Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҫештең яңы үрҙәрендә
Үҫештең яңы үрҙәрендә
2013 йыл илдең, республиканың мәғариф тармағы өсөн ифрат ҡатмарлы, үҙгәрешкә бай булды. Быны ғәҙәти күренеш тип баһаларға кәрәк, сөнки бер башланғыс та тиҙ арала "ергә ерегеп" китмәй, халыҡ та, элекке алымдарҙы шунда уҡ онотоп, сираттағыһын ҡуш ҡуллап ҡабул итмәй. Шулай ҙа төп үҙгәреш — мәғариф тураһындағы яңы закон — күп фекер алышыу, ҡыҙыу бәхәстәр аша, тимәк, дәүләт менән йәмғиәттең берҙәм хеҙмәт емеше булараҡ тыуғанғалыр, тармаҡтың тормошона һәүетемсә генә үтеп инеп, үҙ бурыстарын атҡара башланы.
Ғөмүмән, һәр төрлө аңлашылмаусанлыҡтарҙы бергә хәл итеп, үҫеш мәнфәғәтен хәстәрләгән мәлебеҙ. "Тармаҡ ышаныслы, тотороҡло эшләй", — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та Мәғариф министрлығының сираттағы киңәйтелгән коллегия ултырышында.


Юлдың башы — рухи ҡиммәттәрҙә

Республиканың мәғариф тармағы Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә: беҙҙәге 3,5 мең дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеһында 860 мең самаһы бала уҡый һәм тәрбиәләнә.
— Илдең социаль-иҡтисади үҫеше, именлеге, халыҡ, милләт-ара татыулыҡ, берҙәмлеккә ынтылыш — быларҙың барыһы ла педагогтарҙың эшмәкәрлеге нисек ойошторолоуына бәйле, — тине коллегия ултырышында Рөстәм Хәмитов. — Йәш быуынға бирелгән белемдең сифаты киләсәгебеҙҙе билдәләй.
Һүҙҙе тәрбиәнән башлағанда, баланың күңеленә рухи ҡиммәттәр һалыу, һаулығын хәстәрләү бурыстары алға баҫа. Был йәһәттән ҡаҙаныштар етерлек. Әйтәйек, беҙҙең һәр мәғариф учреждениеһында тиерлек тарихты, тыуған яҡты өйрәнеүгә, төрлө шәхестәрҙең тормошона, башҡарған хеҙмәтенә, ижадына бағышланған музейҙар бар. Уҡыусыларҙың үҙҙәренә лә был йәһәттән тикшеренеү эштәре үткәреү мөмкинлеге бирелә, улар араһында ҡаҙанышҡа өлгәшкәндәр республика кимәлендәге конкурста көсөн һынау мөмкинлегенә эйә. Ғөмүмән, тарихҡа, халыҡтың рухи тамырҙарына ҙур иғтибар бирелергә тейешлеге Мәғариф тураһындағы яңы законда ла билдәләнгән, тимәк, беҙҙең белем усаҡтарындағы изге йола дауам итәсәк. Мәҙәниәт йылы быға тағы ла ҙурыраҡ этәргес бирер тигән ышаныс бар.
