Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Директорыбыҙҙың ышанысын аҡланылар
Директорыбыҙҙың ышанысын аҡланылар
Билдәле булыуынса, быйыл Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты күркәм байрамын — 70 йыллығын — билдәләй. Әле ошо уңайҙан уҙғарыласаҡ сараларға әҙерлек бара.
Республикабыҙҙың данлыҡлы уҡыу йортон уҙған быуаттың төрлө ҡатмарлы осоронда йәш быуындың арҡа терәр таянысы, белемһеҙлектән, ғәмһеҙлектән аралап алып ҡалған рух ҡәлғәһе, халҡыбыҙҙың киләсәген "бәүетеп" үҫтереп, уға осор ҡанат ҡуйған, һөҙөмтәлә төбәгебеҙҙең алға китешенә ҙур өлөш индергән һәм әле лә ошо бурыстарына тоғро белем усағы итеп беләбеҙ. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында мәшһүр ғалимдар Ғайса Хөсәйенов, Нияз Мәжитов, Мирас Иҙелбаев, билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре Сәлиә Мырҙабаева, Йомабикә Ильясова, Илшат Тажетдинов һәм башҡаларҙың исеме генә лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Гимназия-интернат 70 йыллыҡ эшмәкәрлек дәүерендә ошондай күпме шәхесте уҡытып сығарып, оло тормош юлына аяҡ баҫтырған! Улар араһында республикабыҙҙа ғына түгел, илдә, донъяла танылыу яулағандар бихисап. Ниндәй генә тармаҡта хеҙмәт итмәһен, гелән алғы сафта бара, һөнәрен яратып, еренә еткереп башҡара, өлгө күрһәтеп йәшәй Рәми Ғариповтың рухташтары. Шул уҡ ваҡытта һис ҡасан бер-береһен онотмай, ҙур тормошта ла интернаттағы кеүек дуҫ-татыу, берҙәм улар.
Данлыҡлы гимназияның 70 йыллығын тотош республикабыҙҙың байрамы тип ғорур әйтергә мөмкин. Ошоға нигеҙләнеп, белем усағына ҙур хөрмәт менән "Башҡортостан"да "Интернатым — пар ҡанатым" тигән рубрика асырға булдыҡ.
Хөрмәтле ватандаштар, 1-се гимназия-интернаттың төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары! Әйҙәгеҙ, гәзит биргән мөмкинлектән файҙаланып, үткәндәрҙе иҫкә төшөрәйек, һағыш-ҡыуаныс, уңыш-ҡаҙаныш менән уртаҡлашайыҡ, уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт әйтәйек, мәктәптең бөгөнгө уҡыусыларына, педагогтарына, тәрбиәселәренә кәңәштәребеҙҙе, тәҡдимдәребеҙҙе еткерәйек! Ғөмүмән, өлкән һәм йәш быуын араһында йәнле аралашыу булыр, тип ышанабыҙ.
Рубриканы билдәле ғалим-педагог Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевтың тиҫтерҙәренә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо менән һуғарылған яҙмаһынан башлайбыҙ.



Интернетта эш менән ултырғанда, яйын тура килтереп, "Класташтар" сайтына күҙ һалып алам. Өфө ҡалаһының ул саҡтағы 1-се мәктәп-интернатын (хәҙер — Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) 50 йыл элек тамамлап, төрлө яҡҡа таралышҡан йәштәштәремде күҙ алдынан үткәрәм...


