Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изгелек орлоҡтарын сәсә
Изгелек орлоҡтарын сәсә
Әхмәт Лотфуллин исемендәге Абҙаҡ урта мәктәбе ошо көндәрҙә 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Бер быуатлыҡ ғүмер... Ошо дәүер эсендә был белем усағы меңдәрсә кешегә ҡанат ҡуйған, ғилем биреп, оло тормош юлына сығарған. Уйлап ҡараһаң, мәктәптең дә ғүмере хас та кешенеке кеүек. Ҡайһылары иллегә лә етмәй сафтан төшөп ҡала, икенселәре иһә оҙон ғүмерле булып сыға. Абҙаҡ мәктәбе иһә – ана шундай бәхетле яҙмышлы мәғариф усаҡтарының береһе. Бөгөн унда 250-гә яҡын бала уҡый, утыҙлап уҡытыусы белем бирә.


Изгелек орлоҡтарын сәсәБер быуатлыҡ тарихлы мәктәптә юбилей уңайынан ҙур байрам ойошторолдо. Тан­танаға райондан ғына түгел, алыҫ араны яҡын итеп төрлө тарафтарҙан да ҡунаҡтар килгәйне. Халыҡты Белорет районы хакимиәте башлығы Владис­лав Миронов тәбрикләне.
– Был мәктәп элек-электән үҙенең көслө коллективы, алдынғы ҡарашлы педагогтары менән абруй ҡаҙанды, – тине ул. – Ә инде ошонда уҡып сыҡҡан ябай ауыл малай-ҡыҙҙары республикабыҙҙа ғына түгел, сит та­рафтарҙа ла танылыу тапты. Киләсәктә лә үҙ асылына тоғро ҡалып, был белем усағы әллә күпме илһөйәр шәхес тәрбиәләр, – тип ышанам.
Район хакимиәте башлығы байрам уңайынан ал­дынғы уҡытыусыларҙы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Араларынан Мөнирә Ишмырҙина иһә “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” билдәһен алып һөйөндө. Бынан тыш, мәктәпте яңы мебель менән йыһазландырыу өсөн сертификат тапшырылды.
Һәр белем усағы үҙ уҡыусылары менән бәхетле. Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова, республикабыҙҙың атҡаҙанған юрисы Урал Аҡкучуков, техник фәндәр докторы Вил Өмөтбаев, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәфҡәт Ишҡыуатов, шағир Әхмәҙин Әфтәх кеүек танылған шә­хестәр менән ауылдаштары хаҡлы ғорурлана. Ә инде 2008 йылдан алып белем усағы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин исемен йөрөтә.
Әйткәндәй, абҙаҡтар өсөн Әхмәт Фәтҡулла улы бигерәк тә ҡәҙерле. Нәҡ уның тырышлығы менән республикабыҙ ауылдарынан беренсе булып Абҙаҡта картиналар галереяһы асылды. Олуғ ижадсының бик күп әҫәре лә ошо ерҙәге халыҡҡа арналған. Оло ихтирам йөҙөнән мәктәптә Әхмәт Лотфул­линға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған, уның исеменә арналған аҙналыҡтар йыл да үткәрелеп тора.
Күрәһең, бөйөк рәссамдың рухы – коллективҡа сәмләнеп эшләргә, яңы уңыштарға ҙур этәргес. Абҙаҡ мәктә­бенең Рәсәйҙең “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектында еңеп, миллион һумлыҡ грант алыуы – үҙе ҙур ҡаҙаныш! Әлбиттә, бындай уңышҡа өлгәшеүҙә тәжрибәле уҡытыусыларҙың өлөшө ҙур. Ошо урында Венера Яҡупова, Рәзилә Зарипова, Рима Байбулатова, Фирүзә Фәттәхова, Гөлсирә Төхвәтуллина, Хәтижә Ғайсина, Рәхилә Рәхимова, Рәзилә Ирғәлина кеүек үҙ һөнәре оҫталарының исемен атап үтергә кәрәктер.
Изгелек орлоҡтарын сәсә– Тәүге көндәренән алып мәктәбебеҙ төп маҡсатына – ауыл балаларына ныҡлы белем биреүгә, милли кадрҙар әҙерләүгә, уларҙы оло тормош юлына сығарыуға тоғро ҡала, – тип белдерҙе мәктәп директоры, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре Гөлшат Йомағужина. – Республикабыҙ Хөкүмәте ҡарары буйынса 2003 йылда ике ҡатлы мәктәп төҙөлдө. Бына инде ун йыл балалар яҡты, күркәм, заманса йыһазландырылған иркен бинала белем ала. Бөгөн ул матди хәле, уңайлы шарттары менән ҡала мәктәптәренән һис тә ҡалышмай. Уҡытыусылар иһә – белем биреүсе һәм төрлө саралар ойоштороусы ғына түгел, ә баланы һәр яҡлап күрә, ишетә белгән, ысын шәхес итеп тәрбиәләнгән талантлы һөнәр эйәләре.
Юбилей кисәһе дәртле йыр-моң менән үрелеп барҙы. Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың сығышын тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде. Шағир Әхмәҙин Әфтәх иһә элек белем алған мәктәбенә арнап шиғырын уҡып, тамашасыларҙы һөйөндөрҙө. Мәсәғүттән килгән музыкант, композитор, юғары категориялы уҡытыусы Салауат Вәлиевтең үҙе ижад иткән йырҙары сараны тағы йәмләп ебәрҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөлә йәшәүсе Рәмил Вәлиев иһә өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнағанда, һәр кем усы ҡыҙарғансы ҡул сапты...
Шуныһы һөйөнөслө: сәхнәгә күтәрелгән һәр шә­хестең, һәр уҡытыусының сығышы аша мәктәптең бай тарихы күҙ алдына баҫты.
– Ғүмеремдең 60 йылы ошо мәктәп менән бәйле, – тип хәтирәләргә бирелде уҡытыусы-ветеран Клара Атнағолова. – Тәүҙә үҙем шунда белем алдым, һуңынан иһә, педагогия училищеһын тамамлағас, ошонда уҡ уҡытырға ҡайттым. Төрлө замандар булды. Элек мәктәп булып алты ағас йорт хеҙмәт итте. Береһенән икен­се­һенә күсеп йөрөп уҡыттыҡ балаларҙы. Ҡатмарлыҡтар булды, ләкин бирешмәнек. Мәктәптең бөгөнгөһө өсөн ҡыуанам. Беҙҙең эште лайыҡлы уҡытыусылар дауам итә...
Йола буйынса, тантанаға килгән ҡунаҡтар мәктәп алдында шыршы үҫентеләре ултыртты.
– Апай, ул үҫерме икән? – тип һорап ҡуйҙы уҡыу­сыларҙың береһе.
– Өфөнән килгән анау ағайҙы күрәһеңме? – уҡытыусы ҡунаҡтар яғына ҡарашын йүнәлтте. – Ул да бер заман ошо мәктәпкә бәләкәй генә малай булып килгәйне. Хәҙер ҡайһылай үҫеп китте! Ошо ағастар ҙа, йылдар үткәс, шаулап торор әле!
Эйе, был ағастар, мәле еткәс, тирә-яҡты йәмләр. Күңелдәренә изгелек орлоҡтары сәселгән балалар ҙа, мәктәбенең, ауылының, халҡының данын арттырып, беҙҙе ҡыуандырып торор. Амин, шулай булһын!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513