Шулай ҙа борсоуға һалған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, ҡайһы бер мәктәптәрҙә, айырыуса ауылдарҙа, балалар баҡсаларында түңәрәктәр йүнләп эшләмәй йә бөтөнләй ойошторолмай. Һөҙөмтәлә, әйтәйек, булған милли музыка ҡоралдары, кейем, спорт ҡорамалдары ҡулланылмай, кәрәкһеҙгә тотола. Яңы законда өҫтәмә белем биреүгә ҙур иғтибар бирелгәнлеген күҙ уңында тотҡанда, хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреренә өмөтләнергә ҡала.
Тәрбиәне туған телдән айырып ҡарап булмай. Белеүегеҙсә, "Башҡортостан" гәзитендә мәҡәләләре менән сығыш яһаған арҙаҡлы милләттәштәребеҙ ҙә был хаҡта даими әйтә килә. "Туған тел һәр әҙәм балаһының ҡанына һалынған, унан ситләшкәндең күңеле бөтөн булмай", — ти улар. Был йәһәттән республикала уҡытыу алты телдә алып барыла, төрлө милләттең йәкшәмбе мәктәптәре эшләй. Мәғариф тураһындағы яңы закон һәр халыҡтың ошондай хоҡуҡтарын тулыһынса яҡлап сыҡты. Уның 14-се статьяһына ярашлы, һәр милләт вәкиленә туған телен өйрәнеү мөмкинлеге бирелергә тейеш. Был йәһәттән шарттар тыуҙырылһа ла, ҡайһы бер мәктәптәрҙә хәл ҡәнәғәтләнерлек түгел. Мәҫәлән, бер районда сыуаштар күп, әммә уларҙың теле бик һирәк урында өйрәнелә. Уҡытыусыларҙың әйтеүенсә, ғәйеп ата-әсәлә: улар балаларының "башын ҡатырыуға" ҡаршы. Йәнәһе, уҡыусы урыҫса, башҡортса, инглизсә мотлаҡ өйрәнергә тейеш, өҫтәүенә туған теле килеп ҡушылһа, артыҡ көс талап ителәсәк. Тимәк, педагогтарға был йүнәлештә аңлатыу эшен дауам итеү зарур.
Республикабыҙҙың дәүләт статусындағы башҡорт телен өйрәтеүгә килгәндә лә, ауырлыҡтар артта ҡалды, тип әйтеп булмай. Әммә шуға ныҡлы төшөнә барабыҙ шикелле: барлыҡ рухи ҡиммәттәрҙең нигеҙе — ғаиләлә. Балаға дәүләт телен өйрәнеүгә ата-әсә этәргес бирмәй икән, һөҙөмтәгә өмөт итеү урынһыҙ. Ә дәрескә ҡарата һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятыу еңел түгел, ул педагогтан ҙур хеҙмәт талап итә.
Йәмғиәтебеҙ телдең диндән айырылғыһыҙ икәнлеген тоя башланы. Ике йыл элек IV кластың уҡыу программаһына индерелгән "Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре" тигән предмет балаларҙың, педагогтарҙың күбеһендә ҡыҙыҡһыныу уятты. Дәресте, уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу буйынса эш дауам итә.

