Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәғарифта – “ураҡ” осоро
Мәғарифта – “ураҡ” осоро Мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлектең ҡыҙыу осоро. Мәғлүм булыуынса, тәүге һынау (әҙәбиәттән һәм географиянан) 27 майҙа тапшырыласаҡ. Артабан иһә урыҫ теле (30 май), математика
(2 һәм 6 июнь) һәм башҡа предметтар килә. Һынау осоро – 20 июнгә тиклем. Унан ай аҙағына ҡәҙәр кисерерлек сәбәп буйынса имтиханда ҡатнаша алмағандар өсөн резерв көн ҡаралған.

Һынау тапшырыу өсөн предметтар һайлау эше 1 февралдә тамам­ланды. Уҡыусылар йәнә йәмғиәтте өйрәнеү, физика, биология, тарих, химияға өҫтөнлөк биргән.
Башҡортостан Мәғариф ми­нистр­лығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала Берҙәм дәүләт имтиханын 20 470-тән ашыу кеше тапшырасаҡ. Был­тырғы менән сағыштырғанда 984-кә аҙыраҡ. Имтихан алыу республика буйынса 103 пунктта ойошторола. Былтыр иһә 16-ға күберәк ине. Уларҙа ҡулайлаштырыу эше атҡарылған. Һөҙөмтәлә имтиханды үҙҙәрендә тапшырыу мөм­кинлеге булмаған 640 сығарылыш уҡыусыһы (улар Көйөргәҙе, Йылайыр, Йәрмәкәй, Балтас, Ҡыйғы, Краснокама, Стәрлетамаҡ һәм Куш­наренко райондарынан) һынау урынына автобуста алып барыласаҡ.
Быйыл Мәғлүмәтте эшкәртеү буйынса төбәк үҙә­ген йыһаз­ландырыу өсөн алты миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡарал­ған. Онлайн трансляциялы аудиториялар һаны 25 процентҡа арта. Биналар видеокүҙәтеү системаһы камералары менән йыһазлан­дырылған, сигнализация үткә­релгән, һаҡ ҡуйыласаҡ.
Министрлыҡта әйтеүҙәренсә, быйыл БДИ-ны алдан тапшырыу этабында тәүге тапҡыр контроль-үлсәү материалдарын аудиторияла баҫыу һәм имтихан материалдарын сканерлау технологияһы ҡулланылған. Бының өсөн алын­ған принтерҙар, сканерҙар февраль-мартта уңышлы апробация үткән, техник белгестәр әҙер­ләнгән.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең Мәға­рифта күҙәтеү һәм контроль буйынса идаралығы 2017 – 2019 йылдарҙа “технологик БДИ” системаһына күсеү бурысын ҡуя. Контроль-үлсәү материалдарын аудиторияла баҫыу, имтихан эштәрен сканерлау, уларҙы бәйләнештең һаҡланған каналдары буйынса электрон рәүештә ебәреү сығымдарҙы кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
Мәғариф министрлығында йәмәғәт күҙәтеүселә­рен әҙерләү йәһәтенән ныҡлы эш алып барыла. Һынауҙы алдан тапшырыу этабына, мәҫәлән, 30 ке­ше аккредитация үткән. Быйылғы үҙенсәлекле яңылыҡ – йәмәғәт күҙәтеү эшенә БДУ-нан һәм БДПУ-нан 200-гә яҡын студент йәлеп ителә. Улар 26 апрелдә уҡыу үткән. Күҙәтеү эшендә шулай уҡ республиканың Йәмәғәт пала­таһы, Дәүләт имтихан комис­сияһы, Мәғарифта күҙәтеү һәм контроль идаралығы вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ.
Ғәҙәттәгесә, республика Мәғариф министрлы­ғының рәсми сайтындағы “БДИ-2016” бүлегендә БДИ-ға бәйле барлыҡ мәғлүмәтте табырға мөмкин. Өҫтәүенә ведомствола, шулай уҡ Мәғлүмәтте эшкәр­теү төбәк үҙәгендә, муниципаль хакимиәттәрҙең мәға­риф идаралыҡтарында, дөйөм белем биреү ойош­маларында халыҡ өсөн “ҡыҙыу линия” эше ойошторолған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507