Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көслөләр, сәмлеләр ғәмәле
Көслөләр, сәмлеләр ғәмәле Кемгәлер йүгереү оҡшай, икенселәр милли көрәште үҙ итә, бәғзеләр футбол уйнай. Әммә таһыллыҡты һәм сослоҡто талап иткән, ауыр спорт төрҙәренең береһе булған боксты тик көслөләр һәм ныҡыштар ғына һайлай.
Әбйәлил районында спорттың был төрө алға киткән. Асҡарҙағы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Илшат Ишмырҙин етәкселегендәге бокс секцияһына үҫмерҙәр теләп йөрөй. Ә бына ҡыҙҙарҙы тренер ҡабул итмәй. “Ни өсөн ҡыҙҙар юҡ?” тигән һорауға, ул: “Бокста көс ҡулланыла, гүзәл заттың матурлығына ғына түгел, һаулығына ла зыян килтерелеүе ихтимал”, – тип яуапланы.
“Йәштәр йорто”нда урынлашҡан бокс секцияһында әле ике төркөмгә ҡараған төрлө йәштәге һәм ауырлыҡтағы 40-ҡа яҡын бала үҙ-үҙен һаҡлау серҙәрен өйрәнә. Йәрәхәт алыу ихтималы ҙур булғанлыҡтан, бокс менән шөғөлләнгәндәргә тәүге көндәрҙән үк дәғүәсеңдән үҙ-үҙеңде һаҡлау алымдарын үҙләштереү мотлаҡ. Бының өсөн көндәлек күнекмәләр оҙайлы сәғәттәргә һуҙыла. Бәләкәй төркөмдәге спортсылар аҙнаһына өс тапҡыр күнекмәләргә килһә, өлкәндәр биш көн буйы “тир түгергә” мәжбүр.
Көслөләр, сәмлеләр ғәмәлеI класта белем алған Камил Хәйруллин менән Батырхан Ғатауллиндарҙы секцияға атайҙары килтергән. Киләсәктә улдарының үҙҙәрен ышаныслы һәм көслө итеп тойоуҙарын теләгән ата-әсә уларҙың бокс серҙәренә төшөнөүен теләй. Ағаларынан ҡалышмай бокс бирсәткәләрен кейеп алған малайҙар махсус эленгән тупҡа бер туҡтамай һуға. Ныҡышмалылыҡтың ғына уңышҡа килтереүен аңлай Илшат Шәфҡәт улының тәрбиәләнеүселәре, шуға күрә тренерҙарының әйткән һәр һүҙен, һәр күрһәткән алымын теүәл башҡара.
Сәм, таһыллыҡ, көс һәм сабырлыҡ талап иткән был спорт төрөн үҙ иткәндәрҙең еңеүҙәре лә юҡ түгел. Искәндәр Фәттәхов, Рауил Әхмәтйәнов һәм Артур Ырғыҙбаев күптән инде Урал аръяғы, Магнитогорск ҡалаһы һәм Башҡортостан беренселегендә ҡатнашып, чемпион, призер исемдәренә лайыҡ булған. Әлегә уларҙың төп маҡсаты – бокс буйынса Рәсәй спорт мастеры нормативын үтәү. Егеттәр: “Әрмегә барһаҡ та, юридик факультетҡа уҡырға керһәк тә бокс менән шөғөлләнеүебеҙ тик файҙаға ғына буласаҡ. Иң мөһиме – сәләмәт йәшәүгә ылыҡтыра, ихтыяр көсө тәрбиәләй, үҙеңдә ышаныс уята”, – ти. Ир-ат өсөн ошонан да юғарыраҡ сифаттың булыуы мөмкинме һуң?!
Ҡасандыр үҙе лә Урал урта мәктәбендә бокс секцияһында шөғөлләнеп, артабан Күмертау физкультура техникумында белем алып, әрме сафында контракт буйынса хеҙмәт итеп, йәнә яратҡан эшенә ҡайтҡан Илшат Ишмырҙиндың бер нисә быуын спортсыһын үҫтереренә, уларҙы ил кимәлендәге ярыш­тарға алып сығырына, Рәсәй спорт мастеры нормативтарын үтәрлек алмашсылар тәрбиәләй алырына ышаныс ҙур.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509