Үҫештең яңы үрҙәрендә "Аҡһөйәктәр" менән киләсәк төҙөп буламы?

"Бөгөнгө йәштәр ауыр эште белмәй үҫә. Киләсәгебеҙҙе аҡһөйәктәр ҡулына тапшырабыҙмы инде?" тигән борсоулы фекерҙе күп ишетергә тура килә. Бының, әлбиттә, үҙ сәбәптәре бар. Әйтәйек, Берҙәм дәүләт имтиханы уҡыусыларҙы партаға бәйләп ҡуйҙы кеүек. Ата-әсә лә уларға һүҙ әйтергә ҡыймай: уҡыһын ғына балаһы, һынауҙы тапшыра алмай ҡуймаһын!
Һәр хәлдә, был сикте лә йырып сығып барабыҙ. Мәҫәлән, былтыр ғына ла республиканың бихисап мәктәбе биләмәһендә хоккей ҡаптары асылды. Был эштә уҡыу йорто коллективының ғына түгел, тотош ауыл, ҡала халҡының ҡатнашыуы күп нәмә хаҡында һөйләй. "Үҙебеҙҙең хоккейсыларҙы үҫтерәбеҙ!" тигән маҡсат менән янған йәмғиәттең рухы, һис шикһеҙ, йәштәргә лә күсәсәк.
Ғөмүмән, илһөйәрлек тойғоһона, хеҙмәт тәрбиәһенә иғтибар көсәйә бара.
— Армияға барырға теләмәгән егеттәр байтаҡ, шуның өсөн хеҙмәттең мөһимлеген мәктәптән үк аңлата башларға кәрәк, — тигәйне республика башлығы Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттә уҙғарылған бер ултырышта. — Был йүнәлештә махсуслаштырылған уҡыу йорттары күберәк булырға тейеш. Әйтәйек, Ишембайҙа "КаДетство" проекты буйынса Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы асылды. Әммә ул берәү, ә мәктәптәр — ике мең тирәһе. Билдәле: барыһын да был кадет корпусынан ғына көтә алмайбыҙ.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ спорттың техник төрҙәрен үҫтереү мөһимлеген билдәләне: йәштәр робот техникаһы, радиоэлектроника, бәләкәй авиация, программалау менән әүҙем шөғөлләнергә тейеш. Был йүнәлештәр хәрби хеҙмәткә әҙерлекте көсәйтә. Төбәк башлығы шулай уҡ Хәрби һәм Хеҙмәт даны музейҙарының матди базаһын нығытыу мөһимлеген билдәләне.
— Йәштәрҙең күңеленә илһөйәрлек тойғоһон һалыуға бәйле комплекслы эш алып барылырға тейеш, — тине Рөстәм Зәки улы. — Буласаҡ һалдат өсөн физкультура, спорт ҙур әһәмиәткә эйә. Ундай объекттарҙы төҙөйбөҙ, әммә күп урында халыҡтан күнекмәләр өсөн түләтәләр. Бындай юл менән илһөйәрлек тәрбиәләү мәсьәләһен хәл итеп булмаясаҡ. Шуға күрә барлыҡ тармаҡтарҙың дөйөм мәнфәғәттә берҙәм эшләүе талап ителә.
Республика башлығы Мәғариф министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында хеҙмәт тәрбиәһенә ҙур иғтибар йүнәлтелгән һөнәри белем биреү учреждениеларындағы үҙгәрештәрҙе ыңғай баһаланы. Эшҡыуарлыҡтың, дәүләттең һәм уҡыу йорттарының ҡеүәте дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә туплана. Тимәк, эш биреүсе кадрҙар әҙерләү программаһының тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыһы булып иҫәпләнә.
Һөнәри белем биреү лицейҙары, училищелары ла заманса шарттарҙа эшләй башланы. 2010 йылдан алып уларҙың дүрттән бер өлөшө тиерлек колледждарға беркетелде. Шуныһы мөһим: бындай уҡыу йорттарына техник йүнәлеш буйынса ҡабул итеү һуңғы ике йылда 19 проценттан 43-кә ҡәҙәр еткән.
2011 йылдан һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу буйынса 22 учреждение республика ҡаҙнаһынан 350 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған. Өҫтәүенә эш биреүселәр яғынан ярты миллиард һум самаһы аҡса бүленгән.
— 2020 йылға тиклем республикала 600 меңдән ашыу юғары етештереү көсөнә эйә, заманса йыһазландырылған хеҙмәт урыны булдырыу бурысы тора, — тине республика башлығы. — Был эште алдынғы һөнәри белем биреү учреждениеларынан тыш башҡарып сығыу мөмкин түгел. Тап уларҙа сифатлы кадрҙар әҙерләү өсөн күп функциялы, ҡеүәтле үҙәктәр булдырыласаҡ.

