Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ТАРИХ ҺЫЙҒАН ЙӨРӘК
ТАРИХ ҺЫЙҒАН ЙӨРӘК
Әнүәр ағайҙың арабыҙҙан китеүенә ышанып та бөтә алмайым әле. Ул бит тарихтың үҙе өйрәнгән тармағын биш бармағы кеүек белгән ғалим ғына түгел, иҫ китмәле оло йөрәкле шәхес, ысын башҡорт зыялыһы ине. Башҡорт ауылдары, башҡорт ғаиләһе, башҡорт тархандары, башҡорт ҡатын-ҡыҙы хаҡындағы тарихи мәғлүмәттәрҙе, кантон идара итеү системаһы тураһындағы факттарҙы, фекерҙәрҙе алдыбыҙға мәҡәлә, китап итеп һалып, беҙҙең күҙебеҙҙе асты. Уның яҙғандары ҡатмарлы фәнни стиль менән бәйән ителгән асыштар түгел, уларҙы һәр кем уҡып, үҙенә кәрәкле мәғлүмәт ала алды. Ауылдар тарихы хаҡында китабы Башҡортостанда һәм башҡа өлкәләрҙә милли нәҫел-нәсәп йыйындарын ойоштороуға ҙур этәргес булды. Юҡҡа ғына бөгөн һәр милләттәшебеҙ: “Әнүәр Әсфәндиәров бер үҙе тотош институттар башҡарған эште атҡарҙы”, – тип әйтмәй.
Уның менән күп аралаштыҡ тип әйтә алмайым, әммә йыш һөйләшә инек, тарихҡа бәйле һорау менән мөрәжәғәт итһәң, ярҙам итеп еберер, кәңәш бирер булды. Бер мәл, их, миңә лә шәжәрәмде йыйып алырға ине ул, тинем һүҙ ыңғайы ғына. Ә Әнүәр ағай быны үҙенә төбәлгән үтенес тип ҡабул иткән, күрәһең – бер мәл архив ҡатламдарынан 10 быуындан ашыу шәжәрәмде “балҡытып” күрһәтте. Ауылдаштарым уның яҙмаларын ҡулланып, китап та сығарыуға өлгәште хатта. Сөнки унда тотош ауылдың ғына түгел, күрше ауылдарҙың, Әлшәй, Бүздәк, Бәләбәй райондары кешеләренең дә яҙмалары ингәйне. Рәхмәт уға һәр аҙымында фиҙакәр һәм ярҙамсыл булып ҡалғаны өсөн! Йәне йәннәттә булыуында һис шигем юҡ, сөнки шәжәрә, ауыл тарихтарын яҙып, күпме милләттәшенең, халҡының рәхмәтен алып китте ул. Йөрәге менән тергеҙҙе, яҙҙы халҡы тарихын.
Миңә Әнүәр ағай һәр саҡ тере кеүек. Әле булһа – архивтамы, китапханаламы, Мәскәүҙәме, Силәбеләме – Рәсәйҙең иң мәғлүмәтле тарихи сығанаҡлы ҡалаһында 300-ҙән ашҡан ғилми хеҙмәтен артабан яҙыу менән мәшғүлдер төҫлө. Ул тере — китаптарында, яҙған уй-фекерҙәрендә. Мәҡәләһенең бер генә һөйләмен уҡый башлаһаң да, уның тауышы ишетелә һымаҡ.

Әнүәр ағай Әсфәндиәров – күптән инде Башҡортостанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә, бигерәк тә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән яҡтарҙа, танылған ғалим. Уның 2006 йылда “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI – первая половина XIX в.в.)” хеҙмәтенең һуңғы битендә ғалимдың егерменән ашыу монографияһы, башҡа фән эшмәкәрҙәре менән бергәләп яҙған унға яҡын китабы һәм дәреслектәре исемлеге бирелгән. Шунда уҡ 300-ҙән ашыу мәҡәләһе донъя күреүе хаҡында ла әйтелгән. Ана шул күп һанлы ғилми эштәр уҡыусылар араһында киң танылыу яуланы һәм уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шәхсән үҙем эш барышында әленән-әле Әнүәр ағайҙың хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итәм. Шағир Шәйехзада Бабичтың ижадын, тормош юлын өйрәнгәндә, уның шәжәрәһен, атаһы Мөхәмәтзакир мулланың мөрәжәғәтнамәләре күсермәләрен уҡыу, аҫабалыҡ хоҡуҡтары хаҡында белеү үҙе бер асыш булғайны.