Беҙ, 1963 йылғы сығарылыш уҡыусылары, ифрат күп булдыҡ. Мин "В" класында, дуҫтарым етерлек. Уларҙың һәр береһен күҙ алдынан үткәрәм. Мәҫәлән, "А" класында яҡын дуҫым бар ине. Ҡөҙөрөй исемле баҫалҡы, етди, маҡсатлы егетте башҡалар ҙа ныҡ ихтирам итә торғайны.
Мәктәп директоры Төхвәт Хәлим улы Аслаевтың "Һеҙҙе бында аҙаҡ көтөүсе булып эшләһен өсөн уҡытмайбыҙ!" тигән һүҙҙәре ҡолағым төбөндә ҡабат яңғырап киткәндәй тойола. Класташтарымдың, дуҫтарымдың артабанғы яҙмышын күҙ алдына килтерәм дә хөрмәтле директорыбыҙҙың һүҙҙәре елгә осмағанлығына һөйөнөп, ғорурланып ҡуям.
Мәктәпте тамамлағас, 117 уҡыусының йөҙҙән ашыуы шул йылда уҡ төрлө юғары уҡыу йортона инде. Директорыбыҙҙың линейкаларҙа йыш әйткән "Егеттәр, техник йүнәлештәрҙе һайлағыҙ, ул өлкәләрҙә лә милли кадрҙарыбыҙ булырға тейеш" тигән һүҙҙәре лә ерҙә ятып ҡалманы: йәштәштәремдең күбеһе Өфөләге нефть, авиация институттарын, Мәскәү, Ленинград, Куйбышев, Ҡазан, Пермь, Омск һәм башҡа ҡалаларҙағы техник йүнәлештәге белем усаҡтарын уңышлы тамамланы.
Студент йылдарында ла, унан һуң да интернатташтар аралашып торҙоҡ, бер-беребеҙ хаҡында һораштыҡ, туған мәктәбебеҙҙә үткәрелгән кисәләрҙә ихлас ҡатнаштыҡ, үҙебеҙҙең осрашыуҙарҙы ойошторҙоҡ. Ғөмүмән, һәр ҡайһыбыҙҙың яҙмышы, ғаилә хәле, уңыш-ҡаҙанышы күҙ алдында булды.
Алда әйтеп үткән дуҫым Ҡөҙөрөй Фазлетдинов Учалы районының Әбләз (хәҙер бөткән) ауылынан ине. Мәктәп-интернатты тамамлаған йылда уҡ ул Өфөләге нефть институтына уҡырға инде. Студент йылдарында электән үк ғашиҡ булып йөрөгән класташына, Әлшәй районының Сурай ауылы ҡыҙы Миңзәләгә, өйләнде. Юғары уҡыу йортон икеһе бер йылда тамамлаған йәштәр илебеҙҙең нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендә эш башланы. Ҡөҙөрөй тәүҙә Нефть һәм газ үткәргес торбалар эшләү буйынса Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтында инженер һәм етәксе вазифаларын башҡарҙы, Пермь — Ҡазан — Горький, Пунга — Вуктыл — Ухта, Уренгой — Силәбе — Нязепетровск, Уренгой — Яңы Псков газ үткәргестәрен, Усть-Балыҡ — Әлмәт, Сургут — Полоцк нефть үткәргестәрен төҙөүҙә ҡатнашты. Хәҙер инде байтаҡ йылдар "Семигорье" үткәргес торбалар таҙартыу һәм диагностикалау үҙәге"нең генераль директоры булып эшләй. Был предприятие Бованенко ятҡылыҡтарынан Ухтаға, Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге үҙәк райондарына, Сахалиндан Владивостокка, шулай уҡ Сахалин-1, Сахалин-2 проекттары буйынса газ үткәргес торбалар төҙөүҙә, Көнсығыш һәм Көнбайыш Себер нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша. Был тармаҡта Ҡөҙөрөй Фазлетдинов ҙур ҡаҙаныштарға өлгәште. Әйтәйек, 1995 йылда уға "Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде. Бынан тыш, дуҫым "Бөтә Рәсәй Почет кенәгәһе" федераль реестрында ҡатнашыусы танытмаһын алды, илебеҙҙең эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ойошторолған "Алтын Меркурий-2007" милли премия конкурсында "Сәнәғәт етештереүендәге иң яҡшы бәләкәй предприятие" номинацияһында еңеүгә өлгәште, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының 2008 йылдағы иң шәп эшҡыуары булып танылды.
