эш итәһегеҙ?
– Заман менән бергә атларға тыры­шабыҙ. Бөгөн бәләкәй йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән унлаған-егермеләгән канал бар. Шулай ҙа ҡайһы бер балалар телеканалдары үҙҙәрен тапшырыуҙар әҙерләү менән артыҡ бимазаламай. Күберәген һатып алынған контент – сит илдән килгән йәнһүрәт-сериалдар күрһәтелә. Бәләкәй йәштәге бала өсөн йәнһүрәт ул бик ҡыҙыҡ. Шуға ла беҙ тапшырыуҙарҙы сағыу, ҡыҙыҡлы итеп эшләргә тырышабыҙ, йәнһүрәттәрҙе башҡортсаға тәржемә итәбеҙ. Бөгөн балалар өйҙән дә сыҡмайынса телефон һәм планшеттары аша бөтә донъяны күрә алалар. Йылдан-йыл телевизор пультындағы “Тамыр” төймәһе янында башҡа төймәләр ҙә күбәйә, балалар өсөн һайлап алыу мөмкинлеге ҙурая. Шуға ла беҙгә тыныс­ланып ултырырға мөмкинлек юҡ. Баланың иғтибарын йәлеп итеп, ихтирамын яулап алыу – ҙур яуаплылыҡ талап иткән эш. Был маҡсаттың ауыр икәнен яҡшы аңлайбыҙ, шулай ҙа баш тартырға йыйынмайбыҙ. Проекттары­быҙҙың иң ҡыҙыҡлыларын һәм файҙалы булыр­лыҡтарын тәҡдим итергә тыры­шабыҙ.
Әлеге ваҡытта эфирға әҙерләгән бер нисә проектыбыҙ бар. Егет кешенең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тибеҙ, ошоға бәйле “Һыбай” тигән бик матур проект өҫтөндә эшләйбеҙ. "Сыйырсыҡ" тигән йырлы программа эфирға сығырға тора. Был тапшырыуҙар тамашасы күңеленә хуш килер, моғайын.
“Тамыр” өсөн яңы сериал төшөрә башланыҡ, “Бирешмә” тип атала ул. Уның жанрын музыкаль-романтик фильм тип билдәләнек, шуға күрә әле йырҙар ҙа әҙерләйбеҙ. Бюджет бик бәләкәй, әммә аҡса юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ. Ғөмүмән, беҙҙең коллективта аҡса төп үлсәү түгел, аҡса һуғырға теләгән кеше ижадҡа бармай. Тормошто ниндәйҙер мәғәнә менән тул­ты­рырға тырышабыҙ. Был – беҙҙең деви­зыбыҙ. Сағыу, уңышлы, матур фильмдар төшөрөп, маҡсаттарыбыҙға өлгәшкән осраҡта беҙҙең тормош, ысынлап та, рухи йәһәттән байый, хеҙмәтебеҙ өсөн үҙебеҙ ҙә ихлас ҡыуанабыҙ.
– Оло юбилейығыҙ алдынан өлгә­шелгән уңыштарығыҙҙы барлап, кисергән шатлыҡ-ҡыуаныстар хаҡында ни әйтерһегеҙ?
– Үҙебеҙҙе нисектер мәктәп балалары кеүек хис итәбеҙ, сөнки төп тамаша­сы­ларыбыҙ ҙа – мәктәп уҡыусылары. 25 йыл – ул сирек быуат, беҙ ошо беренсе сиректе яҡшы билдәләр менән тамамлайбыҙ, тип уйлайым. “Тамыр”ҙың 25 йыллыҡ тарихына күҙ һалғанда, ҡаҙаныштарыбыҙ, ҡыуаныстарыбыҙ мул булды. Ошо арауыҡта артылған үрҙәр – “Тамыр” донъяһын яҡтыртып, тырышлыҡ, көс һалған һәммәһенең уртаҡ ҡыуанысы, уңыштарыбыҙ һәм оло байрамыбыҙ ул. Шуға ла 25 йыллығыбыҙҙы лайыҡлы ҡаршы алабыҙ, тип ышаныслы әйтә алам.