Ғалим Әнүәр Әсфәндиәров тарихи ваҡиғаларҙы фараздарға, уйланыуҙарға ҡороп түгел, ә архив документтарына, аныҡ миҫалдарға нигеҙләнеп өйрәнә, шуға күрә лә уның китаптары әленән-әле, уҡыусылар һорауы буйынса, ҡайтанан баҫтырыла. Радио һәм телевидение тапшырыуҙарында ауыл һәм район тарихы буйынса йыш ҡына Әнүәр ағайҙың хеҙмәттәренә һылтанма яһала. Бик күп ғалим уның китаптарындағы тарихи документтарға, табыштарға нигеҙләнеп, фәндең яңы офоҡтарын аса. Минең бурысым Әнүәр Әсфәндиәров яҙғандарға тулы анализ яһау, йә булмаһа ғилми яҡтан баһа биреү түгел. Быныһы — тарихсылар эше. Әйткәндәй, шул уҡ ғалимдар ҙа Әнүәр ағайҙың хеҙмәттәрен юғары баһалай, тарих фәненә тос өлөш индереүен йыш телгә ала. Әнүәр Әсфәндиәровтың Башҡортостан тарихы буйынса китаптары халыҡ хәтерен тергеҙеүгә, милләтте үҙ асылына ҡайтарыуға булышлыҡ итеүен һәм азатлыҡ, ер-ил, тел һәм дин өсөн көрәштең тәрбиәүи әһәмиәтенең ҡайһы бер яҡтарын ғына күрһәтеү минең маҡсатым.
Үткән быуаттың 80 – 90-сы йылдары араһында һәм артабан да совет дәүләтенең емерелеүе, уның урынына яңы ҡоролоштоң барлыҡҡа килеүе, дөйөм идеологияның юҡҡа сығыуы, социаль-сәйәси һәм иҡтисади һөҙөмтәһе булараҡ халыҡтың йәмғиәт нигеҙен тәшкил итеүсе ғаилә институтының ҡаҡшауы, миллионлаған етем бала-сағаның урамда ҡалыуын, үлемдең тыуымға ҡарағанда күпкә артыуын тыуҙырып, фажиғәгә килтерҙе. Тап ошо осорҙа ғалим көн үҙәгендә торған ғаилә тарихына иғтибарын йүнәлткән. Башҡорт халҡының XVIII — XIX быуаттарҙағы ғаилә ҡороу, никах йолалары, ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләлә һәм йәмғиәттә тотҡан урыны менән бер рәттән күп кәләш алыу күренешенең бик киң таралмауы (бөтә никахтар һанының 10-12 процентын ғына тәшкил иткән) хаҡында яҙа ул. Бөгөн айырылышыусылар никахлашҡандарҙың яртыһынан күберәген тәшкил итһә, элек уның 10 проценттан да артмауын, ҡатын-ҡыҙҙың пәрәнжәнең ни икәнен дә белмәүен, ғаиләлә һәм йәмғиәттә сағыштырмаса ирекле булыуҙарын (бигерәк тә ҡыҙҙар һәм оло йәштәгеләр) Диниә назараты һәм дәүләт архивтары материалдары нигеҙендә иҫбат итә. Шул рәүешле халыҡтың “Артҡа ҡарап һабаҡ ал” тигәнен хәтергә төшөрә һымаҡ автор.
