Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » БЕР ҺӨНӘРГӘ ҠАРАП ҠАЛЫР ЗАМАН ТҮГЕЛ
БЕР ҺӨНӘРГӘ ҠАРАП ҠАЛЫР ЗАМАН ТҮГЕЛБашҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы Өфөнән ситтә урынлашҡан вуздар араһында иң ҙуры булараҡ баһалана. Башҡортостандың көньяғын кадрҙар менән тәьмин иткән төп уҡыу йорто ла нәҡ ул. Физика-математика фәндәре кандидаты, белем усағы директоры Алексей Алексеевич КОВАЛЬСКИЙ менән ҡорған әңгәмәлә филиалдың бөгөнгө эшмәкәрлеге, маҡсаттары сағыла. Һүҙ шулай уҡ белем биреү өлкәһендәге яңылыҡ-үҙгәрештәр, йәштәр донъяһын да урап үтмәй.
Аудиториялар бушап ҡалманы
– Данлыҡлы уҡыу йорто нин­дәй ҡаҙаныштар менән йәшәй?
– Билдәле сәбәптәр арҡаһын­да һуңғы биш йылда студенттар һаны бермә-бер кәмене. Өҫтә­үенә быйылғы сығарылыш ҙур булды. Шуға аудиторияларыбыҙ бушап ҡалырмы тип хафа­ландыҡ. Уның ҡарауы, һөнәренә ҡарап, ҡайһы бер факультеттарҙа бер урынға хатта 12 абитуриент дәғүә итте һәм ике меңдән ашыу кеше БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенттары сафына баҫты.
– Белем усағының абруйы ла бит һуңғы бер-ике йылда күҙгә күренеп күтәрелде…
– Йәмғиәт бер урында тапан­маһын өсөн уны алға әйҙәгән белгестәр һәм кадрҙар әҙерләү шарт. Беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, шәхесте бер яҡлы ғына итеп тәрбиәләү яғында түгел: белем дә мөһим, тормош шарттарына яраҡлаша белеү ҙә кәрәк, шул уҡ ваҡытта уның (шәхестең) рухи байлығы ла йоҡа булмаһын. Ошо төп бурысты билдәләү юлында ниндәйҙер кәрәкмәгән, бер-береһен ҡабат­лаған функция­ларҙы үтәүҙән баш тартырға ла тура килде, яңы йүнәлештәр һәм программалар өҫтәлде, студент­тың ихтыяжын иҫәпкә алып ҡулайлаштырылды, матди-техник база нығынды. Уҡыу-тәжрибә биналары ғына ла беҙҙә унау.
Бынан тыш, ҡайһы бер вуздар­ҙан айырмалы рәүештә юғары ғына түгел, башланғыс һәм урта белем биреүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ. Юридик, иҡтисади һәм педагогик-психолик йүнәлештәрҙә колледждар эшләп килә. Филиал нигеҙендә лицей асырға ла хыял бар.
Белем биреүселәрҙең дә кимә­лен үҫтереү мотлаҡ. Уҡытыу­сы­ларыбыҙ камиллашһын өсөн уңайлы шарттар етерлек: гранттар ҡаралған, үҙебеҙҙә үк аспирантура бүлеге бар, тәжрибә туп­лау өсөн эшлекле командировкалар ойошторола – һәммәһе лә педагог файҙаһына. Ниндәйҙер һөҙөмтәләр хаҡында ла һүҙ алып барырға мөмкин: БДУ-ның Стәр­летамаҡ филиалында 36 фән докторы, 232 фән кандидаты эшләй.