Ҡатыны Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы иһә Өфөләге авиация институтын тамамлағандан һуң СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиелары төҙөлөшө министрлығының махсуслаштырылған проектлау-конструкторлыҡ бюроһында, төҙөлөш-монтаж һәм проектлау-технология трестарында эшләй. Интернатташыбыҙ шулай уҡ Үзбәк ССР-ының Мөбәрәк газ көкөртө заводы, Бохара — Урал газ үткәргесенең компрессор станциялары, Надым — Пурга — Пермь — Ҡазан — Горький газ үткәргесенең Чусовая йылғаһы аша арҡан үткәүеле, Көнбайыш Себерҙәге промысла торба үткәргестәре, Төмән өлкәһендәге торлаҡ, социаль мәҙәни-көнкүреш объекттары өсөн конструктор-технологик документтар әҙерләүҙә ҡатнаша.
1991 йылда Миңзәлә "РУМИКС" ғилми-етештереү фирмаһын ойошторҙо. Унда үткәргес торбалар ҡыуышлығын таҙартыу өсөн поролон бешкәктәр эшкәртеү, әҙерләү һәм тейешле урындарға ебәреү менән шөғөлләнәләр. Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы фирмаға әле лә етәкселек итә. "Бизнес — кеҫәңде ҡалынайтыу түгел, ә арыу-талыу белмәҫ өҙлөкһөҙ хеҙмәт", — ти ул. Шуға ла тырыш етәксенең хеҙмәт ҡаҙаныштарының халыҡ-ара кимәлдә баһаланыуы һис тә ғәжәп түгел. 2005 йылдың мартында М. В. Фазлетдинова "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" IХ Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, "Бизнес корифейы" номинацияһында еңеү яуланы. 2006, 2011 йылдарҙа Лондонда, Нью-Йоркта үткән Сифат буйынса халыҡ-ара конвенцияларҙа призға лайыҡ булды. 2007 йылда иһә социаль яуаплылығы, эшҡыуарҙың ыңғай образын тергеҙеүе һәм Рәсәйҙең социаль яуаплы бизнес институтын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн интернатташыбыҙға "Рәсәй эшҡыуарлығының алтын фонды" ҡаһарманлыҡ билдәһе тапшырылды.
Ҡөҙөрөй менән Миңзәлә тураһындағы һүҙемде туған гимназия-интернатыбыҙға бәйле башлағайным. Былтыр беҙҙең йәштәштәрҙең данлыҡлы уҡыу йортон тамамлауына 50 йыл тулды. Йәйҙең иң йәмле мәлендә күмәкләп белем усағына йыйылдыҡ, хәтирәләр, яңылыҡтар менән уртаҡлаштыҡ. Директор Әлфир Ғайсин уҡыу йортондағы һуңғы ҡаҙаныштар хаҡында һөйләне, беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Фазлетдиновтар ошо осрашыуҙа гимназияға 300 мең һумлыҡ бүләк тапшырҙы.
Гимназия-интернаттың ойошторолоуына — 70 йыл. Әле байрамға әҙерлек эштәре бара, уҡыу йортоноң энциклопедияһы төҙөлә (әйткәндәй, был эш уңышлы атҡарылып сыҡһа, Башҡортостандың урта, махсус урта, юғары уҡыу йорттары тарихында тәүге энциклопедия буласаҡ). Йыл аҙағында үтәсәк рәсми байрам саралары хаҡында хәстәрлек күрелә, ойоштороу комитеты төҙөлә. Ошо айҡанлы интернатты төрлө йылда тамамлаған уҡыусылар туған мәктәбенә хәлдән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа. Был изге эште лә Фазлетдиновтар башлап ебәрҙе: мәктәпкә Башҡортостандың күренекле рәссамы Ф. Кащеевтың "Башҡорт ҡымыҙы" исемле картинаһының төп нөсхәһен бүләк иттеләр.
Миңзәлә менән Ҡөҙөрөй яҡташтарын да изге эштәре менән ҡыуандырып, ярҙам итеп тора. Мәҫәлән, тыуған төбәктәрендә — Учалы районының Рафиҡ һәм Әлшәй районының Сурай ауылдарында мәсет төҙөттөләр. Һүҙе хаҡ Фазлетдиновтарҙың: ысын эшҡыуар тап шулай булырға тейеш.
Мирас ИҘЕЛБАЕВ,
яҙыусы, филология фәндәре докторы, Рәми Ғарипов исемендәге
1-се башҡорт республика гимназия-интернатының 1963 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.



