Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » БДИ — тормоштағы ғәҙәти һынау, унан ҡурҡырға ярамай
БДИ — тормоштағы ғәҙәти һынау,  унан ҡурҡырға ярамай Тормошта күп төрлө һынау үтәбеҙ. Берҙәм дәүләт имтиханы шундайҙар рәтендә лайыҡлы урынын алды. Бер нисә йыл элек башланған был һынау уҡыусыларҙың ғына түгел, педагогтарҙың, ата-әсәнең "баш ауыртыуы"на әйләнде. Унан ҡурҡырғамы? Әллә белемеңдең сифатына ышанмайһыңмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға ҡарата белгестәрҙең кәңәшен тыңлап ҡарайыҡ.

"Булдыра алам!", "Көсөм етә!"
Берҙәм дәүләт имтиханы — тормошта бер тапҡыр ғына юлыңа сыҡҡан һынау, унан ҡурҡырға кәрәкмәй, ти психологтар. Әгәр уҡыусы үҙен ҡулға алып, дөрөҫ йүнәлеш тапһа, барыһы ла һәйбәт үтәсәк. Бындай осраҡта хатта күптәрҙең шәхси көсөнә ышанысы артыуы күҙәтелә.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бөтә нәмәне лә белеп бөтөп булмай, шуға күрә хата яһауҙан ҡурҡырға ярамай. Был йәһәттән "Кем эшләмәй, шул ғына яңылышмай" тигән мәҡәлде хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ.
Уңышҡа ышанған кеше бер ваҡытта ла еңелеп ҡалмай, тормошта күп нәмәгә өлгәшә. Ә инде киреһенсә "булдыра алмаҫмын", "көсөм етмәҫ", тип танауыңды төшөрөп ултырһаң, берәү ҙә һиңә бүләк тоттормаҫ. Шуны ла иҫеңдән сығарма: йөҙөңдәге өмөтһөҙлөк башҡаларҙа һиңә ҡарата ышанмау тыуҙыра. Шуға күрә ихтыярыңды йүгәнлә: БДИ, һәр һынау кеүек үк, ваҡытлыса, уны лайыҡлы үткәреү һәр кемдең көсөнән килә. Имтиханға тейешле кимәлдә әҙерләнеү генә шарт.
Бының өсөн, әлбиттә, иң тәүҙә һынауҙың ҡағиҙәләре менән танышырға кәрәк. Ул нисек үтә, кемдәр ҡатнаша, нисә сәғәт бүленә һәм башҡа мәсьәләләргә аныҡлыҡ индереү мөһим. Һәр хәлдә, был йәһәттән уҡытыусылар әҙерлек эштәрен даими алып бара. Ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары хатта имтиханды алдан уҡ үткәреп ҡарай. Был алым уҡыусылар өсөн бик файҙалы: улар төп һынауға күпмелер тәжрибә туплап барасаҡ. Алдан уҙғарылған ошондай сараларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге сыға икән, белемеңде, көсөңдө мотлаҡ һынап ҡарарға кәрәк.
Ғөмүмән, БДИ-ға әҙерлек тыныс шарттарҙа барырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта көноҙоно өҫтәлгә бәйләп ҡуйылғандай ултырыу яҡшы һөҙөмтә бирмәҫ. Аҡыл эшмәкәрлеген физик эш, зарядка менән аралаштырып алып барырға кәрәк. Урманға, паркка сығып килергә, яратҡан шөғөлөңә бер аҙ ваҡыт бүлергә мөмкин. "Улар өсөн форсат юҡ!" — тип ултырыуың урынһыҙ, һаулыҡҡа зарарлы.
Мейенең әүҙем эшмәкәрлеге өсөн күп шыйыҡлыҡ талап ителә, шуның өсөн һыу, сәй янығыҙҙа булһын.
Ял режимын боҙорға ярамай. Имтиханға әҙерлек ваҡытында элеккегә ҡарағанда бер сәғәткә күберәк йоҡлау талап ителә.
Һынауҙа биреләсәк материалды ныҡлы өйрәнеү өсөн уны 15 — 20 минут дауамында үҙләштерергә, унан шуны уҡ 8-9 сәғәттән, аҙаҡ бер тәүлектән ҡабатларға тәҡдим ителә. Иртәнсәк торғас, тағы иҫкә төшөрөү ҙә һәйбәт булыр. Һәр ҡабатлау ваҡытында хаталарҙы төҙәтергә, ҡатмарлы урындарға иғтибар итергә кәрәк. Тексты үҙ һүҙҙәрең менән иҫтә ҡалдырыу айырыуса яҡшы.