– Кескәйҙәр өсөн төшөрөлгән матур фильмдар, тылсымлы әкиәттәр хаҡында ла әйтһәгеҙ ине.
– Балалар өсөн әҙерләнгән фильм-әкиәттәр – бәләкәй бюджетлы, бик күп аҡса, көс талап иткән эш. Беҙ йыл һайын бер әкиәт булһа ла төшөрөргә тырышабыҙ, сөнки әйтергә теләгән һүҙҙе, фекерҙе балаларға әкиәт теле менән еткереү яҡшыраҡ. Әкиәткә төрөп бирһәң, бала уны тиҙерәк зиһененә һеңдерә. Тылсымлы донъяла барған күренештәр баланың аңында ғына тороп ҡалмай, ә серле, яҡты булыуы менән күңеленә лә һеңә. Ҡайһы саҡта элекке әкиәттәрҙе бәләкәй тамашасыларыбыҙ иҫтәренә төшөрөп, бында шулай булғайны, тип һөйләй башлай, беҙгә лә ҡыҙыҡ булып китә. Йыл һайын балаларҙың каникул ваҡытында Яңы йыл әкиәттәрен күрһәтергә тырышабыҙ.
– Билдәле булыуынса, “Тамыр”ҙа матур итеп йырларға ла өйрәтәләр...
– Эйе, беҙҙә вокал студияһы эшләп килә. Бөтә балалар ҙа, айырыуса бәләкәй йәштәгеләр йырларға һәм һүрәт төшөрөргә ярата бит. Студияла балалар өлкән, урта һәм кесе төркөмдәрҙә шөғөлләнә, йырларға, үҙҙәрен сәхнәлә матур итеп тоторға өйрәнә. Туған телеңде йырҙар йырлап өйрәнһәң, балаға күңеллерәк, еңелерәк тә. Элегерәк балалар өсөн йырҙар әҙ яҙылды. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, туған телде балаларға йыр аша ла еткерер өсөн вокал студияһын астыҡ. Кескәй йырсылар фильм-әкиәттәрҙә, тапшырыуҙарҙа төшә, альбомдар сығарабыҙ, концерттарҙа ҡатнашабыҙ. “Тамыр”ҙа йырлаған балалар өсөн яҙған шағир-композиторҙарыбыҙ ҙа бар хәҙер. Башҡорт балалар йырын үҫтереүҙә вокал студияһының өлөшө ҙурҙыр, тип уйлайым.
– “Тамыр иле”н мәктәп тормошо менән сағыштырғанда ниндәйҙер оҡшаш йәки айырмалы яҡтар бармы?
– “Тамыр”ға килеүҙе балалар ял, аралашыу тип ҡабул итә. Ә мәктәптә барыбер тыйыуҙар күп, һәм бала уҡыуҙы барыбер эш һымаҡ күрә. Балаларҙың студияға килеп, тапшырыуға төшөүе, ул нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, мәктәптәге шөғөл­дәрҙән йыраҡтыр. Күп ата-әсә балаларын, әгәр ҙә мәктәптә “икеле” йәки “өслө” алһаң, “Тамыр”ға йөрөтмәйем, тип киҫәтә. Шуға ла беҙгә йөрөү – балаларға еңеү өсөн бирелгән ниндәйҙер лайыҡлы бүләк. Улар беҙгә оло теләк менән аралашырға, үҙҙәрен күрһәтергә, өлкәндәр менән өлкәндәрсә һөйләшергә килә.
