Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ни өсөн бала тыңламай?
Балаларының тыңламаған сағы менән һәр ата-әсә осрашҡаны барҙыр. Ҡайһы берҙә яза биреү ҡурҡынысы ла, иркәләп-наҙлап ипкә килтерергә маташыу ҙа ярҙам итмәй, тыңлауһыҙ бала үҙенекен атҡара бирә. Уның был ҡылығына ҡаршы көрәшер алдынан сәбәптәренә төшөнөргә тырышығыҙ, үҙегеҙҙең һәм ғаиләләге туғандарының балаға ҡарата тәрбиә алымдарын анализлағыҙ. Психологтар был күренештең сәбәптәрен түбәндәгесә аңлата.

lКеше үҙенең ғүмерендә байтаҡ ҡына көрсөк осорҙарын үткәрә. Улар бәләкәстәрҙе лә урап үтмәй, бәлиғ булғансы бала дүрт көрсөктө үткәрергә мөмкин: 1 йәш, 3 йәш, 7-8 йәш, үҫмерлек мәле. Был осорҙарҙы тыңлауһыҙланыуға нисек бәйләргә була? Мәҫәлән, ике йәшлек сағында әсәһенән һүҙһеҙ генә ботинка бауын бәйләттергән, кейеменең төймәләрен элдергән сабый өс йәше тулыуға “мин үҙем” тип барыһын да үҙе эшләргә ынтыла. Тик бәләкәй ҡулдар уны тыңлап етмәй, оҫталыҡ яғы аҡһай, әммә бала тырыша, әсәһен кейемдәренә ҡағылдыртмай. Уны йәһәтерәк кейендереп, тышҡа алып сығырға теләгән әсә, әлбиттә, барыһын да йәһәт кенә үҙе теүәлләп ҡуйырға уйлай. Бала үҙенекен эшләргә теләй, сөнки уның уйынса хәҙер ул ҙур, күп нәмәне үҙаллы башҡара ала. Һөҙөмтәлә бала менән был хәлгә аптырап ҡалған әсә бер-береһен аңламай.
“Ни эшләргә?” тигән һорау килеп тыуа. Бындай осраҡта балаға иғтибарлы булығыҙ, ҡайһы берҙә үҙенең кире яҡтарын күрһәтеп, тиҫкәреләнеп алһа ла, һеҙ уға барыбер терәк-таяныс булыуығыҙҙы, уны яратыуығыҙҙы белдерергә тырышығыҙ, артыҡ әрләү, янауҙар зыян ғына килтерә, язаға тарттырырға маташыу хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәреүе ихтимал. Тыңлауһыҙланыу ул күрәләтә яуызлыҡ ҡылырға теләүҙән килеп сыҡмай, бала бының менән һеҙгә нимәлер әйтергә, үҙенең фекерен еткерергә теләй.
lҮтә юғары талаптар. Әлбиттә, һәр ата-әсә балаһының иң-иң яҡшыһы булыуын, уҡыуҙа ла, эштә лә ҙур ҡаҙаныштарға ирешеүен теләй. Ҡайһы бер ата-әсә ошо маҡсаттан сығып балаһына үтә юғары талаптар ҡуя, үҫеш планкаһын буй етмәҫлек үргә күтәреп ебәрә. Шуны онотмаҫҡа кәңәш ителә: бала һеҙ нимә теләйһегеҙ, шуны әүәләп була торған балсыҡ түгел, ул – гөл-сәскә, уға мәлендә һыу ҡойоп, файҙалы матдәләр менән туҡландырып, һөйөү-наҙыңды бүләк итеп торорға кәрәк. Ни өсөн алты йәшлек малай тыңламай башланы әле? Сөнки атаһы унан спортсы яһарға теләй, ә баланың һүрәт төшөргөһө йә иһә конструктор йыйғыһы килә.
Ни эшләргә? Сабый билдәле бер холоҡ-фиғел һыҙаттары, теге йәки был өлкәгә бәйле һәләттәр менән тыуа – ошо фактты ҡабул итә белергә кәрәк. Тәбиғәт тарафынан балағыҙға ниндәй яҡшы сифаттар бирелгән, нимәгә һәләтле, нимә менән күңел биреп ҡыҙыҡһына – ошоларҙы күрә белегеҙ, артабан үҫтерергә тырышығыҙ, ә үҙегеҙҙең теләктәрегеҙҙе көсләп таҡмағыҙ.
lКүптәрҙең ошондай күренешкә шаһит булғаны барҙыр: ғаиләлә бер өлкән кеше бөтәһен дә ҡурҡытыңҡырап, хөкөм сығарып, ныҡлы ҡулда тотоусы ролен уйнаһа, икенсеһе яҡлаусы, йәлләүсе, йыуатыусы ролен үҙ өҫтөнә ала. Әгәр ҙә балалар атай абруйы алдында үҙҙәрен ҡулда тота икән, ул эштә саҡта, өйҙә булмаған мәлдәрҙә әсәйҙе тыңламауы, уның әйткәнен ҡолаҡҡа ла элмәүе күҙәтелә. Әгәр ҙә әсәй абруйы көслөрәк икән, атай кис эштән ҡайтып инеү менән, әле генә ҡушҡанды тыңлап ҡына торған бала, шунда уҡ ҡырҡа үҙгәреп, тыңлауһыҙға әйләнеүе ихтимал, сөнки яҡлаусыһы хәҙер янында.
Ни эшләргә? Ата-әсәгә бер төптән булып, абруйҙарын һаҡлау, уны артабан үҫтереү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Икеһе лә бер һүҙҙән булып, атайҙы ла, әсәйҙе лә берҙәй тыңларға кәрәклеген билдәләп, һәр ваҡыт ошо сәйәсәтте алып барһа, береһе әйткәнде икенсеһе кире ҡағып тормаһа, был осраҡта дөрөҫ булыр. Был ҡағиҙә ата-әсәгә генә түгел, олатай-өләсәйҙәргә лә ҡағыла. Ейән-ейәнсәрҙәренә яҡшы булам тип, барыһына ла юл ҡуйып, ата-әсә тарафынан һалынған тәрбиә нигеҙҙәрен емереп ташлау – хата күренеш.
“Үҙебеҙҙе үҙгәртеп, беҙ донъяны ла үҙгәртәбеҙ” тигән фекер бар. Әгәр ҙә һеҙгә кемдеңдер тәртибе оҡшамай икән, ошо фекергә ҡолаҡ һалығыҙ. Балалар – бәләкәй, әммә тик дөрөҫлөктө күрһәткән көҙгө ул. Тыңлауһыҙланып, улар был көҙгөлә кемде сағылдыра икән?.. Бәлки, шул турала ла уйланырға кәрәктер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528