Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҫта – донъя тотҡаһы
Оҫта – донъя тотҡаһы Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәге райондары өсөн ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләүгә ҙур өлөш индергән Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы 40 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был байрамды ниндәй ҡаҙаныштар менән ҡаршы алыуҙары хаҡында белешер өсөн уҡыу йорто директоры Илнур МЫРҘАГИЛДИНға мөрәжәғәт иттек.
– Илнур Марат улы, кол­ледждың тарихына туҡтал­мау яҙыҡ булыр, эйеме?..
– Әлбиттә, сөнки уҡыу йор­тоноң элеккеһе лә, бөгөнгөһө лә иғтибарға лайыҡ. Тарихы 1975 йылда Баймаҡта асылған 29-сы һөнәрселек училище­һынан башланған, һуңынан ул ошондай уҡ 105-се училище булып киткән. Исеме бынан өс йыл элек – Баймаҡ ауыл хужа­лығы колледжы, бөгөн иһә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы тип үҙгәртелде.
Оҫта – донъя тотҡаһыӘйтергә кәрәк, ошо йылдарҙа учреждение үҫә, матди-техник базаһы нығына, төбәк өсөн квалификациялы белгестәр әҙер­ләүҙә ҙур ҡаҙаныштарға өл­гәшелә. Бында, әлбиттә, төрлө йылдарҙа эшләгән етәксе­ләр­ҙең, уҡытыусыларҙың, мастер­ҙарҙың һәм башҡа хеҙмәт­кәр­ҙәрҙең өлөшө баһалап бөткө­һөҙ. Бөгөн беҙҙең учреждение Әбйәлилдәге 93-сө, Иҫке Соб­ханғолдағы 132-се һөнәрселек училищеларын, Урғаҙалағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын берләштерә, үҙәк булып һанала.
– Уҡырға килеүселәр күп­ме? Коллектив нисек туп­ланған?
– Әле беҙҙә 1200 студент уҡый, улар менән ижади ҡа­раш­лы, бай тәжрибәле остаздар эшләй. Колледждың Бай­маҡтағы үҙәк учреждениеһында 23 уҡытыусы, дүрт тәрбиәсе, 13 про­изводствоға өйрәтеү мас­теры һәм 40 административ идара итеү, хужалыҡ хеҙмәт­кәрҙәре эшләй.
– Ниндәй һөнәр йә йүнә­леш буйынса белем бирелә?
– Уҡыу йорто “В”, “С”, “Д”, “Е”, “Ғ” категориялы тракторсы-машинист, йорт хужабикәһе, иретеп йәбештереүсе, ағастан художестволы әйберҙәр эш­ләүсе, автомеханик, тегенселек операторы, ашнаҡсы-кондитер, һатыусы, контролер-кассир һөнәр­ҙәре буйынса белгестәр әҙерләй. Бынан тыш уҡыу­сы­ларҙың “В”, “С” категориялары буйынса водитель, ашнаҡсы, токарь, малдарҙы яһалма ҡа­сырыу буйынса оператор, ауыл хужалығы машиналары һәм ҡоролмаларын ремонтлаусы слесарь һәм ЭВМ операторы һөнәрҙәрен үҙләштереү мөм­кинлеге бар.
Колледждың матди базаһы барлыҡ талаптарға яуап бирә: дүрт уҡыу корпусы, ятаҡ, ашхана, спорт залы, китапхана, медпункт, тамаша залы, йылы­тылған гараждары булған машина ихатаһы, оҫтаханалар бар. Машина-трактор паркында дүрт еңел, алты йөк автомоби­ле, 12 трак­тор, өс комбайн бар, 262 гектар еребеҙҙә ауыл ху­жа­лығы культуралары үҫте­ре­лә, мал аҙығы әҙерләнә. Уҡыу хужа­лы­ғында 17 баш һыйыр ма­лы аҫ­рала, ете бал ҡорто күсе иҫәп­лә­нә. Һуңғы йылдарҙа авто­трак­тородромға асфальт тү­шәл­де, уҡыу ҡоролмалары, стендтар һатып алынды. Һы­йыр малын аҫрау өсөн тәғәйен производство базаһы ремонтланды. Урғаҙа, Әбйәлил фи­лиал­дарын­да ла ҙур эштәр башҡарылды.
Колледж шулай уҡ социаль партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә етди иғтибар бүлә – республиканың, райондың ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡ­тары, ойошмалар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Ленин исемендәге, “Баймаҡ тәжрибә хужалығы”, “Рассвет” хужа­лыҡ­тары, “Толпар” йәмғиәте, “Урал аръяғы – Агро” МТС-ы, Күлта­бандағы мегаферма, Баймаҡ ме­ханиза­цияланған күсмә ко­лон­наһы, район ветеринария станцияһы, Өфө ра­йонының “Алексеевка” совхозы, Яр Саллы ҡалаһының “КамАЗ” йәм­ғиә­те, Учалы районының “Бай­рамғол” агрофирмаһы һәм баш­ҡалар менән килешеүҙәр төҙөл­гән. Улар нигеҙендә сту­дент­та­рыбыҙ производство прак­ти­каһы үтә, аҡса эшләү мөмкин­леге лә бирелә.
– Колледжда мәҙәни эш­мәкәрлек ниндәй кимәлдә ойошторолған?
– Уҡыу йортоноң коллективы ҡаланың һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ар­налған конкурста лайыҡлы сығыш яһанылар, “Студент яҙы” төбәк конкурсында, фольклор коллективтары араһында иң көслөһө тип танылдылар. “Баш­ҡортостан ынйылары” республика фестивалендә лә кол­ледждыҡыларға етеүсе булманы. Ҡала, район буйынса үт­кә­релгән спорт ярыштарында ла уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар әүҙем ҡатнаша, ҙур еңеүҙәр яулай.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы заман һынауҙарына бирешмәҫ, артабан да үҫер, төбәк өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләүҙе лайыҡлы дауам итер – быға иманыбыҙ камил.

Г. ҺИММӘТОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513