Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әгәр репетитор булмаһа...
Әгәр репетитор булмаһа... Ике йыл элек бер йәш ғаилә, райондағы мәктәп ябылғас, Өфөгә күсеп килде. Оҙаҡ уйлап тормаҫтан, репетиторлыҡ эшенә тотондолар. Кәсептәре бер-ике бала менән шөғөлләнеүҙән башланғайны. Майҙан киңәйгәндән-киңәйә. Бындай күренештең дөйөм сәбәбе ниҙә һуң?

Ҡайһы бер ғалимдарҙың, яҙыу­сы­лар­ҙың тормош юлын өйрән­гәндә, уларҙың айырым кешенән белем алғаны билдәле була. Шуныһы ҡыҙыҡ: быға аҙаҡ һис кемеһе зарланмай. Мәҫәлән, бөйөк математиктарҙың бер нисә быуын вәкилдәрен тәрбиәләгән ғалим, СССР Фәндәр академияһы академигы Николай Лузиндың (1883 – 1950) репетиторҙан белем алғаны мәғлүм. Һигеҙ йәшендә Томск губернаһы гимназияһына уҡырға килә ул. Ләкин белем алыу еңел бирелмәй. Сәбәбе шунда: уҡыусыларҙан материалды ятлап алыуҙы талап итәләр. Һәр кем өсөн мотлаҡ һаналған был алым математика дәресендә лә ҡул­ланыла. Ә Лузин механик хәтерле булмай. Шуға ла яҙылғанды, сит фекерҙәрҙе ятларға тырышыу һәр саҡ уңышһыҙ тамамлана. Һөҙөм­тәлә малайҙың уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы бөтә.
Хәлде репетитор яйға һала. Атаһына Томскиҙа яңы ғына асылған политехник институттан студент саҡырырға тура килә. Йәш кеше, малайҙа математикаға һәләт барлығын асыҡлап, уны ошо йүнәлеш буйынса үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һала.
Ә бөгөнгө мәғариф тармағы репе­титорҙарға ниндәй мохтаж­лыҡ кисерә? Мәктәптәрҙә бит хәҙер дәреслектә бирелгәнде ятлап алыу талабы ҡуйылмай. Айырыуса һуңғы йылдарҙа, мәғариф тураһындағы яңы ҡануниәт нигеҙендә, ижади эшмәкәрлеккә киң юл асылды. Педагогик оҫталыҡ конкурстары, тәжрибә майҙансыҡтары, белемде камиллаштырыу курстары һәм башҡа мөһим сараларҙың барыһы ла уҡытыусы хеҙмәтен заман­лаштырыуға, ҡыҙыҡлы, ылыҡтыр­ғыс итеүгә йүнәлтелгән. Үҫеш йәһәтенән тәү сиратта мәктәпкә күҙ терәп торған дәүләт уның яҡшы эшмәкәрлеге өсөн бөтөн шарттарҙы тыуҙырырға тырыша. Өҫтәүенә хәҙер уҡытыуҙың ҡеүәтен арттырыу маҡсатында яңы технологиялар киң ҡул­ланыла, электрон белем биреү ысулы индерелә башланы.
Ғөмүмән, бөгөнгө мәктәп уҡыу­сыға барлыҡ мөмкинлекте тыу­ҙыра кеүек. Әммә репети­торҙарға ихтыяж йылдан-йыл арта. Бының тәүге сәбәптәренең береһе – уҡыу программаһының киңәйеүе. Уҡытыусыларҙың әйтеүенсә, айырым темаларға сәғәт аҙ бүленгәнлектән, һәр береһен тулы кимәлдә аңлатыу мөмкин түгел. Тимәк, үҙенән-үҙе репетиторға ихтыяж тыуа. Индивидуаль дәрестәрҙә мәктәп программаһы арттан ҡыуаламай, һөҙөмтәлә бала һәр теманы тәрән өйрәнеү, аңлашылмаған барса урындарҙы асыҡлау мөмкинлегенә эйә.
Хәҙер, мәктәптәр балалар һанына ҡарап финанслан­ған­лыҡтан, кластар тулы. Уҡыусылар 30-ҙан ашып киткән урындар ҙа байтаҡ. 45 минут эсендә шунса балаға айырым иғтибар бүлеп еткереү мөмкинме? Һәр береһе аңлашылмаған урынды асыҡ­лауҙы һорай башлаһа, яуап биреү өсөн күпме ваҡыт талап ителер ине икән?
Йәнә бер мөһим мәсьәлә – уҡытыу­сыларҙың ҡағыҙ мәшәҡәте. Хәҙерге педагог төп эше – белем һәм тәрбиә биреү – менән мө­киб­бән китеп шөғөлләнеүҙән мәхрүм. Унан һәр аҙымы, килә­сәккә пландары һәм башҡалар тураһында отчет талап итеп кенә торалар. Тимәк, уҡыусылар менән айырым шөғөлләнеүгә ваҡыт ҡаламы?
Шул уҡ ваҡытта белем би­реүҙең сифатына талап артҡан­дан-арта. Бының төп сәбәбе, һис шикһеҙ, Берҙәм дәүләт имтихандарына бәйле. Һынауҙың ғәҙел, асыҡ үтергә тейешлеге, уҡыусы­ларҙың тейешле балл йыйыу зарурлығы педагогтың алдына ҙур бурыс ҡуя. Тик, алда әйтелгән сәбәптәргә бәйле, имтиханға һәр баланы юғары кимәлдә әҙерләү мөмкинме?