Һағындырҙы һеҙҙе, һабаҡташтар!

Һағындырҙы һеҙҙе, һабаҡташтар,
Ҡайһығыҙ һуң ҡайһы тарафта?
Сыңлай тағы һуңғы ҡыңғырауҙар,
Иҫкә төшә көләс ҡараштар.

Белем тауҙарына үрләй-үрләй
Оло юлға сыҡҡан балалар.
Тыуған илдең һөйөү-наҙҙарынан
Яраларға алдыҡ дауалар.

Ил хәстәре хәҙер иңебеҙҙә,
Таралғанбыҙ төрлө яҡтарға.
Саҡыра беҙҙе көмөш ҡыңғырауҙар
Осрашырға моңһоу саҡтарҙа.
Миңлегөл ҠОТЛОГИЛДИНА (ХИСАМОВА),
1966 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.



Үҙ энциклопедияһы әҙерләнә

Байрам уңайынан гимназия-интернаттың тарихына, педагогтарына, тәрбиәселәренә, сығарылыш уҡыусыларына арналған энциклопедия донъя күрәсәк. Уҡыу йортоноң директоры Әлфир Ғайсин әйтеүенсә, мәғариф учреждениеһы тураһындағы бындай ҙур хеҙмәт республикала тәүгә сыға. Китапты әҙерләү йәһәтенән әле "Башҡорт энциклопедияһы" ғилми-нәшриәт комплексы ярҙамында ныҡлы эш алып барыла.

— Хеҙмәт ике өлөштән торасаҡ. Тәүгеһендә гимназияның төрлө йылдарҙағы эшмәкәрлеге сағылыш тапһа, артабанғыһында сығарылыш уҡыусылары һәм хеҙмәткәрҙәр хаҡында биографик мәҡәләләр урын аласаҡ, — ти "Башҡорт энциклопедияһы" комплексы генераль директорының беренсе урынбаҫары Клара Әһлиуллина. — Проект бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Әле башланғыстың байтаҡ өлөшө тормошҡа ашырылған. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдиновтың рәйеслегендә эш төркөмдәре, ғилми-редакция коллегияһы булдырылған. Бер ауыр мәсьәлә генә тотҡарлай: элекке хеҙмәткәрҙәр, тәрбиәләнеүселәр хаҡында мәғлүмәт етешмәй.
— 70 йыл ваҡыт арауығында мәктәпте 11 мең тирәһе уҡыусы тамамлаған, әммә әлегә 500-ҙән ашыуы хаҡында ғына хәбәр бар, — ти Әлфир Сулпан улы. — Айырыуса уҙған быуаттың 60 — 70-се йылдарындағы сығарылыш уҡыусылары хаҡында мәғлүмәт аҙ. Эштә барыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнашһаҡ ине. 1 июнгә тиклем гимназия һәм "Башҡорт энциклопедияһы" барлыҡ уҡыусыларҙан, хеҙмәткәрҙәрҙән анкеталар ҡабул итә. Бланктарҙы ике ойошманың да рәсми сайтынан табырға була.


Гимназияның сайты — brgi1.ru,
электрон почта адресы — [email protected].




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521