Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төйәкте хеҙмәт ҡотҡарыр
Ҡайһы бер ауылдарҙың бәләкәйләнә барғанын күрәм дә күңелемде ауыр уйҙар биләй. Төйәк кенә бөтмәй бит, ә ата-бабабыҙ һалған тормош һуҡмағы, уларҙың күрһәткән юлы өҙөлә...

Ни ҡәҙәр бай тарих, күпме кешенең эҙҙәрен һаҡлай был урындар! Күңелгә ифрат яҡын ер-һыу атамалары, халыҡты элек-электән һыу менән тәьмин иткән шишмә-йылғалар, ел-дауылдан һаҡлар тауҙар, уңдырышлы баҫыуҙар... Уларҙы ташлап сит-ят ергә нисек китмәк кәрәк? Урыныңа кем килеп төйәкләнер?
“Эш булмағас, ни ҡылырға һуң?” Ошо һорау һуңғы йылдарҙа көнүҙәккә әүерелде. Уҙған быуаттағы ҡоролош халыҡты тап шундайға – кемдеңдер ҡуш­ҡанын үтәүгә – өйрәтте шул. Һө­ҙөмтәлә күптәр эш тәҡдим иткәндәрен көтөп ятырға ғәҙәтләнде. Ҡыҙғанысҡа күрә, ундайҙар әле лә бар. Ялҡаулығы, һәлкәүлеге, битарафлығы үҙенә генә түгел, тыуған төйәгенең яҙмышына ла кире йоғонто яһай. Ауыл бөтә, тип зарланғансы, тот та үҙ эшеңә тотон! Файҙалы үлән йый, миндек бәйлә, йәшелсә, емеш-еләк үҫтер... Эш бөтәме һуң? Гелән хәрәкәттә булһаң, гөрләтеп йәшәге килеп тора бит ул. Буш йөрөһәң генә күңелде кире уйҙар сорнап ала ла алға атлатмай. Һөҙөмтәлә мәктәп, мәҙәниәт йорто ябыла, йәштәр ситкә юллана.
Беҙҙең районда ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай осраҡтар бар. Ҡайһы бер урта мәктәптәр башланғысҡа әйләнде, бәғзеләре бөтөнләй ябылды. Берләштерелгәндәр бихисап. Быға кем ғәйепле һуң? Ауыл балалар тауышынан гөрләп торһа, уның мәктәбенә ҡағылырға кемдең батырсылығы етер ине?
“Беҙҙең милләт вәкилдәре ауылда ғына йәшәргә тейешме ни?” – тиер ҡайһы берәүҙәр. Дөрөҫ, ҡалала ла ныҡлы тамыр йәйеү мөһим. Унда башҡа халыҡтар менән тығыҙ аралашыу, туған телде, мәҙәниәтте киңерәк майҙанға сығарыу мөмкинлеге бар. Ҡалалағы милләт­тәш­тәребеҙ араһында тап шундай эшмә­кәрлек алып барғандарҙың күбәйеүенә шатланып туймайым. Башҡорт халҡын төрлө яҡлап данға күмә, үҫтерә улар.
Шул уҡ ваҡытта ауылдарыбыҙҙы ла онотмаһаҡ ине. Улар етемһерәмәһен, һағышҡа батмаһын, күҙҙәргә үпкәләгән кеүек баҡмаһын. Әллә күпме көс-ҡеүәте бар әле ауылдарыбыҙҙың! Юҡҡамы ни, уларға хәҙер бөтөнләй сит яҡтарҙан килеп йәшәй башлайҙар. Бындай хәлдәр беҙҙең районда ла осрап тора.
Минеңсә, шаулы ҡала тормошон хозур тәбиғәт ҡосағына алмаштырғандар йылдан-йыл артасаҡ. Һөҙөмтәлә беҙҙең төпкөлдә бөтөнләй сит телле мәктәптәр асылмаҫ, ят көйҙәр яңғырамаҫ, ер-һыу атамалары бүтән төрлө яңғыраш алмаҫ тимә. Тыуған еребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, уны баһалайыҡ, замандаштар. Көнкүреш ауырлыҡтарынан ҡурҡып, тамырҙары­быҙҙы юғалтмайыҡ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530