Башҡортостандың көньяғы тураһында ғына һүҙ алып бармайым. Элек филиалда сит илдән килгән студенттар һаны ике-өс кеше менән генә сикләнһә, хәҙер улар йөҙҙән ашыу. Тимәк, ҡыҙыҡ­һыныу ил сигенән ашып китте. Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ йәштәре һәм баш­ҡа милләт вәкилдәре бер-ике йыл эсендә күпләп килде. Тик шуныһы үкенесле: студенттар һаны артҡан мәлдә бюджет урындары ҡыҫ­ҡар­тылыуға дусар. “Мәктәп уҡыу­сылары әҙәйҙе” тигән сәбәп бар, әлбиттә, тик ҡайһы бер башҡа вуздар был тәңгәлдә “етем ҡал­май” бит. Нисек кенә булмаһын, лайыҡлы белем алам тигән кеше аҡсаһын түгеп булһа ла кәрәкле уҡыу йортон һайлай.
– Тимәк, мәғариф система­һын­да бөтәһе лә ал да гөл түгел?
– Башҡа күренеш һымаҡ, был тармаҡ та бер яҡлы һәм бер ҡатлы ғына үҫешә алмай. Нин­дәйҙер ҡарарға дәғүә белде­рергә мәжбүр булһаң, ҡайһы бер яңы­лыҡҡа сабыйҙай шатлана­һың. Мәҫәлән, белеүе­геҙсә, бөгөн “иҙән аҫты” вуздары-филиалдары ябылып бөтөү өҫтөндә. Тикше­реү­ҙәрҙән һуң улар аккредитация үтә алмай йәки тейешле белем бирерлек кимәлдә түгел булып сыға. Бында конкурентлыҡтан ғына сығып әйтмәйем, үҙ һөнә­ренең оҫтала­ры булырлыҡ бел­гестәрҙе аҡса йыйып ултырып ҡына әҙерләү мөмкин түгел. Әлеге филиалдар­ҙа студенттар уҡыу башынан аҙағынаса бер нисә тапҡыр ғына белем усағын килеп күрергә мөмкин – уның ҡарауы, ваҡыты еткәс[center][/center]
, ҡулына барыбер ҙә диплом алып сыға. Бигерәк тә шуныһы ҡурҡыта: ошондай дипломлы һөнәр эйәләре уҡыта, дауа­лай, һаҡлай.
Ҡытай теле, роботтар һәм рухи тәрбиә әһәмиәте
– Йүнәлеш-программаларға ныҡлабы­раҡ туҡталып китһәк ине.
– Уҡыуға килгәндә, әйтәйек, бер юлы бер нисә диплом алыу форсаты бар. Өҫтәүенә бер дипломда сит ил уҡыу йортоноң исеме лә теркәлергә мөмкин. Был тәңгәлдә халыҡ-ара хеҙмәттәш­лек­кә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Иң мөһиме – студенттар үҙҙәре бик әүҙем, әлеге программаларҙа ҙур теләк белдереп ҡатнашалар. Франция, Болгария университеттарында белемдәрен камиллаштыралар. Быйыл бер төркөм студентыбыҙ ҡытай телен өйрә­нергә юлланды. Ҡытайҙағы уңыш­тары тураһында яҙып-шылтыратып торалар.
Уңайлы шарттар тыуҙырыу, әлбиттә, халыҡ-ара кимәлгә сығыуға ғына ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. Төйәк иткән ҡалаң йәки ауылың да һиңә мохтаж бит. Бөгөн ҡала предприятиелары менән дә һөҙөмтәле аралашыу бара. “Авангард” өсөн тотош бер төркөм химиктар әҙерләй баш­ланыҡ. Бындай проекттар бар яҡлап та отошло: беҙгә – заказ, предприятиеға – белгес, йәш кешегә эш буласаҡ. Насармы ни? Стәрлетамаҡ машиналар эшләү сәнәғәтендә алға киткән. Был йәһәттән беҙҙең дә ситтә ҡалырға иҫәп юҡ, ошо өлкәлә эшләгән магнаттар өсөн лайыҡлы белгес­тәр әҙерләү теләге менән янабыҙ. Әйтәйек, робот яһаусылар түңә­рәге хәҙер абруйлы конкурстар еңеүсеһе инде. Буласаҡ мәғлүмәт технологиялары белгестәре тура­һында әйтеп тораһы ла юҡ. Студенттарыбыҙ Рәсәй генә түгел, сит ил фондтары гранттарына ла дәғүә итә.