Балаларға иғтибар, маҡтау һүҙҙәре өлкәндәргә ҡарағанда ла нығыраҡ кәрәк ул. Ошо яҡтан ҡарағанда, “Тамыр” бала­ларҙың күңелен үҫтереү, рухын нығытыу урынылыр. Беҙгә ата-әсәләр балаларын башҡорт рухында тәрбиәләргә, телен, һәләттәрен асырға алып килә. Шулай ҙа бөгөн кескәйҙәр барыбер күберәк үҙ-ара русса һөйләшә. Матур итеп башҡортса аралашырға тигән шарт ҡуйһаҡ та, гел генә тыйып та булмай. Туған тел – ул күңел теле, һине яҡлаясаҡ, һаҡлаясаҡ, тип аңлата балаларға мөхәррирҙәребеҙ. Бөгөн балаларға әсә телендә иркен һөйләшергә, сит телдәрҙе белергә лә ҙур мөмкинлектәр бар.
Телевизор, интернет, фильмдар, йәнһү­рәттәр аша уларҙың телдәрҙе өйрәнеү киңлеге ҙур. Әлбиттә, бөгөн тел таҙалығы буйынса ниндәйҙер ҡатмарлыҡтар бар, русса ғына түгел, инглизсә һүҙҙәрҙе лә ҡыҫтырып һөйләргә әүәҫ бәләкәстәр. Әммә мин быны ла насар күренеш тип һана­майым, нисек булһа ла, ихлас асылып һөйләшһен улар. Әгәр ҙә туҡтауһыҙ тел таҙалығы тип туҡып, хаталарын төҙәтеп торһаҡ, балаларҙың һүрелеп ҡуйыуы бар. Мин башҡортса йүнләп һөйләшә белмәйем, тип бөтөнләй күңеле ҡайтыуы бар. Ҡушып булһа ла, үҙ фекерҙәрен туған телдәрендә еткерергә тырышырға тейештәрҙер. Әммә “Тамыр”ға килһәгеҙ, балаларығыҙ менән мотлаҡ башҡортса һөйләшергә тейешһегеҙ, тибеҙ ата-әсәләргә.
– “Тамыр”ға килеүселәргә тағы ниндәй талаптар ҡуйыла?
– Иң беренсе ата-әсәнең генә түгел, ә баланың үҙенең “Тамыр”ға килергә теләге, ҡыҙыҡһыныуы булырға тейеш. Күп осраҡта беҙгә ата-әсәләр балаларын үҙҙәре алып килә, әсәй кеше барыһын да һөйләй, ә бала өндәшмәй. Әгәр ҙә улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ үҙе теләмәй икән, ул беҙҙең кеше була алмай, тип шунда уҡ әйтәм. Бәлки, бала оялсаныраҡтыр ҙа, бик матур ҙа һөйләмәйҙер, ләкин уның үҙенең теләге булырға, күҙе янып торорға тейеш. Әлбиттә, телмәренә иғтибар итәбеҙ. Һуңғы осорҙа бигерәк тә бәләкәй балалар араһында һаҡауыраҡтар күбәйҙе, сөнки заман шарттарында уларҙың ҡәҙимге һөйләшеүе ныҡ сикләнгән, балалар күпселек осраҡта йә компьютерҙа, йә телефонда ултыра. Шуға күрә, элекке балалар менән сағыштырғанда, йәнле телмәрҙәре аҡһай.
“Тамыр”ҙың йәштәштәре – тәүге алып барыусылар Зөлхизә Илбәкова, Шәүрә Сәғитова, Лиана Хәбибуллина, Сыңғыҙ Ханнанов, Гөлнур менән Ильяс Ҡарабу­латовтар фекерҙәрен ярып һала, өлкән кешеләр кеүек матур итеп, шытырлатып һөйләй ине. Сценарийҙы тотош ятлап киләләр ҙә өлкән алып барыусыларҙың телмәр дөрөҫлөгөн төҙәтеп ултыра торғайнылар. Хәҙерге балалар менән эшләү йәнле телмәр яғынан саҡ ҡына ауырыраҡ. Уның ҡарауы, балаларҙың аң даирәһе, донъяға ҡарашы иркенерәк: һөйләшә башлаһаң, кометаларҙан башлап ер үҙәге, нанотехнология, робот техникаһы тураһында барыһын да белә, шуға ла тапшырыуҙарҙы улар менән алып барыуы бик ҡыҙыҡлы.
