Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Уҡыусыһы булған баҫма юҡҡа сыҡмаясаҡ. Уҡыусыһы булған журналистика бөтмәйәсәк!”
“Уҡыусыһы булған баҫма юҡҡа сыҡмаясаҡ.  Уҡыусыһы булған журналистика бөтмәйәсәк!” Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаевтың тормош юлы Башҡортостан журналистикаһынан айырылғыһыҙ. Ул оҙаҡ йылдар Башҡорт АССР-ының Телерадиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында (һуңынан “Башҡортостан” ДТРК-һы) тәржемәсе, мөхәррир, баш мөхәррир, генераль директорҙың беренсе урынбаҫары булып эшләне. Уның ҡатнашлығында республиканың радио һәм телевидениеһы төрлө яҡлап үҫеште, абруй ҡаҙанды, яңы алымдар үҙләштерҙе. 1995 — 1997, 1998 — 2004 йылдарҙа Фәнил Шәмсетдин улы Башҡортостандың матбуғат министры урынбаҫары булды. 2004 йылдың майынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. 2010 йылда уға “Тамаша” журналының баш мөхәррир “дилбегәһен” дә ышанып тапшырҙылар. Ҡыҫҡаһы, дәүерҙәр ағышын матбуғатһыҙ барлап булмағандай, Фәнил Шәмсетдин улының да тормош юлын журналистикаһыҙ күҙаллау мөмкин түгел. Хатта бөгөн дә юбилей сәбәбе менән ойошторған әңгәмәбеҙ дәүер, кешеләр, матбуғат даирәһендә беректе. Юбилярҙың “Журналистика — күңел талабым” тигәне шулдыр, күрәһең.
— Фәнил Шәмсетдин улы, һеҙ бәләкәй саҡта ниндәй булдығыҙ: шаянмы, әллә етди малай инегеҙме?
— Шаян булдым тип әйтә алмайым. Мин, ғөмүмән, үҙемде йомоҡ кеше тип иҫәпләйем, шулай ҙа яҡындарым бер ваҡиғаны әле булһа ҡыҙыҡ итеп иҫкә ала. Биш-алты йәштәр тирәһендә булған­мындыр. Күрше Зәйнәп әбейгә һөт һорарға ебәргәндәр. Әбейебеҙ “һөт юҡ бит әле” тигәс, мин: “Һөт булмаһа, ҡаймаҡ булһа ла ярай”, — тип яуаплағанмын икән.
Мәктәп-интернатта уҡыған осор ҙа һағынып, ғорурланып иҫкә алырлыҡ үҙе бер тарихи арауыҡ булды. Етди ҙә, уҫал да, шаян да инек, сөнки бындай коллективта үҙеңде тота белмәһәң, ниндәйҙер яғың менән абруй яуламаһаң, һине ҡабул итмәйҙәр, хатта “аҡ ҡарға” булып ҡалырға мөмкинһең. Лидерлыҡ сифаттарыңды эшең, уҡыуың, спорттағы ҡаҙаныштарың менән раҫлай алһаң, һине класташтарың да, уҡытыусы-тәрбиәселәр ҙә ихтирам итәсәк, һәр саҡ таяна аласаҡ.
— Ә ниндәй фәндәрҙе яратып өйрәндегеҙ?
— Миңә тәүҙә уҡыу еңел бирелде, әммә өлкән кластарҙа математика, химия кеүек фәндәрҙән уртаса өлгәштем, күберәк тарих, әҙәбиәт, география дәрестәре яҡын һәм ҡыҙыҡлы ине, уларға өҫтөнлөк бирҙем. Мәктәпте тамамлағас, киске бүлеккә булһа ла, география факультетына уҡырға индем. М. Хафизов, Ә. Әсфәндиәров, М. Яп­паров, С. Зайлалова, М. Байгилдина кеүек абруйлы уҡытыусыларҙың йоғонтоһо ла ҙур булғандыр, тип уйлайым. Тәрбиәсебеҙ Ә. Исҡужиндың тәбиғәт ҡосағына алып сыҡҡаны, кистәрен усаҡ яҡтыһында ҡурай уйнап йырлағаны һәр ваҡыт хәтерҙә. Туғыҙынсы кластан һуң беҙ, бер төркөм, уҡытыусыларыбыҙ Р. Мостафин, Ф. Ҡолшәрипова етәкселегендә В. Блюхер партизандарының хәрби юлы буйлап сәйәхәт ҡылдыҡ. Белорет — Үрге Әүжән — Петровский — Маҡар — Красноусол — Архангел аша үткән саҡта күп тарихи урындарҙы күрҙек, граждандар һуғышы ветерандары, элекке партизандар менән осраштыҡ, республикабыҙҙың иҫ киткес гүзәл тәбиғәте менән таныштыҡ.
