Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүләт һынауында ниндәй үҙгәрештәр бар?
Дәүләт һынауында ниндәй үҙгәрештәр бар?
Октябрҙә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2015 йылда уҙасаҡ БДИ-ға әҙерлек кампанияһының башланыуы хаҡында иғлан итте. “Быйылғы кеүек үк, алдағы һынау ҙа асыҡ, ғәҙел үтергә тейеш”, – тине ведомство етәксеһе Сергей Кравцов.


Мәғлүм булыуынса, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2015 йылда Берҙәм дәүләт имтиханында ниндәй үҙгәрештәр көтөлөүе хаҡында 1 сентябргә тиклем белешмә бирҙе, ә Педагогик үлсәүҙәрҙең федераль институты сайтына барлыҡ пред­меттар буйынса һынау­ҙарҙың ва­ри­ант­тары ҡуйылды. Төп үҙгәрештәр: дәүләт аттес­тацияһына инеү өсөн инша яҙыласаҡ, сит телдәр буйынса имти­хан­дың бер өлөшөн телдән биреү мөм­кинлеге бар. Өҫтә­үенә математиканан һынау базалы һәм профилле кимәлдәргә бүленә. Тәүгеһе – аттестат, ә икенсеһе белем алыуын ошо йүнәлештәге юғары уҡыу йортонда дауам итергә теләгәндәр өсөн, тип аңлаталар федераль хеҙмәттә.
Тағы ла бер яңылыҡ шул: урыҫ те­ленән имтихандағы “А” өлөшө (унда уҡыусыларға дүрт яуаптың берәүһен һайлау бурысы ҡуйыла ине) алып ташланды. Хәҙер һорауға дөрөҫ яуапты һүҙ менән яҙып аңлатыу талап ителәсәк.
“БДИ-туризм”ға, йәғни имтиханды башҡа ергә күсеп би­реү­гә, юл ябыласаҡ, тип билдәләй һынауҙы ойоштороусылар. Был йәһәттән федераль инспектор­ҙар­ҙың, йәмәғәт күҙәтеүселәре­нең һанын арттырыу күҙаллана. Өҫтәүенә имтихан уҙғарыу пункт­тарын ҡу­лайлаштырыу көтөлә. “Иҫәпләүҙәр буйынса улар илдә биш мең тирәһе буласаҡ. Аудитория­ларҙа онлайн-күҙәтеү ойоштороу эше лә киңәйә”, – тип билдәләй ведомство етәксеһе Сергей Кравцов.
Киләһе йыл БДИ-ны Рәсәй­ҙең 85 төбә­гендә 800 меңдән ашыу кеше тапшырасаҡ тип күҙаллана. Ваҡытынан алдағы этап 23 марттан 24 апрелгә тиклем (резерв көндәре менән бергә) дауам итәсәк. Уҡыусы­лар иң тәүҙә математиканан имти­хан тапшыра. Унан, 28 март­та, географиянан һәм әҙәбиәттән һынау бирелә. 30 мартта – урыҫ теленән мот­лаҡ тапшырыла торған имтихан, 4 ап­релдә иһә йәмғиәтте өйрәнеү һәм химия буйынса белем кимәле тикшереләсәк. 10 ап­рел­дә физиканан, сит тел­дәр­ҙән яҙма имтихан биреү план­лаштырылған. Икенсе­һе­нең телдән тапшырыла тор­ған өлө­шө киләһе көнгә бил­дә­ләнгән. Инфор­матиканан, биологиянан һәм тарихтан белем 18 апрелдә тикшерелә. Резерв көндәр – 20 – 24 апрель.
Төп этап 25 майҙа география һәм әҙәбиәт буйынса имтихандан башлана. Өс көндән урыҫ теленән һынау ҡаралған. Математиканан 1 июндә – база кимә­лендә, 4 июндә профилле им­ти­хан бирелә. Артабан йәмғиәтте өйрәнеү һәм химия (8 июнь), сит телдәр (яҙма өлөш) һәм физика (11 июнь), информатика, биология, тарих (15 июнь) фәндәренән белем тикшерелә. 18-19 июндә уҡыу­сылар сит телдәр буйынса һынауҙың икенсе өлөшөн тапшыра ала. Резерв көндәр – 22 – 26 июнь.
БДИ-ның өҫтәмә этабы булмай. Һө­ҙөм­тәлә дәүләт аттес­тацияһы элеккесә июль ур­та­ла­рында түгел, ә өс аҙна алдан тамамлана. Белгестәр билдәлә­үенсә, был педагог­тарға көсөргәнеште кәметәсәк, ә сығарылыш уҡыусыларына арта­банғы уҡыу йортон һай­лауға ваҡыт күберәк ҡаласаҡ.
БДИ-ны тапшырыу хоҡуғын биргән сығарылыш иншаһын 3 декабрҙә яҙыу планлаш­тырыл­ған. Темалар имтиханға 15 минут ҡалғанда билдәле була­саҡ. Ведомствоның рәсми сайтында инша тема­ларының йүнә­лештәре, эште баһа­лау критерийҙары хаҡында мәғлү­мәт ҡуйылды. Ил төбәктәренә тәүге һынауҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса методик бе­лешмәләр ебәрелгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 531