Уҡытыусының бурыстары

* имтиханға әҙерлек ваҡытында уҡыусыға һаулыҡ хаҡында иҫкәртеп тороу
* балала үҙ көсөнә ышанысты арттырыу
* дәрескә һәм имтиханға әҙерләнеү ваҡытын дөрөҫ бүлергә өйрәтеү
* һынау бланктарын, башҡа төрлө документтарҙы тултырырға өйрәтеү
* ата-әсә менән тығыҙ бәйләнештә булыу

Психолог ни эшләргә тейеш?

* уҡыусыла барлыҡҡа килгән психик көсөргәнештең сәбәптәрен аныҡлау һәм асыҡлау
* балаға класташтары, уҡытыусылар, ата-әсә менән яҡшы мөнәсәбәттә ҡалырға ярҙам итеү
* мәктәптә, ғаиләлә яҡшы психологик мөхит булдырыу йәһәтенән педагогтарға һәм ата-әсәгә консультация үткәреү, һүҙ ярҙамы күрһәтеү

Һынау мәлендә тыныс бул, ҡабаланма
Һынауға бер генә көн ваҡыт ҡалғанда дәреслектәргә күмелеп, биремдәрҙе ятлап ултырыу тыйыла. Киске аштан һуң саф һауала йөрөргә, ваҡытында йоҡларға ятырға кәңәш ителә. Хәтерегеҙҙән сығармағыҙ: ял ваҡытының бер-ике сәғәткә булһа ла ҡыҫҡартылыуы имтиханда ҙур ауырлыҡ тыуҙырыр.
Һынау алдынан тынысландыра торған йәки йоҡо дарыуы ҡабул итергә ярамай. Улар үҙәк нервы системаһына насар тәьҫир итә, һөҙөмтәлә белгәнегеҙҙе лә онотоуығыҙ ихтимал. Шуға күрә тынысланыу өсөн дарыу урынына, әйткәнебеҙсә, кискеһен саф һауала йөрөргә, йылы һөт йәки баллы һыу эсергә тәҡдим ителә. Бүлмәне елләтергә лә онотмағыҙ: йоҡлағанда мейегә кислород кәрәк.
Имтиханға иртәнге ашһыҙ сығып китмәгеҙ. Еңел үҙләштерелгән аҙыҡ ҡабул итеү һәйбәт, әйтәйек, йомортҡа, һоло бутҡаһы, эремсек файҙалы булыр. Әгәр күңелегеҙҙә көсөргәнеш һиҙәһегеҙ икән, өҫтәп, емеш-еләк, шоколад ашарға мөмкин.
Һынау алдынан йәки уның барышында һыу эсегеҙ, ул фекер тупларға ярҙам итә. Шәкәрле эсемлек ярамай.
Имтихан ваҡытында бөтөн иғтибарҙы күнегеүҙәргә йүнәлтегеҙ. Ҡабаланмағыҙ, арыуығыҙҙы һиҙгәндә, паникаға бирелмәгеҙ. Был осраҡта иң яҡшыһы — мейеләге ҡан әйләнешен яҡшыртҡан ябай күнекмәләр яһау. Мәҫәлән, яурынды ҡыбырҙатмайынса, башты талғын ғына артҡа, унан алға ебәрәһең. Күнекмәне яйлап ҡына дүрт-алты тапҡыр ҡабатларға кәрәк.
Иң мөһиме — ыңғай һөҙөмтәгә инаныу. Ҡайһы берҙә бәләкәй генә мәсьәләләр, әйтәйек, уҡытыусының уҫал ҡарашы, класташтарҙың үҙен ышанысһыҙ тойоуы кәйефте ҡырыуы ихтимал. Уларға иғтибар итмәҫкә тырышығыҙ.

* * *
Берҙәм дәүләт имтихандары араһында буш ваҡыттар бар. Уларҙы һынауға әҙерлек кенә түгел, ә ял өсөн дә файҙаланырға кәрәк. Спорт менән шөғөлләнеү, дөрөҫ туҡланыу, тейешенсә йоҡлау (кәмендә — туғыҙ сәғәт), ыңғай хис-тойғо алдағы көндәргә уңыш вәғәҙә итә.
БДИ тамамланғас та һаулығыңды хәстәрләү хаҡында оноторға ярамай. Сәләмәтлектең, психик һәм физик яҡтан ныҡлыҡтың, атай-әсәй, уҡытыусылар менән күркәм мөнәсәбәттең һөнәрҙе дөрөҫ һайлауҙа өлөшө ифрат ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 446

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 596

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 239

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 095

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 085

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436