Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нигеҙҙең ныҡлығы илһөйәрлеккә бәйле
Нигеҙҙең ныҡлығы  илһөйәрлеккә бәйле Йөҙҙәрҙә – шатлыҡ та, һағыш та. Мәктәбем тип йыраҡтан ашҡынып ҡайтып төшкәндәр ҙә, уларҙы ҡәҙерләп ҡаршы алғандар ҙа тулҡынланыу кисерә. 85 йыллығын билдәләгән белем усағы яңынан “алтын һуҡмаҡ”тан үткәрә кеүек...

Яңы Усман мәктәбенең тарихы, район менән тиңдәш мәғариф учреждениеһы булараҡ, Бөрйәндекенә тығыҙ бәйле. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында төрлө йәштәге тәүге уҡыусыларын йыйған бәләкәй генә ағас бина ауылға яңы һулыш өрә. Һәр быуын вәкиленең күңеленә ғилемгә ынтылыш һала. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышы төпкөл ауылдағы ошо ҡуҙҙы өрөп һүндерә кеүек: мәктәп бер нисә йылға ябылып тора. Шулай ҙа яу тамамланыуға ғилем нуры яңынан баҙлай башлай.
Артабан утыҙ йыллап ваҡыт арауығында башланғыс мәктәп, ауылдағы һәр ғаиләнең төп терәк-таянысы булараҡ, бихисап баланы ғилем донъяһына етәкләп алып килә. Унан 10-11 йәшлек уҡыусыларҙың ҡайһы берҙәре йыраҡтағы интернаттарға урынлаштырылһа, күптәр аҙна һайын йәйәүләп Яңы Усман – Иҫке Собханғол юлын тапай башлай. Ара – 40 саҡрым тирәһе. Юл, билдәле, тигеҙ түгел, урман да тау. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауылдың шул осорҙағы бер балаһы ла уҡымайынса ҡалмай.
Артабан мәктәп туғыҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелә, яңы быуат башында заманса күркәм бинаға күсә. Әйткәндәй, шул осорҙа ауылда мөһабәт мәҙәниәт йорто ла ҡалҡып сыға. Өҫтәүенә хәҙер ике мәсет бар. Береһе ауылға ингән ерҙә ҡаршылап торһа, икенсеһе боронғо иман йортоноң нигеҙ ҡотон һаҡлай. Ошолай һәр яҡлап ҡурсаулы төйәктә балалар ҙа кәмемәй, киреһенсә, арта ғына бара. Һуңғы йылдарҙа хатта тотош йәштәр урамы барлыҡҡа килде. Унда төпләнгән һәр ғаиләлә кәмендә өс бала буй еткерә. Һис кем ауырлыҡтарға һыҙланып йәшәмәй. Ир-ат, төрлө шөғөл ярҙамында аҡса табып, етеш тормошҡа ынтыла. Ағас эше, малсылыҡ, йәшелсәселек айырыуса үҫешкән.
Ауылдағы йәш ғаилә башлыҡтарының һәр икеһе – эшҡыуар. Үҙ продукцияһын етештереп һаталар, магазин тоталар, таҡта бысып, йорт бурап бирәләр. Бер-береһен уҙырға теләп түгел, ә өлгө алып, ярҙамлашып, кәңәшләшеп эшләйҙәр. Йүнселдәрҙең мәғариф, мәҙәниәт усаҡтарының уңышлы хеҙмәтендә лә өлөшө ҙур. Ни өсөн тигәндә, учреждениеларҙағы барлыҡ саралар ҙа тиерлек бағыусыларҙың ярҙамына таянып ойошторола. Әле малайҙар мәктәп эргәһендәге хоккей ҡабында тирләй-бешә сәкән һуға икән, был майҙансыҡты булдырыу ҙа – ауыл эшҡыуарҙарының тырышлыҡ емеше.
Ғөмүмән, төпкөлдә ятҡан Яңы Усман халҡы төйәген үҙе күтәреп йәшәй. Тырышлыҡ, берҙәмлек, яҡтылыҡҡа, изге маҡсатҡа ынтылып ғүмер иткәнлектән, тыуған ерҙе яратҡанлыҡтан, ғаиләләр ҙә ишәйә. Нигеҙҙәрҙең ҡото, нәҫелдәрҙең көсө арта. Шуға бәйле, 85 йыллығын билдәләгән мәктәп тә ҡунаҡтарҙы ғорур ҡаршылап, ҡәҙерләп оҙатты.
– Ауылдаштарҙы йыйып алыу мөмкинлеге сығыуға һөйөнөп, мәктәптең юбилейына ихлас әҙерләндек, – ти уҡыу йорто директоры Илдар Ишморатов. – Дөйөм эштән берәү ҙә ситтә ҡалманы. Матди йәһәттән дә, һүҙ менән дә ярҙам иттеләр. Барыбыҙҙы бергә туплаған, белем һуҡмағына баҫтырған изге урын бит мәктәп. Уға ҡарата хөрмәт ҙур булырға тейеш. Әгәр белем усағы артабан да гөрләп эшләһен тибеҙ икән, барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Беҙҙең Яңы Усман халҡы ошо хәҡиҡәтте аңлап, тыуған төйәгендә хужаларса ғүмер итә. Шуға күрә мәктәптең нигеҙе лә ныҡлы.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528