Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милләт әсәһе — ҡатын-ҡыҙ
Бөгөн бөтә донъяла, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә ҡатын-ҡыҙ күпселекте тәшкил итә. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, республикала әлеге көндә ике миллиондан ашыу ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Был бөтә халыҡтың 53 процентын тәшкил итә. Бындай диспропорция Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан алып килә, ә хәҙерге заманда ул ирҙәрҙең күпләп үлеүе менән бәйләнгән. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙ йәмғиәт үҫешенә ҙур йоғонто яһаусы социаль-демографик төркөм булып тора. Халыҡ хужалығындағыларҙың – 52 проценты, дипломлы белгестәрҙең – 60, етәксе вазифа биләүселәрҙең 35 проценты – ҡатын-ҡыҙ затынан.


Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда белемлерәк. Беҙҙең республикала уларға уҡыр өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың юғары белемле булыуы бик яҡшы. Әммә “Милләт әсәһе – ҡатын-ҡыҙ” төшөнсәһенән сығып ҡараһаҡ, яҡшы ҡатын, өлгөлө әсә булыу өсөн был ғына етмәй.
“Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”, ти халыҡ мәҡәле. Эйе, был фекер тәрән фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә. Бала ғаиләлә, мәктәптә алған тәрбиәһен, үҫеп еткәс, тормошҡа ҡарашы, холоҡ-фиғеле, йәшәү принциптары аша сағылдыра.
Башҡорттарҙа борон-борондан ғаилә ҡороуға, бала тәрбиәләүгә, алмаш быуын үҫтереүгә бик етди ҡарағандар. Ул өйләндерәм, ҡыҙ бирәм тиһәләр, буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарының ете быуынына тиклем тикшергәндәр. Халҡыбыҙҙың өләсәйҙәр, инәйҙәр, еңгәләр институты бик юғары кимәлдә үҫешкән булған. Әсә кеше үҙенең баҫалҡы холҡо, тыйнаҡлығы, әҙәп-тәүфиҡлығы менән ҡыҙҙарына өлгө булһа, атай ғаиләне иҡтисади яҡтан тәьмин иткән, уның нигеҙен тотоп торған, ҡурсалаған ир өлгөһө булған. “Атанан күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән” мәҡәлендәгесә, ата-әсәһенең яман йәки яҡшы ҡылығын күреп үҫкән балалар ҙурайғас уларҙың юлын дауам итә. Юғары белемдәре булмаһа ла, өләсәй, инәй, еңгәләр үҙҙәренең тормош тәжрибәһен, донъяға ҡарашын, тәбиғәткә мөнәсәбәтен, ата-әсәгә хөрмәт, ихтирам тойғоһон бала күңеленә нисек итеп тәрбиә аша һеңдерә алған икән?..
Балаларҙа әҙәп, әхлаҡ һыҙаттарын ғаилә һәм тирә-яҡ мөхит тәрбиәләгән. Үкенескә ҡаршы, хәҙерге заманда беҙҙе уратып алған мөхит һәр саҡ ыңғай яҡтан өлгө була алмай. Бының сәбәптәре бихисап. Халыҡтың милли асылынан айырылыуы, кеше менән тәбиғәт араһындағы гармонияның боҙолоуы, тирә-яҡ мөхит, милләт, туған тел, экологияның хәүефле торошо — былар барыһы ла йәш быуынды тәрбиәләүгә кире йоғонто яһамай ҡалманы. Бушлыҡты тултырыу өсөн йәш быуын сит-ят мөхиттең йәшәү принциптары менән “туҡланырға” мәжбүр була. Бындай кире күренеш рухыбыҙҙы ағыуламаһын өсөн, ғаиләлә, иң беренсе сиратта, әсә институтының юғары кимәлгә күтәрелеүе зарур.