Әммә яҙмыш барыбер әҙәбиәткә, журналистикаға алып килде. Әрменән ҡайтҡас, БДУ-ның филология факультетына уҡырға индем, ләкин тарих менән ҡыҙыҡһыныуым, сәйәхәт итергә яратыуым һүрелмәне.
— Тарих, сәйәхәт, журналистикаға ылығыу — былар барыһы ла ҡыҙыҡ, әлбиттә. Әммә һеҙ сәхнәлә лә бик оҫта уйнағанһығыҙ, тиҙәр.
— Булды инде (көлә — авт.). Мәктәптә уҡыған йылдарҙа әле ул саҡтағы Башҡортостан телерадиокомитетының тапшырыуҙарын алып бара торғайным инде. Бер йылды хатта “Һаумы, Яңы — 1962 йыл” тигән телепостановкала ла төштөм. Һуңынан инде “Пионер телетеатры”ның спектаклдәрендә уйнаным. Ғөмүмән, беҙҙең бала саҡ, йәшлек йылдары бик матур ваҡытҡа тура килде. Бөтә ил һуғыштың аһ-зарынан тын алып, иркен, тыныс тормошто, шиғри һүҙҙәр менән әйткәндә, барлыҡ киңлегендә солғап, биш, ете йыллыҡтар заманына аяҡ баҫҡан, ауыл хужалығында, сәнәғәттә ҙур күтәрелеш кисергән мәл ине. Ауылдарҙа тормош ысын мәғәнәһендә гөрләп торҙо. Мәктәптәрҙә балалар күп. Мәҫәлән, беҙҙең бәләкәй генә Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында әллә нисә тиҫтә бала уҡый торғайны. Мин үҙем хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем алдым. Бында түңәрәктәрҙең ниндәйе генә ойошторолманы! Һүрәт төшөрөү булһынмы, йыр, музыка түңәрәгеме, спорт секциялары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Мәктәбебеҙҙә гөрләп эшләгән “Шишмә тауышы” әҙәби берекмәһе үҙе генә ни тора ине. Ғөмүмән, ул йылдарҙа яҙышмаған, ижадҡа ынтылмаған бала булмағандыр. Уларҙың һәр ҡайһыһы яҙыусы-шағир, журналист булып китмәне, ләкин ниндәй генә өлкәлә эшләһәләр ҙә, иманым камил, бөгөн улар ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы, күңеле менән ижадсы. Әлбиттә, ул дәүерҙә ниндәйҙер ҡалыптар, әмерҙе мотлаҡ үтәү кеүек артыҡ талаптар ҙа булғандыр, ләкин дөйөм тормош тулҡынында киҫкен боролоштарҙы тойманыҡ.
— Ҡасан журналист булырға ҡарар иттегеҙ?
— Яңғырауыҡлы һүҙҙәр тип уйлай күрмәгеҙ, әммә журналистика — бала саҡтан килгән хыялым. Атайымдың дуҫы бар ине. Хәҙер мәрхүм инде — Фирүз ағай Мәҡсүтов. Ул ғүмер буйы Санкт-Петербургта йәшәне. Полковник, хәрби фәндәр кандидаты. Яҙыша ла торғайны. Бер нисә хикәйә авторы. Улар беҙгә ҡунаҡҡа йыш килде. Шулай бер ваҡыт һөйләшеп ултырабыҙ. Фирүз ағай минән: “Фәнил, һин үҫкәс кем булаһың?” — тип һорай ҡуйҙы. “Геолог булам”, — тим. “Геолог нимә инде ул. Тау-таш араһында, эҫе далала, кеше күрмәй, кеше ишетмәй йөрөрһөңмө? Журналист булырға кәрәк. Төрлө кешеләр менән аралашырһың, донъя күрерһең”, — тине ул. Фирүз ағайҙың был теләге тип әйтәйемме, фатихаһымы, күңелемә шул тиклем ныҡ һеңеп ҡалды. Башҡорт дәүләт универ­ситетының география факультетын ташлап, филологияны һайлауым да, аҙаҡ радиоға эшкә урынлашыуым да ошо маҡсаттың, хыялдың шауҡымы булғандыр, күрәһең.
