Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәрбиә ҡанундары — “Урал батыр”ҙа
Тәрбиә ҡанундары — “Урал батыр”ҙа  Мәшһүр “Урал батыр” эпосы ижад ителгән осор менән беҙ йәшәгән заман араһында тиҫтәләгән быуат ята. Әммә шуныһы ғәжәп: кешенең күңеле үҙгәрмәй, яңылыҡтар шауҡымына әллә ни бирешмәй. Яратыу-яратмау, яҡшылыҡ-яманлыҡ, киң күңеллелек-көнсөллөк, асыҡлыҡ-аҫтыртынлыҡ, ғәмлелек-битарафлыҡ һәм башҡа төшөнсәләргә заман арауығы ҡағылмаған да тиерлек: араларында — элеккеләй ҙур ҡаршылыҡ. “Урал батыр” эпосында ошо хикмәттәрҙең нигеҙе аңлатыла. Мәшһүр әҫәребеҙҙең һәр һүҙендә, кинәйәле фекерендә халҡыбыҙҙың аҡылы сағылыш таба. Сираттағы был мәҡәләлә эпостың тәрбиәүи әһәмиәтенә иғтибар итмәксебеҙ.

“Миҙгел етмәү”
нимәне аңлата?
Икегеҙ ҙә — баламһыҙ,
Күҙебеҙҙең ҡарамһыҙ.
Тешәр сағығыҙ үтмәгән,
Быуынығыҙ ҡатмаған,
Ҡулға суҡмар тоторға,
Ҡошҡа шоңҡар сөйөргә,
Әле арыҫлан менергә
Миҙгелегеҙ етмәгән.
Мин ни бирһәм, ашағыҙ,
Мин ҡушҡанды эшләгеҙ.
Күнегергә һыбайға —
Ана, болан менегеҙ,
Сыйырсыҡтың тубына
Яғылбайҙы сөйөгөҙ.
Һыуһаһағыҙ уйында,
Ана, аҡ һыу эсегеҙ —
Ҡабырсаҡҡа тултырған
Ҡандан ауыҙ тартығыҙ.


Эпостың ошо бәләкәй генә өҙөгөндә күпме фекер, фәһем ята!
“Тешәр сағығыҙ үтмәгән,
Быуынығыҙ ҡатмаған”, — ти Йәнбирҙе ҡарт, тимәк, улдарына әле өлкәндәргә тәғәйенләнгән ризыҡты ашарға, улар эшләгәнде башҡарырға ярамай, сөнки быға йәш организм әҙер түгел, ваҡыт етмәгән.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Көслө ул — олатаһына оҡшаған”, “Бәләкәйҙән шулай ауыр хеҙмәттә сыныҡҡан инде” тип, аңды-тоңдо белеп еткермәйенсә, физик яҡтан өлгөрөп етеү-етмәүен иҫәпкә алмайынса, балаға ауыр эш ҡушыу осраҡтары күҙәтелә, айырыуса ауыл ерҙәрендә. Һөҙөмтәлә егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ ҡалалағы тиңдәштәренән буйға күпкә бәләкәйерәк була. Ә инде умыртҡа һөйәге, ҡулбаш, аяҡ-ҡул быуындары, тарамыштары нисектер — уныһы иғтибарҙан ситтә ҡала.
Эпостағы “миҙгел етмәү” тигән төшөнсә баланың зиһен кимәленә лә ҡағыла. Мәҫәлән, күпселек атай-әсәй, айырыуса ҡаланыҡылар, бәләкәй баланың һаулығы хаҡында уйлауҙан алда уға белем биреүҙе хәстәрләй башлай. Ул ғына ла түгел, ҡайһы бер милләттәштәребеҙ, урыҫ теленә өҫтөнлөк биреп, сабыйын туған теленән айыра һәм ғүмерлек хата яһай. Ғөмүмән, был хаҡта күп яҙҙыҡ — халҡыбыҙ кәңәштәрҙе аңлап, яңылыш аҙым яһауҙан һаҡланһын ине.
Һүҙ юҡ: баланы белем алырға әҙерләргә кәрәк. Әммә, ни өсөндөр, күпселек атай-әсәй сабыйының өлгөрөп етеү-етмәүенә иғтибар итмәүсән. “Бер йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, балам “А” хәрефен таный, алфавиттан исеменең баш хәрефен дә төртөп күрһәтә”, “Улыма урыҫса һаулыҡ һорашһам, инглизсә яуап ҡайтара ла ҡуя!” тип ғорурланыуҙарҙың киләсәктә ниндәй эҙемтә биререн аңлаһаҡ ине лә бит...
Баланың өлгөрөп етмәгән зиһененә төрлө ғилем нигеҙҙәрен тыңҡыслап тултырып маташҡансы, туған тел байлығына, физик үҫешкә, һаулыҡҡа нығыраҡ иғтибар биреү зарур. Бында ла, әлбиттә, саманы белеү кәрәк. “Урал батыр” эпосында халҡыбыҙ тап шуға ишара яһаған. Баланың тештәре алмашыныуы уның тотош булмышының үҙгәреүен аңлата. Зиһендең нығыныуы ла тап ошо мәлгә тура килә. Баланы юҡтан ғына уҡырға ете йәштән алмайҙар — барыһы ла тәбиғәт ҡанундарына бәйле. Ә уға тиклем зиһен ҡабул итерлек, мейе күҙәнәктәрен уятырлыҡ кимәлдәге күнекмәләр үткәрә башларға мөмкин. Мәҫәлән, бармаҡтар ярҙамында. Халҡыбыҙҙа элек-электән ундай һамаҡлауҙар, әкиәттәр, уйындар, иҫәп-хисап күнекмәләре күп булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһе онотолған. Һаҡланып ҡалғандарын тәрбиә эшендә мотлаҡ ҡулланырға кәрәк — баланы физик яҡтан үҫтереү, зиһенде нығытыу йәһәтенән ғәжәп отошло күнегеүҙәр улар.
Эпостағы “Мин ни бирһәм, ашағыҙ” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе шунда: бала менән өлкән кешенең ашҡаҙандары бер үк түгел. “Талымһыҙ ул — беҙ ашағанды һоғона ла ҡуя”, — тип ҡыуанған ата-әсәнең ҡарашы дөрөҫ түгел. Эпос беҙгә тап шуны аңлатырға теләй.
(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506