Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Назар Нәжми рухын дауам итеп
Назар Нәжми рухын дауам итеп «Мәктәп – ғилем шишмәһе ул.
Изге уның исеме.
Ҡараңғынан тартып алып,
Нурландыра кешене».

Ҡ. Даян.

Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында 400-гә яҡын бала белем ала. Уҙған уҡыу йылында XI класты 37 егет һәм ҡыҙ тамамланы. Яҡшы уңыштары өсөн уларҙың икәүһенә – Башҡортостан, бишәүһенә Рәсәй миҙалы тапшырылды. Быйыл I класҡа 26 бала килде.


“Туған телен үҙләштермәгән, уның матурлығын тоймаған кеше башҡа ха­лыҡтарҙың тел хазинаһында тупланған байлыҡтан йыраҡ тора”, – тигән бөйөк педагог В.А. Сухомлинский. Гимназия ошо хәҡиҡәткә һәр саҡ тоғро. Нигеҙ ныҡ­лы булғанлыҡтан, уңыштар ҙа бай­таҡ. Мәҫәлән, былтырғы һөҙөмтәләргә килгәндә генә лә, гимназия “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе” конкурсының “Иң яҡшы милли гимназия” номинация­һын­да еңеү яуланы, Бөтә Рәсәй мәғариф форумында етәксе Гөлшат Хөсәйенова “Йыл директоры-2013” тип билдәләнде.
Уҡыу йорто коллективы камиллыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылған, ижади эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙән тупланған.
– 2009/10 уҡыу йылынан башлап гимназия Башҡортостан Мәғарифты үҫте­реү институтының “Башҡорт халҡының этно-мәҙәниәт йолалары нигеҙендә уҡыу­сыларҙа сәләмәт тормошҡа ынтылыш формалаштырыу” тигән тема буйынса тәжрибә майҙансығы булып тора, – ти Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы. – Педагогтар йәштәргә рухи һәм мәҙәни тәрбиә биреү эшен камиллаштырыу йәһәтенән яңы методик алымдарҙы даими эҙләй һәм өйрәнә, төрлө кимәл­дәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, докладтар менән сығыш яһай.
Гимназияла физкультура дәрестәре халҡыбыҙ уйындарына таянып үткәре­лә. Бындай алым тәнде генә сәләмәт­ләндереп ҡалмай, ә баланы төрлө яҡлап үҫтерә, унда ыңғай сифаттар тәрбиәләй.
Беҙҙә тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Дүртөйлө ҡалаһының тарихы, ра­йондың арҙаҡлы кешеләре, Шәйехзада Бабич, Назар Нәжми премиялары лауреаттары тураһында мәғлүмәттәрҙе даими байытабыҙ, уларҙы уҡытыуҙа киң ҡулланабыҙ. Шулай уҡ шәжәрә төҙөү буйынса ла күләмле эш алып барыла. Районыбыҙҙың билдәле кешелә­ре тураһында альбомдар төҙөйбөҙ. Бында Назар Нәжмигә арналған мөйөш тә бар.
Музейға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Камалова етәкселек итә. Ул рух мөйөшөн яңы экспонаттар менән байыта, экскурсиялар үткәрә, башҡорт халыҡ ижады буйынса түңәрәк тә алып бара.
Гөлшат Хөсәйенова әйтеүенсә, мәк­тәптә йәш быуындың ижади һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, уҡыусыларҙың шиғырҙарын, ҡыҫҡа хи­кә­йәләрен туплаған “Яҡшы кәйеф” ти­гән баҫма донъя күрә, көн һайын “Ағи­ҙел тулҡындары” исемле радиотапшы­рыу­ҙар эфирға сыға. Гимназияла шулай уҡ “Йәш ҡурайсы”, “Театр донъяһында” тү­ңәрәктәре уңышлы эшләй. “Серле иләү” исемле йәйге лагерҙа ла хал­ҡыбыҙҙың милли-мәҙәни йолаларын, телде өйрәнеүгә ҙур урын бирелә. Уҡыу йортонда йыл һайын “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең район конкурсы уҙға­рыла. Милли гимназия уҡыу­сы­ларының был бәйгенең арта­банғы турында – республика кимәлен­дә – алдынғылыҡты биргәне юҡ.
Биләмәлә хоккей ҡабы, уйын һәм спорт майҙансығы бар. Заманса йыһаз­ландырылған кабинеттарҙа иһә ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булдырылған. Һөҙөмтәлә уҡыусылар район конференцияларын­да докладтар менән сығыш яһай, тәүге урындарҙы яулағандар ҙа бихисап.
Гимназияла йыл һайын Назар Нәж­ми­ҙең ижадына арналған аҙналыҡ үт­кәрелә. Был уңайҙан класс сәғәттәре уҙғарыла, данлыҡлы шәхестең Минеш­те ауылындағы йорт-музейына экскурсия, әҙиптең шиғырҙарын тасуири һөй­ләү, улар буйынса төрлө ижади эш конкурстары ойошторола, альбомдар, стендтар төҙөлә. Аҙналыҡ һуңында иһә тотош гимназия уҡыусылары һәм хеҙ­мәт­кәрҙәре әҙәби-музыкаль кисәгә йыйыла. Бына шулай арҙаҡлы яҡ­ташта­рын күтәреп, тарихты онотмай, бөгөнгөһөн хәстәрләп, киләсәккә ышаныс менән атлай дүртөйлөләр.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518