“Тамыр”ға кесе йәштән йөрөгән балалар үҫә килә шул тиклем асылып китә. Рөстәм Төхбәтов менән Айгөл Ишбаевалар быйыл Республика шыршыһын асып ебәрҙе. Иҫ киткес балалар, сәхнәлә үҙ-үҙҙәрен тотоу­ҙары күркәм: сығып баҫыуҙары, ҡарауҙары, бер-береһен тыңлап тороуҙары ниндәйҙер эстән һалынған бер мәҙәниәт. Уға бер-ике көн эсендә йәки бала үҫкәс өйрәтеп-уҡытып ҡына өлгәшеп булмай, балаға бәләкәйҙән үк шулай һалына. Мәҫәлән, кемдер һөйләй икән, һин уны ишетәһең, тыңлап тораһың... артабан дауам итергә кәрәк. Һиңә ҡарайҙар, тимәк, һинең арҡаң төҙ, йөҙөң ҡыҙыҡһыныусан булырға тейеш. Ҡандарына һеңгән, тәрбиә менән һалынған бына ошондай балаларға һоҡланып ҡарайбыҙ. Ә камера алдында эшләү ысынлап та тәрбиәләй.
Өлкән алып барыусыларға килгәндә, күбеһе – студент саҡтарынан беҙгә килеп, тапшырыуҙарҙа тәжрибә туплаған йәштәр. Мәҫәлән, һәләтле режиссерҙарҙың береһе Ләйсән Мәзитова ете йәшлек кенә сағында “Торонбаш” тигән тапшырыу аша килеп ингәйне. “Сулпылар”ҙа ҡатнашҡан Лилиә Дауытова бөгөн ең һыҙғанып беҙҙә эшләп йөрөй. Айҙар Хәмзин атлы егет беҙҙә “Сәңгелдәк”тә төшкәйне, үҫеп, "Тамыр"ға тауыш режиссеры булып урынлашты. Әле Мәскәүҙә эшләп йөрөй. Гөлназ Ғәлимуллина исемле тырыш ҡыҙыҡай уҡыған сағында “Артылыш”ты алып барҙы, студент сағынан "Тамыр"ҙың йәш хәбәрсеһе булды, аҙаҡ оҫта режиссер булып китте, хәҙер инде шулай уҡ Мәскәүҙә. Уҡып бөтөп, ҡайҙалыр эшләгәндән һуң, беҙгә килеп ерегеп китеүселәр юҡ та шикелле. Бишенсе курстан һуң, хатта ҡыҙыл диплом менән килгәндәргә лә бик һағайып ҡарайым. Сөнки, мәҫәлән, БДУ-ла уҡып, 4-5-се курсты бөткәнсе, балалар менән эшләргә ҡыҙыҡһыныуы булғас, ниңә беҙгә килмәгән? Телевидениены практик яҡтан белмәгән кешене тиҙ генә үҙгәртеп ала алмайбыҙ. Беҙгә студенттар практикаға йөрөй, әгәр ҙә беҙҙә ҡалам тип торған һәләтле, егәрле йәштәр булһа, уҡыу йортон тамамлауға эш урыны бирә алабыҙ. Балалар телеканалында эшләүҙең бөтә нескәлектәрен белгән, төрлө идеялар менән янып йөрөгән кешеләр, ысынлап та, тороп ҡала һәм тырышып эшләй.
Алып барыусы булараҡ, өлкәндәргә талаптарыбыҙ бик күп һәм юғары. Уның тышҡы ҡиәфәте, теле генә түгел, күңел донъяһы ла камил булырға тейеш, сөнки экран, телекамера микроскоп кеүек, кешенең эсендә нимә бар, шуны сығара. Әгәр ҙә кешенең күңеле таҙа икән, ул экран аша тағы ла матурыраҡ күренә.