— Тимәк, барыбер журналист булыр инегеҙме?..
— Һис һүҙһеҙ.
— Ә тәүге мәҡәләгеҙ хәтерегеҙҙәме?
— Иҫләмәй буламмы ни! VII класта уҡый инем, буғай. Спорт темаһына мәҡәлә яҙҙым. Бәлки, үҙемдең дә спорт менән ныҡлап шөғөлләнеүем сәбәпсе булғандыр. Һәр хәлдә сәләмәт йәшәү рәүеше, мәктәбебеҙҙә эшләгән секциялар тураһында бик тәфсирләп һүрәтләнем. Геройым да — үҙем кеүек спорт менән ихлас шөғөлләнгән егет. Әйткәндәй, ул аҙаҡ спорт мастеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры булып китте.
— Һеҙҙең тормош юлығыҙ Баш­ҡортостан журналистикаһынан айы­рыл­ғыһыҙ. Бында мин тәү сиратта һеҙҙең һуңғы йылдарҙа радио, телевидение, матбуғат өлкәһендә яуаплы вазифаларҙа эшләүегеҙгә баҫым яһап әйтәм, сөнки, ни тиһәң дә, һүҙ халыҡ­тың милли, рухи үҫеше хаҡында бара...
— Журналистикаға уҙған быуаттың 70-се йылдарында килдем. Был ваҡытҡа хеҙмәт “багажыма” балта оҫтаһы, һалдат, студент кеүек “һөнәр-вазифаларҙы” тейәп өлгөргәйнем инде. Ғөмүмән, журналистика кеүек ҙур даирәгә нәҡ радио-телевидение аша килеп инеүем минең өсөн ҙур тәжрибә мәктәбе булды. Айырыуса 90-сы йылдар иҫтә ҡалған.
...1991 йылдың 16 сентябрендә Юғары Совет Президиумының ултырышында “Башҡортостан ДТРК-һын ойоштороу тураһында” ҡарар ҡабул ителде. Әлбиттә, был ваҡытлы һәм мөһим аҙым ине, телевидение, радио кеүек көслө мәғлүмәт сараларын, уларҙы хеҙмәтләндергән техниканы һәм ҡорамалдарҙы бер йоҙроҡҡа туплауҙы заман үҙе талап итте. Сөнки Радиотелеүҙәктең ҡайһы бер етәкселәре дәүләт милкендәге ҡорамалдарҙы шәхси кешеләргә һатыу, башҡа ойошмаларға ҡуртымға биреү кеүек ниәттәр менән йөрөнө. Аллаға шөкөр, Юғары Советтың ҡарары телевидение һәм радионы республика, халыҡ мәнфәғәтендә файҙа­ланыу, милли тапшырыуҙарҙы арттырыу, халҡыбыҙ зарығып көткән тапшырыуҙар ойоштороу өсөн этәргес булды. Тап ошо осорҙа телевидениела “Сәсән”, “Хазина”, “Шәжәрә”, “Тай-тулаҡ”, “Уҙаман”, “Шәхес” кеүек милли рухты уятырлыҡ, башҡорттоң мәҙәниәтен, тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен пропагандалаған шәлкемдәр һәм рубрикалар барлыҡҡа килде, балалар өсөн бынамын тигән “Тамыр” телерадиостудияһы ойошторолдо.