Ғөмүмән, белемле булыр өсөн лекция тыңлау ғына аҙ әле, йәш кеше үҙе лә эҙләнергә, өйрәнергә тейеш. Үҫеш бит хаталар һәм табыштар аша килә. Йәштәрҙең фән менән шөғөлләнеүе файҙаға ғына.
– Һеҙҙә химиктар күберәк әҙер­ләнә башлаған, робот яһай­ҙар, тимәк, инженерҙарға ҡытлыҡ кисереүҙе яҡшы тойомлайһығыҙ?
– Йәмғиәт үҫешендә технолог­тың да, уҡытыусының да, иген үҫтереүсенең дә һөнәре берҙәй мөһим. Классик вуз булараҡ, беҙ теүәл фәндәргә лә, гуманитар йүнәлештәргә лә иғтибар бирә­беҙ. Ҡаланың бөтә заводтарында ла беҙҙең уҡыу йорто дипломын алған егет һәм ҡыҙҙар эшләй, тип әйтеп булмайҙыр. Уның ҡара­уы, Башҡортостандың көньяҡ төбәге мәктәптәре 80 процентҡа әлеге вуз тамамлаған уҡытыу­сылар менән тәьмин ителгән. Был йәһәттән бер парадоксҡа туҡталғы килә: бөгөн юристар эш таба алмай яфаланған мәлдә бая телгә алған бер урынға 12 абитуриент дәғүә итеүе нәҡ юридик факультетта күҙәтелде. Тимәк, диплом алыу бер, ә ҡайҙа һәм нисек белем туплайһың, быныһы инде – икенсе мәсьәлә. Һәр хәлдә, быйылғы сығары­лыштың 80 проценты эш урыны тапты, ҡалған өлөшөнән кемдер әсә бәхетенә эйә булды, егеттәр хәрби бурысын үтәй, бәғзеләр белемен артабан камиллаштыра.
– Шәхесте төрлө яҡлап үҫте­рәбеҙ, тинегеҙ…
– Эйе, кешенең алтын аҡылы булыуы ихтимал, тик күңеле буш икән – ул әҙәм балаһынан ни фәтүә был донъяла? Шуға күрә физик һәм рухи тәрбиәгә лә иғ­тибар ҙур беҙҙә. Студенттар дүрт ятаҡта йәшәй. Был йорт­тарҙа яҡшы шарттар тыуҙы­рылған, күп­тән түгел генә бөтә йыһазды яңырт­тыҡ. Ятаҡтарҙа үҙидара көслө, студенттар татыу көн итә. Ошо көндәрҙә генә уҡыу йорттары ятаҡтары араһында ҡала кимә­лендә үткән конкурста “Иң яҡшы “ҡыҙыл мөйөш” номинаци­яһына эйә булдыҡ. Республика кимә­лендә лә лайыҡлы сығыш яһайбыҙ.
Физик тәрбиәгә килгәндә, спорт залы бер ваҡытта ла буш торғаны юҡ, ә студенттар шөғөлләнгән ижади коллективтар һаны 13-кә етте, шул иҫәптән өсөһө халыҡ коллективы исемен йөрөтә. Ирекмәндәр хәрәкәте лә әүҙем эшләп килә.
