Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәрбиә ҡанундары — “Урал батыр”ҙа
Тәрбиә ҡанундары — “Урал батыр”ҙа

Мәрйәм БУРАҠАЕВА,
яҙыусы, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры


“Башҡортостан” гәзитендә Рәсәй мәктәптәренә яңы индерелгән “Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре” предметы буйынса өҫтәмә ҡулланма — “Дини тәрбиә орлоҡтары күңел аша ғына һалына” тигән дауамлы мәҡәлә — биреүҙе тамамланыҡ. Уҡытыусыларҙың ихлас рәхмәт әйтеүе сикһеҙ һөйөндөрҙө.
Шул уҡ ваҡытта гәзит уҡыусылар араһында дауамлы мәҡәләнең төп маҡсатын аңлап етмәгәндәр ҙә осраны, миңә байтаҡ ҡына шылтыратыу булды. Теманы ентекләберәк, киңәйтеберәк яҙыуҙы үтенделәр. Күрәһең, инеш мәҡәләгә иғтибар итмәгәндәрҙер. Ҡабатлап аңлатып үтәйем: был мәҡәлә Мәскәү нәшриәтендә сығарылған әҙер дәреслектәргә өҫтәмә, уҡытыусыларға ярҙам рәүешендә генә тәҡдим ителде, сөнки педагогтарға тулы әҙерлек үтеү мөмкинлеге булманы. Шуға күрә яңы предметты ошо уҡ тәрбиә темаһын күтәргән, ике тиҫтә йылдан ашыу уҡытыла килгән “Тормош һабаҡтары” менән бәйләп аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн ҡатмарлыраҡ тойолған темалар ябайлаштырып бирелде. Шиғри юлдарға һалынған хикмәтле һүҙҙәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Хәҙистәр” китабынан алынды.
Дауамлы мәҡәлә өсөн редакцияға һәм авторға рәхмәт һүҙҙәре еткерелде, шул уҡ ваҡытта борсоулы мөрәжәғәттәр ҙә булды. Шуларҙың береһен һеҙҙең иғтибарға еткерәм: “Бөгөн мәктәптәрҙә “Тормош һабаҡтары”н уҡытыу бик һүлпәнәйҙе. Уның милли тамырҙарыбыҙҙы һаҡлауҙа ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйәлеген аңлатыу кимәле төштө. Хатта ҡайһы район мәктәптәрендә “Тормош һабаҡтары” урынына “Культура Башкортостана” предметын уҡыта башланылар. Әсбаптар булды, инде рәхәтләнеп эш башлайбыҙ тигән саҡта, бер ни ҙә аңламай ҡалдыҡ. IV класта уҡытыла башлаған “Светская этика” дәресенә тотошлай “Тормош һабаҡтары”нда бирелгән темалар алынған, тик унда урыҫ мәҙәниәте өйрәтелә. Һөҙөмтәлә балаларыбыҙҙы тағы башҡортлоҡтан айырабыҙмы инде? Рухи тәрбиәне мәктәптә бирмәһәк, тағы ҡайҙа тәрбиәләп булыр? Бөгөнгө ата-әсәнең күбеһе уҙған быуаттың 60-70-се йылдарында ошондай уҡ тайпылыштарҙа албырғаған, туған телдең әһәмиәтен аңламаған быуындан бит! “Тормош һабаҡтары”ның авторҙары, һеҙ ни уйлайһығыҙ?”
Ысынлап та, мәктәптәрҙә, нигеҙҙә, белем биреүгә генә иғтибар ителгәнлектән, рухи ҡиммәттәребеҙҙе юғалта барыу хәүефе күптән янай ине. Шуға күрә, 1990 йылдарҙағы үҙгәрештәргә бәйле барлыҡҡа килгән мөмкинлекте файҙаланып, тәрбиәне күҙҙә тотҡан “Тормош һабаҡтары” программаһы төҙөлдө, һәм был предмет башҡорт мәктәптәрендә уҡытыла башланы.
