Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балағыҙ баҡсаға әҙерме?
Балағыҙ баҡсаға әҙерме?Балалар баҡсаһына тиҙерәк ылығып китһен, ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн бәләкәсте яйлап, маҡсат ҡуйып, алдан әҙерләгеҙ. Бала ҡыйыу, үҙаллы, аралашыусан булған хәлдә лә ят ергә килеп эләккәндә юғалып ҡалыуы бар.
Йәш ярымға тиклемге балалар, иҫке ҡалыптарҙы ташлап, яңыларына тиҙ генә күсә алмай. Улар бер үк нәмәнең ҡабатланып тороуын ярата. Кис һайын бер үк әкиәтте һөйләтә, урамға сығыр алдынан көн дә бер үк уйынсыҡты таптыра... Шуға ла ҡапыл ғына яңы шарттарға өйрәнеп китеүе ауыр. «Ҙур ихтыяж булмағанда, бала менән был осорҙа өйҙә ултырып тороу хәйерлерәк», – ти психологтар.
Балалар баҡсаһына әҙерләүҙе күптәр шулай күҙ алдына килтерә: бәләкәстәре ҡалаҡ тотоп ашай белә, көршәккә үҙе ултыра. Шулай уҡ бәләкәстең кейенә, сисенә белеүе лә үҙенә ышанысты арттыра. Икенсе яҡтан, был “һөнәр”ҙәргә эйә булыуы тәрбиәселәргә лә уңайлы. Тик кескәй баланың күңелен көйләүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген оноторға ярамай.
Билдәһеҙлек күңелдә ҡурҡыу һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Шуға ла улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ менән балалар баҡсаһы хаҡында йышыраҡ һөйләшеү яҡшы. «Балалар баҡсаһында ҡыҙыҡ, күңелле, уйынсыҡтар күп, ҡыҙҙар-малайҙар һине көтөп тора...» – тип ҡабатлағыҙ. Барыһы ла тик ыңғай тойғолар ғына уятырлыҡ булһын. Яңы урында килеп тыуасаҡ төрлө хәлдәргә лә әҙерләргә кәрәк. «Һыу эскең килһә, тәрбиәсе апайға бараһың да, һыу эскем килә, тип әйтәһең». «Тәрбиәсе бөтә балаларға ла кейенергә ярҙам итә, һин уның башҡа ҡыҙ-малайҙы кейендергәнен бер аҙ көтөп торорһоң». Ваҡиғаларҙы тәфсирләп ҡарап сығыу ҡамасауламаҫ. Кәрәк мәлдә бала ярҙам да һорай белһен.
Көн тәртибен дә яйлап балалар баҡсаһындағыса үҙгәртегеҙ. Витаминдар эсеү, тын алыу гимнастикаһы, күберәк саф һауала йөрөү, сыныҡтырыу файҙаға ғына булыр. Үҙаллы уйнай белгән бала тиҫтерҙәре менән тиҙерәк уртаҡ тел табасаҡ.
Бәләкәсегеҙ үҙегеҙгә генә өйрәнһә, күршеләге тиҫтерҙәре менән күберәк аралаштырырға тырышығыҙ. Баланы бер нисә сәғәткә туғандарығыҙ менән ҡалдырып тороғоҙ. Ул шул саҡта башҡаларҙан тартынмаҫҡа өйрәнер. Үҙен матур тотҡаны өсөн күстәнәс алып ҡайтырға онотмағыҙ.
Ғәҙәттә, тәүге көндә тәрбиәселәр баланы ярты сәғәткә килтерергә, бик алыҫҡа китмәҫкә тәҡдим итә. Был һис тә бушҡа түгел. Бәләкәсегеҙ артыҡ хафаланһа, хатта ошо ваҡытты ла ҡыҫҡартырға тура килеүе бар. Борсолмағыҙ, балағыҙ шулай яйлап өйрәнәсәк. Ә тәүҙән үк тулы көнгә ҡалдырып китергә ярамай. Балалар ваҡыт төшөнсәһе менән “дуҫ” түгел. “Һине шунса сәғәттән килеп алам”, – тип әйтеүегеҙ бер ни ҙә аңлатмай. “Һин йоҡлап, ашап, уйнап алғас киләм”, – тиһәгеҙ, аңлайышлыраҡ һәм ышаныслыраҡ яңғырар.
Һәр башланғыстағы кеүек, бында ла эҙмә-эҙлеклелек хуплана. “Бәләкәсем бигерәк илай бит, бөгөн кире алып ҡайтайым”, “ярай, бөгөнгә бармай торайыҡ, йоҡлап ҡалғанбыҙ бит” кеүек һүҙҙәр ҙә яҡшыға килтермәҫ. “Әсәй менән атай эшкә барып килә, һин малайҙар, ҡыҙҙар менән уйнап тораһың, һүрәт төшөрәһең, китап уҡыйһың. Шунан беҙ һине килеп алып, бергәләп өйгә ҡайтырбыҙ”. Ошолайыраҡ аңлатҡанда, бәләкәсегеҙ тиҙерәк төшөнөр. Баҡсаға барыуҙың кәрәклеген аңлағанда, баланың үҙенә лә, атай-әсәйҙәргә лә яңы урынға, мөхиткә өйрәнеп китеүе еңелерәк буласаҡ.
Ата-әсәләргә иң ҙур кәңәш шул: балағыҙға ышанығыҙ. Тәрбиәсегә лә. Хафаларығыҙҙы ситкә ҡуйығыҙ. Һеҙҙең бар уй-фекерегеҙ күңел торошонда сағыла, шуға үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ, хәлде тик яҡшыға көйләгеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 1 596

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 095

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 085

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436