Ошо һәм башҡа сәбәптәр репетиторға ҙур ихтыяж тыуҙыра. Ул уҡытыусының “икмәген” бү­лешмәй, урынына дәғүә ит­мәй. Киреһенсә, ярҙам ҡулы һуҙып, үҙ ке­ҫәһен дә хәстәрләй. Шуға ла хәҙер ҡай­һы бер уҡытыусылар айырым репе­ти­тор­ҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Был дөрөҫтөр ҙә, сөнки бер үк балаға белем биреүселәрҙең уртаҡ алымдарҙы, әсбаптарҙы ҡул­ланыуы, кәрәк сағында кәңәш­ләшеп, фекерләшеп алыуы мөһим. Кире осраҡта уҡыусының аңлашыл­маусанлыҡҡа дусар булыуы ихтимал.
Репетиторҙарға кире ҡараш белдергән кешеләр ҙә осрай. “Мәктәптә хәҙер эш ауыр. Шунан ҡасып, үҙаллы уҡытырға ты­рышалар”, – ти улар. Күпселек репе­титорҙарҙың лицензияһыҙ эшләүе, тимәк, хеҙмәтенән дәү­ләткә файҙа килтермәүе, үҙ кеҫәһен генә ҡайғыртыуы тура­һында ла белдерәләр. Ошо фекерҙәрҙән сығып ҡарағанда, кем һуң ул бөгөнгө репетитор? Килем артынан ҡыуыусымы, әллә ижади хеҙмәткә ынтылыусымы? Һәр хәлдә, “Рәсәй Федера­ция­һында мәғариф тураһында”ғы Законға күҙ һалғанда, белем биреүҙең шәхси эшҡыуарҙар тарафынан тормошҡа ашырылыуы мөмкинлеге ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта улар эшмәкәрлекте туранан-тура йәки уҡытыусыларҙы йәлеп итеү юлы менән ойоштора ала. Законға ярашлы, репе­титорлыҡ килем алыуға йүнәл­телгән үҙаллы педагогик хеҙмәт тип һанала. Иҡтисади эшмәкәрлек булараҡ, ул дәүләт теркәүе үтергә тейеш.
Килем алыу маҡсатында ғына ярат­маған шөғөлдө башҡарыу мөмкинме? Юҡтыр. Ошонан сығып ҡарағанда, репетиторҙы һис тә фәҡәт табышҡа ынтылған кеше тип уйлап булмай. Бәлки, ул мәктәптә эш юҡлыҡтан ошондай юлды һайлағандыр. Шул уҡ ваҡытта аҙағы күренмәгән рефор­маларҙан, ҡағыҙ мәшәҡәтенән ялҡып, ижади хеҙмәткә “су­мыуы”лыр. Айырым уҡыусыларға ныҡлы иғтибар бүлеп, эшенән ҙурыраҡ һөҙөмтә алырға тырышыуы ла ихтимал. Һәр хәлдә, репетиторлыҡҡа осраҡлы кешенең килеүе мөмкин түгел. Ундайҙар, һис шикһеҙ, үҙ көсөнә ныҡлы ышана, белемен даими камиллаштыра. Кире осраҡта, балалар “таҙа һыу”ға тиҙ сығарасаҡ.
Интернет селтәрендәге мәғлү­мәт­тәрҙән күренеүенсә, репети­торлыҡ хеҙмәте сит илдәрҙә айырыуса ныҡ үҫеш алған. Мәҫәлән, Франциялағы ата-әсә, дөйөм алғанда, был эш өсөн 2,2 миллиард евро аҡса түгә. Был күрһәткес Германияла – 1,5, Грецияла 1 миллиард евро. Шул илдәрҙәге дәүләт ҡаҙнаһының урта белем биреү системаһына киткән сығымдың биштән бер өлөшө тигән һүҙ.
Рәсәйҙең ҙур ҡалаларындағы хәлле кешеләр иһә балаларына репетиторға түләү өсөн ай һайын ғаилә бюджетының дүрттән бер өлөшөн бүлә. Берҙәм дәүләт имтихандары яҡынайыуға табан сығым тағы ла арта. Шул уҡ ваҡытта ауыл уҡыусыһы һынау алдынан үҙ уҡытыусыһынан өҫтәмә дәрес ала. Аҙаҡ БДИ һөҙөмтәһе буйынса икеһенең дә, мәҫәлән, Мәскәү дәүләт университетына инеп китеүе ихтимал...
2020 йылда инглиз теленән дә дәүләт аттестацияһы үткәрелә башлаясаҡ, тинеләр. Өлгөр ата-әсә эшкә әле үк тотондо: хатта башланғыс класта уҡыған балаларына репетитор яллағандар бар. Әҙер булыу, әлбиттә, кәрәк. Тимәк, тора-бара репетиторлыҡ мәғарифтың айырым бер тар­мағына әүерелмәҫ, тимә. Аттес­таттың “таҙа” булыуына ла талап артҡандан-арта бара бит. Мәҫә­лән, күптән түгел илдең Мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов: “Беҙҙә юғары белем алыу мөмкинлеге кәмемәй. Ләкин был абитуриенттарҙың әҙерлек сифатына талапты көсәйтергә кәрәкмәй тигәнде аңлатмай. Аттестатында “өслө” булғандарҙы уҡырға алмаҫҡа кәрәк. Улар юғары белем биреү программаһын үҙләш­терерлек көскә эйә түгел”, – тип белдерҙе. Тимәк, уҡытыусыларға, улар менән бергә репетиторҙарға эш башлана ғына...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528