Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юғары исемде шулай аҡлайҙар!
Юғары исемде шулай аҡлайҙар!
Республикабыҙ мәктәптәрендә, урта махсус белем биреү учреждениеларында осор һулышын тойоп, уҡытыу һәм тәрбиә өлкәһендә киң тарала барған заманса педагогик технологияларҙы үҙләштереп, дәрестәрендә әүҙем ҡулланған уҡытыуҙың кимәлен һәм сифатын күтәреү менән янған педагогтар байтаҡ. Быға ошо көндәрҙә Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында уҙған сарала — уҡытыусы-тикшеренеүселәр, уҡытыусы-оҫталар асыҡланған республика конкурсында — йәнә бер тапҡыр инандыҡ.


Һөнәри бәйге төбәгебеҙҙә дүртенсе тапҡыр уҙғарылды. Унда ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы айырыуса һөйөнөслө. Быйыл, мәҫәлән, 63 уҡытыусы көсөн һынап ҡарарға теләк белдерҙе. Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов етәкселегендәге жюри конкурсҡа тәҡдим ителгән барлыҡ эште ҡарап сығып, фәнни һәм педагогик йәһәттән көн талаптарына яуап биргәндәрен һайлап алды. Хеҙмәттәрҙең авторҙары артабан көс һынашыр өсөн Өфөгә саҡырылды.
Конкурстың тәүге көнөндә “Уҡытыусы-тикшеренеүсе” исеменә көсөргәнешле ярыш барҙы. Һәр педагог хеҙмәтендә күтәргән мәсьәлә буйынса сығыш яһаны. Был эш, беренсенән, мотлаҡ ғилми, икенсенән, башҡа уҡытыусыларҙың дәрестәрендә лә тәжрибә булараҡ ҡулланыла алыу кимәлендә булырға тейеш ине. Конкурстың был төрөндә ҡатнашҡан 25 уҡытыусы, ысынлап та, ошондай юғарылыҡта фекерләүен, мәсьәләгә ҡарата аныҡ маҡсаттар ҡуя, уларҙы хәл итеүҙең ҡулайлы юлдарын билдәләй белеүен күрһәтте, шулай уҡ тәжрибәнән ниндәй һөҙөмтә көтөлөүен, педагогик практикала ҡулланыла алыу мөмкинлеген иҫбатланы. Бынан тыш, педагогтар ғалимдарҙан, мәғариф органдары етәкселәренән торған жюри ағзаларының төрлө һорауына яуап бирҙе.
Юғары исемде шулай аҡлайҙар!“Уҡытыусы-оҫта” конкурсында майҙан тотҡандар иһә күберәк эш алымдары, ниндәй уҡытыу технологияларына өҫтөнлөк биреүе, предметҡа ниндәй юлдар менән һөйөү уятыу серҙәре хаҡында һөйләне. Педагогтарҙың бөгөн эш хаҡы, йәмғиәтебеҙҙәге урыны тураһында борсолмай, киреһенсә, юғары исемде алдынғы хеҙмәт менән аҡлау хаҡында уйланыуға, фекер алышыуға өҫтөнлөк бирҙе улар. Шулай булмаһа, йәштәр араһында белемгә, китапҡа мөнәсәбәт һыуына барған заманда, ваҡытын йәлләмәйенсә, ғаиләһен ҡалдырып, белем һәм тәрбиә биреүҙең сифатын күтәреү маҡсатында янып эшләр, баш ҡалаға килеп йөрөр инеме ни уҡытыусы?
Конкурстың был төрөндә 24 педагог ҡатнашты. Уларҙың күбеһе үҙ уҡытыу ҡулланмалары, әсбаптары, программалары менән эшләй. Мәҫәлән, Күгәрсен районының Волостновка мәктәбенән килгән, урындағы рәсем һәм һыҙма уҡытыусыларының методик берекмәһенә оҙаҡ йылдар етәкселек иткән Мирхәт Әбдрәхимов педагогтарҙың белемен үҙе төҙөгән программа буйынса камиллаштыра икән. Ғалимдар уға был хеҙмәтен тағы ла байытырға һәм республиканың башҡа төбәктәренә таратырға тәҡдим итте. Жюри ағзаһы, педагогика фәндәре кандидаты С. С. Пичугиндың: “Үҙегеҙ ҙә һиҙмәйенсә, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының эшен башҡарғанһығыҙ. Һеҙҙе уҡыу йортоноң эшенә йәлеп итергә кәрәк”, — тигән һүҙҙәрендә ҙур хаҡлыҡ ята. Был — ябай ауыл уҡытыусыһының хеҙмәтенә тейешле баһа.
Ике конкурста ла төрлө предмет буйынса педагогтар ҡатнашты. Уларҙың уртаса йәше — 33, эш стажы иһә — 20 йылдан ашыу. Тимәк, ярышҡа уҡытыусылар үҙаллы ғилми эҙләнеүҙәр уҙғарып, ярайһы уҡ тәжрибә туплап, уны педагогик йәмәғәтселек алдына сығарыу кәрәклеген аңлағас килә. Йәштәрҙең дә бындай конкурста ҡатнашырға йөрьәт итеүе — ыңғай күренеш.
Әлеге ярыш шарттары буйынса, конкурстың икенсе этабында еңеп сыҡҡан уҡытыусылар йомғаҡлау сараһында — “Заманса уҡытыу процесы: тәжрибә, проблемалар һәм перспективалар” тип аталған республика ғилми-ғәмәли конференцияһында — сығыш яһаясаҡ.
— Конкурстарҙың төп маҡсаты — талантлы, ижади эшләгән педагогтарҙың алдынғы тәжрибәһен өйрәнеү һәм таратыу ғына түгел, ә уларға артабан үҫергә булышлыҡ итеү, үҙ-ара аралашыу мөмкинлеген биреү, — ти Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов. — Уҡытыусыларҙың ярышта күпләп ҡатнашыуы ҡыуандыра. Быйыл айырыуса Әлшәй, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ райондары, Бәләбәй, Нефтекама, Салауат ҡалалары педагогтары әүҙемлек күрһәтте. Конкурста фән кандидаттарының да булыуы юғары кимәл хаҡында һөйләй.

Фәнзил САНЪЯРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.


А.Р. КАМАЛИЕВА, Туймазы ҡалаһындағы 6-сы мәктәптең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
— Быға тиклем “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ике тапҡыр ҡатнаштым, 2012 йылда лауреат та булдым. Әлеге бәйге фәнни нигеҙле булыуы менән айырылып торҙо.
Республикабыҙҙа уҡытыусыларҙың һөнәри үҫеше өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙырыла, конкурстар даими үткәрелә. Еңеүселәрҙең һәм лауреаттарҙың һаны бер нисә йөҙгә етеп бара. Тимәк, төбәгебеҙҙә ижади фекерләгән, уҡытыуҙың яңынан-яңы алымдарын уйлап тапҡан, мәғарифыбыҙҙы үҙгәртеп ҡороуҙа әүҙем ҡатнашҡан, йөрәген балаларға биргән педагогтарыбыҙ бар һәм буласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509