Хыял һәм ысынбарлыҡ
– Хеҙмәт баҙарына әйләнеп ҡайтып, кисәге студенттары­ғыҙ­ҙың уңыштарына ҡыуан­мау мөмкин түгел, тик бөгөнгө шарттарҙа, БДУ-ның Стәрле­та­маҡ филиалын тамамлау­сы­лар­ҙан айырмалы, һәм­мә­һе­нә лә бәхет йылмаймай бит әле…
– Эш эҙләгән йәштәр хәҙер, үкенескә ҡаршы, үҙеңде һынап ҡарау тигән төшөнсәне онотоп китә буғай. Тәүге көндән үк етәксе вазифаһына ҡуйһындар, кәм тигәндә 50 мең һум эш хаҡы түләһендәр, әммә был тиклем кимәлгә етер өсөн ниндәйҙер баҫҡыстар, ауырлыҡтар аша үтергә кәрәк бит әле. Ҡара эшкә барырға теләмәгәндәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Эш тәҡдим итеп тә хеҙмәт урыны таба алмау пародоксы, миңә ҡалһа, ошоға бәйле. Ғөмүмән, ниндәйҙер ҙур проектҡа тотонор, яуаплы вазифа биләр алдынан тәжрибә туплау мотлаҡ. Үҙебеҙ­ҙең вуздан сығып, шуны өҫтәй алам: корпоратив статистика күрһәтеүенсә, студент ҡайһы предприятие-ойошмала тәжрибә туплай (практика үтә), шунда эшкә ҡалыусан. Тәбиғи, эш менән тәьмин итеүсе уны һынап өлгөрә. Тик бының өсөн үҙеңде күрһәтә белеү шарт. Минеңсә, студент­тарыбыҙ был шартты яҡшы үтәй.
– Алексей Алексеевич, бө­гөнгө заман йәш кешеһе, һеҙ­ҙеңсә, ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Студент йылдарын йыш ҡына иҫкә алам. Ғүмеремдең ниндәй илаһи мәле булған икән, тип уйланам. Көндәр буйы китапханала ултырыу, фән менән ҡыҙыҡ­һы­ныу, төҙөлөш отрядында эшләү, Әстрханға помидор, ҡарбуз йыйырға барыу, волейбол буйынса ярыштар – барыһы ла хәтерҙә. Әлбиттә, заман башҡа – заң башҡа, төҙөлөш отрядтары юҡ хәҙер, уның ҡарауы, башҡа мөмкинлектәр буйынса бөгөнгө студенттарға көнләшеп туймаҫ­лыҡ. Иң мөһиме – ошо мөм­кин­лектәрҙе ҡулдан ысҡындыр­ма­һындар ине. Был белем алыу­сыларға ғына түгел, бөтә йәштәргә лә ҡағыла – уңыш тау артында ғына. Тик ул тауға үрмәләп менеү шарт.
Тау тигәндән, хәҙерге баҙар шарттарында мәғлүмәт үҫешенең тиҙлеген күҙ уңында тотҡанда, йәш кешегә аҡылы буйынса ла, физик яҡтан да бик етеҙ булырға кәрәк. Үҫеш өсөн кеше өс тапҡыр эш урынын алмаштырырға тейеш, тиҙәр. Бөгөн биш һөнәр эйәһе булыу ҙа ҡамасауламаҫ ине. Мә­ҫәлән, мин ҡулыма диплом алғас, артабан фән менән шөғөлләнергә хыяллана инем. Тик белгес булып өлгөрөүем үткән быуаттың 90-сы йылдарына тура килде. Ғаиләне бағырға кәрәк, ә ул саҡта фән өлкәһендә бигүк өмөтләндерерлек нәмәләр күрмә­нем. Ғөмүмән, күп тә үтмәй бизнес өлкәһенә сумдым. Ниндәй­ҙер кимәлгә өлгәшелгәс, һөҙөмтәләр булғас, дәүләт хеҙ­мәтенә эшкә күстем – ил Президенты аппаратында яуаплы вазифаға тәғә­йенләнеләр. Бында тиҫтә йылдан ашыу тәжрибә, көс һәм аң туплағас, инде канди­датлыҡ диссертацияһын барыбер ҙә яҡлап, йәнә фәнгә, белем биреү өлкәһенә әйләнеп ҡайттым. Шуға йәштәрҙе хыялдарынан төңөл­мәҫкә саҡырыр инем. Тырыш­лығың һәм теләгең булғанда, урау-урау юлдар аша булһа ла барыбер маҡсатыңа өлгәшергә мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 107

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 462

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528