Туҡһанынсы йылдарҙа “Башҡортостан” дәүләт телевидениеһында эфирға сыҡҡан “Шәжәрә” тапшырыуын күптәр хәтерләйҙер. Уны Әнүәр Әсфәндиәров алып барғайны. Айына бер тапҡыр ғына сыҡһа ла, 40 минутлыҡ был тапшырыуҙа бик күп тарихи, рухи, әхлаҡи материал бирелә килде. Совет осоронда ырыу, ауыл, ғаилә, нәҫел-нәсәп иғтибарҙан ситтә ҡалды. Ә шулай ҙа 1960, 1985 йылдарҙа күренекле ғалимдар Р. Кузеев һәм Ғ. Хөсәйенов ырыу шәжәрәләрен баҫтырып сығарған һәм, әлбиттә, был күренеш уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Әммә ул йылдарҙа айырым ғаиләнең һәм күренекле шәхестәрҙең нәҫел-нәсәбенә иғтибар булмаған. Тамашасыларҙың Әнүәр Әсфәндиәровтың тапшырыуын айырым ҡыҙыҡһыныу менән ҡарауы шунда ла күренә: ошо осорҙа шәжәрәләре хаҡында ҡыҙыҡһынып, редакцияға хаттар килә башлай. Бигерәк тә ауыл шәжәрәләре (Балтас, Яңауыл һ. б. райондар), күренекле шәхестәрҙең (Алдар Иҫәкәев, Исмәғил Тасимов, Шәйехзада Бабич, Батырша һ.б.) нәҫел-нәсәбе күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Әкренләп ауылдарҙа шәжәрә байрамдары уҙғарыла башлай. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә шәжәрә байрамын әҙерләү, уҙғарыу хәҙер дөйөм халыҡ ҡатнашҡан, киң таралған сараға әйләнде. Ул төрлө милләт кешеләре араһында хуплау тапты. Бында ла ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың өлөшө ҙур. Тыуған төйәккә, ауылыңа, илеңә һөйөү тойғоһон тәрбиәләүҙә “Башҡортостан ауылдары тарихы” йыйынтығы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Әйткәндәй, бындай баҫма Рәсәйҙә беренсе тапҡыр баҫыла башлай (аҙаҡ бөтәһе 10 китап донъя күрҙе). Ошо китаптан һуң күптәрҙең, бигерәк тә йәштәрҙең үҙ тамырын, нәҫелен, тарихын, ырыуын белергә ынтылышы һиҙелеп ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Уларҙа бөгөнгө райондар составына ингән ауылдар, уларҙың исемдәренең килеп сығышы, ниндәй ырыу-улусҡа, өйәҙгә, губернаға ҡарауы, йорт һәм кешеләр һаны, иҡтисади, социаль-сәйәси һәм мәҙәни тормошо яҡтыртылған.
Башҡорттоң аҫаба еренә килеп урынлашҡан башҡа халыҡ вәкилдәренең йәшәгән урындары нисек, ҡасан, ниндәй юридик нигеҙҙә барлыҡҡа килеүе был китаптарҙа тарихи сығанаҡтарға нигеҙләнеп бәйән ителә. Әгәр Әнүәр Әсфәндиәров яҙғанға тиклем бер нисә ауыл тарихы буйынса бер-ике брошюра ғына сыҡҡан булһа, уның китаптары башҡаларға ла үҙ тыуған төйәге буйынса хеҙмәттәр яҙырға булышлыҡ итте. Күптәрендә ул тапҡан материалдар файҙаланыла. Ғалимдың егерменән ашыу ауыл, район тарихы буйынса хеҙмәте донъя күрҙе. “Башҡортостан” һәм район энциклопедияларында ла уның материалдары киң ҡулланыла. Тимәк, тарихсының хеҙмәттәре үҙ уҡыусыларына, йәмғиәткә һәм фәнгә хеҙмәтен дауам итә.
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы алдынан, Әнүәр Әсфәндиәровтың ауылдар тарихы буйынса 10 китабы донъя күргәйне. Һәр ауыл буйынса 200 йыл эсендәге демографик үҙгәрештәрҙе туплаған был китаптарҙың бөтә ил күләмендәге ҙур әһәмиәтле сараның Башҡортостанда уңышлы үтеүендәге өлөшө, һис һүҙһеҙ, баһалап бөткөһөҙ. Бынан тыш, шул йылдар арауығында республикабыҙҙың 40 районындағы ҡатнаш милләтле ауылдарҙың таблицаһын ғалим үҙенең хәләл ефете менән төҙөнө, һәм был баҫма Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты тарафынан уҡыусыларға таратылды. Ошо таблицаларҙың документаль нигеҙен 2001 йылда Әнүәр Әсфәндиәров тарафынан төҙөлгән һәм мөхәррирләнгән “Западные башкиры по переписям 1795 — 1917 г.г.” тигән сығанаҡтар йыйынтығы тәшкил итте. Был күләмле китапта 1795, 1811, 1816, 1834, 1850, 1859 йылдарҙа уҙғарылған ревизия материалдары, 1870, 1907, 1917, 1926 йылдарҙағы земство мәғлүмәттәре һәм халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш Башҡортостандың һәр ауылы буйынса бирелгән. Автор тарафынан шәхси инициативаһы менән матди ярҙамһыҙ яҙылған китаптар республикалағы һәм күрше төбәктәрҙәге райондарҙа аңлатма эше алып барыуҙа төп сығанаҡ һәм дәлил булып хеҙмәт итте. Әнүәр Әсфәндиәровтың күләмле монографияларының береһе “Кантонное управление в Башкирии в 1798 — 1865 г.г.” тип атала. Билдәле булыуынса, башҡорт халҡы, мишәрҙәр менән бергә хәрби ҡатламға күсерелеп, 67 йыл буйына ҡаты тәртип урынлаштырылған ауыл – командаларҙа йәшәгән. Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлау, һуғыш-походтарҙа ҡатнашыу кеүек дәүләт алдындағы төп бурыстарға анализ бирелгән был китапта. Дүрт губернала йәшәгән башҡорттар Ырымбур хәрби губернаторына буйһонған, әммә улар үҙҙәренең бер бөтөнлөгөн тойоп йәшәгән. Хеҙмәттең ауырлығына, көндәлек күҙәтеүгә, шикәйәттәргә йөкләмәләрҙең үҫеүенә ҡарамаҫтан, бер хәрби идараға буйһоноуҙың халыҡтың тупланыуына булышлыҡ иткәнлеге объектив күрһәтелгән. Шулай итеп, автор, хәрби-феодаль иҙеүҙең көсәйеүенә, ҡыҫымына ҡарамаҫтан, халыҡтың һан яғынан артҡанлығын һәм демографик хәл башҡорттар файҙаһына булғанлығын раҫларға тырыша. Шуны ла өҫтәйек: 1812 йылғы Ватан һуғышында урыҫ ғәскәрҙәре сафын тулыландырған башҡорт полктарының туғыҙы Парижды алыуҙа ҡатнаша. Орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән меңәрләгән һыбайлының — элекке полк һуғышсыларының – исемлеге тарихи хеҙмәттәр араһында уҡыусыға беренсе тапҡыр еткерелә (һәр ауылдан).