Әлбиттә, халҡыбыҙҙың рухи байлығын аҙнаһына бер тапҡыр ғына уҡытылған дәреслектәргә һыйҙырып бөтөү мөмкин түгел. Шуның өсөн беҙ, авторҙар — Илгизәр Бураҡаев, Мәрйәм Бураҡаева һәм Миңлебай Юлмөхәмәтов — киңерәк мәғлүмәтте уҡытыусы үҙе туплай алыр тигән ҡараштан сығып, дәреслектәрҙә фәҡәт йүнәлеш биреүҙе һәм ниндәй ҡиммәттәргә нығыраҡ иғтибар итергә кәрәклеген билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Рухи тәрбиәне эҙмә-эҙлекле алып барыу, хатта балалар баҡсаһынан башлау кәрәк тигән ҡараштан сығып, программа төҙөлдө. “Тормош һабаҡтары” өсөн хрестоматия — башҡорт халҡының булмышына, сәнғәтенә, ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына, ижадына, ҡыҫҡаһы, тотош йәшәйешенә, артабанғы яҙмышына ҡағылған һабаҡтар тупланмаһы ул. Был предметта кластан тыш эштәрҙе ойоштороуға ҙур иғтибар бүленде. “Балалар уйындары”, “Балалар һабантуйы”, “Яугир яҡташтар”, “Арҙаҡлы ауылдаштар”, “Күп балалы ғаилә өлгөһө”, “Олатай-өләсәй һабағы”, “Атайҙар байрамы”, “Шәжәрә байрамы”, “Милли аштар байрамы”, “Тәбиғәт — тыуған йортобоҙ” һәм башҡа темалар буйынса саралар, “Йәйләү” программаһы буйынса ял лагерҙары, “Башҡортостан ынйылары” конкурсы нигеҙендә бәйгеләр мотлаҡ уҙғарылырға тейеш тигән талап ҡуйылды. Һөҙөмтәлә, мәҫәлән, балалар һабантуйҙары үткәреү киң ҡолас алды. Ә инде шәжәрә байрамдары мәктәптә генә түгел, ауылда, унан районда, хәҙер инде Хөкүмәт ҡарары нигеҙендә республика кимәлендә уҙғарыла башланы.
“Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары” предметы буйынса һәр уҡыу йылы һайын район, республика олимпиадалары ойоштороу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Маҡсатлы йәшәүгә, үҙтәрбиә менән шөғөлләнеүгә, халҡыбыҙҙың рухи байлығына эйә булырға ынтылыш биргән был дәреслектең йәштәр күңеленә илһөйәрлек тойғоһо һалыуҙа өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ошо йәһәттән “Башҡортостан” гәзите аша республиканың Мәғариф министрлығына йәмәғәтселектең ҙур рәхмәтен еткерәм.
Демократия елдәре еләҫлегенән файҙаланып бар ителгән “Тормош һабаҡтары” башҡорт мәктәптәрендә 20 йылдан ашыу уңышлы уҡытылды ла, тора-бара “Башҡортостан тарихы”на ҡушылды. Унан сәғәттәр һаны кәмене, йәғни X кластарҙа уҡытылмай башланы. Әле иһә башланғыс кластарҙа ла ҡыҫҡартыу бара.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев “Тормош һабаҡтары”н “халҡыбыҙҙың милли концепцияһы” тип атағайны. Бөгөн иһә был предметты ла, башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыу мәсьәләһе лә директорҙар ҡарамағында тороп ҡалды. Шуныһы үкенесле: хатта ҡайһы бер башҡорт мәктәптәре етәкселәре араһында дәреслеккә битараф ҡарағандар осрай. Ә инде уйлы уҙамандарыбыҙ етәкселек иткән белем усаҡтарында предмет уңышлы алып барыла, уҡыусылар республика олимпиадаларында ҡатнаша. Милләтебеҙҙең киләсәгенә бер яҡлы ғына ҡараған (имеш, юғары уҡыу йортона урыҫ телен белгәндәр генә инә ала. Улай булһа, барлыҡ урыҫтар университеттарға тотҡарлыҡһыҙ инеп бөтөр ине!) директорҙарға, уҡытыусыларға кәңәшем шул: әлбиттә, ағынға ҡаршы тороуы ауыр, әммә тулҡын бәреп йығыуынан һаҡланып ҡалыу сараларын табырға мөмкин. “Тормош һабаҡтары” уҡытылмаған мәктәптәрҙә был дәреслектәрҙе тәрбиәүи эш нигеҙҙәре итеп файҙаланыу уңышлы булыр ине.
“Ағинәй дәрестәре” рубрикаһын дауам итеп, милләтебеҙ яҙмышы, йәштәребеҙҙең рухи тәрбиәһе өсөн борсолоу белдергән уҡытыусыларға ярҙам хөрмәтенән “Урал батыр” эпосы нигеҙендә тәрбиә сәғәттәре үткәреү өсөн кәңәштәр бирә башларға булдым. Шуныһы айырыуса ҙур иғтибарға лайыҡ: милли әҫәребеҙҙәге тәрбиәүи ҡанундар йәшәйештең яҡшы кеше булыу, үҙеңдән һуң изгелек ҡалдырыу, киләсәк быуын хаҡында хәстәрлек, тәбиғәтте, һыуҙы һаҡлау кеүек төп ҡиммәттәрен үҙ эсенә ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518