— Көн дә һәр кем донъялағы үҙгәрештәр менән ҡыҙыҡһына. Илдә ниндәй мөһим яңылыҡтар бар? Ер шарының бөтөн ҡитғаларында ла тынысмы? Хәбәр ителгән ваҡиғалар хаҡында ни яҙалар? Күп яҡлы тор­моштоң барлыҡ өлкәләрен дә белергә ынтылыу — заман талабы. Әммә талап менән генә эш бөтмәй бит әле, уны ҡәнәғәтләндерергә лә кәрәк... Был йәһәттән республика матбу­ғатына, айырыуса милли матбуғатҡа баһағыҙ ниндәй булыр?
— Ҡыҙыҡ бит, заманында радио, телевидение, гәзит, журналдарға мин вазифа талаптарынан сығып ҡарарға тейеш инем. Ниндәйҙер кимәлдә уларҙың эстәлеген, темаларҙың төрлөлөгөн, биҙәлешен, финанс хәлен күҙ уңында тоторға тура килде. Етешһеҙлектәре өсөн ҡайһы бер мөхәррирҙәрҙе тәнҡитләй ҙә инек, язалар ҙа ҡулландыҡ (иҫкәртеү, премия бирмәү). Әммә уларға, ғөмүмән, барлыҡ журналистарға, полиграфия хеҙмәт­кәрҙәренә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға, методик, матди йәһәттән булышлыҡ итергә тырыштыҡ. Уларҙың һөнәри белемен күтәреү, төрлө ижади бәйгеләр, семинарҙар үткәреү ғәҙәти күренеш булды. Дөйөм алғанда, республикала матбуғат, телевидение, радио ныҡ үҫте, алға китте, һәр баҫманың үҙ сайты бар, электрон версиялары сыға. Мин эшләгәндә телевидениела үҙаллы бер генә канал булып, республика өсөн эфир ваҡыты дүрт-биш сәғәт кенә тәшкил итте, хәҙер телевидениела ла, радиола ла өсәр канал эшләй, “Ҡурай”, “Ашҡаҙар” барлыҡҡа килде, балалар өсөн махсус тапшырыуҙар каналы асылды. Гәзит-журналдарҙың биҙәлеше, эстәлеге яҡшыра, хатта район һәм ҡала гәзиттәренең күбеһе бөгөн төҫлө булып сыға, китап баҫыу күләме йылдан-йыл арта. Ә бит заманында беҙ был хаҡта хыяллана ғына инек.
Шулай ҙа хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Киләсәктә гәзит-журналдарҙың иҡтисади хәлен артабан нығытыу сараһын күрергә кәрәк. Гел дәүләткә генә ышанып ултырыу ҙа ярамай. Хәйер, мөмкин дә түгел. Матбуғат баҫмалары иҡтисади үҙаллы­лыҡты үҙҙәре алға һөрөргә тейеш — хеҙмәт хаҡын арттырыу, матди-техник базаны нығытыу һәм үҫтереү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү ошоға бәйләнгән. Интернет селтәрен файҙаланыуҙы әүҙемләштерергә кәрәк, был бигерәк тә милли баҫмаларға, башҡортса сайттарға ҡағыла. Башҡа илдәрҙә, күрше төбәктәрҙә көн иткән милләттәштәребеҙ улар аша республика тормошо менән даими танышып торорға, рухи яҡтан үҫергә, аң-белемен камиллаштырырға тейеш.
Әлбиттә, бөгөн традицион журналис­тиканың әһәмиәте элеккесә түгел. Сәбәбе әлеге лә баяғы Интернетҡа, “һары” матбуғатҡа, еңел-елпе яҙылған материал­дарға, аҡсаға һатылған (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай күренеш тә бар) журна­листарға бәйле. Яҙғы ташҡын ваҡытында һыу болғансыҡ була бит, әле лә шундай күренеште күҙәтәбеҙ, минеңсә. Шулай ҙа кешеләрҙең үҙаңы үҙгәрә бара, улар мәғлүмәтте һайлап ала башланы, виртуаль донъяла яҙылғандарҙы “һөҙөп” уҡырға, аҡты ҡаранан айырырға өйрәнә. Икенсенән, ошо йүнәлештәге ҡануниәт камиллаша бара, әгәр сайт мәғлүмәт сараһы итеп теркәлгән икән — рәхим ит, тик законды боҙма.