Уңыш нигеҙе — сифат

Коллегия ултырышында дөйөм белем биреү системаһына айырым иғтибар бүленде. Һуңғы өс йылда уны яңыртыу өсөн федераль һәм төбәк ҡаҙналарынан биш миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә капиталь ремонт талап иткән һәм авария хәлендәге мәктәп биналары элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға кәмегән.
Уҡыу сифатында күтәрелеш бар. Мәҫәлән, Рәсәйҙең дөйөм белем биреү учреждениелары рейтингына ярашлы, былтыр Башҡортостандың һигеҙ мәктәбе — "Мәғарифта лидерҙар", тағы ла етәүһе "Алдынғы ауыл мәктәптәре" номинацияларына индерелде.
— Ҡаҙаныштарҙың нигеҙендә уҡыусыларҙың уңыштары ята, — тине мәғариф министры Әлфис Ғаязов. — Эште тағы ла көсәйтеү, һәләтле балаларға айырым иғтибар бүлеү мөһим. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса әле улар — 1024. Республикала 430 мең самаһы уҡыусы барлығын күҙ уңында тотҡанда, әлеге күрһәткестең бик түбән икәнлегенә төшөнәһең.
Министр сығышында электрон белем биреүгә ҙур иғтибар бүлде. Былтыр ошондай йүнәлештә эшләгән иң яҡшы 20 мәктәп билдәләнгән. Быйыл дөйөм белем биреү учреждениеларының тағы ла ун процентын проектҡа ҡушыу планлаштырыла.
Былтыр райондарға 364 автобус бирелгән, ә ситкә йөрөп уҡыған балаларҙың һаны 30 меңгә артҡан. Һуңғы йылдарҙа иһә тыуым күрһәткесе ҡәнәғәтләнерлек. Былтыр, мәҫәлән, 59 400 сабый донъяға килгән. Коллегияла билдәләнеүенсә, тыуымдың артыуында мәктәпкәсә белем биреү тармағының үҫеше мәнфәғәтендә башҡарылған сараларҙың өлөшө ҙур.
— Һуңғы өс йылда балалар баҡсаларына сират 50 меңдән 14 меңгә ҡәҙәр ҡыҫҡарҙы, — тине коллегия ултырышында Президент Рөстәм Хәмитов. — Быйыл тағы ла 11 мең урын булдырыу планлаштырыла. Ә инде 2015 йылдың аҙағына ҡәҙәр был мәсьәләне тулыһынса хәл итергә тейешбеҙ.
Рөстәм Хәмитов республикалағы электрон сиратты федераль система күрһәткестәренә туплау, уға барлыҡ балалар баҡсаларын индереү зарурлығын билдәләне.
— Ошо шартты үтәгәндә генә учреждениеларҙа өҫтәмә урын булдырыуға ил ҡаҙнаһынан субсидия алыу мөмкинлеге тыуасаҡ, — тине ул.
Коллегия ултырышында юғары уҡыу йорттарын һәм уларҙың филиалдарын ҡулайлаштырыу хаҡында һүҙ булды. Былтырғы мониторинг һөҙөмтәләре буйынса бер нисә учреждениела үҙгәртеп ҡороу башланған. Ғөмүмән, юғары уҡыу йорттары бөгөн уҡыу-лаборатор майҙансыҡтарға, үҙәктәргә, ятаҡтарға мохтаж. Матди-техник йәһәттән дә яңыртыу, капиталь ремонт талап итәләр. Тағы ла шуныһы бар: ике меңдән ашыу килешеү төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, күп уҡыу йорттары эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлекте һүлпән алып бара.
— Студенттарҙы буласаҡ һөнәренә ғәмәли йәһәттән әҙерләү өсөн эшмәкәрлеккә яңы алымдар индерергә кәрәк, — тип билдәләне ведомство етәксеһе Әлфис Ғаязов.

* * *
Ғөмүмән, һәр уңыштың нигеҙен һөҙөмтәле эш, алдынғы ҡараш, сифат билдәләй. Мәғариф тармағы ошо талаптарҙы үтәй алһа, был һыҙаттар тора-бара тотош йәмғиәттең тормош маҡсатына әйләнәсәк. Шуның өсөн заманса уҡытыу алымдары, яңы технологиялар тәрбиәне, рухи ҡиммәттәрҙе ситкә типмәһен, уларҙың барыһына ла иғтибар бер тигеҙ бүленһен ине тигән теләк ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 102

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 456

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 990

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 899

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 660

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 246

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 566

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524