Яңыраҡ “Портрет” тапшырыуында Лариса Абдуллинаны менән осрашты балалар. Иҫ киткес матур булып балҡып ултыра, сөнки уның эске донъяһы бай, күңеле матур. Балалар менән шул хәтлем йылы, йомшаҡ итеп һөйләшә. Кескәйҙәр ҙә уны иғтибар, ихтирам менән тыңлай. Ошо саҡта оҫта режиссер ҙа ошо кәрәкле мәлде тотоп өлгөрә.
Балалар менән эшләгән кешеләр ҡыҙыҡһыныусан булырға тейеш. Һәр премьера, яңы асылған күргәҙмә, нәшер­ләнгән китап... Шул ваҡытта ғына балалар телевидениеһында тейешле кимәлдә эшләргә мөмкин. Бындай ҡаты шарттарҙа үҙ эшен яратҡан хыялыйҙар ғына эшләй ала, хеҙмәт хаҡы бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, тәгәрәп ятып ижад итә беҙҙең йәштәр.
– Ата-әсәләргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Күп осраҡта беҙ ғәмһеҙ бала саҡ тип әйтәбеҙ. Был төшөнсә менән килешә алмайым. Бала саҡ ул ғәмһеҙ түгел, бигерәк тә үҫмер йәшенә килеп еткәс. Бала һөнәр һайларға, өйҙә тыңлаусан булырға, мәктәптә текә ҡыҙыҡай йә малай, уҡытыусы өсөн яҡшы уҡыусы булырға тейеш. Өлкән кеше менән сағыштырғанда, балаға хатта ауырыраҡтыр ҙа. Бала саҡ – кеше ғүмеренең иң яуаплы, ҡатмарлы осоро ул. Әгәр ҙә ошо саҡта беҙ сабыйға кәрәкле иғтибарҙы биреп ҡалабыҙ икән, тимәк, киләсәктә һәләтен тулы кимәлдә асырына ышаныс бар. Хәҙерге балаларға “тейеш” тип кенә тылҡырға ярамай, сөнки улар өсөн был донъя ҡатмарлы, ҡайҙа дөрөҫ, ҡайҙа дөрөҫ түгел икәнен аңлауы ла ауыр, йәштәштәре араһында лайыҡлы урын табыу ҙа еңел түгел. Шуға ла ата-әсәләр үҙ балаларының өлкән дуҫы, теләктәше булырға тейештер, моғайын.
Нисек кенә булмаһын, балалар өлкән­дәргә ҡарап үҙҙәренең киләсәк образдарын күҙ алдына килтерә. Оло кешеләр үҙҙәренең ҡасандыр бала булыуҙарын онотмаһын ине. Хәҙерге заманда балалар күңелен дөрөҫ аңлап, йәлләп, яҡлап ҡарарға кәрәктер. Балалар бит барыбер, нимә тип кенә әйтһә лә, ата-әсәһенә ихлас ышана. Хатта ата-әсәһенә үҙе ҡаршы әйтеп торған хәлдә лә, барыбер ярата. Баланың ниндәйҙер әйткән һүҙе арҡаһында ғына тоҡанып китеп, уларҙы ситкә этәрмәһәк ине. Ҡабығы шулай бит уның, бигерәк тә үҫмер ваҡытта. Ул һиңә күҙеңә ҡарап ҡаршы әйтеп тора, ә ысынында ул бөтә күңеле менән һиңә һыйына. Өлкәндәр бына ошоно нығыраҡ тойорға тейештер тип уйлайым. Халҡыбыҙҙың быуындар бәйләнеше, күсәгилешлек ҡиммәттәренә ихтирам менән ҡараһаҡ ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 243

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523