Гәзит-журналдарҙағы мәҡәләләрҙән күренеүенсә, Әнүәр Әсфәндиәровтың ике тапҡыр ҙур тираж менән баҫылған “Олатайҙарҙың бар тарихы...” китабы мәктәптәрҙә киң ҡулланыла. Унда автор Рәсәй менән мәңге бергә йәшәү ата-бабаларыбыҙҙың аманаты икәнен “Берҙәмлектә — тереклек” тигән халыҡ мәҡәле менән нығытып ҡуя. Ул йыйынтыҡта типтәр һәм мишәрҙәрҙең ҡыҫҡаса тарихы — “Бер ҡорға тупланып”, боронғо һәм йәш ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе, үҫеүе — “Тыуған илдәй ил булмаҫ”, күп ҡатынлы ғаилә хәле — “Ҡатыны икәүҙең ҡолағы тынмаҫ”, башҡорттарҙан мәғдән эҙләүселәр һәм эшкәртеүселәр, тотош заводтарҙы тотоусылар — “Мәғдән ауырыуы йоҡҡан кешеләр”, күренекле башҡорт шағирҙары Ғәли Соҡорой, Аҡмулла, Бабичтың шәжәрәләре — “Беҙ — үҙебеҙ башҡорттар”, башланғыс мәктәптәрҙә, гимназияларҙа, Ҡазан университетында белем алыусыларҙың эшмәкәрлеге “Уҡымышлылар үҙебеҙҙә лә юҡ түгел” рубрикаларында бәйән ителгән. Китаптың ҡушымтаһында 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың йомғаҡтары ла бирелгән. Баҫманың нигеҙе – тарихи сығанаҡтар. Шуға күрә был китапта һәр уҡыусы халҡы менән ғорурланырлыҡ объектив факттар, материалдар һәм дөйөмләштереүҙәр таба ала.
Башҡортостан тарихы буйынса ниндәй генә мәҡәлә яҙырға тотонһам да, иң тәүҙә тарихи сығанаҡ итеп Әнүәр ағайҙың китаптарына мөрәжәғәт иттем. Сөнки уларҙа архив документтарына нигеҙләнгән аныҡ факттар ята. Ғалимдың яҙғандары, ваҡыт һынауын үтеп, күптән уҡыусыларҙың ышанысын, ихтирамын яуланы. Әгәр бөгөн Башҡортостандың һәр төбәгендә шаулап-гөрләп шәжәрә байрамдары үтә икән, бында тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың да өлөшө бар. Иманым камил, бик күптәр, хатта тотош республика уның яҙғандарына һылтанма яһай, китаптарын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, ауылы, районы, нәҫеле шәжәрә ағасын төҙөй. Әнүәр ағайҙың хеҙмәттәре йөҙөндә тарих кешелекте алға әйҙәй, үткәндәрен барлай. Башҡортостан ауылдарын өйрәнеп, архивтарҙа соҡоноп ултырған кеше йөрәгендә ошо ергә, ошо халыҡҡа һөйөү йөрөтәлер. Ғалим Әнүәр Әсфәндиәров туған халҡына, еренә, тарихына ғына түгел, ғүмерлек хеҙмәтенә лә тоғролоғон фиҙакәр хеҙмәте менән раҫланы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 110

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529