Рухи һәм физик, психологик яҡтан ҡатын-ҡыҙҙы тәрбиәләү беҙҙә ниндәй кимәлдә һуң? Табиптар: “Тәрбиә әсә ҡарынында башлана”, – ти. Һау-сәләмәт әсәнән генә имен бала тыуа.
Йәш быуынды тәрбиәләү, уға белем биреү һәм оло тормошҡа әҙерләү бурысы бөгөн мәғариф өлкәһенә йөкмәтелгән. Ҡыҙҙарҙы тәрбиәләүҙе бишектән, балалар баҡсаһынан башларға, ә башланғыс класта мәктәп программаһына индерергә кәрәктер.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән төшөнсәне “Ҡ” хәрефенән башлап өйрәнеү мотлаҡ. Бала ниндәй милләттән булһа, башланғыс класс уҡытыусыһы ла шул милләттән, үҙ халҡының тарихын яҡшы белергә, рухлы, халҡын яратҡан, ғорур шәхес булырға тейеш, сөнки үҙеңдең асылыңды яратмай тороп, балаларҙа милләткә, телгә һөйөү, мөхәббәт тәрбиәләп булмай.
Ҡыҙҙар юғары класҡа килеп еткәнсе үҙ-үҙенә ихтирам, намыҫ, ғорурлыҡ тойғоларына эйә булырға, әсә булыуҙың ни тиклем ауыр һәм яуаплы, маҡтаулы бурыс икәнен аңлап, ҡыҙ менән егет, ир менән ҡатын, ҡәйнә-килен, ҡатнаш ғаилә мөнәсәбәттәре хаҡында белергә тейеш. “Ғаилә ныҡлығы – ил ныҡлығы” тигән хәҡиҡәтте аңдарына һеңдерергә тейештәр.
Ябай һалдатты ла, бөйөк ғалимды ла, президентты ла әсә тыуҙырғанын иҫәпкә алһаҡ, ҡатын-ҡыҙ – буласаҡ әсәне тәрбиәләү – дәүләт алдында торған мөҡәддәс бурыс ул.
Милләтебеҙҙең киләсәген ҡайғыртайыҡ тиһәк, һис кисекмәҫтән буласаҡ милләт әсәләрен тәрбиәләү программаһын төҙөү мотлаҡ. Бының өсөн ҡыҙҙарға ғына айырым тәрбиә һәм белем бирерҙәй уҡыу йорттарын асырға кәрәк.
Революцияға тиклем рус дворяндары ҡыҙҙарын ғаилә тормошона әҙерләү өсөн гүзәлдәр пансионына (пансион благородных девиц) биргән. Бындай уҡыу йорттарында нескә заттың күркәм сифаттарын үҫтереүҙе айырым уҡыу планы буйынса бойомға ашырғандар. Шуға күрә республикала милләтебеҙ һандуғастарын тәрбиәләй алырлыҡ ҡыҙҙар гимназиялары асыу – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Бындай типтағы уҡыу йорттары гуманитар, эстетик йүнәлештә булырға тейеш. Туған тел менән бер ҡатарҙан сит телдәрҙе лә яҡшы үҙләштергән, юғары эстетик зауығы булған, аш-һыу әҙерләй, заманса кейенә белгән, аҡыллы, зирәк, уңған, итәғәтле ҡыҙҙар тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйырға тейеш ошо гимназиялар.
Ҡатын, әсә булыуҙың бөтә нескәлектәренә эйә булған, юғары белемле, мәҙәниәтле гүзәл заттарға уларҙың ошо сифаттарын юғары баһалаған, ғаиләне иҡтисади яҡтан тәьмин иткән ир-егеттәр кәрәк. Ҡайҙа һуң ундай егеттәр, ирҙәр, атайҙар? Өйҙә, балалар баҡсаһында, мәктәптә, юғары уҡыу йортонда улар был йүнәлештә тәрбиә аламы? Юҡ. Тимәк, егеттәрҙе балалар баҡсаһынан уҡ буласаҡ ир, атай итеп тәрбиәләүҙе башламай тороп, киләсәк быуын тураһында фекер йөрөтөү файҙаһыҙ...







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 111

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529