Ҡайһы берәүҙәр классик журналистика юҡҡа сығасаҡ, гәзит-журналдарҙы Интернет алмаштырасаҡ тип иҫәпләй. Мин был фекер менән ризалашмайым, һәр хәлдә алдағы 20 – 30 йылда. Дөрөҫ, классик журналистиканың бәҫе төштө: хәбәргә өҫтөнлөк бирелә, жанрҙар төрлөлөгө кәмене, төплө, анализға ҡоролған материалдар юҡ кимәлдә, реклама баҫты... Әммә аң-белеме юғары йә иһә мәғлүмәтте ҡағыҙҙан уҡып өйрәнгән кешеләр, һәр бер хәл-ваҡиғаның төбөнә төшөргә, сәбәбен белергә теләүселәр бөтмәйәсәк. Интернетты үҙ итмәгән, унан файҙаланмаған халыҡ тураһында ла онотмайыҡ. Тимәк, техник мәғлүмәт саралары менән бер рәттән гәзит-журналдар ҙа заманға яраҡлаштырып камил нәшер ителергә, биҙәлешен үҙгәртергә, материалдарҙы төрләндерергә һәм ошоноң менән уҡыусыларҙы йәлеп итергә тейеш. Уҡыусыһы булған баҫма юҡҡа сыҡмаясаҡ. Уҡыусыһы булған журналистика бөтмәйәсәк!
— Фәнил Шәмсетдин улы, шулай ҙа әйтегеҙ әле, алтмышты артылған ир-егеттең күңелен бөгөн ниндәй хис-тойғо, уй-маҡсат йәшәтә? Дөрөҫөрәге, йәшәртә?
— Тормошҡа, үткәндәреңә, кисергән ғүмер юлыңа үҙеңсә һығымта яһап, тағы ла яуаплыраҡ (атай, олатай бурыстарын да йөкмәп) артылышҡа аяҡ баҫыуың тулҡынландыра, әлбиттә. Ә пландар ҙур. Ауылым тарихына бағышланған өсөнсө китапты әҙерләп йөрөйөм. Башҡортостан матбуғатының 100 йыллығына, республика Журналистар союзының ойошторолоуына 60 йыл тулыуға арналған энциклопедия сығарырға йыйынабыҙ. Әле мәғлүмәт туп­лау эше бара. Табын ырыуының IV йыйынын ошо айҙың аҙағында үткәрергә ниәтләйбеҙ. Ниһайәт, баҡсалағы ҡайһы бер эштәрҙе тамамлап ҡуяһы бар.
– Һеҙ – байтаҡ ҡына ғүмер кисергән кеше. Ижад юлығыҙға йомғаҡ яһаған­да, тормош юлына әйләнеп баҡҡанда, ҡәнәғәтләнеү бармы, әллә үкенеүме?
— Ҡәнәғәтлек, әлбиттә. Бына тигән ғаиләм бар. Ҡатыным Хәлимә Хәбир ҡыҙы менән интернатта бергә уҡыныҡ, донъя ҡороуыбыҙға ла 40 йыл. Ҙур шатлығым — ейәнсәрҙәрем Әминә, Нәркәс, Ғәлиә. Әле бәләкәстәр, әммә барыбыҙҙы ла “бейетәләр”. Ә мин быға бик шат, сөнки дәүләт эшендә үткән ғүмер эсендә үҙебеҙҙең балаларҙың үҫкәнен күрмәнем дә кеүек.
— Тимәк, һеҙ бәхетле?
— Әлбиттә! Бөтә күңелем менән бәхет­лемен. Балаларым беҙгә ихтирамлы, үҙ юлдарын тапты, ейәнсәрҙәрем матур булып үҫеп килә, яҡындарым, туғандарым иҫән-һау, дуҫтарым менән осрашып йәшәйбеҙ. Атай-әсәйемә рәхмәт. Бәхетле тормошома нигеҙҙе улар һалған. Ә былар киләсәккә ҙур бурыстар ҡуйып, маҡсаттар билдәләп йәшәр өсөн тулы нигеҙ бирә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 052

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 416

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 948

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 854

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 596

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 207

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 431

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498